Эстәлеккә күсергә

Имре Кальман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имре Кальман
Kálmán Imre
Төп мәғлүмәт
Исеме

Имре Копштейн

Тулы исеме

Имре Кальман

Тыуған

24 октябрь 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Шиофок, Австро-Венгрия

Үлгән

30 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (71 йәш)

Үлгән урыны

Париж, Франция

Ил

Австро-Венгрия Австро-Венгрия
Австрия Австрия
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәрҙәре

композитор

Әүҙем йылдары

19081953

Жанрҙар

оперетта

Наградалар

Почётлы легион ордены кавалеры

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Имре (Эммерих) Кальман (мадьярса  Kálmán Imre, нем. Emmerich Kalman; 24 октябрь 1882 йыл — 30 октябрь 1953 йыл) — Венгрия композиторы, «Сильва», «Баядера», «Принцесса цирка», «Фиалка Монмартра» һәм башҡа популяр оперетталар авторы. Кальман ижады менән Вена опереттаһының сәскә атыу осоро тамамлана

Имре Кальман Шиофокта (Австро-Венгрия, хәҙерге Венгрия, Балатон күле буйында, сауҙагәр Карл Копштейндың (Karl Koppstein) йәһүд ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә үк фамилияһын Кальман тип үгәртә.[1] Пианислыҡҡа уҡый, ләкин артрит арҡаһында композицияға күсә. Будапештта музыка академияһын тамамлай, уның менән бергә Бела Барток һәм Золтан Кодаи ҙа уҡый.

1904 йылда Кальман Будапештта сыҡҡан бер гәзиттә музыка тәнҡитсеһе булып эшләй, композицияға ла күп ваҡытын бирә.

Кальманға романстары һәм симфоник әҫәрҙәре ҙур уңыш килтермәй, уның ҡарауы йырҙар циклы Будапешт ҡалаһының ҙур премияһын яулай. Дуҫы композитор Виктор Якоби кәңәше буйынса Кальман көсөн опереттала һынап ҡарамаҡ була. Тәүге опереттаһы уҡ (Tatárjárás , 1908, Будапешт) тамашасы тарафынан яратып ҡабул ителә һәм Венала, Нью-Йоркта һәм Лондонда («Осенние манёвры» тигән атама менән) ҡуйыла.

Файл:Kalman young.jpg
Имре Кальман йәш сағында

1908 йылда Кальман Венаға күсә, унда «Цыган-премьер» (1912) тигән оперетта менән уңышын нығытып ҡуя.

Һуғыш барған 1915 йылда Кальмандың иң билдәле опереттаһы «Королева чардаша (Сильва)» ижад ителә. Уны хатта фронттың ҡаршы яғында ла, шул иҫәптән  Рәсәйҙә (персонаждарының фамилияһын һәм ваҡиғалар урынын үҙгәртеп), ҡуялар.

1920-се йылдарҙа Кальмандың өс опереттаһы: «Баядера» (1921) (унда, үҙе өсөн традицион вальстар һәм чардаштарҙан тыш, Кальман яңы ритмдар: фокстрот һәм шимми ҡуллана), «Марица» (1924) һәм «Принцесса цирка» (1926).

1930 йылда Кальман Пермь ҡалаһынан эмиграциялаған йәш актриса Вера Макинскаяға өйләнә, артабан «Фиалка Монмартра» опереттаһын уға бағышлай. Уларҙың улы Карой һәм Лили менән Ивонка исемле ике ҡыҙы тыуа.

1934 йылда Кальман француз Почётлы легион ордены менән бүләкләнә.

Австрияның аншлюсынан һуң, «почётлы арий» булыуҙан баш тартып, Кальман эмиграциялай — тәүҙә Парижға (1938), шунан АҠШ-ҡа (1940). Уның оперетталары нацист Германияһында тыйыла, Кальмандың ике ҡыҙ ҡәрҙәше концлагерҙа һәләк була.

1942: Кальман менән Вера айырылышалар, тик бер нисә айҙан яңынан ҡауышалар.

