Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg РСФСР
Тыуған көнө 24 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсәғүт кантоны
Рәсәй, Мәсетле районы, Ростов ауыл советы, Ишәле
Вафат булған көнө 13 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Һөнәр төрө актёр, йырсы

Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (24 октябрь 1925 йыл — 13 декабрь 1998 йыл) — актриса, йырсы (меццо-сопрано). БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшиҙә (икенсе исеме Мәҙкүрә) Сәмиғулла ҡыҙы Әхмәҙиева 1925 йылдың 24 октябрендә БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ишәле ауылында (Башҡортостандың Мәсетле районы) тыуған.

1943 йылдан алып Ҡыйғы колхоз совхоз театрында актриса булып хеҙмәт итә. 1952 йылдан — Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә йырсы (ҡара: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1962—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы[1].

Төп ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыйғы колхоз-совхоз театрындағы төп ролдәре: Ғәлимә (М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың шул уҡ исемле әҫәре), Сажиҙә («Зимагорҙар») һәм Фәхри («Һаҡмар»; икеһе лә — С. М. Мифтахов), Сәрүәр («Башмағым»), Таңсулпан (Ҡ.Даяндың шул уҡ исемле драмаһы) һәм башҡалар.

Опера һәм балет театрындағы төп партиялары: Ирғәле («Шәүрә»), Талли («Аршин мал алан», У. А. Ғаджибәков) һәм башҡалар[1].

Башҡорт халыҡ йырҙарын, айырыуса оҙон көйҙәрҙе («Ғилмияза», «Ҡолой кантон», «Таштуғай», «Һандуғас»), бик оҫта һәм нәзәкәтле башҡара. Матур тембрлы йомшаҡ тауышҡа, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]