Эстәлеккә күсергә

Пакистан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пакистан Ислам Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Пакистан ислам Республикаһы
ингл. Islamic Republic of Pakistan
урду اسلامی جمہوریہ پاکِستان
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Iman, Ittehad, Nazm (Иман, Берҙәмлек, Тәртип )»
Гимн: «Qaumi Tarana»
Үҙаллылыҡ датаһы 14 август 1947Бөйөк Британия)
Рәсми тел урду теле һәм инглиз теле
Баш ҡала Исламабад
Эре ҡалалар Карачи, Лахор, Фейсалабад
Идара итеү төрө ҡатнаш республика
Президент
Премьер-министр
Мамнун Хөсәйен
Науаз Шәриф
Дәүләт дине ислам (суннит мәғәнәһендә)
Территория
• Бөтәһе
34
803 940 км²
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Халыҡ тығыҙлығы

193 885 498[1] чел. (6)
224,9 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2016)
  • Бер кешегә

$984.205 млрд[2] долл. (26)
$5,084[2] долл.
КПҮИ (2013) 0.538[3] (түбән) (147 урын)
Валюта пакистан рупияһы, (PKR, код 586)
Интернет-домен .pk
Код ISO PK
МОК коды PAK
Телефон коды +92
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм Asia/Karachi[d][4]

Пакиста́н (урду پاکِستان [paːkɪˈst̪aːn] — «таҙалар ере», ингл. Pakistan [ˈpækɪstæn] йәки [pɑːkiˈstɑːn]), тулы атамаһы — Пакиста́н Исла́м Респу́бликаһы (урду اسلامی جمہوریہ پاکِستان Ислами́ Джумхури́йе Пакиста́н, ингл. Islamic Republic of Pakistan) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Суверенлы сәйәси ойошма сифатында Пакистан 1947 йылда Британия Һиндостаны территорияһын бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[5]. Пакистанды көньяҡтан Ғәрәбстан диңгеҙе йыуа, көньяҡ-көнбайышта Иран, төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Афғанстан, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай һәм көнсығышта Һиндостан менән сиктәш. Ҡоро юл сиктәре: Һиндостан — 2 912 км, Афғанстан — 2 430 км, Иран — 909 км, Ҡытай — 523 км. Пакистан — халыҡ һаны буйынса донъяла алтынсы һәм мосолман халҡы һаны буйынса (яҡынса 193 млн кеше) Индонезиянан ҡала икенсе урында — 191 045 616 кеше. (2016) Пакистан БМО, Милләттәр берҙәмлеге, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ҡатнашыусыһы, шулай уҡ үҫешеүсе илдәрҙең ойошмаһы «Төркөм 77» ағзаһы.

Мохенджо-Даронан ҡанбаба статуэткаһы
солтан Мәхмүт Ғәзнәүиҙең һүрәте, ул йыйылған дворяндар менән бергә үҙенең һарайында.
сикх хакимлығы осоронда емерелгән манаралы Падишаһ мәсете

Беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарҙа Пакистан территорияһында кешелек тарихында иң боронғо цивилизацияларҙың береһе — Харапптарҙың үҙәге була. Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта Пакистан территорияһына арийҙар урынлаша. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙың көнбайыш һинд мегаполистарына (Таксила кеүектәр) походтары һөҙөмтәһендә эллинизм мәҙәниәте тәьҫир итә. Ҡеүәтле Ҡушан батшалығы — беренсе буддизм таралыу сығанағы барлыҡҡа килә. Беҙҙең эраның VIII быуатында ил территорияһында ислам тарала башлай. Урта быуаттарҙа башында Ғәзнәүиҙәр һәм Гуридтар торған эре мосолман дәүләттәре барлыҡҡа килә. XIII быуатта ил территорияһы Монгол империяһы составына инә. Монгол империяһы тарҡалғас, территория Тимуридтар дәүләтенә инә, был дәүләт үҙе бер нисә дәүләткә тарҡала. Тимуридтар династияһы вәкилдәренең береһе XVI быуатта Бөйөк Моголдар империяһына нигеҙ һала. XVIII быуатта Бөйөк Моголдар империяһы тарҡалғас Синдта, Белуджистанда, Пәнжәбтә сикх милләтселеге күтәрелә башлай.

XIX быуатта хәҙерге Пакистандың территорияһы инглиз ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған һәм Британия Һиндостаны составына керетелгән була. Дәүләтте рухи яҡтан ойоштороусыларҙың береһе шағир, сепаратистар тенденцияһы лидерҙары ойошмаһы Мосолман лигаһы башлығы Мөхәммәт Иҡбал була. Тап Иҡбал 1930 йылда Пенджаб, Синд, Төньяҡ-көнбайыш сиктәш провинция (СЗПП) һәм Белуджистан ингән бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөргә тәҡдим итә. Дәүләттең исемен 1933 йылда уҡ Кембриджда уҡып йөрөгән мосолман-студент Чаудхури Рәхмәт Әли тәҡдим итә. Пакистан тура мәғәнәһендә «таҙалар иле» тигәнде аңлата, был акроним: «П» — Пенджабтан, «А» — сик буйы афғанлынан (йәғни СЗПП пуштундарынан), «К» — Кашмирҙан, «С» — Синдтан, ә «тан» — Белуджистандан. 1940 йылдың 24 мартында Лахорҙа бойондороҡһоҙ дәүләттә мосолман ойошмаһының йәшәү принциптарын иғлан итеүсе тарихи Лахор резолюцияһы ҡабул ителә.

