Ҡалмашбаш
Ауыл | |
Ҡалмашбаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡалмашбаш (рус. Калмашбашево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 774 кеше[1]. Почта индексы — 452209, ОКАТО коды — 80256820001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл тәүге тапҡыр 1702 йылдың 9 мартында аҫаба башҡорттар тарафынан типтәрҙәрҙе үҙ ерҙәренә индереүҙәре тураһында төҙөлгән сығанаҡта телгә алына. 1712 йылдың 20 мартында Дыуанай улусы башҡорто Аҡъегет Ҡарамшаҡов килешеү нигеҙендә үҙ ерҙәренә йорт төҙөп йәшәү хоҡуғы менән типтәр Арыҫлан Самсалинды индерә. Бының өсөн Самсалин йыл һайын Ҡарамшаҡовҡа бер һыуһар тиреһен биреп торорға тейеш була. 1780 йылда башҡорт Максим Йортоҡаев, бурысын ҡаплатыу иҫәбенә, үҙ ерҙәренә татар Ямай Йәмәкесбайевты индерә. 1759 йылда башҡорт Йортбағыш Әсәнков үҙенең ерҙәрен өс өлөшкә бүлеүен теркәй: беренсеһе Яҙғы Оҙон ҡул тип аталғаны Биккенә ауылы татары Биккенә Ибраевҡа бирелә, ҡалған икеһен - Ҡыҫҡа ҡул һәм Әсән биләмәләрен үҙ исемендә ҡалдыра. Ауылда шулай уҡ бер ниндәй документтарһыҙ индерелгән мишәрҙәр ҙә йәшәй, шуға ла уларҙың ҡасан бында килеп төпләнеүе билдәле түгел[2].
V рәүиз документтары буйынса ауылда 288 башҡорт, 268 типтәр һәм 11 мишәр, 1816 йылда - 250 башҡорт, 400 типтәр һәм 17 мишәр, 1834 йылда 301 башҡорт, 464 типтәр һәм 10 мишәр йәшәй. Ә 1859 йылғы рәүиз документтарында ауылда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә типтәр, 1870 йылғыһында - 1127 башҡорт, 1920 йылдағыһында - 2257 типтәр йәшәй тип теркәлә. Күренеүенсә һуңғы өс рәүиздә ауыл кешеләренең этник составы дөрөҫ күрһәтелмәй.
1870 йылда ике мәсетле ауылда дини мәктәп эшләй. 2 тирмән (1848 йылда 5 тирмән), 8 кибет була. Өҫтәүенә ауыл халҡы аҙна һайын ойошторолған баҙарҙа үҙҙәре етештергән продукцияны һата йәки һатып ала[2].
1843 йылда 301 башҡортҡа 520 бот ужым игене, 1632 бот яҙғы иген сәселә һәм 32 бот карттуф ултыртыла. 10 мишәр 16 бот ужым игене, 160 бот яҙғы иген сәсә. 117 ихатала 200 баш умарта тотола.
Ауылдың ир-егеттәре 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Мәҫәлән, Бәхтийәр Баҡый улы Ишәев 11-се башҡорт атлы полкы составында һуғыша, 1834 йылда «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Уның улдары - Йыһангир, Әхмәтйән. 1828 йылда Бәхтийәр Ишәев башҡорттарҙың дөйәләрен Эске Бүкеев урҙаһына алып барыуҙа ла ҡатнаша[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 774 | 361 | 413 | 46,6 | 53,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәхтийәр Баҡый улы Ишәев (1777-?) — 11-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
- Гәрәев Айҙар Риф улы (1962 т.) — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (1994—1999).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]