Гәрәев Айҙар Риф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гәрәев Айҙар Риф улы
Тыуған көнө 1962
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош районы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Гәрәев Айҙар Риф улы (1962) — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (19941999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәрәев Айҙар Риф улы 1962 йылда БАССР-ҙың Саҡмағош районы Ҡалмашбаш ауылында тыуған.

1987 йылдан — Коммунистар партияһы ағзаһы.

1986—1987 йылдарҙа Өфө районы ауыл хужалығы идаралығының инженер-зоотехнигы, Өфө район агросәнәғәт берекмәһенең өлкән инспекторы, өлкән зоотехнигы булып эшләй.

1987—1988 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, артабан — икенсе секретары.

1988 йылда ВЛКСМ-дың Өфө район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

1993—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Демократик ауыл йәштәре союзының республика комитеты рәйесе.

1994 йылда — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзының республика комитетыэштәре менән идара итеүсеһе, Башҡортостан Республикаһы йәштәренең аграр союзы республика комитетының рәйесе.

1994 йылдың октябрь айынан 1999 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты. «Истинность моделирования и моделей в познании» темаһы буйынса диссертация яҡлай (2002)[1]/

Артабанғы эш урындары: «АйТи» региональ бизнес-компания идаралығының директоры[2], «Корпорация развития Республики Башкортостан» ААЙ-нең генераль директоры (2011)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]