1947 йылда Британ Һиндостанын бүлгесләгәндә Мосолман лигаһы тырышлығы менән[6] Пакистан дәүләте төҙөлә. Был дәүләткә Индостандың күпселек мосолмандар йәшәгән төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондары инә. Пакистандың үҙаллы административ берәмеге сифатында беренсе генерал-губернаторы Джинна, илдең беренсе премьер-министры — Лиакат Али Хан була. 1958 йылда илдә беренсе хәрби түңкәрелеш була, власҡа генерал Мөхәммәт Әйүп Хан килә.

1965 һәм 1971 йылдарҙа Пакистан Һиндостан менән һуғыштар алып бара. 1971 йылда Көнсығыш Пакистан бойондороҡһоҙ дәүләт Бангладеш булып китә. 1977 йылда хәрби түңкәрелеш була. Был ваҡытта Пакистан АҠШ яҡлы булып сығыш яһай һәм күрше Афғанстанда хөкүмәткә ҡаршы һуғыш алып барыусы мөжәһиттәрҙе яҡлай. Пакистанда мөжәһиттәрҙең күнекмә үткәреү лагерҙары урынлаша. Президент Зия-уль-Хак авиаһәләкәттә үлгәндән һуң 1988 йылдың 17 авгусында власть граждан хөкүмәтенә күсә. Президент вазифаһын башҡарыусы Гулам Исхаҡ Хан парламентҡа яңы һайлауҙар билдәләй. Һайлауҙарҙа Пакистан халыҡ партияһы сағыштырмаса күпселек тауыш йыя. Беназир Бхутто илдең премьеры була. Яңы хөкүмәт демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе кире ҡайтара һәм ғәҙәттән тыш хәлде юҡҡа сығара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, илдә хәл насарайыуын дауам итә, әленән әле Синдта хәрби бәрелештәр ҡубып тора. 1990 йылдың авгусында Бхутто хөкүмәте отставкаға ебәрелә. Яңы һайлауҙар үткәндән һуң Наваз Шәриф илдең яңы премьеры була. 1990-сы йылдарҙа Абдул Ҡадир Хан етәкселегендә Пакистанда ядро ҡоралы программаһы үҫеш ала, был АҠШ-тың Пакистанға ҡаршы санкциялар индереүенә сәбәп була. 1999 йылда хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власҡа генерал Пәрүәз Мөшарраф килә. 2000-се йылдар башында Пакистандың төньяҡ-көнбайыш регионы Вәзирстан Талибан хәрәкәте терәге була. 2004 йылда талибтар регионда ысынбарлыҡта власты ҡулға алалар. 2001 йылдың 11 сентябренән һуң Пакистан рәсми рәүештә талибтар режимын яҡлауҙы туҡтатты һәм АҠШ-тың талибтарға ҡаршы ҡыҫылыуын хупланы. 2008 йылдың 18 февралендә Пакистанда дөйөм һайлауҙар үтә, әммә Бәнәзир Бхутто үлтерелеү арҡаһында һайлау 2008 йылдың 8 ғинуарына күсерелә. Һайлауҙарҙа Пакистан халыҡ партияһы күпселек тауыш ала һәм Пакистан мосолман лигаһы менән альянс төҙөй. 2008 йылдың 18 авгусында Пәрүәз Мөшарраф импичмент хәүефе шарттарында Пакистандың президенты посынан китә. Был хәлдән һуң башланған президент һайлауҙары барышында Пакистан халыҡ партияһы кандидаты Асиф Али Зардари еңеү яулай һәм Пакистандың президенты булып китә.

2009 йылдың июненә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса[7] Пакистандың Афғанстан менән сиктәш территорияһы был дәүләттең властары тарафынан бөтөнләй контролләнмәй. 2009 йылдың 7 майында Пакистандың премьер-министры Йосоп Реза Ғиләни армияға террорсыларҙы юҡ итергә бойороҡ биреүе тураһында иғлан итә. Сват округының административ үҙәге — Мингора ҡалаһын баҫып алыу маҡсатында, авиация, танктар һәм артиллерия ҡулланып, һуғыш башлана.

2011 йылдың 28 апрелендә Афғанстан менән Пакистан араһында Ҡалып:Тәржемәләнмәгән3 ҡалаһы эргәһендә сик буйы конфликты була. Афғанстандың ҡораллы көстәренең 12 һалдаты һәм Пакистандың бер пограничнигы һуғыш барышында һәләк була. Өс пакистан пограничнигы һәм Ангур-Аданың һигеҙ тыныс халҡы яралана[8].

Дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пакистан — ҡатнаш типтағы федератив республика, 4 провинциянан тора: (Пенджаб, Синд, Хайбер-Пахтунхва (элекке Төньяҡ-Көнбайыш сик буйы провинцияһы) һәм Белуджистан). Провинцияларҙан тыш Пакистан составына, һиндостан дәғүәләшкән, Федераль идара ителеүсе ҡәбиләләр территориялары һәм Гилгит-Балтистан һәм Ирекле Кашмир региондары инә (һуңғыһы Пакистан тарафынан бойондороҡһоҙ дәүләт тип таныла, ләкин ысынбарлыҡта уның бер өлөшө булып тора). Дәүләттең төп документы булып 1972 йылда ҡабул ителгән конституция тора. 1972 йылғы Конституция 1977 йылда юҡҡа сығарыла, 1985 йылда тергеҙелә һәм хәҙерге көндә, төҙәтмәләр индерелеп, үҙ көсөндә. Пакистан дәүләтселегенең төп институттары илдең бойондороҡһоҙ үҫешенең беренсе йылдарында барлыҡҡа килгән. Пакистандың Беренсе Конституцияһы 1956 йылдың 23 мартында ҡабул ителә. Конституцияла илдең президенты мосолман булырға тейеш тигән ҡағиҙә теркәлгән. Был мәҡәлә Әйүп Хан осоронда ғәмәлдә булған 1962 йылдағы конституцияла ла һаҡланған. 1972 йылда 1977 йылға тиклем ғәмәлдә булған яңы Конституция ҡабул ителә. Генерал Зия-уль-Хак етәкселегендәге хәрби түңкәрелештән һуң уның көсө 1985 йылға тиклем туҡтатыла. Уға ярашлы ислам илдең дәүләт религияһы булып тора.

Дәүләт башлығы булып президент тора, әлеге ваҡытта — Мамнун Хөсәйен. Президент федераль парламент тарафынан 5 йыл осорға һайлана. Пакистан Президенты була һәм түбәндәге хоҡуҡтарға эйә:

  • илдең ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы була;
  • аҡлау, теләһә нидәй судтың ҡарарын йомшартыу һәм юҡҡа сығарыу хоҡуғына эйә.
  • тәғәйенләүҙәр башҡара:
    • премьер-министрҙы;
    • хөкүмәт ағзаларын;
    • провинциялар губернаторҙарын;
    • Пакистандың Юғары суды ағзаларын һәм провинцияларҙың юғары судтарын;
    • дәүләт хеҙмәте эштәре буйынса Комиссия рәйесен;
    • һайлауҙар үткәреү буйынса баш комиссарҙы һәм Һайлау комиссияһы ағзаларын;
    • юғары хәрби лидерҙарҙы.

Президент тарафынан раҫланған Хөкүмәт Пакистандың премьер-министрҙары теҙмәһен төҙөй һәм башында тора , ғәҙәттә Милли ассамблеяла күпселектәр партияһы йәки коалицияһы вәкиле булып тора. Премьер-министр мотлаҡ мосолман булырға тейеш, президент тарафынан Милли йыйын ағзалары араһынан тәғәйенләнә. Премьер күпселек депутаттарҙың ышанысын яуларға тейеш. Уның кәңәше буйынса президент министрҙарҙы тәғәйенләй. Хөкүмәт закон проекттарын әҙерләй һәм парламент ҡарамағына индерә.

Закондар сығарыу власы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Парламент бинаһы

Пакистан парламенты ике палатанан — Сенаттан һәм и Милли ассамблеянан тора. Сенат федераль парламенттың түбәнге палатаһы һәм провинцияларҙың закон сығарыу йыйыны депутаттары мажоритар схема буйынса һайлаған 100 ағзанан тора. Сенаттың вәкәләтлек срогы — 6 йыл. Сенат составының өстән бер өлөшө һәр ике йыл һайын яңыртыла. Сенат рәйесе — Раза Раббани. Милли ассамблея 342 депутаттан тора, шуларҙың 272-һе халыҡ тарафынан тура йәшерен тауыш биреү юлы менән пропорциональ вәкиллек системаһы буйынса 5 йылға һайлана. 60 урын ҡатын-ҡыҙҙарға бирелгән, 10 урын дини аҙсылыҡ вәкилдәренә һаҡлап тотола. Милли ассамблея Спикеры — Сардар Садиҡ.

Дәүләт власының юридик тармағы вәкәләте Юғары судҡа (ағзаларын президент тәғәйенләй) һәм федераль ислам шәриғәт судына тапшырылған. Юғары суд рәйесен һәм ағзаларын президент тәғәйенләй. Юғары суд үҙәк һәм провинциаль хөкүмәттәр, шулай уҡ провинциялар араһындағы бәхәстәрҙе тикшерә. Пакистандың Юғары суды хоҡуҡ мәсьәләләренә ҡағылған, конституцияға аңлатма биреү менән бәйле эштәр буйынса, иң юғары яза биреү тураһында һүҙ барғанда һ.б.һуңғы мөрәжәғәт итеү инстанцияһы булып тора, президент тарафынан уның ҡарамағына ҡуйылған хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса һығымта бирә, граждандарҙың төп хоҡуҡтарын күҙәтеү өҫтөнән котроллек итә, дәүләт органдарының теге йәки был эшмәкәрлегенең конституцияға тап килеү-килмәүе һәм уларҙың хоҡуғы булыуы тураһында ҡарар ҡабул итә. Провинцияларҙың үҙҙәренең Юғары суды бар, уларҙың рәйесен һәм ағзаларын президент тәғәйенләй. Түбәнге инстанцияларҙың судтары (урындағынан алып өлкәгә тиклем) енәйәтсел һәм граждандар судына бүленә һәм провинциаль губернаторҙар тарафынан тәғәйенләнәләр. Зия-уль-Хакхакимлыҡ иткән йылдарҙа Федераль шәриғәт суд төҙөлә, ул закондарҙың ислам шәриғәте ҡанундарына тап килеү-килмәүен тикшерә.

