Лебединский Лев Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лебединский Лев Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 октябрь (5 ноябрь) 1904
Тыуған урыны Мейәс, Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө композитор, музыка белгесе
Эшмәкәрлек төрө фольклористика[d] һәм музыковедение[d]
Эш урыны РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]

Лебединский Лев Николаевич (5 ноябрь 1904 йыл — 21 ноябрь 1992 йыл) — совет музыка белгесе, фольклорсы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1935 йылдан СССР Фәндәр академияһы Этнография институтының ғилми хеҙмәткәре, 1939—1940 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡта музыкаль консультант. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. Башҡорт музыка фольклористикаһы үҫешенең мөһим этабы булған «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығының автор‑төҙөүсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лев Никола́евич Лебеди́нский 1904 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе Миәс заводы ҡасабаһында[1] тыуған. Ул — яҙыусы Либединский Юрий Николаевичтың ҡустыһы.

1919—1920 йылдарҙа Рәсәйҙә барған Граждандар һуғышында ҡатнаша (атлы разведка менән етәкселек итә). 1923—1932 — йылдарҙа Пролетар музыканттарҙың Рәсәй ассоциацияһы етәкселәренең береһе: 1925—1930 йылдарҙа — рәис, 1930—1932 йылдарҙа — яуаплы сәркәтип[2].

1930 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының ғилми композиторлыҡ факультетын тамамлай.

1930—1932 йылдарҙа Әҙәбиәт, сәнғәт һәм тел институтының Коммунистик академияһында музыкаль секция мөдире була.

1935—1939 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһының Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институтының фольклор секцияһында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1937 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып алыу маҡсаты менән Башҡорт АССР-ына килә, ә 1939 йылда БАССР-ҙың көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап ойошторолған комплекслы фольклор экспедицияһының етәксеһе була.

1939—1940 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡта музыкаль консультант вазифаһында эшләй.

1940—1941 йылдарҙа — РСФСР комиссияһының яуаплы сәркәтибе һәм СССР композиторҙар берекмәһе ойоштороу комитетының рәисе ярҙамсыһы була.[3].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Подольск ҡалаһында үҙешмәкәр коллективтың художество етәксеһе булып эшләй.

1955—1965 — йылдарҙа «Советский композитор» нәшриәте редакцияһының фольклор бүлеге мөдире.

1962—1969 йылдарҙа — РСФСР Композиторҙар берекмәһенең берләшкән фольклор комиссияһы рәисе.

1971—1974 йылдарҙа РСФСР Композиторҙар берекмәһенең Халыҡ музыкаһы ижады комиссияһы етәкселәренең береһе була.

Л. Н. Лебединскийҙың ейәне — лингвист Крылов Сергей Александрович.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыка белгесенең ғилми тикшеренеүҙәрендә рус һәм башҡорт композиторҙары ижады, музыкаль фольклор өҫтөнлөклө урын биләп торҙо. Лебединский Лев Николаевич «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығының автор-төҙөүселәренең береһе була.

«Музыкаль яңылыҡ», «Музыка һәм Октябрь», «Музыка белеме», «Пролетар музыкант», «Пролетар музыка өсөн», «Совет сәнғәте», «Музыкаль үҙешмәкәрлек», «Совет музыкаһы» һәм башҡа ғилми журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә әүҙем авторҙарҙың береһе иҫәпләнә. 1969 йылда «Азия һәм Көнсығыш халыҡтары музыкаһы» йыйынтығында уның «Башҡорттарҙың оҙон көйлө йыры „Зөлхизә“» тигән мәҡәләһе донъя күрә..

«Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығы уның авторлығы аҫтында нәшер ителә. Был китаптың нигеҙен Лев Николаевичтың төрлө йылдарҙа яҙып алған яҙмалары тәшкил итә, уға башҡорт халыҡ музыкаһының йыр һәм инструменталь жанр өлгөләре индерелә. Структур яҡтан С. Г. Рыбаковтың «Көнкүреше тураһындағы очерктар менән Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» (СПб., 1897), ләкин жанрҙарҙың киң ҡырлы тикшерелеше яғынан һәм магнитофон яҙмаларын нотаға һалыу кимәлен сифатлы ҡулланыу йәһәтенән дә С. Г. Рыбаков хеҙмәтенән айырыла.

Л. Н. Лебединскиҙың методик ҡулланмаһы — " Башҡорт халыҡ йырҙарын яҙҙырыу, фонояҙманы уҡыу һәм мөхәрирләүҙең ҡайһы бер принциптары тураһында ", уның ҡулъяҙма варианты Өфө дәүләт сәнғәт интститутының Фольклор фонды архивында һаҡлана, халыҡ музыкаһын өйрәнеүселәр өсөн ғәмәли ҡулланма булып хеҙмәт итә.

Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов, Әхнәф Ибраһим улы Харисов, Хөсәин Фәйзулла улы Әхмәтов һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иҫке революцион йыр.// «Советская музыка», 1941, № 5.
  • Башҡорт халыҡ музыкаһы.// «Советская музыка», 1951, № 3.
  • Башҡортостан композиторҙары. М., 1955.
  • Шостаковичтың хор поэмаһы. М., 1957.
  • Д. Шостаковичтың Етенсе һәм Ун беренсе симфониялары. М., 1960.
  • Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре (муз. Һәм поэтик текстарҙы, фоно яҙҙырыу, фоно уҡыу, поэтик тәржемәләр, инеш мәҡәлә һәм аңлатмаларМ., 1962, 1965.
  • Алты быуаттың немец йырҙары. // «Советская музыка», 1962, № 11.
  • Мәжит Буранғолов. М., 1963.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атанова Л. П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]