21 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 сентябрь | |
![]() |
21 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 264-се көнө (кәбисә йылында 265-се). Йыл аҙағына тиклем 101 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Әрмәнстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө (1991).
Белиз: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө (1981).
Мальта: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө (1964).
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 862: Бөйөк Новгород кешеләренең ағалы-ҡустылы варягтар Рюрик, Синеус һәм Труворҙы кенәзлеккә саҡырыуы (был рус дәүләтенә нигеҙ һалыу көнө булып иҫәпләнгән).
- 1792: Францияла Милли Конвент монархияны бөтөрөү тураһында декрет ҡабул итә.
- 1943: Чернигов фашистарҙан азат ителә.
- 1964: Мальта Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1991: Әрмәнстан һайлаусыларының 99 проценты референдумда бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә.
- 1993: Рәсәй Президенты Б. Н. Ельцин Юғары Советты таратыу тураһындағы указға ҡул ҡуя.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лепёхин Иван Иванович (1740—18.04.1802), Рәсәй империяһы сәйәхәтсеһе, этнограф. Фәндәр һәм художестволар академияһы академигы (1771). Академик экспедициялар етәксеһе. Башҡорт йәйләүҙәренең ҡоролошон, ит, һөт аҙыҡтарын әҙерләү, уларҙы һаҡлау ысулдарын, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме үҙенсәлектәрен, башҡорттарҙың йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын һәм малсылыҡ үҫешен өйрәнеп һүрәтләүсе. Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Емченко Владимир Степанович (1935—8.08.2017), инженер-металлург, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1983 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының прокат цехы начальнигы, комбинаттың баш инженеры, бер үк ваҡытта хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһы депутаты (1995—1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.
- Долматова Ирина Юрьевна (1955), ғалим-популяция генетигы.1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан ғилми секретарь, 1996 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2000 йылдан башлап Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан молекуляр генетика лабораторияһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Магадан өлкәһе Гижига ҡасабаһынан.
- Филиппов Антон Викторович (1985), спортсы. Парашюттан һикереү буйынса 2005 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең спорт мастеры (2005). Шәхси зачётта донъя (2014) һәм Рәсәй (2010, 2012) чемпионы, Европа чемпионатының (2008) көмөш, донъя чемпионаттарының (2009, 2015) бронза призёры, команда зачётында донъя (2009, 2014) һәм Рәсәй (2005, 2007, 2010, 2014) чемпионы, донъя чемпионаттарының (2011, 2015), Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының (2008) көмөш, донъя чемпионатының (2005) бронза призёры. Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса парашют менән һикереүҙә шәхси һәм команда зачёттарында Азия чемпионы (2006), «Адриатика кубогы» халыҡ ара ярыштары еңеүсеһе (Черногория, 2007; 2 тапҡыр, 2008); үҫмер спортсылар араһында донъя (2009) һәм Европа (2008) чемпионы, донъя чемпионатының бронза призёры (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йомабай Иҫәнбаев (1891—1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет ҡурайсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991 - үлгәндән һуң).
- Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы (1916—21.07.1972), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы (1897—30.01.1990), Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия ефрейторы.
- Биксурин Алик Сәлих улы (1937), балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988—1990 йылдарҙа театрҙың директоры, 1985—2008 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
- Ғәниев Радмир Шәрифйән улы (1957), банк хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән Благовар районының Шырлыҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әнүәр Бикчәнтәев (1913—18.05.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, 1941 йылдан КПСС, 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1974) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1967) премиялар лауреаты. Октябрь Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), Почёт Билдәһе (1963) ордендары кавалеры.
- Солтанов Байраҡ Зәки улы (1933—24.10.2012), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (2002), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988), РСФСР-ҙың почётлы нефтсеһе (1988).
- Ғәйфуллин Вәҡиф Шаһиморат улы (1938), педагог, СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Учалы ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары, 1994—1997 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәте башлығы. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостандың Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Наурыҙ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зорин Сергей Петрович (1889—20.10.1965), ғалим-инженер‑төҙөүсе. 1948—1960 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1958 йылға тиклем геодезия һәм юғары математика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1943), профессор (1944). Сталин премияһы лауреаты (1942). Ленин ордены кавалеры (1944). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Сәйфи Ҡудаш (1894—29.06.1993), шағир, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының II—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1943—1948 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1955), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1954, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Петропавловский Сергей Анатольевич (1909—16.08.1958), тау инженеры-геофизик. Сибай баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығын асыуҙа һәм өйрәнеп-тикшереүҙә ҡатнашыусы. Сталин премияһы лауреаты (1949). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Вологда өлкәһенән.
- Әхмәтйәнов Хәнифйән Мәүли улы (1954), дәүләт хеҙмәткәре. Мәсетле районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ахун ауылынан (хәҙер бөткән).
- Юлдашев Владимир Ләбиб улы (1954), ғалим-психиатр, йәмәғәтсе. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003—2012 йылдарҙа — тәрбиә эштәре буйынса проректор. 1997 йылдан «Башҡортостан Республикаһы психиатрҙар‑наркологтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Калуга өлкәһенең Бабынино ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1866: Герберт Уэллс, Англия яҙыусыһы.
- 1909: Кваме Нкрума, ирекле Гананың беренсе премьер-министры (1957—1960) һәм тәүге президенты (1960—1966).
- 1916: Зиновий Гердт, СССР-ҙың театр һәм кино актёры.
- 1918: Хуан Хосе Арреола, Мексика әҙәбиәте классигы.
- 1936: Юрий Лужков, 1992—2010 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы мэры.
- 1947: Стивен Кинг, АҠШ яҙыусыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Б. э. т. 19: Публий Вергилий Марон, Боронғо Рим шағиры.
- 1327: Эдуард II, 1307—1327 йылдарҙа Англия короле.
- 1558: Карл V, Изге Рим Империяһы императоры.
- 1832: Вальтер Скотт, Шотландия яҙыусыһы.
- 1860: Артур Шопенгауэр, Германия философы, иррационализм мәктәбенең тәүге вәкилдәренең береһе.
- 1973: Лидия Русланова, СССР-ҙың эстрада йырсыһы (контральто).
- 1982: Иван Баграмян, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы
- 2005: Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]