Провинциаль органдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Провинциялар менән баш министрҙар[en] идара итә. Провинцияларҙың закон сығарыу органдары — халыҡ һайлап ҡуйған провинциаль ассамблеялар. Башҡарма власты президент тәғәйенләп ҡуйған губернаторҙар һәм провинциаль ассамблеялар раҫлаған провинция хөкүмәттәре тормошҡа ашыра.

Пакистандың хәрби-диңгеҙ флоты офицерҙары.

Пакистандың ҡораллы көстәре һаны буйынса донъяла алтынсы урында[9]. Ҡораллы көстәргә ҡоро ер ғәскәре, хәрби флот, хәрби һауа көстәре һәм урындағы конфликттарҙы көйләүҙә ҡатнашыусы ярым армия формированиеләре инә. Пакистан ядро ҡоралына эйә. Пакистанда армияның йоғонтоһо һәр саҡ ҙур булды. Генералдар йыш ҡына граждандар администрацияһына ҙур вазифаларға күсәләр, илдең сәйәси ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашалар, ғәҙәттән тыш хәл индерәләр һәм хөкүмәт өҫтөнән контроллек итәләр. Шундай һуңғы миҫал — Первез Мушарраф етәкселегендә 1999 йылдағы хәрби түңкәрелеш. Пакистан армияһы Һиндостан менән өс ҙур конфликтта (1947, 1965 һәм 1971), Каргиль һуғышында ҡатнаша.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Регион Административ үҙәк Статус Майҙаны[10],
км²
Халҡы[11][12],
кеше (2011)
Тығыҙлығы,
кеше/км²
1 Белуджистан Кветта провинция 347 190 13 162 222 37,91
2 Хайбер-Пахтунхва Пешавар провинция 74 521 26 896 829 360,93
3 Пенджаб Лахор провинция 205 344 91 379 615 445,01
4 Синд Карачи провинция 140 914 55 245 497 392,05
5 Федераль баш ҡала территорияһы Исламабад федераль территория 906 1 151 868 1269,98
6 Федераль идара ителеүсе ҡәбиләләр территорияһы Пешавар федераль территория 27 220 4 452 913 163,60
7 Азат Кашмир Музаффарабад Кашмирҙың пакистан территорияһы 11 639 3 631 224 311,99
8 Гилгит-Балтистан Гилгит Кашмирҙың пакистан территорияһы 72 520 1 155 755 15,94
Бөтәһе 880 2541) 197 075 923 223,89
1)Дөйөм майҙанға Һиндостан штаты Джамму һәм Кашмир территорияларының бер өлөштәре инә, уларҙы әлеге ваҡытта Пакистан контролләй (Һиндостан менән Пакистандың бәхәсле территориялары).
Провинция Округтар һаны
Белуджистан 30
Хайбер-Пахтунхва 25
Пенджаб 36
Синд 23
Баш ҡала территорияһы 1
Ҡәбиләләр зонаһы 7 агентство һәм 6 сик буйы региондары
Азат Кашмир 10
Гилгит-Балтистан 7
Пакистан 132 округ, 7 агентство, 6 сик буйы регионы

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Пакистандың Физик картаһы.png
Пакистандың Физик картаһы

Пакистан көньяҡ Азияның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ- көнсығышҡа 1500 км-ға һуҙылған. Пакистан сиктәрендә өс орографик өлкә айырып ҡарарға була — көнсығыш тигеҙлеге, урта таулы көнбайыш һәм бейек таулы төньяҡ. Пакистан территорияһының көньяғын тәпәш, бер аҙ йырғысланған яр яһаусы Аравий диңгеҙе һыуҙары йыуа.

Чогори — бейеклеге буйынса донъяла икенсе урында торған тау (8611 м).
Гилгит-Балтистан

Инд үҙәненең аллювиаль уйһыулығы Индостан платформаларының ситендә урынлашҡан Индо-Ганг тигеҙлегенең көнбайыш өлөшө булып тора. Ул тулыһынса тиерлек 200 м аҫта ята һәм бәләкәй ауышлыҡтағы бер төрлө үҙгәрешһеҙ рельефы менән айырылып тора. Индтың һул яҡ яры буйлап уйһыулыҡтың ҙур өлөшөн Тар сүллеге биләй. Пакистандың көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш өлөштәрен 3452 метрға тиклем бейеклектәге параллель тиерлек тауҙар сылбыры төҙөгән Иран таулыҡтарының — Макран, Киртхар, Чагаи, Тобакакар, Сөләймән тауҙары сит һырттары биләй. Һырттарының Аравий диңгеҙенә һәм Индо-Ганг тигеҙлегенә ҡараған бите — текә; ҡапма-ҡаршы, Белуджистан яҫы таулығына ҡарай тәпәшәйгән бите — һөҙәк. Белуджистан сиктәрендә бейек (3000 м-ға тиклем), сағыштырмаса тигеҙ участкалар күп һандағы ҡоро йылға үҙәндәре менән бүлгесләнгән тау аралары соҡорҙары менән сиратлашып килә. Тәрән йырғысланған йылға үҙәндәре булған һәм эре боҙлоҡтар менән ҡапланған ҙурыраҡ тауҙар теҙмәһе Пакистандың алыҫ төньяғында урынлашҡан. Был тауҙар теҙмәһе Гиндукуш, Гималайҙар һәм Каракорум тауҙар системаларына ҡарайҙар. Һуңғыһы Кашмирҙың Пакистан тарафынан контролләнгән өлөшөндә урынлашҡан. Илдең иң бейек нөктәләре — Гиндукуштағы Тиричмир тауы (7690 м) һәм Каракорумдағы Чогори тауы (8611 м). Пакистан территорияһында 7000 метрҙан бейегерәк 40 тирәһе түбә бар. Пакистандың бөтә таулы райондары йәш Альп-Гималай хәрәкәтсән поясына ҡарай. Мөһим ҡаҙылма байлыҡтары булып Индостан платформаһы ситтәрендәге ултырма комплексҡа тап килгән нефть, газ, таш күмер һәм йыйырсыҡлы өлкәләрҙәге ҡара һәм төҫлө металл рудалары тора.

