21 ноябрь
21 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
21 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 325-се көнө (кәбисә йылында 326-сы). Йыл тамамланыуға 40 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Бөтә донъя телевидение көнө.
Ер: Бөтә донъя балыҡсылыҡ көнө.
- Бөтә донъя сәләмләү көнө.
- Музыкаһыҙ көн.
АҠШ: Имбир прәниге көнө.
Аргентина: Милли бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Бангладеш;
Греция: Ҡораллы көстәр көнө.
Бразилия: Гомеопатия көнө.
Германия: Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө.
Канада: Ҡыҙыл бейәләй көнө.
Мексика: Революция көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Балҡып торған тәҙрәләр көнө.
- Михаил көнө.
Аргентина: Шәфҡәт туташтары көнө.
Беларусь;
Ҡаҙағстан;
Украина: Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Венесуэла: Студенттар көнө.
Польша: Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Бухгалтерҙар көнө.
- Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1699: Рәсәй батшаһы Пётр I рекрутлыҡ хеҙмәт бурысы тураһында указ сығара (1699)
- 1877: Томас Эдисон фонограф уйлап сығыра.
- 1905: В. И. Ленин эмиграциянан Рәсәйгә ҡайта.
- 1917: «Белебеевские известия» гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1955: Сибай эшселәр ҡасабаһы «ҡала» статусы ала.
- 2007: Бәләбәйҙә башҡорт телендә «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите сыға башлай.
- 2015: IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы (1925—25.06.2001), ғалим-урман белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1987 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһы директоры. Биология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973) һәм атҡаҙанған урмансыһы (1982), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Самохвалова Алёна Александровна (1980), спортсы. 2001 йылдан еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Экиден эстафетаһында Рәсәй чемпионы (2001—2002), Японияның Иокогама ҡалаһындағы халыҡ- ара ярыштар еңеүсеһе (2003). Йәштәр араһында 10000 метрға йүгереүҙә Рәсәй чемпионы (2000—2001). Клубтар араһында Европа чемпионы (1998), үҫмер спортсылар араһында дүрт тапҡыр Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (1998—1999; 2000). Эстафета йүгереүендә Рәсәй рекордсыһы (2005). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы (1926—24.09.1996), СССР-ҙың башҡарма органдаы эшмәкәре, ғалим-педагог. 1963—1970 йылдарҙа Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1969), ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1965). СССР-ҙың физик культура отличнигы (1954).
- Теләшев Илшат Ғүмәр улы (1956), ғалим-инженер-химик-технолог. 1979 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1993 йылдан Нефтехимия эшкәртеү институтының лаборатория мөдире, 1997—2018 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 1996 йылдан ӨДНТУ-ла, шул иҫәптән 2016 йылдан газ химияһы һәм химик технологик процестарҙы моделләштереү кафедраһы мөдире; 2000 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1992), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәйҙең почётлы нефтехимигы (2001).
- Хлынов Анатолий Александрович (1971), спортсы. 1992—2001 йылдарҙа спидвей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең спорт мастеры (1992). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Щелкачёв Владимир Николаевич (1907—13.04.2005), ғалим-инженер-механик, математик. Туймазы нефть ятҡылығын продуктив ҡатламдарға һыу ебәреп үҙләштереү проекты авторҙарының береһе. Техник фәндәр докторы (1941), профессор (1941). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), Башҡортостан (1997) һәм Татарстан Республикаларының (1997) атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1971), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1957, 1980) һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры.
- Строгов Михаил Александрович (1927—9.10.2010), механизатор, инженер. 1942 йылдан Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы тракторсыһы, 1957—1988 йылдарҙа — баш инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән Фёдоровка ауылынан.
- Куклева Галина Алексеевна (1972), спортсы, биатлонсы. олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1994) һәм атҡаҙанған (1998) спорт мастеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Едрёнкин Михаил Акимович (1923—31.10.1970), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, штурмлау инженер-сапер батальоны саперы, рядовой. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Гуторов Юлий Андреевич (1933), ғалим-инженер-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының кафедра мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын эҙләүсеһе (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
- Трофимов Валентин Андреевич (1943), ғалим-аллерголог‑иммунолог. 1970—2008 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының өлкән, төп һәм баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вилданова Олия Ғәли ҡыҙы (1958), балет артисы, ғалим-педагог, мәғариф эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2015). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хвольсон Даниил Абрамович (1819—23.03.1911), Рәсәй империяһы тарихсыһы, шәрҡиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Санкт-Петербургтағы Император Фәндәр академияһы Көнсығыш телдәр бүлегенең мөхбир (1858) һәм почётлы ағзаһы (1908), философия докторы (1855). Башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһын яҡлаусы, «башҡорт» һәм «мадьяр» этнонимдарының нигеҙе «баджгард» этнонимынан булыуын иҫбатлаусы. Сығышы менән хәҙерге Литваның баш ҡалаһы Вильнюстан.
- Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (1859—7.12.1919), ислам дине әһеле, ишан, суфыйсылыҡ вәкиле. Ахун (1890). Хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы тыуған ауылы Миҙиәктә мәҙрәсә асыусы һәм уның мөҙәрисе.
- Муллайән Сөйәрғолов (1934), театр артисы. 1959 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). СССР халыҡтары театр сәнғәте драматургияһының Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972).
- Суркин Валерий Андреевич (1939), СССР-ҙың хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1990 йылдарҙа КПСС-тың Пермь ҡала комитетының беренсе секретары. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1984—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Власов Валентин Александрович (1949), дәүләт эшмәкәре, ғалим-инженер-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисад министры. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кашаева Зөлфирә Ғиниәтулла ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мансурова Зөләйхә Хөсәйен ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау ветераны. 1975—2010 йылдарҙа Шаран үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). Шаран ауыл Советы ауыл биләмәһенең почётлы гражданы.
- Обыдённов Михаил Фёдорович (1949), ғалим-археолог. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2000—2006 йылдарҙа төбәкте өйрәнеү һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1694: Вольтер, Франция философы, шағир һәм тарихсы.
- 1834: Гетти Грин, Америка эшҡыуары, үҙ заманының иң бай ҡатын-ҡыҙы.
- 1854: Бенедикт XV, Рим папаһы.
- 1907: Авилов Михаил Александрович, СССР шағиры.
- 1909: Михаил Садовский, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
- 1909: Михаил Бубеннов, СССР яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе.
- 1919: Виктория Горшенина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 479 б.э.т.: Конфуций, Ҡытай философы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]