Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 7 июнь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Аблай
Вафат булыу көнө 14 сентябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө офтальмолог
Эшмәкәрлек төрө офтальмология[d]
Эш биреүсе Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный деятель науки РСФСР
Уҡыу йорто Ғәлиә мәҙрәсәһе
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (7 июнь 1899 йыл14 сентябрь 1984 йыл) — табиб-офтальмолог, медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962), РСФСР-ҙың (1973) һәм БАССР-ҙың (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдулла Хабир улы Ҡоҙаяров 1899 йылдың 7 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аблай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы). «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.

1926 йылда Пермь университетының медицина факультетын тамамлай.

19331954 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында баш окулист вазифаһын башҡара.

19421943 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

19431975 йылдарҙа Өфө трахоматоз институтында бүлек мөдире, ә 19451954 йылдарҙа — директор вазифаһын башҡара[1].

19551975 йылдарҙа Башҡортостан медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһының мөдире булып эшләй.

19751982 йылдарҙа Башҡортостан медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһында профессор булып хеҙмәт итә.

1984 йылда  , 85-се йәше менән барғанда, Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Профессорҙың фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып эпидемиологияны, клиниканы өйрәнеү, трахоманың патоморфологияһы һәм уны профилактикалау, вируслы күҙ ауырыуҙарын өйрәнеү, герпестан, глаукоманан дауалау, катарактаны операция яһау юлы менән дауалау тора[2]. Медицина фәндәре докторының трахоманы өйрәнеү һәм уға ҡаршы көрәш алып барыуҙы ойоштороуы Башҡорт АССР-ында ғына түгел, ә СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә һәм байтаҡ сит илдәрҙә был сирҙе бөтөрөүгә килтерә.

Профессор Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы — 160-тан артыҡ фәнни эштәрҙең авторы, ул дүрт монография: «Учебник по глазным болезням для средних медицинских работников», «Биомикроскопические изменения на роговой оболочке при трахоме», «Руководство по трахоме», «Возникновение и течение трахомы»[3] — яҙған. Офтальмологтарҙың республика мәктәбен барлыҡҡа килтергән.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Биомикроскопические изменения в роговице при трахоме. Уфа, 1939;
  • Руководство по трахоме, в 2 частях. Уфа, 1970. (соавт.)

Автобиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Моя жизнь — офтальмология // Габдулла Кудояров. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 172 е.: илл.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Медицина өлкәһендәге күренекле эштәре өсөн» премияһы Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы исеме менән аталған.
  • Өфө ҡалаһы Пушкин урамындағы ғалим йәшәгән 54/1 йортона Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улының исемен мәңгеләштереүсе мемориаль таҡтаташ ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән[4].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]