Эстәлеккә күсергә

Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әсмә Шайморатова битенән йүнәлтелде)
Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы[1]
 СССР
Тыуған көнө 9 декабрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Арыҫлан, Шишмә районы[1]
Вафат булған көнө 11 ғинуар 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы[1]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы[1] һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1950)

Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы (9 декабрь 1910 йыл — 11 ғинуар 1992 йыл) — йырсы (лирик-колоратура сопрано). 1942 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1948 йылдан — Татар филармонияһы (Ҡазан), 1950—1960 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1950).

Әсмә Сабир ҡыҙы Шайморатова (Хәбибуллина) 1910 йылдың 9 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) Арыҫлан ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай[2]. Һуңынан Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһына уҡырға инә һәм уны (өҙөклөктәр менән) 1942 йылда тамамлай. Уҡытыусыһы — профессор Мария Владимировна Башҡортостандың һәм башҡа милли республикаларҙың милли кадрҙарын үҫтереү өсөн бик күп эшләй. Әсмә Шайморатованың тәбиғәттән бирелгән тауышын шымартып, һирәк тембрлы лирик-колоратур сопрано өҫтәүгә өлгәшә[3].

1942 йылдан 1948 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Шул уҡ 1942 йылда вокаль һәм сәхнә яғынан ҡатмарлы булған Татьяна партияһын (Петр Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан), башҡара. Артабан ул ҙур уңыш менән Маргарита («Фауст», Шарль Гуно), Микаэла («Кармен», Жорж Бизе), Марфа («Батша кәләше», Николай Римский-Корсаков), Айһылыу («Ашҡаҙар», Мөхәмәтша Буранғолов либреттоһы буйынса Антон Эйхенвальд) партияларын башҡара[2].

1948—1950 йылдарҙа Ғ. Туҡай исемендәге Татар филармонияһында (Ҡазан) композитор һәм музыкант Сәлих Сәйҙәшев төркөмөндә эшләй. 1950 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм артабан, 1960-сы йылдарға тиклем, Башҡорт филармонияһы солисы булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсмә Шайморатованың тауышы сағыу һәм матур тембр, киң диапазон, һығылмалылыҡ һәм йомшаҡлыҡ менән айырылып торған. Концерт репертуарында башҡорт, татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре бар, шулай уҡ классик оҙон көй өлгөләрен («Ашҡаҙар», «Бейеш», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Һандуғас», «Әрме» һәм башҡалар) айырыуса тәьҫирле башҡарған. Мәсәлим Вәлиев, Халиҡ Заимов, Хәбибулла Ибраһимов, Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Нариман Сабитов, Хөсәйен Әхмәтовтың ҡайһы бер вокаль әҫәрҙәрен дә тәүгеләрҙән булып сәхнәгә сығара.

Йырсы карьераһында артабанғы ун йыл ысын мәғәнәлә йондоҙло була. Был осорҙа ул йөҙләгән концертта ҡатнаша, Башҡортостандың һәр районында, ҡалаһында була, шул уҡ ваҡытта ҙур уңыш менән Рәсәй төбәктәрендә, СССР-ҙың күп кенә ҡалаларында сығыш яһай. Уның концерт репертуарына башҡорт, татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙары йырҙары инә. Йыш ҡына ул Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Хәбибулла Ибраһимов, Рәүеф Мортазин һәм башҡа күренекле башҡорт композиторҙарының вокаль әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусыһы була. Айырыуса ҙур оҫталыҡ менән ул башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Әсмә Шайморатова ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүгеләрҙән булып халыҡ йырҙарын оло сәхнәлә йырлай башлай, сөнки традиция буйынса уларҙы бығаса бары тик ирҙәр башҡарған. Хатта ҡатын-ҡыҙ исеменән йырланғандарын да. Үҙенә хас булған талант, тәбиғәттән бирелгән бай диапозонлы тауыш аша ул халыҡҡа халыҡ ижад иткән йырҙарҙы ҡайтара: «Әрме», «Ашҡаҙар», «Бейеш», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Һандуғас» һәм башҡа йырҙарҙы. Һәр йырҙың тарихын өйрәнергә тырышыуы уға әҫәрҙең үҙенсәлектәрен һәм драматургияһын асырға ярҙам итә[3].

Элекке ваҡытта Әсмә Шайморатованың йырҙарын башҡорт радиоһында бик йыш тапшырғандар. Һәр йортта әлеге тапшырыуҙарҙы көтөп алыр булғандар, шулай итеп, тыңлаусыларҙың музыкаль культураһын тәрбиәләүҙә һәм башҡорт йырын пропагандалауҙа Әсмә Сабир ҡыҙы ҙур роль уйнай.

1972 йылда «Мелодия» Бөтә Союз фирмаһында Әсмә Шайморатованың тәүге ҙур пластинкаһы донъя күрә, бында композиторҙар Камил Рәхимов, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин һәм Заһир Исмәғилев йырҙары, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары урын ала. Йырҙар араһында бик һирәк иштетелгән халыҡ йырҙары ла иғтибарҙы йәлеп итә: «Ҡара Сурай», «Хисам», «Ҡаһарман кантон», «Һаҡмар» һәм башҡалар.

Халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа Әсмә Шайморатова үҙенең йырлау һәләтен, бай вокаль мөмкинлектәрен, юғары музыкаль һәм опера культураһын, башҡорт халҡының үҙенсәлектәрен тулы мәғәнәлә аңлап ҡуллана. Шуға күрә йырсы тамашасы һөйөүен яулауға өлгәшә. Әсмә Шайморатованан һуң башҡорт халыҡ йырҙары концерт репертуарҙарына инә башлай, уларҙы ҙур уңыш менән Рәшиҙә Әхмәҙиева, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, Нажиә Аллаярова, Флүрә Ноғоманова, Ғәлиә Солтанова башҡара башлай[3].

1950 йылда Әсмә Шайморатова музыкаль культура өлкәһенә индергән ҙур өлөшө өсөн «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» почетлы исеменә лайыҡ була.

1992 йылдың 11 ғинуарында 82-се йәшендә вафат була.