Беназир Бхутто
Беназир Бхутто | |||
урду بینظیر بھٹو, синдхи بينظير ڀٽو | |||
![]() | |||
| |||
---|---|---|---|
19 октябрь 1993 — 5 ноябрь 1996 | |||
Алдан килеүсе: | Моинуддин Әхмәд Куреши | ||
Дауамсы: | Мерадж Хәлид | ||
| |||
4 декабрь 1988 — 6 август 1990 | |||
Алдан килеүсе: | Мәхмүд Һарун | ||
Дауамсы: | Ghous Ali Shah | ||
| |||
2 декабрь 1988 — 6 август 1990 | |||
Алдан килеүсе: | Мөхәммәт Зия-уль-Хаҡ | ||
Дауамсы: | Ғүләм Мостафа Джатой | ||
Дине: | Исламдың шиғый йүнәлеше[1][2] | ||
Тыуған: | 21 июнь 1953 Карачи | ||
Үлгән: | 27 декабрь 2007 (54 йәш) Равалпинди | ||
Ерләнгән: | Ларканы ҡалаһы янындағы Гари Худа Бахш ауылындағы мавзолей | ||
Династия: | Семейство Бхутто[d] | ||
Атаһы: | Зөлфиҡәр Али Бхутто | ||
Әсәһе: | Носрат Бхутто | ||
Ире: | Асиф Али Зардари | ||
Балалары: | улы: Билавал, ҡыҙҙары: Бахтавар һәм Асифа | ||
Партия: | Пакистан Халыҡ партияһы | ||
Белеме: | Радклиффский колледж[d] Леди Маргарет Холл[d] Гарвард университеты Колледж Святой Екатерины[d] Convent of Jesus and Mary, Karachi[d] Грамматическая школа Карачи[d] Convent of Jesus and Mary, Murree[d] | ||
Ғилми дәрәжәһе: | фән докторы | ||
Сайт: | benazirbhutto.com | ||
Автограф: | ![]() | ||
Бенази́р Бху́тто (21 июнь 1953 йыл — 27 декабрь 2007 йыл) — дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 1988—1990 һәм 1993—1996 йылдарҙа Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры, яңы тарихи дәүерҙә күпселек халҡы мосолман булған илдә тәүге ҡатын-ҡыҙ — хөкүмәт башлығы.
Оҙаҡ ваҡыт эмиграцияла булғандан һуң тыуған иленә ҡайта. 2007 йылдың һуңғы айҙарында уны юҡ итеү маҡсатынан ике террор акты яһала. Уның 18 октябрҙә булған тәүгеһендә 130 кеше һәләк була, 500-гә яҡыны яралана. 27 декабрҙәге икенсе террористик акт Бхуттоның ғүмерен өҙә.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беназир Бхутто 1953 йылдың 21 июнендә Пакистандың көньяғында урынлашҡан Карачи ҡалаһында тыуған. Уның олатаһы Шах Наваз Бхутто һәм атаһы Зөлфиҡәр Али-хан Бхутто Пакистан Хөкүмәтен етәкләй[3]. Әсәһе Носрат Бхутто курд сығышлы иран ҡыҙы[4]. Ғаиләлә Беназир иң өлкән бала була: уның ҡустылары Мортаза менән Шахнаваз һәм апаһы Сәнәм.
Европала белем алған Зөлфиҡәр Али Бхутто ҡыҙын ислам илдәрендәге йолалар буйынса түгел, ә заманса тәрбиәләй. Беназир Бхуттоның хәтерләүҙәренән:
«Минең атайым — диндар мосолман. 12 йәшлек сағымда әсәйем миңә бөркәнсек кейҙергәс, ул: „Башта үҫеп етһен һәм йөҙөн асырғамы әллә юҡмы икәнен үҙе хәл итһен, тине, — ислам ҡатын-ҡыҙға нисек йәшәргә үҙенә хәл итергә хоҡуҡ бирә“. Башҡаса мин бөркәнсек кеймәнем».
Бәләкәй сағында Беназир Дженнингтың шәхси балалар баҡсаһына йөрөй, артабан Карачи, Равалпинди ҡалаларындағы һәм Исламабад янындағы ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән католик мәктәптәрҙә уҡый. Урта мәктәп өсөн имтихандарын 15 йәшендә уңышлы тапшыра. 1969 йылдың апрелендә Бхутто Америка Ҡушма Штаттарындағы Гарвард университетының Редклифф Колледжына уҡырға инә[5]. Уның артабанғы хәтерләүҙәренән күренеүенсә, нәк шунда ул «тәүге тапҡыр демократия тәмн татый». Гарвард и Оксфорд университеттарында уҡыған осорҙа Беназир һүҙ оҫтаһы һәм ораторлыҡ маһирлығы менән айырылып тора, шуның менән килсәккә ҙур өмөттәр уята. 1973 йылда ул, Гарвард университетын отличие менән тамамлап, дәүләт идараһы бакалавры дипломы ала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Interview with Vali Nasr
- ↑ End in sight for a dynasty steeped in power, death and politics
- ↑ Вольперт Стэнли Альберт (Wolpert S. A.). Zulfi Bhuto of Pakistan: His life and Times. — Oxford: Oxford University Press, 1993. — 378 p. — ISBN 978-0-19-507661-5. — P. 4.
- ↑ Benazir Bhutto announces she is Kurdish // Saradistribution.com
- ↑ Benazir Bhutto // Storyofpakistan.com
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Густерин П. В. Тайны семейства Бхутто // Азия и Африка сегодня. — 2008. — № 5. — С. 73—74.
- Суворова А. А. Беназир Бхутто: портрет в двух ракурсах. — М.: Восточная литература, 2013. — 223 с. — ISBN 978-5-02-0365534-6.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бхутто, Беназир — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Интервью с Беназир Бхутто на MK.RU
- Тарик Али. Убийство Беназир Бхутто: Плоды военного деспотизма и анархии 2008 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
- Густерин П. В. Памяти Беназир Бхутто
- Суворова А. А. Беназир Бхутто: последние дни
Алдан килеүсе: Мөхәммәт Зия-уль-Хаҡ |
Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры (беренсе срок) 1989 - 1990 |
Һуңынан килеүсе: Ғүләм Мостафа Джатой |
Алдан килеүсе: Моинуддин Әхмәд Куреши |
Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры (икенсе срок) 1993 - 1996 |
Һуңынан килеүсе: Мерадж Хәлид |
Алдан килеүсе: Зульфикар Али Бхутто |
Пакистандың Халыҡ партияһы рәйесе Беназир Бхутто 1980 - 2007 |
Һуңынан килеүсе: Билавал Зардари |
![]() |
Был сәйәси эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 21 июндә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пакистанда тыуғандар
- 27 декабрҙә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Гарвард университетын тамамлаусылар
- Оксфорд университетын тамамлаусылар
- Сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙар
- Пакистан сәйәсмәндәре
- Сәйәси маҡсаттан үлтереү ҡорбандары
- Үлтерелгән сәйәсмәндәр
- Социалистар
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Ҡатын-ҡыҙ премьер-министрҙар
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр