Аблай (Саҡмағош районы)
Ауыл | |
Аблай рус. Аблаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар, татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452208 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Аблай (рус. Аблаево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1067 кеше[2]. Почта индексы — 452208, ОКАТО коды — 80256865007.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1067 | 496 | 571 | 46,5 | 53,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (54 %) һәм татарҙар (44 %) йәшәй[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат уртаһынан Дыуанай улусы биләмәһендә башҡорттар йәшәгән Аблай, Иҡсан, Рапат, Ҡалманбаш, Иҫке һәм Яңы Ҡалмаш ауылдары булыуы билдәле. Аблай ауылына Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, XVII быуат аҙағынан билдәле.[4] 1716 йылда һәм 1801 йылда керҙәшлек килешеүҙәре буйынсаса бында мишәрҙәр, XVII быуат аҙағанда, V ревизия алдынан 1795 йылда, яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. Аҫаба башҡорттарҙан тыш бында керҙәш башҡорттар ҙа йәшәгән[5].
1870 һәм 1920 йылғы рәүиздәр документтарында ауылдағы йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә башҡорт тип теркәлә. 1843 йылда бында ике мәсет эшләй һәм уларҙа дини мәктәптәр ҙә була. 170 башҡортҡа ул йылда 160 бот ужым һәм 856 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда 250 умарта тотола[5].
Күренекле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәтлатиф Исхаҡов (1848—1906) — башҡорт дин әһеле.
- Әкрәм Вәли — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
- Иҫәнбирҙин Әхкәметдин Сабит улы — башҡорт яҙыусыһы.
- Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (7.06.1899—14.09.1984), офтальмолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962). РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы (20.11.1913—6.06.1986), инженер. 1939—1964 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы һәм өлкән операторы. КПСС-тың 22-се съезы делегаты (1961). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Хоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы (20.09.1891—9.03.1966), уҡытыусы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Аблай (Саҡмағош районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡабат өҫкә күсергә 5,0 5,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 389. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аблай (Саҡмағош районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2019)
- Аблаево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2019)
- Село Аблаево Чекмагушевского района Республики Башкортостан Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2019)