20 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 ноябрь | |
![]() |
20 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 324-се көнө (кәбисә йылында 325-се). Йыл аҙағына тиклем 41 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Бөйөк Британия: Флаг көнө.
Мексика: Революция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1910: Мексикала революция башлана.
- 1940: Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында сыуаш шағиры Константин Ивановтың йорт-музейы асыла.
- 1945: Нюрнберг процессы башлана.
- 1962: Кариб кризисы тамамлана.
- 1979: Беренсе тапҡыр яһалма ҡан файҙаланыла.
- 1985: Ҡулланылыусыларға «Microsoft Windows» 1.0 тәҡдим ителә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Заһиров Наил Хәйбулла улы (1925—27.09.2014), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Красноярск төҫлө металдар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1959 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 1962—1994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 йылдан — Себер федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
- Усманов Ғайса Мортаза улы (1925—1.08.2005), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Учалы районының Ахун урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1955 йылдан — директор урынбаҫары, 1957—1986 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), 2-се (1947) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы (1922—7.10.2015), башҡорт опера йырсыһы (меццо-сопрано). 1942—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының (1949) һәм РСФСР-ҙың (1955) атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының (1951) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1949).
- Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (1932—19.03.2016), партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Краснокама һәм Яңауыл район комитеттарының элекке беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).
- Сәлмәнова Лилиә Ҡотлохужа ҡыҙы (1947), музыка белгесе, фольклорсы. Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы (1913—6.06.1986), хеҙмәт алдынғыһы. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының 1939—1964 йылдарҙағы операторы һәм өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Рудниченко Иосиф Васильевич (1918—2002), табип-хирург, медицина фәндәре кандидаты. 1963—1980 йылдарҙа Алматы ҡалаһындағы тимер юлсылар дауаханаһының баш хирургы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы. Почётлы тимер юлсы. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан.
- Розенблюм Григорий Семёнович (1923—16.03.2018), педагог. 1954—1963 һәм 1964—1999 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 35‑се урта мәктәбе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Белорус ССР‑ының Краснолуки ауылынан.
- Лободин Герман Григорьевич (1928—4.06.1978), спортсы. Бокс буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1951) һәм бөтә Союз категориялы судья. СССР чемпионы (1951—1952) һәм СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1951—1952).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәле улы (1939—23.10.2007), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1986–2004 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми эштәр буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1980), профессор (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
- Уразаева Роза Зәйнулла ҡыҙы (1944—11.08.2005), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы. 1969—1996 йылдарҙа Мәсетле үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
- Филиппов Александр Иванович (1949), ғалим-физик. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — теоретик физика кафедраһы мөдире; 1992 йылдан — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында теоретик физика кафедраһы мөдире, 1999—2011 йылдарҙа — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), СССР ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1858: Сельма Лагерлёф, Швеция яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы алған беренсе ҡатын-ҡыҙ (1909).
- 1859: Сергей Волнухин, Рәсәй империяһы архитекторы, Император сәнғәт академияһы академигы (1910).
- 1859: Зинаида Гиппиус, Рәсәй империяһы шағиры, яҙыусы, драматург һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1889: Эдвин Хаббл, АҠШ астрономы.
- 1923: Надин Гордимер, Көньяҡ Африка Республикаһы яҙыусыһы. Әҙәбиәт буйынса 1991 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1927: Михаил Ульянов, СССР һәм Рәсәй актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969), Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1910: Лев Николаевич Толстой, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.