Пакистанда климат ҡоро континенталь тропик, төньяҡ-көнбайышта — субтропик, илдең төньяғында тауҙарҙа — дымлыраҡ с чётко выраженной высотной поясностью. Ҡыш тигеҙлектә йылы (12-16 °C, яр буйында 20 °C-ҡа тиклем), бейек таулыҡта — ҡаты (−20 °C-ҡа тиклем). Йәй эҫе (сүллектә 35 °C, яр буйында 29 °C, тауҙарҙа һәм Иран таулығының яҫы таулыҡтарында 20-25 °C), бейек тауҙарҙа — һыуыҡ (5000 м-ҙан ҙурыраҡ бейеклектә — 0 °C-тан түбән). Йылына яуым-төшөм Тар сүллегендә 50 мм-ҙан, Синдтә 100—200 мм-ға тиклем, үҙәндәрҙә һәм Иран таулыҡтарының яҫы таулыҡтарында 250—400 мм, тау ҡыҙырымында 350—500 мм һәм илдең төньяғындағы тауҙарҙа 1000—1500 мм. Яуым-төшөмдөң күп өлөшө көньяҡ-көнбайыш муссон ваҡытында (июль — сентябрҙа), Иран таулыҡтарыында — ҡышҡы-яҙғы осорҙа яуа. 2015 йылдың июнендә Пакистандың көньяҡ провинцияларында аномаль эҫелек булды. Ҡайһы бер ҡалаларҙа температура 49°С-ҡа етте, бер нисә көн эсендә һыуһыҙланыуҙан һәм эҫе ҡабыуҙан 1200-ҙән артыҡ кеше һәләк булды.

Пакистандың иң ҙур йылғаһы Инд, уның бассейнына илдең ҙур өлөшө инә. Көнбайыш өлөшөндәге йылғалар — йәки аҡмай торған, йәки урында Аравий диңгеҙенә ҡоялар. Индтың иң ҙур төп ҡушылдығы — Пенджабтың төп йылғаларынан (Чинаб, Рави, Джелам, Биас) һыу йыйыусы һәм эре һуғарыу каналдарына (Дипалпур, Пакпаттан, Панджнад) һыу биреүсе Сатледж. Эре йылғаларҙа муссон ямғырҙар һәм тауҙарҙағы боҙҙарҙың иреүе менән бәйле йәйге ташҡындар күҙәтелә.

Сайфул Мулук.
Хазарганджи-Чилтан.

Пакистандың милли парктары күркәм пейзаждарҙы һәм кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте тәбиғи хәлендә һаҡлау өсөн булдырылғандар. Пакистанда Тирә яҡ мөхитте һаҡлау һәм яҡлау тәү башлап 1973 йылғы Конституцияға индерелә, ләкин тирә яҡ мөхитте һаҡлау тураһындағы Ҡарар тик 1983 йылда ҡабул ителә[13]. Ҡабул ителгән закондарға ярашлы, «Хәҙерге заман һаҡланыусы территориялар», милли парктар фәнни тикшеренеүҙәр, ял итеү, белем алыу өсөн ҡулланылырға мөмкиндәр. Уларҙа юлдар, ял йорттары төҙөү, ерҙе ауыл хужалығында ҡулланыу өсөн эшкәртеү, һыуҙы бысратыу, атыу ҡоралын ҡулланыу, ҡырағай хайуандарҙы аулау тыйыла[14]. Парктар менән түбәндәге дәүләт ведомстволары идара итә: Тирә яҡ мөхитте һаҡлау буйынса Министерство һәм биотөрлөлөк буйынса Идара[15].

2010 йылға ҡарата Пакистанда 25 милли парк бар, уның 19-ы дәүләт ҡарамағында, ә ҡалғандары шәхси ҡулдарҙа[14]. Бахавалпур районында бик боронғо Лал Суханра паркы 1972 йылда булдырылған[16]. Был илдең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәнгә тиклем булдырылған берҙән бер милли парк, бынан тыш, был Пакистандың берҙән бер биосфера заповеднигы[16]. Һуңғы парктарҙың береһе, Кала Читта, 2009 йылда булдырылған[16]. Гилгит-Балтистандағы Үҙәк Ҡараҡорум илдең иң ҙур милли паркы, дөйөм майҙаны 1 390 100 гектар тәшкил иткән территорияны биләй. Иң бәләкәй милли парк — Айюб, дөйөм майҙаны яҡынса 931 гектар.

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мултан эргәһендә манго баҡсаһы.

