Пегов Виктор Николаевич
Пегов Виктор Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 ноябрь 1938 |
Тыуған урыны | Урыҫ-Юрмаш, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 октябрь 2018 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | И. Я. Яковлев исемендәге Сыуаш дәүләт педагогия университеты |
Программа вознаграждения | Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[d] һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Пегов Виктор Николаевич (6 ноябрь 1938 йыл — 22 октябрь 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1962—2016 йылдарҙа Өфө сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Николаевич Пегов[1] 1938 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Урыҫ-Юрмаш ауылында тыуған. Уның атаһы Сталинград алышы барышында хәбәрһеҙ юғалған. Һуңыраҡ рәссам үҙенең ғаиләһенә һәм әсәһенә бик күп картиналарын бағышлай. Әсәһенең портреты «Солдатка» — уның иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе.
Виктор 15 йәшендә Өфөгә килә, Моторҙар эшләү заводының «Ударник» мәҙәниәт һарайы янындағы педагог Г. В. Огородников студияһына уҡырға инә. Һынлы сәнғәттең нигеҙен шунда өйрәнә. Һуңынан Ҡаҙан сәнғәт училищеһында уҡый. Өфөгә ҡайтҡас, балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай.
1980 йылда И. Я. Яковлев исемендәге Мордва дәүләт педагогия институтының художество бүлеген ситтән тороп тамамлай.
Пегов 1964 йылдан алып Өфө сәнғәт мәктәбендә уҡыта[2]. Пеговта уҡыған мәктәпте тамамлаусылар араһында билдәле рәссамдар М. Дәүләтбаев, М. Спиридонов, Р. Асҡаров һәм башҡалар бар.
1970 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
В. Н. Пеговтың улы — 1965 йылда тыуған Владислав Викторович шулай уҡ рәссам.
Пегов Виктор Николаевич 2018 йылдың 22 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Николаевич Пегов[4] йөҙҙәрсә картина ижад иткән: портреттар, пейзаждар, натюрморттар. Уларҙың күптәре тарихи темаға арналған.
Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығы музейы (Өфө), Милли музей, В. И. Ленин йорт‑музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Картиналары: «Солдатки»[5], «Первоклассница»[6], «Боец стройотряда», 1975[7], «Серебристый день», киндер, май, 1989 йыл, «Китап менән натюрморт», к. м., 1970 йыл, «Портрет геофизика», «Портрет уфимки».
«Солнечный день», «Верба распускается», «Дворик». «Лиля», «Дети», «Трактористки. Годы военные», «Геофизик Смирнов», «Старик — конюх за работой».
Ҡатнашҡан күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1963 йылдан алып Пегов республика, зона, төбәк, бөтә Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.
Шәхси күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө (1974, 1978, 1985, 1989, 2001, 2003—04, 2006, 2009, 2013)
- 2002 йылда «Ижад» галереяһында, Өфө.
- 2008 йылда рәссамдың юбилейына бағышлаған күргәҙмә, Өфөлә Каруанһарайҙа һәм Президент-отелдә.
- 2009 йылда М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында — Пеговтың шәхси күргәҙмәһе «Тарих. Ер. Кешеләр».
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Рәссам союзының һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының алтын миҙалы, 2009
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011)
- Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәссам уҡытыусы булып эшләгән Өфөләге балалар сәнғәт мәктәбенә 2021 йылда уның исеме бирелде[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Межпоселенческая центральная библиотека МР Уфимский район РБ, Знаменитые уроженцы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Об отделении — Об отделении — Художественное отделение — Отделения (недоступная ссылка — история). Проверено 26 августа 2012. Архивировано 19 января 2012 года.
- ↑ Ушел из жизни известный живописец Виктор Пегов. Министерство культуры Республики Башкортостан. Офиицальный сайт. 23 октября 2018 года 2020 йыл 29 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2021)
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6508/36256508.22/0_64824_ec600cf4_orig
- ↑ http://www.shrb.ru/painting/Pegov/2.jpg
- ↑ Запрошенный документ не найден
- ↑ Запрошенный документ не найден
- ↑ Уфимской детской школе искусств присвоено имя Виктора Пегова. ИА «Башинформ», 9 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2021)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пегов Виктор Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2021)
- РО ВТОО "Союз художников России" Республики Башкортостан. Пегов Виктор Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2019)
- 6 ноябрҙә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Өфө районында тыуғандар
- 22 октябрҙә вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Сыуаш дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Өфө рәссамдары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре