Иҫәнбирҙин Әхкәметдин Сабит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхкәм Иҫәнбирҙин
Исеме:

Иҫәнбирҙин Әхкәметдин Сабит улы

Тыуған көнө:

1883({{padleft:1883|4|0}})

Тыуған урыны:

Саҡмағош районы Аблай ауылы

Вафат булған көнө:

1930({{padleft:1930|4|0}})

Вафат булған урыны:

Саҡмағош районы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

ғәрәп, төрөк

Әхкәм Иҫәнбирҙин — яҙыусы.

Иҫәнбирҙин Әхкәметдин Сабит улы 1883 йылда Саҡмағош районы Аблай ауылында тыуған. Башланғыс белемде өйөндә ата-әсәһенән ала. Артабан 23 йәшенә тиклем Бөрө өйәҙенең Рәсмәкәй ауылы мәҙрәсәһендә уҡый. Ғәрәп, төрөк телдәрен өйәрәнә.

1906 йылда Ғәлиә мәҙрәсәһенә уҡырға килә.

Ғәлиәлә уҡыған осорҙа ул Ырымбур ҡалаһында сыҡҡан «Шура» журналында «Тел ярышы» мәсьәләһенә ҡараған бер мәҡәлә баҫтырған һәм хикәйәләр яҙыу менән дә шөғөлләнгән. Уның «Үкенесле һөйөшөү, йәки Мансур менән Ғәлиә» исемле китабы 1911 йәлда Стәрлетамаҡ ҡалаһында, «Тәссеф йәки михнәтле кисәләр» китабы 1913 йылда Өфөлә «Шәреҡ» типографияһында сыҡҡан.

Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлағас, Әхкәм Иҫәнбирҙин, 1912 йылдан алып Октябрь түңкәрелешенән һуң бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнай.

1930 йылда тыуған ауылында вафат була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт әҙәбиәте 20-се быуат башы. БФАН.Башҡортостан китап нәшриәте-1984 йыл. 590 бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫәнбирҙин Әхкәметдин Сабит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.