Иҫке Ҡалмаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫке Ҡалмаш
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Иҫке Ҡалмаш ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Иҫке Ҡалмаш ауыл Советы
Халыҡ һаны 1849 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452206
Урындағы телефон коды 34796
Commons-logo.svg Иҫке Ҡалмаш Викимилектә

Иҫке Ҡалмаш (рус. Старокалмашево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1849 кеше[3]. Почта индексы — 452206, ОКАТО коды — 80256850001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1849 863 986 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Гагарин урамы 2008 йылдың 20 июнь кисендә

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 79 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1709 йылда ошо исемдәге йылға буйынса Иҫке Ҡалмаш ауылы яһаҡлы крәҫтиән Ф. Г. Черемныйҙың башҡорт Усман Йәнырыҫовтан 3 һум алып тороуы тураһында документ һаҡланған. 18 быуаттың 30-сы йылдарынан алып этник ҡатнаш ауылға әүерелә. 1730 йылдан 1739 йылға тиклем Дыуанай улусы башҡорттары яҙмалары буйынса, мишәрҙәр ауылға килеп ултыра. 1784 йылдан башлап керҙәшлек килешеүе буйынса бында типтәрҙәр ҙә йәшәй. 19 быуат башынан алып бында татар дәүләт крәҫтиәндәре лә төпләнә.

1795 йылғы һәм башҡа йылдарҙағы статистик мәғлүмәттәр 1730 һәм 1739 йылғы мишәрҙәрҙең керҙәшлеге тураһындағы килешеү яҙмалары булыуы шикле. Улар 1795 йылдан һуң ғына ауыл общинаһына ҡабул ителгән.

1843 йылда 154 башҡортҡа 56 бот ужым һәм 728 бот яҙғы иген сәселгән. 24 бот картуф ултыртылған. Уларҙың 10 умартаһы булған. 8 мишәр 40 бот ужым һәм 72 бот яҙғы иген сәскән. Ауылда мәсет, 2 тирмән булған.[4]

Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса, 2002 йылға торошло ауылда урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[5]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.01.1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2007)[6].
  • Кашаев Венер Нәбиулла улы (20.10.1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1995–2005 йылдарҙа Бөрө автотранспорт предприятиеһының баш инженеры, директоры, 2005 йылдан — Дүртөйлө автотранспорт предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. Рәсәйҙең почётлы транспорт хеҙмәткәре, Почётлы автотранспорсы[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәсет

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]