Таштуғай (йыр)
«Таштуғай» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры. |
Башҡарыу теле |
башҡорт |
Авторы |
халыҡ |
Таштуғай — башҡорт халыҡ йыры.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың I варианты
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды
Сор ҡурайҡай итеп тартайым.
Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ,
Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым.
Борон хәл-ваҡиғалар ҡырҡыулашып киткән осорҙа, ырыу-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү, яйға һалыу өсөн бер ырыуҙан ҡыҙ баланы икенсе ырыуға кейәүгә биреп ярашыу йолаһы булған. Шулай, Ҡатай ырыуынан Көтөр исемле ир кеше Көнһылыу тигән ҡыҙын, уның ризалығынан башҡа, Үҫәргән ырыуының старшинаһы Көбәк улы Әлмигә кейәүгә биргән. Таштуғай тип аталған дала яҡтарына оҙатылған ҡыҙ ул яҡтарҙы бер ҙә ерһенеп китә алмаған. Таулы-урманлы тыуған яҡтарын ғына түгел, унда ҡалған егете Байғүбәкте лә һағынып моңайған Көнһылыу кисерештәрен йыр аша белдерә:
Ата-әсәһенә ҡунаҡҡа килгән бер арала Көнһылыу Байғүбәк менән элекке осрашҡан урындары - шишмә буйындағы ҡара тал төбөнә килә. Бер көндө Көнһылыуҙың һары йөҙөгөн Байғүбәктең бармағында, ә уныһының аҡбуҙатлы балдағын Көнһылыуҙа күреп, йөҙөк алмашыуҙың икәүләп ҡасып китергә әҙерләнеү билгеһе икәнен һиҙеп ҡалалар. Байғүбәкте үлтертеп, Көнһылыуҙы Таштуғайға, ҡайны-ҡәйнәһе йортона кире оҙаталар. Һөйгәненән һәм тыуған иленән айырылыу ҡайғыһын күтәрә алмаған Көнһылыу, унда оҙаҡ тормай, һыуға ташланып үлә. Халыҡ хәтерендә йырҙың тағы ла бер варианты бар:
Йырҙың II варианты
Таштуғайҡай буйы, әй, ҡыҙыл таш,
Ник илайһың, киленем, башың йәш?
Мин иламай, ҡайным, кем илаһын,
Һинең генә улың мәжнүн баш.
Таштуғай ҙа, һинең буйыңда
Сәй сынаяҡтарым да ыуалды.
Дуҫ-иштәрем минең илап уҡ ҡалды,
Дошмандарым минең ҡыуанды.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
400 башҡорт халыҡ йыры /Төҙөүселәре: Ф.Камаев, Н.Шоңҡаров. — Өфө, 2011. — 400 бит. — ISBN 978-5-13-000113-4