24 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
24 октябрь | |
![]() |
24 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 297-се көнө (кәбисә йылында 298-се). Йыл һуңына тиклем 68 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө.
Үҫеш тураһында мәғлүмәт көнө.
Полиомиелитҡа ҡаршы көрәш көнө.
Ҡағыҙ көнө.
Замбия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Ҡораллы Көстәрҙең махсус тәғәйенләнешле подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1648: Вестфаль солохона ҡул ҡуйыу, 30 йыллыҡ һуғыштың тамамланыуы.
- 1857: Кембриджды тамамлаусылар Шеффилдта донъялағы беренсе футбол командаһын булдыра.
- 1897: Рәсәй Империяһында беренсе футбол матчы үткәрелә.
- 1909: Франция механигы Ж. Легань «Вуазен» самолетында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр күрһәтмә осош яһай, ул Гатчина хәрби яланында 10 метр бейеклектә 1,5 саҡрым самаһы осоп үтә.
- 1929: Ҡара кесаҙна, Бөйөк депрессия башлана.
- 1939: СССР Германияға нефть һәм иген һатыу тураһында килешеү төҙөй.
- 1941: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Харьковты немец ғәскәрҙәре баҫып ала.
- 1945: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының уставы үҙ көсөнә инә. БМО халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм күмәк именлекте үҫтереү аша тыныслыҡты һаҡларға теләгән 51 ил тарафынан нигеҙләнә. Әлеге көндә 192 ил БМО ағзаһы булып тора.
- 1964: Төньяҡ Родезия бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм атамаһын Замбия тип үҙгәртә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы (1905—21.01.1996), комсомол һәм партия органдары ветераны, журналист. 1957—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте редакцияһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Пищаев Павел Михайлович (1925—21.09.2004), хужалыҡ эшмәкәре. 1965 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводы директоры, 1997 йылдан — «Нефтепереработчик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (икенсе исеме Мәҙкүрә; 1925—13.12.1998), театр актёры, артист, йырсы (меццо-сопрано). 1943 йылдан Ҡыйғы колхоз-совхоз театры актёры, 1952 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле йырсыһы, 1962—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).
- Абдуллин Ғафар Абдулла улы (1930—31.10.2008), төҙөлөш алдынғыһы. 1964—1990 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990).
- Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (1930), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп ветераны. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Ғәниев Әлмир Әмир улы (1940), ғалим-инженер-металлург. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001–2009 йылдарҙа иретеү производствоһы машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Миндәк ауылынан.
- Усманов Шамил Ғәйепйән улы (1940), ғалим-зоотехник. 1977 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Риф Тойғонов (1946—8.01.2014), башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шафиҡов Сәғит Ғәйли улы (1952), телсе-ғалим, тәржемәсе. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). «Урал батыр» эпосын инглиз теленә тәржемә итеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәлиев Марат Ғәлиәкбәр улы (1957), ғалим-хирург, республика онкология диспансерының бүлек мөдире, медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Әминев Марат Мөхәмәт улы (1967), журналист, прозаик-сатирик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Ғафури районы Һабай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ришат Рәхимов (1953), ҡурайсы, педагог, композитор. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Усков Валерий Иванович (1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абҙанов Шәмси Саҙрый улы (1894—10.07.1938), ғалим-иҡтисадсы-географ, уҡытыусы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1931—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) иҡтисади география кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1935—1937 йылдарҙа — Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты директоры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғилманов Әмир Зариф улы (1939), хәрби хеҙмәткәр, ғалим-социолог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1993 йылдарҙа — Ҡазан Юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ училищеһеның ижтимағи фәндәр кафедраһы начальнигы. 1993 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Перспективалы иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә бүлек мөдире, 1995 йылдан — үҙәк директорының фән буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан.
- Вилданов Салауат Ғәли улы (1954), хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт эшмәкәре. 2002—2006 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү йәмғиәтенең, 2006—2011 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының III (2003—2008) һәм IV (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Дударева Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы (1954), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999—2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы проректоры. Филология фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Саҡаев Рөстәм Әнүәрбәк улы (1954), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1992―2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһындағы Хөкүмәт элемтә бәйләнеше үҙәге, 2006—2016 йылдарҙа Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы махсус элемтә бәйләнеше һәм мәғлүмәт үҙәге начальнигы. Отставкалағы полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1804: Вильгельм Вебер, Германия физигы.
- 1882: Имре Кальман, Венгрия композиторы («Цирк принцессаһы»).
- 1886: Григорий Орджоникидзе, революционер, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1911: Аркадий Райкин, СССР режиссёры.
- 1921: Лев Гинзбург, СССР шағиры, немец шиғриәте өлгөлөрен тәржемәләүсе.
- 1936: Билл Уаймен (төп исеме Уильям Джордж Перкс), «The Rolling Stones» Англия рок-төркөмөнөң бас-гитарасыһы.
- 1966: Роман Абрамович, Рәсәй эшҡыуары.
- 1985: Уэйн Руни, Англия футболсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1601: Тихо Браге, Дания астрономы.
- 1948: Франц Легар, Венгрия композиторы.
- 1957: Кристиан Диор, Францияның кейем модельеры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]