Бейеш (йыр)
Бейеш | |
Башҡарыусы | |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
3:50 |
Бейеш — башҡорт халыҡ йыры.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бейеш» башҡорт халыҡ йырын[1] 1933 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе Ә. Кәримовтан А. С. Ключарёв яҙып ала. «Башҡорт халк йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла.
Йырҙың төрлө варианттарын Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, К. Й. Рәхимов яҙып алалар, инструменталь варианттары С. Т. Рыбаковтың «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫтырылып сығарыла.
«Бейеш» йырын тауыш һәм симфоник оркестр өсөн А. Ключарев, Р. А Мортазин, К. Рәхимов, тауыш һәм флейта өсөн — С. Г. Шаһиәхмәтова эшкәртәләр.
Йырҙың көйө «Тау хикәйәһе», «Гөлнәзирә», «Торналар йыры» балеттарында (А. С. Ключарёв), «Айһылыу» операһында (Н. И. Пейко) файҙаланыла.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейештең ата-әсәһе ярлы булла. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең тиңдәштәре араһында ҙур кәүҙәле, көслө бала булып үҫә. Ныҡлы, көслө малайҙан өлкәнерәктәр ҙә шыртлаған. Көрәшкәндә, уйнағанда яңылыштан ҡайһы берҙә тиңдәштәренең аяҡ-ҡулдарын да һындырып ҡуя торған булған. Бай балалары илаһа, бәлә һалһа, яза Бейештең ата-әсәһенә төшкән. Ун-ун ике йәштәрҙә инде ул бик ҙур кәүҙәле малай булып үҫеп етә. Ни тотһа, шуны һындыра, ҡулдары көрәктәй, йоҙроҡтары сүместәй икән. Ә ун алты-ун ете йәшендә киң яуырынлы, яҫы маңлайлы, үткер күҙле, ҡара йылтыр йөҙлө һылыу егет була. Урта кәүҙәле берәй кеше Бейеш янында торһа, ултырһа, бала һымаҡ ҡына күренгән. Бәйгеләрҙә, көрәштә уны бер батыр ҙа йыға алмаған, күптәр Бейеш менән көрәшеүҙән ҡурҡҡан. Хәҙер егеттең даны тирә-яҡҡа таралған, уны Бейеш батыр тип йөрөтә башлағандар. Бейеш батырҙың ата-әсәһе ҡартая, инде егет үҙе байҙа тора. Ул эшкә шәп булған. Эшен дә эшләгән, ашын да ашаған, хатта бер ултырғанда бер ҡуйҙы йә биленә ураған ҡаҙыны ашап бөтә торған булған. Шуға күрә лә байҙар, эш хаҡың ашауыңдан артмай, тип, уға бик аҙ түләгәндәр. Бындай саҡта батыр асыуынан байҙы туҡмап китә торған булған. Шуға ла байҙар уны хеҙмәтсе итеп тотмайҙар, нисек тә булһа ҡотолоу юлын эҙләй башлайҙар. Бейеш батыр ҙа уларҙы күрә алмай, ярлылар менән байҙарҙы айырып ҡарай башлай. Ата-әсәһе ярлы тормошта үлеп тә китәләр.
Бейеш батыр ҡасҡынға әйләнә. Байҙарҙы, батша түрәләрен талап, йорттарын яндырып, үс ала. Талап алған аҡсаларҙы, затлы әйберҙәрҙе ярлыларға таратып бирә. Хәҙер батша властары нисек булһа ла Бейеште юҡ итеү юлын эҙләй. Уға «Бейеш ҡараҡ» тигән исем тағалар. Бер саҡ түрәләрҙең ярандары батырҙың эҙенә төшәләр, уны Ирендек тауында осраталар. Батыр артыҡ аптырап тормаған, тирә-яғында үҫеп ултырған баҫырау йыуанлыҡ ағастарҙы йолҡоп алып, ҡыуыусыларҙы туҡмай башлаған. Эҙләүселәр, ҡоттары осоп, ҡаса башлайҙар. Бейеш батыр Ирәндек. Урал тауҙарының ҡая таштары, ҡуйы урмандары араһында көндәрен үткәрә, ә төндәрен байҙарҙан үс ала. Бейеште былай ғына тотоп булмаясағын белеп, байҙар, тирә-яҡҡа һөрән һалып, батырҙар йыя башлайҙар, бик ныҡ әҙерләнәләр. Бөтә түрә-ҡаралар ошо эш менән була. Бейеш батыр һәр көн юлдарын, эҙҙәрен яңылыштырып йөрөй. Төрлөсә кейенеп, ауылдарға, ҙур баҙарҙарға ла килеп сыҡҡылай. Ул бер ваҡыт Хәлил (хәҙерге Әбйәлил районы) баҙарына килә. Баҙарҙа көсө менән тирә-яҡта дан алған бер Ҡуштан батыр була. «Бейеш» ҡараҡты күрһәм, уны тотоп алып, ҡул-аяҡтарын бәйләр ҙә, тештәрен кеҫәһенә һалып ебәрер инем", — тип маҡтана икән был. Уның һүҙҙәрен Бейеш ишетеп-тыңлап торған. Бына теге батыр ҡайтыу юлына сыға, уның артынан Бейеш тә ҡуҙғала. Улар икеһе лә кырандастарына саҡ һыйып китеп баралар. Бер аҙҙан Бейеш тегене ҡыуып етә. Ҡуштар батыр: «Бейеш ҡараҡты беләһеңме?» — тип һорауға «Беләм», — тип яуаплай Бейеш.
