Митрәй-Әйүп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Митрәй-Әйүп
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°01′30″ с. ш. 54°28′01″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 875 005

ОКТМО коды

80 656 475 116

ГКГН номеры

0520718

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Митрәй-Әйүп (Рәсәй)
Митрәй-Әйүп
Митрәй-Әйүп
Митрәй-Әйүп (Башҡортостан Республикаһы)
Митрәй-Әйүп

Митрәй-Әйүп, Әйүп, Баҙыбаш, Митрәй (рус. Митро-Аюповское) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 457 кеше[1]. Почта индексы — 452215, ОКАТО коды — 80256875005.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 457 236 221 51,6 48,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (72 %), башҡорттар (26 %)[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 60 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Митрәй-Әйүп ауылына Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1635 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса типтәрҙәр нигеҙ һала. Ауылдың Әйүп, Баҙыбаш, Митрәй булараҡ билдәле булған.[3]

1834 йылда Митрәй ауылында («Әйүп тож») 190 типтәр йәшәгән. 1859 йылда 240 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 12 типтәр. 1870 йылда 183 йортта 690 татар иҫәпләнгән, 1920 йылда Митрәй-Әйүп ауылы булараҡ теркәлгән.

XIX быуаттың 70-се йылдарында ауылда 4 тирмән булған. Мәсет тә булған.

Митрәй-Әйүп ауылының өсөнсө исеме лә бар — Баҙы йылғаһының үрге ағымында урынлашҡанҡа Базыбаш тип тә йөрөтәләр.[4]

Бөгөн Митро-Әйүп ауылы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта  (рус.)
  3. Митрәй-Әйүп // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 400. — ISBN 978-5-295-04683-4.