Пакистандың үҫемлектәр донъяһы — башлыса ярымсүллек һәм сүллек үҫемлектәре, Тар сүллегендә — иң ярлыһы, унда күпселек ксерофитлы (акация, каллигонум…) ҡыуаҡтары һәм ҡаты үләндәр менән яртылаш береккән ҡомло түтәлдәр. Инд уйһыулығында тәбиғи үҫемлектәр донъяһы — ярымсүллек саванналары (чий, әремдәр, каперстар, астрагалдар…), Инд һәм башҡа йылғалар буйында — туғайҙар һыҙаты, Аравий диңгеҙе яры буйлап Инд дельтаһында — урыны менән мангр әрәмәлектәре. Иран таулыҡтарында сәнскеле мендәр һымаҡ ҡыуаҡлыҡтарҙың ярымсүллек формациялары таралған, Белуджистан тауҙарында — һирәк осрай торған фисташкалар һәм артыш ҡыуаҡлыҡтары. Илдең төньяғындағы тауҙарҙа 1500-3000 м бейеклектә — айырым участкаларҙа япраҡлы (имән, каштан) һәм ылыҫлы (ҡарағай, пихта, шыршы, гималай кедры) урмандары. Ауылдарға яҡын үҙәндәрҙә — финиклы пальма, цитруслылар, зәйтүн ағасы плантациялары, емеш-еләк баҡсалары. Һуғарыу каналдары буйлап ултыртылған тут ағастары бик йыш.

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бормалы мөгөҙлө кәзә тәкәһе — Пакистандың милли символдарының береһе.

Пакистандың хайуандар донъяһы индо-африкан, үҙәк азиат һәм урта диңгеҙ төрҙәренән тора. Эре һөтимәрҙәрҙән тауҙарҙа леопард, ирбис, һоро һәм аҡ түшле айыу, төлкө, ҡырағай кәзәләр һәм һарыҡтар, фарсы ғәзәле; тигеҙлектәрҙә — һыртландар, сүл бүреләре, ҡабандар, антилопалар, йәйрәндәр, куландар, ҡырағай ишәктәр, күп һандағы кимереүселәр бар. Ҡоштар донъяһы бик күп төрлө: (бөркөттәр, грифтар, тауистар, тутыйғоштар). Йыландар күп, шул иҫәптән ағыулылары, Индта крокодилдар йәшәй. Умыртҡаһыҙҙарҙан саяндар, талпандар, биҙгәк серәкәйе таралған. Аравий диңгеҙе балыҡҡа бай (тунец, сельдь, диңгеҙ алабуғаһы, һинд һөмбашы), ҡыҫала кеүек (креветкалар) һәм диңгеҙ гөбөргәйеле .

Пакистан — күп тармаҡлы экономикаһы булған индустриаль-аграр ил. Ауыл хужалығы илдең экономикаһында ҙур әһәмиәткә эйә булыуын дауам итә һәм бөтә ВНП-тың 20,8 % -ын тәшкил итә, сәнәғәт тә әүҙем үҫешә һәм инде ВНП-тың 24,3%-ын тәшкил итә (2009 йыл). Шуның менән бергә ауыл хужалығында эшләүселәрҙең 43%-ы, ә сәнәғәттә — 20%-ы мәшғүл. Эшһеҙлек кимәле — 15,2 % (2009 йыл).

Пакистанда туҡымалар кибете

Тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйлелеге менән айырылып тора, ауыл хужалығы, туҡыу сәнәғәте, гидроэнергетика, һыу транспорты кеүек тармаҡтар туранан тура һауа торошона бәйле.[17]

Пакистанда, төрлө факторҙарҙың бергә тәьҫире менән бәйле, хужалыҡтарҙа арауыҡ айырмалылығы ныҡ һиҙелә. Территориаль планда административ провинциялар — Панджаб, Синд, Белуджистан һәм Хайбер-Пахтунхва, һуңғы районға ҡәбиләләрҙе лә индереп, менән яҡын тап килеүсе 4 тарихи-географик өлкә айырып күрһәтеп була. Панджаб бигерәк тә аграр етештереү менән айырылып тора, бында бойҙайҙың, мамыҡтың һәм шәкәр ҡамышының 2/3 өлөшө етештерелә[18].

2000-се йылдарҙа Пакистандың иҡтисады йылына яҡынса 7 % тотороҡло иҡтисади үҫеш күрһәтте.

Пакистандың ЭТП үҫеше 2005 финанс йылында(30 июнь 2005 тамамланды) 8,4 % тәшкил итте. Пакистан экспортының 2/3 өлөшөн туҡыу һәм тегеү сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә. Төп аграр культуралар — мамыҡ һәм бойҙай.

Пешавар

Первез Мушарраф хөкүмәте сағыштырмаса либераль экономик политика алып барҙы, һуңғы йылдарҙа бер нисә эре банк, эре телекоммуникацион компания һәм башҡалар приватизацияланды.

Экспорт (30,9 млрд долл. 2011 йылда) — туҡыма, дөгө, күн әйберҙәр, келәмдәр.

Төп һатып алыусылар — АҠШ 15,8 %, Афғанстан 8,1 %, Берләшкән Ғәрәп Эмираттары 7,9 %, Ҡытай 7,3 %, Бөйөк Британия 4,3 %, Германия 4,2 %.