— Ҡайҙа һуң ул ҡараҡ? Мин уның тештәрен йолҡоп, кеҫәһенә һалып ебәрәйем әле! — ти тегеһе.
— Бейеш батыр бына мин булам, — тигән Бейеш. Ике батыр алыша башлаған. Бейеш, тегенең аяҡ-ҡулдарын кырандасҡа ҡуша бәйләп, тештәрен берәм-берәм һурып алып, кеҫәһенә һалып ебәргән.
Бейеш Урал тауҙарында ҡая таштар араһында йөрөй була. Ул ҡайғы-һағыштарын йырлап йә ҡурайҙа уйнап тарата, үҙ күңелен үҙе йыуата.
Көндәрҙең береһендә Бейеш Урал тауы буйлап йөрөгәндә бер урыҫ кешеһен осрата. Ул да ҙур кәүҙәле, киң яуырынлы, мөһабәт кәүҙәле, етен сәсле, үткер күҙле ир икән. Улар бер-береһенә өнһөҙ-тауышһыҙ яҡын киләләр һәм үҙ-ара аңлашалар, танышып китәләр. Завод хужаһын үлтерә һуғып, Урал тауҙары буйлап ҡасып йөрөүсе Синцов фамилиялы эшсе икән был. Хәҙер улар икеһе бергә ҡасҡын булып йөрөй, байҙарға ҡаршы көрәшә, үс ала. Олатайҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда, Свинцов Бейешкә ҡарағанда ла көслөрәк була. Ул 12 ботлоҡ батман, Бейеш батыр 8 ботлоҡ тимер лом алып йөрөй. Байҙарҙың магазиндарын талағанда йәки һарайҙан аттарҙы урлағанда, батманды ломға таяу итеп, йорт, һарай күтәрткәндәр. Талап алған аҡсаларҙы, затлы нәмәләрҙе ярлыларға таратҡандар. Бер ваҡыт Бейеш Свинцовтан айырылып, ауылдар буйлап сығып киткән. Ул бөтөнләй икенсе кейемдәр кейенеп ала, үҙен танымаҫтар, тип уйлай. Тик быны танып ҡалалар. Бай-түрәләр, күп халыҡ йыйып, батырҙы ҡыуа сығалар. Бейеш, ҡырандасын туғарып, атын эйэрләй ҙә һыбай урманға, тау араһына ҡаса. Кыуыусылар, яңынан-яңы аттарға атланып, Бейешкә яҡынлашалар. Батыр Иҙел башы менән үҙенең төйәк итеп йәрәгән урыны — бейек таш -ҡаяға менә башлай. Тегеләр бик яҡынлашҡас, Бейеш, атынан төшөп, ҡая тау башына үрмәләп менеп китә. Эҙләүселәр ҡая таштың тирә-яғын һырып алалар, артынан үрмәләйҙәр. Бейеш ҡая башындағы бейек ҡарағас башына менә. Тегеләр быға төшөргә ҡушалар. Батыр тереләй бирелергә теләмәй, шуға түбәнгә төшмәй. Ҡуштандар балта менән ҡарағасты тумыра башлай. Хәҙер Бейеш батырҙың башына бер уй килә. Ул йәйелеп үҫкән ике йыуан ҡарағас ботағын беләктәренә урап тота ла, йыуан ботаҡтарҙы айырып алып, уларҙы йәйек итеп, Иҙелгә һикерә , ти. Һыу аҫтынан сумып ҡаса. аҙаҡ йөҙөп барып сығып, йырлай-йырлай Урал урмандары араһына инеп юғала, ти. Хәҙер инде Бейеш батыр байҙарға, түрәләргә ҡаршы тағы ла уҫалыраҡ көрәшә башлай. Уларға ҙур ҡурҡыу һала. Бейеш батырҙы эҙләйҙәр. Бер йылды ҡар иртә яуа. Эҙләргә сығыусылар аҡ ҡар өстөндә Бейеш батырҙың эҙҙәрен табалар. Шул эҙҙәр буйлап йөрөй торғас, бер аҙҙан Бейеште табып, тотоп алалар. Уны тереләй тота алмағандар.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортса | Башҡортса Translit | Инглизсә |
---|---|---|
Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, Елә лә генә елә берәү килә Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә, Ирәндеккәй буйы, ай, күк таштыр, |
Aq quyandarzan tun tekterzem, Elә lә genә elә berәү kilә Kүk am ҡyna ektem, ah, tәrtәgә, Irәndekkәy buyy, ah, kүk tashtyr, |
White rabbit fur coat stitched me Gallop, gallop someone goes Sivuyu horse harnessed, ah, in the shafts, Along Irendyk, ah, blue stones, |
Нотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте, 1995 йыл, 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.