Ғилмияза (йыр)
Ғилмияза | |
Башҡарыусы | |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
3:44 |
Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Ғилмияза — башҡорт халыҡ йыры.
Риүәйәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йырҙың тексы
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп.
Алыҫ ерҙән балҡып, ай, күренгән
Уралмы икән, әллә көнмө икән?
Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең
Бер көндәре әллә йылмы икән?
Борон заманда хәҙерге Баймаҡ районының Таһир ауылында Исмәғил ҡарттың Ғилмияза исемле ҡыҙы булған. Йәйҙең бер йәмле көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар еләк йыйырға сыҡҡан. Улар араһында Ғилмияза ла булған. Быларға ҡаршы бүрәнә тейәгән кешеләр осраған. Улар ялан яғынан килгәндәр икән. Шул кешеләр араһында Ғимиязаның атаһына үс тотоп йөрөгән аҡһаҡ Ҡыҙырас ҡарт та булған. Үсен алыр өсөн был әҙәм ҡыҙҙы юлаусыларға һатҡан да ебәргән, ти. Ҡатын-ҡыҙҙар, еләк йыя алмайынса, кире ауылға ҡайтып киткәндәр. Ҡурҡыштарынан был хәл тураһында улар бер кемгә лә әйтмәгән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе илаған да илаған, Ғилмиязанан бөтөнләй төңөлә башлағандар.
Бер саҡ Садиҡ тигән берәү бер ауыл урамынан үтеп барған саҡта, моңло йыр ишетеп туҡтап ҡала. Был йырҙың көйө беҙҙең яҡтарҙыҡына оҡшаған тип, тәҙрә янына уҡ килеп тыңлай.
Был Ғилмияза булған була. Шул саҡ ҡыҙыҡай, тәҙрәнән тышҡа баға. Унда семәрләп эшләнгән сергеле көмөш ҡойошҡаны менән аҡыҡлы эйәре өҫтөндә ыҫпай егет ултыра ти. Бер аҙ ҡарашып торғас, был егет унан керергә рәхсәт һораған. Ҡыҙ, баш ҡағып, ризалыҡ биргән.
Егет өйгә ингәс, унан ҡайһы яҡтан килгәнен, был йырҙы нисек өйрәнгәнен һорашҡан. Ҡыҙ уға үҙенең башынан үткәндәрен һөйләп биргән, ти.
Садиҡ, Ғилмиязаның моңло, зарлы, серле йырына хайран ҡалып ҡайтып киткән. Ҡыҙҙың тыуған ауылына килеп, ҡыҙҙың атаһына:
— Исмәғил уҙаман, һөйөнсө, һинең юғалған ҡыҙың табылды, теләһәң, бөгөн үк алып ҡайтып бирәм, — тигән.
— Әгәр Ғилмияза ҡыҙым иҫән булһа, үҙеңә кәләш итеп бирәм, — тигән.
Был ваҡытта ҡыҙҙың юғалыуына егерме биш йыл уҙған була. Күп илауҙан ҡыҙҙың атаһының ике күҙе лә күрмәҫ булған.
Садиҡ һүҙендә торған, ҡыҙҙы алып ҡайтып тапшырған да:
— Ҡыҙыңды үҙе теләгән кешегә кейәүгә бир, — тип үҙ юлы менән китеп барған, ти.
Нотаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғилмияза (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Легендалар һәм риүәйәттәр 2016 йыл 21 декабрь архивланған. (нерабочая ссылка)
- Йөҙ йыр(недоступная ссылка)
- Баш бит