Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Яңғыҙҡайын ауылы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 30 ғинуар 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание капрал[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы (21 сентябрь 1897 йыл — 30 ғинуар 1990 йыл) — Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1897 йылдың 21 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңғыҙҡайын ауылында[1] тыуған. Белеме — башланғыс. 1944 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. 1919—1921 йылдарҙағы Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, петлюровсылар һәм махновсылар менән һуғышҡан. 1921—1929 йылдарҙа атаһының хужалығында игенселек менән шөғөлләнә, 1930 йылдан 1941 йылға тиклем Ғафури районындағы «Ҡыҙыл яр» колхозында башта бригадир, һуңынан склад мөдире булып эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[1].

Һуғыштан һуң батыр яугир тыуған ауылы Яңғыҙҡайынға ҡайта һәм 1945 йылдан 1960 йылға тиклем Ленин исемендәге колхозда эшләй.

1981 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй. 1990 йылдың 30 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнә.

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19 июля 1944 йылдың 19 июлендә Львов өлкәһендәге Соколь ҡалаһы тирәһендә Көнбайыш Буг йылғаһы аша сыҡҡан саҡта 134-се айырым гвардия саперҙар батальоны сапёры (1-се Украин фронты, 1-се гвардия танкылар армияһы, 11-се гвардия танкылар корпусы) гвардия ефрейторы Зайнетдин Әхмәтйәнов өҙлөкһөҙ артобстрел һәм бомбардировка аҫтында бер минутҡа ла тәгәрмәсле транспорт өсөн сығыу урынын яһауҙанн туҡтатмай. Үҙенең фиҙакәр хеҙмәтенә менән взводы саперҙарын да ылыҡтыра һәм ошоноң менән ротаның ваҡытынан алда хәрби бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итә[1].

1944 йылдың 23 июлендә Высоцкое ауылы янында Сан йылғаһы аша сығыу урынын эшләгән саҡта батыр сапер дошман ҡулында булған йылғаның һул ярына сыға һәм урман ағасына инженер разведкаһын үткәрә. Ике сәғәт дауамында автомат һәм пулемет уты аҫтында, һыу эсендә тороп, күперҙең күсәрҙәрен һүтә.

Польшалағы Көнбайыш Макув ҡалаһы тирәһендә Әхмәтйәнов Висла йылғаһы аша сыҡҡан саҡта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 30 июнендә ике кәмә беркетелгән паромда рулевой булып артиллерия орудиеларын йылға аша сығара һәм өс тәүлек дауамында алһыҙ-ялһыҙ паромда ҡала.

Советтар Союзы Геройы исеме Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәновҡа СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 23 сентябрендәге Указына ярашлы бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондoҙ» миҙалы (4573-се һанлы) тапшырыла[2][3][1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә З. Н. Әхмәтйәнов музейы асылған.
  • Өфөлә, Герой йәшәгән йортта, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 104, л. 27)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 3, л. 365, 366)
  4. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]