27 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
27 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
27 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 361-се көнө (кәбисә йылында 362-се). Йыл тамамланыуға 4 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ҡырғыҙстан: Паспорт-виза хеҙмәте көнө.
Рәсәй: Ҡотҡарыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1831: Чарльз Дарвин «Бигль» карабында сәйәхәткә сыға һәм уның барышында Эволюция теорияһын эшләй.
- 1931: Благовещен район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1932: СССР-ҙа берҙәм паспорт системаһы индерелә һәм эске эштәр органдарында паспорт-виза хеҙмәте ойошторола.
- 1949: Нидерланд Индонезияның бойондороҡһоҙлоғон таный (1949).
- 1978: Испанияла яңы конституция үҙ көсөнә инә.
- 1989: Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы булдырыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (1900—2.04.1972), педагог, йәмәғәтсе. 1934—1955 йылдарҙа Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә, шул иҫәптән 1937 йылдан 9-сы башҡорт урта интернат-мәктәбе уҡытыусыһы. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949). Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бер туған апаһы.
- Моталова Эльвира Ғәзиз ҡыҙы (1960), ғалим-терапевт. 1984—1985 йылдарҙа Республика кардиология диспансеры, 1988 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы; 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан уҡытыу-методика идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2003 йылдан 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Ғалим-кардиолог һәм йәмәғәтсе Л. Н.Минһажетдинованың (23.08.1935) ҡыҙы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикбулатов Сөнәғәтулла Ниғмәтулла улы (1886—20.11.1954), телсе, педагог. 1929—1948 йылдарҙа Ҡазандың юғары уҡыу йорттарында йәмғиәт белеме, философия уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Балыҡлы ауылынан.
- Бикбулатова Ғәйни Ғәлиулла ҡыҙы (1906—15.07.1974), табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы. 1938—1962 йылдарҙа хәҙерге Дүртөйлө үҙәк район дауаханыһы табибы, бер үк ваҡытта 1948 йылға тиклем райондың дәүләт санитар табибы һәм табип-окулисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Янағош ауылынан.
- Дегтярь Николай Иванович (1916—3.08.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, гвардия полковнигы. 1956 йылдан Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институтының Волга-Урал филиалы директоры урынбаҫары, 1973—1984 йылдарҙа — аэропорт начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Шевченко ауылынан.
- Әхмәтвәлиев Рәсих Хасип улы (1956), рәссам, педагог. 1979–1994 йылдарҙа Өфөләге 2-се художество мәктәбе уҡытыусыһы. 1992 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 2002 йылдан Maison Artistes des (France) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
- Муллабаев Рәфис Рауил улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. Миәкә районы «Урал» хужалығының баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы (1947), театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы (1962), композитор, баянсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007). Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһынан.
- Алексеев Игорь Павлович (1972), Рәсәй ауыр атлеты, донъя чемпионы (1995), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәтих Кәрим (1908—19.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир. Сапёр взводы командиры, лейтенант. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Ханнанов Рәшит Ахун улы (1938), хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған юрисы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы (1938—28.07.2012), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1976, 1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Балыҡлы ауылынан.
- Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы (1948), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1982—1990 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» колхозы рәйесе. Сибай ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы, әҙәби псевдонимы Әбүс (1904—10.01.1974), башҡорт журналисы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1571: Йоһанн Кеплер, Германия математигы, астроном.
- 1654: Якоб Бернулли, Швеция математигы.
- 1761: Михаил Богданович Барклай-де-Толли, Рәсәй империяһы полководецы, генерал-фельдмаршал.
- 1832: Павел Михайлович Третьяков, Рәсәй империяһы меценаты.
- 1901: Марлен Дитрих, Германия кино актёры, йырсы.
- 1904: Павел Корж, СССР ғалимы, 1931—1968 йылдарҙа хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы.
- 1948: Жерар Депардьё, Франция кино актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1789: Демидов Никита Акинфиевич, рус сәнәғәтсеһе, меценат, Уралдағы заводтар хужаһы.
- 1918: Карл Шлехтер, Австрия шахматсыһы.
- 1993: Кантария Мелитон Варламович, 1945 йылда Рейхстагҡа Еңеү Байрағы ҡаҙаған совет һалдаты.
- 2003: Әхиәр Хәким, башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, тәнҡитсе; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2007: Беназир Бхутто, 1988—1990 һәм 1993—1996 йылдарҙа Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]