6 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
6 ноябрь | |
Веб-сайт Stack Exchange | sqa.stackexchange.com |
---|---|
![]() |
6 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 310-сы көнө (кәбисә йылында 311-се). Йыл аҙағына тиклем 55 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Үзбәкстан: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
Татарстан: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1932: СССР-ҙа беренсе электровоз эшләнә.
- 1933: Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге драма һәм комедия театры асыла.
- 1936: Өфөлә Милли йәштәр театры эш башлай.
- 1957: Ленинградта илдәге беренсе Мәңгелек ут тоҡандырыла.
- 1957: XX партсъезд исемендәге Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы (хәҙер Өфөнефтехим) эш башлай.
- 1975: Саяногорск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1975: Өфөлә тимер юл вокзалы асыла.
- 1991: Рәсәй Президенты Борис Ельцин указы менән КПСС эшмәкәрлеге туҡтатыла.
- 1992: Татарстан Конституцияһы ҡабул ителә.
- 2012: Барак Обама АҠШ президенты итеп икенсегә һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Ғәйфулла Хәмит улы (1930—1.08.1982), журналист, партия хеҙмәткәре, яҙыусы һәм драматург. 1964—1965 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире, 1968 йылдан — баш мөхәррире. 1965—1968 йылдарҙа КПСС-тың Күгәрсен район комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
- Лавров Сергей Андреевич (1935), ғалим-конструктор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1959 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең өлкән инженер конструкторы, 1960 йылдан баш конструктор урынбаҫары, 1964 йылдан — баш конструктор, 1991 йылдан — тәжрибә конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, 1994–1996 йылдарҙа конструкторлыҡ-техник бүлек начальнигы. 1996 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, бер үк ваҡытта 2005—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Жана Семей ҡасабаһынан.
- Сибиряк Сергей Владимирович (1955—26.06.2009), ғалим-иммунолог. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең бүлек мөдире, 2006 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Екатеринбург ҡалаһындағы Иммунология һәм физиология институтының баш һәм төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Биохимия һәм генетика институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәбиҙулла Зарипов (1961—26.11.2001), башҡорт шағиры, журналист. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхтәмов Ибниәмин Әбүссүғүт улы (1877—1941), дәүләт эшмәкәре, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһы 4-се Дәүләт думаһы депутаты.
- Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (1932—1.12.1998), театр актёры, 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).
- Ғилмаев Андрей Васильевич (1937—2005), журналист, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешлелә удмурт телендә нәшер ителгән «Ошмес» республика гәзитенең 1999-2005 йылдарҙағы баш мөхәррире, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- Вахмянин Василий Алексеевич (1957), урман хужалығы инженеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пегов Виктор Николаевич (1938—22.10.2018), рәссам, педагог. 1962—2016 йылдарҙа Өфө сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР‑ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чеверёв Александр Михайлович (1889—2.10.1921), революция хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июненән РСДРП(б)-ның Өфө комитеты, Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советының башҡарма комитеты ағзаһы, Өфө губерна Ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡарамағындағы революцияға ҡаршы сығыштарҙы баҫтырыу буйынса махсус отряд командиры. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1918). Сығышы менән хәҙер Ырымбур ҡалаһы составына ингән элекке Бәрҙе станицаһынан.
- Семёнов Георгий Степанович (1939—28.06.2017), музыкант, 1989–2009 йылдарҙа Өфө ҡалаһының рус йырҙарын башҡарыусы «Зори Агидели» халыҡ хоры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Щедрина Нэлля Михайловна (1944), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1967—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1979 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Сығышы менән хәҙерге Мурманск өлкәһенең Кандалакша ҡалаһынан.
- Файвуш Георгий Маркович (1954), Әрмәнстан ғалим-геоботанигы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1998), биология фәндәре докторы (1992). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Миңлеғолова Зөлфирә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1959), мәғариф ветераны. 1985–2007 йылдарҙа Әлшәй районы Раевка ауылындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы педагогы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996), «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (1995). Сығышы менән шул райондың Иҫке Сәпәш ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1494: Сөләймән I, Ғосман империяһы солтаны.
- 1852: Дмитрий Мамин-Сибиряк, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1672: Генрих Шютц, Германия композиторы.
- 1893: Пётр Чайковский, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1941: Морис Леблан, Франция яҙыусыһы.
- 1956: Ғабдрахман Сәғҙи, СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор.
- 1987: Яҡуп Чанышев, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, генерал-лейтенант.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]