Эстәлеккә күсергә

Иҫке Балаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Балаҡ
Иҫке Балаҡ
Рәсми атамаһы Иҫке Балаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тайнаш ауыл Советы, Бәләбәй кантоны һәм Бәләбәй өйәҙе
Халыҡ һаны 218 кеше (2010)[1],
271 кеше (2002)[2],
251 кеше (2009)[2]
Почта индексы 452225
Карта

Иҫке Балаҡ (рус. Старобалаково) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 218 кеше[3]. Почта индексы — 452225, ОКАТО коды — 80256855006.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан ауыл, йылға кеүек үк, Балаҡ атамаһын йөрөтә. Торлаҡ пункты 1706 йылда һәм XVIII быуаттың 30-сы йылдарында документтарҙа телгә алына. Ҡыр-Йылан улусы башҡорто Сөйөрмәт Мәмәтҡулов ауыл тураһында түбәндәге яҙманы ҡалдыра: 1706 йылдың 29 ғинуарында Сөйөрмәт Мәмәтҡулов иптәштәре менән бергә үҙҙәренең Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан аҫаба ерҙәренә ошо уҡ улуста йәшәгән һәм ерһеҙ ҡалған башҡорттар Бәрҙермәт һәм Баймәт Ҡамаевтарҙы (бәлки, тап ошо башҡорттар Ҡамай ауылына нигеҙ һалғандарҙыр) һәм башҡаларҙы урынлашасаҡ ерҙәрҙең сиктәрен күрһәтеп индерә. «Баҙы йылғаһынан, Ҡыҙыл Ярҙан һәм кисеүҙән алып Балаҡ йылғаһына тиклем, Балаҡтан Маты йылғаһына тиклем, Матынан Мәләүез тауҙарына тиклем,..» сиктәр бына ошолай теүәл рәүештә билдәләнелә[4]..

Бәлки, Ҡамаевтар, башҡа башҡорттар: Аҙнағол һәм Смаил Тимәевтар, мулла Ҡурмашев, Юзей Илмәтов һәм уларҙың иптәштәре Ҡамай һәм Балаҡ ауылдарына нигеҙ һалғандарҙыр. Әммә шул уҡ 1706 йылда башҡорттар Аҙнағол Тимәйев иптәштәре менән бергә йәшәгән Булаҡ (Балаҡ) ауылының булыуы ла билдәле. 1738 йылда башҡорт старшиналары урындағы властың, шулай уҡ Ҡаҙан даруғаһының Йылан улусы мишәре Ҡаныбәктең уларҙың ерҙәрен талауы, мал-тыуарын ҡыуып алып китеүенә зарланып, юғары власть органдарына ялыу менән мөрәжәғәт итә[4].

1764 йылдың 1 апрелендә төҙөлгән Килешеүгә ярашлы Ҡаҙан даруғаһы Йылан улусының Балаҡ ауылы башҡорто Әхмәр Йортбағишев Рә тип аталған буш ятҡан биләмәне Туҡтағол ауылы татары Уразмәт Бикмәтовҡа ҡуртымға бирә һәм унан был ер өсөн 8 һум аҡса ала. Архив сығанаҡтарында типтәрҙәрҙе индереү тураһында түбәндәге юлдар бар: «башҡорттарҙың боронғо яҙмаларына ярашлы мишәрҙәр, 1765 йылдан алып бер ниндәй акттар төҙөмәйенсә, керҙәштәр (припущенниктар) хоҡуғынан файҙалана»[4].

1783 йылда Балаҡ ауылында 167 типтәр булыуы, ә 1795 йылда 86 башҡорт һәм 219 типтәр йәшәүе теркәлә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда 965 типтәр йәшәй, ә башҡорттар дөйөм халыҡтың 27-30 процентын тәшкил итә. 1843 йылда 124 башҡортҡа 400 бот ужым игене, 576 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда 4 тирмән эшләй. Халыҡта 380 умарта һәм 5 солоҡ тотола[4].

Балаҡ ауылының ир-егеттәре 1812 йылғы Ватан һуғышында ла әүҙем ҡатнаша. Зауояд-есаул башҡорт Мөхәмәтша Ҡаръяуҙин 11-се башҡорт полкы, Сәйфетдин Сураҡаев 4-се башҡорт полкы составында һуғыша. Икеһенә лә «1812-се йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан өсөн» миҙалы тапшырыла.

Яһаҡ татарҙарының (Ермак Юнысов) ауылға 1728 йылда килеп төпләнеүе теркәлгән. Әммә улар тиҙҙән ауылдан күсенеп китә. XVIII аҙағында Балаҡ ауылына мишәрҙәр (Әмир һәм Ғүмәр Мусиндар) килеп төпләнә. Ауыл халҡының төп өлөшөн 1706 йылдың 29 ғинуарында килеп төпләнгән типтәрҙәр (ерһеҙ башҡорттар) тәшкил итә. Риүәйәттәр буйынса типтәрҙәрҙең был төркөмө Балаҡ ауылына хәҙерге Һамар өлкәһендәге Кинель йылғаһы буйынан килгән. Мулла Ҡурмашевтың ейәне типтәр старшинаһы Ишҡыуат Дәүләтбаев 1773—1774 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында әүҙем ҡатнаша[5].

Уларҙан тыш XVIII быуат башында ауылға хәҙерге Удмурт Республикаһының Канбарка йылғаһы үҙәненән сирмештәр (мариҙар) килеп төпләнә. 1782 йылда шулай уҡ Нуғайбәк ҡәлғәһендә тотҡон булған хәрби әсир Сура Мәмәтов ауылға килеп төпләнә (урындағы халыҡ уны «грузин» тип йөрөтә). Артабанғы йылдарҙа Сура Мәмәтов рәүиз документтарында типтәр булараҡ теркәлә. 1850 йылдарҙа ауылға Дөрмән ауылынан типтәрҙәр килә[5].

XVIII быуат уртаһында ауылға килеп төпләнгән башҡорттар — Ҡыр-Йылан улусының аҫабалары, 1904—1905 йылдарҙа аҫаба башҡорттар Иҫке Балаҡ ауылынан яңы урынға күсенә һәм ауылдарын Яңы-Балаҡ тип атай. 1920 йылда Яңы Балаҡтағы 99 ихатала 511 башҡорт йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғилемдар Рамазанов сығышы буйынса Яңы Балаҡ ауылынан[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[7]
271251218
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы күпселек татарҙар (63 %) һәм башҡорттар (27 %) йәшәй[6].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 26 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Тайнаш): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 85 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.393
  5. 5,0 5,1 5,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 113—114. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.
  6. 6,0 6,1 6,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]