Импорт (39,35 млрд долл. 2011 йыл) — нефть, нефть продукттары, машиналар, пластмассалар, транспорт саралары, тимер һәм ҡорос, сәй.

Төп һатып алыусылар — Берләшкән Ғәрәп Эмираттары 16,3 %, Сауд Ғәрәбстаны 12,2 %, Ҡытай 11,6 %, Кувейт 8,4 %, Сингапур 7,1 %, Малайзия 5 %.

Пакистан рупийы (PRe, PRs) 100 пайстан тора. Номиналы 1000, 500, 100, 50, 20, 10, 5, 2 һәм 1 рупий булған банкноталар, шулай уҡ 2 һәм 1 рупийлыҡ, 50, 25 һәм 10 пайслыҡ монеталар ғәмәлдә.

Пакистандың демографик һыҙығы
Пакистандың халыҡ тығыҙлығы

Пакистан халыҡ һаны буйынса донъяла иң ҙур илдәрҙең береһе (190 млн кеше, донъяла 6-сы урын — 2012 йылдың декабренә ҡарата). Ҡайһы бер фараздар буйынса, әлеге үҫеш тампы һаҡланғанда, 2020 йылға Пакистан халҡы 200 млн кешенән артып китергә мөмкин. Халҡының төп өлөшө Инд йылғаһының үҙәнендә йәшәй. Пакистандың иң ҙур ҡалалары илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан (Карачи, Лахор, Равалпинди һәм башҡалар). Илдең ҡала халҡы — 36 % (2008 йылға ҡарата). Этник составы: пенджаблылар 44,7 %, пуштундар 15,4 %, синдхи 14,1 %, сарьяктар 8,4 %, мухаджирҙар 7,6 %, белудждар 3,6 % һәм башҡалары (6,3 %).

Калаши

Халыҡтың 50 % тиерлек — уҡымышлы (63 % ирҙәр һәм 37 % ҡатын-ҡыҙҙар, 2005 йыл мәғлүмәте).

Пакистан Конституцияһының 251-се статьяһына ярашлы, республиканың милли теле булып урду теле һанала[19]. Шуның менән бергә, рәсми эштәрҙә инглиз телен ҡулланырға рөхсәт ителә (әгәр уны милли тел менән алмаштырырға бойороҡ булмаһа)[19]. Пакистан провинцияларында шулай уҡ панджаби, синдхи, белудж һәм пушту телдәре таралған. Таблицала Пакистандың этник төркөмдәре араһында туған тел буйынса халыҡтың дөйөм һанынан процент күрһәтелгән.

Номер Тел 1998 иҫәп алыу[20] 1986 иҫәп алыу 1965 иҫәп алыу 1953 иҫәп алыу
1 Пәнжәб теле 44,15 % -- -- --
2 Пушту теле 15,42 % 14,15 % 12,47 % 10,16 %
3 Синдхи 14,1 % 9,54 % -- --
4 Сирайктар 10,53 % 9,54 % -- --
5 Урду теле 7,57 % -- -- --
6 Белудж 3,57 % 3,02 % 2,49 % 3,04 %
7 Башҡа телдәр 4,66 % -- -- --
Бадшахи Мәсете

Пакистан мосолман халҡының һаны буйынса донъяла икенсе (Индонезиянан ҡала)[21] һәм мосолман-сөнниҙәр һаны буйынса икенсе урында тора[22]. Халыҡтың 96 % мосолман, шул иҫәптән 91 % — сөнниҙәр, һәм 5 % — шиғыйҙар. Пакистандың дәүләт дине булып сөннисе мәғәнәләге ислам тора. Халыҡтың конфессиональ составы:

Пакистан — ахмадиҙар мосолман әҙселек түгел икәнен рәсми рәүештә таныусы берҙән бер дәүләт, сөнки улар күпселек ислам дине белгестәре фекеренә ярашлы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һуңғы пәйғәмбәр тип һанамайҙар.[24] Пакистанда 1974 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан башлап Әхмәҙей Мосолман ойошмаһы халыҡ иҫәбен алыуға бойкот яһағанлыҡтан[25], иҫәп алыу мәғлүмәттәренең әхмаҙейҙәргә ҡағылышлы өлөшө дөрөҫ түгел тип иҫәпләнә, ә Пакистандағы әхмәҙейҙәрҙең дөйөм һаны төрлө баһалауҙар буйынса 2-нән 5 миллионға тиклем кеше.[26][27][28][29] Пакистанда йәшәүсе мосолман-әхмәҙи общинаһы донъяла иң ҙуры һанала.

Пакистандың халҡы буйынса иң эре ҡалалары (2010)[30]
N Ҡала Урыны Халҡы N Ҡала Урыны Халҡы
1 Карачи Синд 13 205 339 11 Саргодха Пенджаб 600 501
2 Лахор Пенджаб 7 129 609 12 Бахавалпур Пенджаб 543 929
3 Фейсалабад Пенджаб 2 880 675 13 Сиялкот Пенджаб 510 863
4 Равалпинди Пенджаб 1 991 656 14 Суккур Синд 493 438
5 Мултан Пенджаб 1 606 481 15 Ларкана Синд 456 544
6 Хайдарабад Синд 1 578 367 16 Шейхупура Пенджаб 426 980
7 Гуджранвала Пенджаб 1 569 090 17 Джанг Пенджаб 372 645
8 Пешавар Хайбер-Пахтунхва 1 439 205 18 Рахимъярхан Пенджаб 353 112
9 Кветта Белуджистан 896 090 19 Мардан Хайбер-Пахтунхва 352 135
10 Исламабад столица 689 249 20 Гуджрат Пенджаб 336 727

