11 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
11 март | |
![]() |
11 март — григориан стиле буйынса йылдың 70-се (кәбисә йылында 71-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 295 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Замбия: Йәштәр көнө.
Рәсәй: Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 106: Цай Лун бамбук сүсенән ҡағыҙ эшләй.
- 1918: СССР хөкүмәте Петроградтан Мәскәүгә күсә.
- 1931: СССР-ҙа ГТО физкультура комплексы индерелә.
- 1939: Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиева Альда Әкрәм ҡыҙы (1940), журналист, кинорежиссёр. 1962—1993 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 1976 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан Рәсәй Киноматографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы (1984). Яҙыусы Әкрәм Вәлиҙең ҡыҙы.
- Шмелёв Алексей Николаевич (1960), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдан Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы. Рәсәй Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Юмашева Инга Альбертовна (1985), Рәсәй телевидение һәм радио алып барыусыһы, журналист. Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Никонов Алексей Васильевич (1911—9.07.1937), Испаниялағы граждандар һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист. Советтар Союзы Геройы (1937).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы (1947), журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм Журналистар союзы ағзаһы (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Елисеев Спартак Феопемптович (1923—7.09.2002), ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
- Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (1923—2007), башҡорт шағиры, публицист. Хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002).
- Ғәлиәскәров Рифғәт Хәжиәкбәр улы (1948), дәүләт эшмәкәре. 1994—1998 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығы. 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Йыһангиров Роберт Әмин улы (1958), ғалим—хәрби табип-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фндәре докторы (2004), профессор (2012). Медицина хеҙмәте полковнигы (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡалаһынан.
- Әхмәҙиев Фәрит Вафа улы (1968), ғалим-философ, яҙыусы, тәржемәсе, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының 2006—2010 йылдарҙағы рәйесе. «Золотое перо России-2016» халыҡ-ара конкурсы лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төхвәтуллин Олег Нәжип улы (1964), журналист, «Ҡыҙыл таң» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 1987 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәмәдәл ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1890: Вэнивар Буш, АҠШ ғалимы, инженер, аналог компьютерҙар эшләүсе.
- 1910: Константин Коккинаки, лётчик-һынаусы, Советтар Союзы Геройы.
- 1920: Николас Бломберген, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1981).
- 1955: Нина Хаген, Германияның рок-йырсыһы.
- 1975: Бувайсар Сайтиев, Рәсәйҙең ирекле стиль көрәшсеһе, өс тапҡыр Олимпия, алты тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1801: Павел I, Рәсәй императоры, 1796—1801 йылдарҙа хакимлыҡ итә.
- 1945: Имаметдинов Мәғсүм Имаметдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]