Рапат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Рапат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°03′55″ с. ш. 54°36′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 840 001

ОКТМО коды

80 656 440 101

ГКГН номеры

0520915

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Рапат (Рәсәй)
Рапат
Рапат
Рапат (Башҡортостан Республикаһы)
Рапат

Рапат (рус. Рапатово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 830 кеше[1]. Почта индексы — 452219, ОКАТО коды — 80256840001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 830 402 428 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (44 %) һәм татарҙар (54 %) йәшәй[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 60 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рапат ауылы тарихы шул уҡ исемдәге йылғала (ғәр. «рабат» - нығытылған пункт, ҙур булмаған ҡала) исеменән килә. 1795 йылда башҡорттар бер мишәр ғаиләһен (7 кеше) һәм бер типтәр (4 кеше) ғаиләһен керҙәшлек килешеүе буйынса ҡабул итәләр.

Был ауылда Ҡаңды улусы Көйөк түбәһе башҡорттары ла йәшәгән. 1856 йылда бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ата-бабалары Кыйғаҙытамаҡ ауылына нигеҙ һалғандан һуң, башҡорттар 15 кешенән торған яңы ауылға сығып китә. 1795 йылғы ревизиянан һуң бында 59 татар дәүләт крәҫтиәндәре ҡабул ителә. Һуңынан 1829 йылда Пенза губернаһы Краснослобода өйәҙе Тархан һәм Тумасово ауылдарыан тағы 30 татар (улар араһында Тәкрә Нәҙершин, Рәхмәтулла Яҡупов) килеп төпләнә.

1843 йылда 190 башҡортҡа 168 бот ужым икмәге һәм 856 бот яҙғы культуралар сәселгән. 24 бот картуф ултыртылған. Башҡорттарҙа - 2, мишәрҙәрҙә 1 тирмән булған. Ауыл кешеләрендә 300 умарта булған. Мәсет булған.

Ауыл тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1891 йылда Иҫке Ҡалмаш улусының Рапат ауылы башҡорттары алпауыт Веригинаның имениеһына һөжүм итә, уның сәсеүлектәрен юҡ итә, уның хеҙмәткәрҙәренән малды тартып ала, йортоноң тәҙрәләрен вата, хеҙмәткәрҙәрен үлтереү һәм яндырыу менән янай, старостаны туҡмайҙар. Властар башҡорттарға ҡаршы ҙур полиция көстәрен ебәрә, 26 кеше ҡулға алына. Шул уҡ ваҡытта урындағы мулла Ғайса Туҡтаров полицияға ҙур хеҙмәт күрһәтә, ул Өфө губернаторының рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған. Рапатлыларҙың күршеләре Иҫке Ҡалмаш һәм Ҡалмашбаш ауылдары башҡорттары помещик Мамлеев ерҙәрен баҫып ала, урмандағы дачаһына ут төртә, ербиләүсе Ҡотлобаев ерҙәрен ҡуртымға алыусыларҙы ҡыуып ебәрәләр. Тәртипһеҙлекте ойоштороусылар 15 кеше һаҡ аҫтына алына.

1812 йылғы Ватан һуғышында 11-се башҡорт полкы составында башҡорт Фәйзулла Вәлитов (1792 йылғы), уның улдары Ғәбиҙулла, Мөхәмәҙиәр, Мөхәмәтсадиҡ ҡатнашҡан.[3]

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылғы ауыл хужағығын иҫәпкә алыу карточкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]