Нацизм ҡыйратылғандан һуң, 1948/1949 йыл ҡышында, Кальман Европаға килә, Легарҙың ҡәберенә венок һала, яңынан АҠШ-ҡа әйләнеп ҡайта. 1949 йылда инсульттан һуң өлөшләтә фалижланып ҡала. Хәле бер аҙ яҡшырғас, 1951 йылда Кальман Вераның өгөтләүе буйынса Парижға күсә, бында 2 йылдан мәрхүм була. Васыятына ярашлы, Венала Үҙәк зыяратта ерләнә. Австрия милли китапханаһында Кальмандың хәтер бүлмәһе асылған. 1982 йылғы Австрия почта маркаһына һүрәте төшөрөлгән.

Будапешт оперетта театры ҡаршыһында Имре Кальман һәйкәле
Шиофокта Имре Кальман һәйкәле
Шиофок паркында Имре Кальман һыны

Кәйеф күтәргес күңелле, тантаналы булыуы, мелодикаһының һәм оркестровкаһының камиллығы менән опереттала Кальман музыкаһына тиңдәр юҡ. Ул[2] — персонажы һинд («Баядера»), рус («Принцесса цирка») йәки француз («Фиалка Монмартра») булыуына ҡарамаҫтан, венгр мотивтары менән һуғарылған, әммә Кальман оперетталарының иң венгрсаһы — «Марица».

  • «Осенние манёвры» (Tatárjárás , она же Ein Herbstmanöver , 1908, Будапешт)
  • «Солдат в отпуске» (Az Obsitos , она же Der gute Kamerad , 1910, Будапешт)
  • «Маленький король» (Der kleine König , 1912, Вена)
  • «Цыган-премьер» (Der Zigeunerprimás , 1912, Вена)
  • «Королева чардаша (Сильва)» (Die Csárdásfürstin , 1915, Вена)
  • «Фея карнавала» (Die Faschingsfee , 1917, Вена)
  • «Голландочка» (Das Hollandweibchen , 1920, Вена)
  • «Баядера» (Die Bajadere , 1921, Вена)
  • «Марица» («Графиня Марица») (Gräfin Mariza , 1924, Вена)
  • «Принцесса цирка» (Die Zirkusprinzessin , 1926, Вена)
  • «Золотой рассвет» (Golden Dawn , 1927, Нью-Йорк)
  • «Герцогиня из Чикаго» (Die Herzogin von Chicago , 1928, Вена)
  • «Фиалка Монмартра» (Das Veilchen vom Montmartre , 1930, Вена)
  • «Дьявольский наездник» (Der Teufelsreiter , 1932, Вена)
  • «Императрица Жозефина» (Kaiserin Josephine , 1936, Цюрих)
  • «Маринка» (Marinka , 1945, Нью-Йорк)
  • «Аризонская леди» (Arizona Lady , 1953, Берн)
  • 1958 Х/ф «Der Czardas-König» (реж. Харальд Филип, ГФРҙа эшләнгән)
  • 1959 Д/ф «Композитор Имре Кальман» (Кальмандың тормошо һәм ижады тураһында Григорий Ярон һөйләй)
  • 1985 Х/ф «Загадка Кальмана» (реж. Дьёрдь Палашти, СССР, Венгрия)

Кальман әҫәрҙәрен экранлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1944 — «Сильва»
  • 1958 — «Мистер Икс»
  • 1975 — «Под крышами Монмартра»
  • 1981 — «Сильва»
  • 1982 — «Принцесса цирка»
  • 1985 — «Марица»
  1. Emery Kálmán 2009 йыл 27 февраль архивланған.
  2. Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты, 1-е издание, стр. 81.
  • Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты. — Л.: Искусство, 1975. — 136 с.
  • Кальман Вера. Помнишь ли ты? Жизнь Имре Кальмана. — М.: Познавательная книга плюс, 2002, 336 с. ISBN 5-05-005406-0} (1936)
  • Мусатов В. Имре Кальман. Л.: Музыка, 1978.
  • Нагибин Ю. М. Блестящая и горестная жизнь Имре Кальмана. / В кн.: Музыканты. — М.: Современник, 1986. — (Новинки «Современника»).
  • Трауберг Л. Жак Оффенбах и другие. — М.: Искусство, 1987. (гл. 12-я: Кальман)
  • Ярон Г. М. О любимом жанре. — М.: Искусство, 1960.
  • Савранский В. (сост.) Имре Кальман. Сборник статей и воспоминаний. — М.: Советский композитор, 1980.