Солтанов Байраҡ Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанов Байраҡ Зәки улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 сентябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тау эше
Эш урыны Урал дәүләт тау университеты
ӨДНТУ
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Солтанов Байраҡ Зәки улы (21 сентябрь 1933 йыл24 октябрь 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (2002), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988), РСФСР-ҙың почётлы нефтсеһе (1988).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанов Байраҡ Зәки улы[2] 1933 йылдың 21 сентябрендә Бөрө ҡалаһында тыуған.

1955 йылда В. В. Вахрушев исемендәге Свердловск тау институтын тамамлай.

Эш урыны: Урта Азия геологик предприятиеһында инженер-технолог, өлкән инженер (1955—1958); Көньяҡ Урал геология идаралығының тематик партия начальнигы (Өфө, 1958—1960); 1962—1965 йылдарҙа Свердловск тау институтында: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент; 1965 йылдан Өфө нефть институтының кафедра мөдире (1985—2003), профессор (1986 йылдан).

Солтановтың хеҙмәттәренең фәнни йүнәлештәре: скважиналарҙы быраулау һәм нефть сығарыу технологиялары. Уның тарафынан нефть һәм газ скважиналарын һалғанда быраулау колоннаһының динамикаһы һәм тотороҡлолоҡ проблемаһы өйрәнелде. Ул өҫкө үткәргесле яңы винтлы һурғыс ҡоролма тәҡдим итә.

Солтанов Байраҡ Зәки улы — нефть технологияһы һәм техникаһы буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы.

30 фән кандидаты һәм 5 фән докторы әҙерләгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1995), БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988), РСФСР-7ы\ның почетлы нефтсеһе (1988).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанов Байраҡ Зәки улы — 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән, ул — 7 монография, 180-дән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм уйлап табыуға патент алған кеше.

Управление устойчивостью и динамикой бурильной колонны. М.: Недра, 1991.

Бурение наклонных и горизонтальных скважин. М.: Недра, 1997 (соавтор).

Эксплуатация оборудования для бурения скважин нефтегазодобычи. М.: Недра, 2005 (соавтор).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир Илһамов М. А. 6-сы том. Халыҡ. хужалығы берләшмәһе. — У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; фәнни нәшриәт. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.
  • Кто есть кто в нефтяной промышленности России. М.: 1998.
  • Инженеры Урала: Энциклопедия. Екатеринбург. Уральский рабочий, 2001.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://энциклопедия-урала.рф/index.php/%D0%A1%D1%83%D0%BB%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2_%D0%91%D0%B0%D0%B9%D1%80%D0%B0%D0%BA_%D0%97%D0%B0%D0%BA%D0%B8%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87(недоступная ссылка)