Эре ҡалаларының географик урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пакистан мәҙәниәте мосолман мираҫына нигеҙләнгән, ләкин шулай уҡ Һинд субконтиненты халыҡтарының исламға тиклемге традицияларын да индерә. Мәҙәниәтенә шулай уҡ йөҙ йыллыҡ британия хакимлығы ла етди тәьҫир яһаны. Һуңғы ун йыллыҡта, бигерәк тә йәштәр араһында, америка мәҙәниәтенең йоғонтоһо һиҙелә: голливуд фильмдары, америка видеоуйындары, мультфильмдәре, комикстары, китаптары, шулай уҡ мода (джинсылар һәм бейсболкалар кейеү), фастфуд, эсемлектәре һәм башҡалар популяр.

Пенджабта, Хайбер-Пахтунхвта, Синдта һәм Белуджистанда күҙәтелгән музыка һәм бейеүҙәрҙә урындағы тенденциялар, урду телле пакистансылар йәмғиәте өсөн хас булғандан ҡырҡа айырыла. Беренсе осраҡта халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә баҫым күҙәтелә, ә урду мәҙәниәтендә был мотив икенсе планға күскән. Бының төп сәбәбе шунда: илдең был телдә һөйләшкән халҡының күпселеге Һиндостандағы тыуған ерҙәре менән бәйләнеш тамырҙары өҙөлгән мухаджирҙарға инәләр. Пакистандың сәнғәт Советы бейеүҙә, музыкала, скульптура һәм живопистә урындағы стилде һаҡларға тырыша.

Пакистан балаларының тик 63 % ғына башланғыс класты тамамлаған[32]. Бынан тыш, пакистан малайҙарының тик 68 % һәм ҡыҙҙарының 72 % ғына 5 класҡа етә[33]. Мәктәпкәсә белем биреү 3-5 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән һәм өс этаптан тора: уйын төркөмө, ясле һәм балалар баҡсаһы. Мәктәпкәсә белем алғандан һуң, уҡыусылар башланғыс мәктәпкә баралар. Урта мәктәптә малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырым уҡытыу практикалана, әммә, эре ҡалаларҙа балаларҙы бергә уҡытыусы мәктәптәр бар. Һигеҙ база дисциплинаһы — был урду теле, инглиз теле, математика, һынлы сәнғәт, фән, йәмғиәт фәндәре, исламды өйрәнеү һәм информатика. Ҡайһы бер мәктәптәрҙең программаларына Пакистанға күрше илдәрҙең телдәре индерелә, айырым алғанда, ғәрәп һәм ҡытай телдәре, шулай уҡ француз.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт радиокомпанияһы — PBC (Pakistan Broadcasting Corporation, ریڈیو پاکستان — Пакистан Радиоһы), региональ радиостанцияларҙы, PBC News радиостанцияһын үҙ эсенә ала; PTV дәүләт телекомпанияһы (Pakistan Television Corporation, پاكِستان ٹیلی وژن نیٹ ورک — «Пакистан телевизион селтәре»), PTV Home телеканалын һәм кабелле телеканалдарҙы үҙ эсенә ала, элегерәк 1992 йылда эшләп киткән һәм 2008 йылда ябылған PTV2-не үҙ эсенә ала ине.

Крикет — иң популяр спорт төрө

Пакистанда иң таралған спорт төрҙәре — футбол, үләндә хоккей, ҙур һәм өҫтәл теннисы, көрәш, бокс, ауыр атлетика, гольф, поло, йөҙөү, сквош, бейсбол һәм крикет.

  1. Пакистан халҡының иҫәбе (13.06.16.) (2016).
  2. 2,0 2,1 Report for Selected Countries and Subjects
  3. Human Development Report 2015. ООН (2015). Дата обращения: 7 апрель 2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  5. Пакистан тарихы, 2008, с. 5
  6. Пакистан тарихы, 2008, с. 63
  7. Пакистан//Сит ил хәрби күҙәтеүе, № 6 2009
  8. Pak-Afghan relations: Border clash mars peace overtures (28 апреля 2011).
  9. Телеканал Баш ҡала плюс: Программа «Иҫәп башы»(недоступная ссылка)
  10. Information of Pakistan 2012 йыл 10 апрель архивланған.
  11. census-preliminary pakistan population
  12. City Population — Statistics & Maps of the Major Cities, Agglomerations & Administrative Divisions for all Countries of the World
  13. Protected areas of AJK. forest.ajk.gov.pk. Government of Azad and Jammu Kashmir (2009). Дата обращения: 19 февраль, 2011. Архивировано 22 август 2011 года. 2014 йыл 13 август архивланған.
  14. 14,0 14,1 Review of 'Protected Areas System' in Pakistan: Present status and problems concerning future development (Page 8, 9, 15). dergiler.ankara.edu.tr. Ankara University (2010). Дата обращения: 19 февраль, 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
  15. (Fourth national report) Biodiversity of Pakistan: Status trends and threats. cbd.int. Convention on Biological Diversity, International. Дата обращения: 19 февраля, 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
  16. 16,0 16,1 16,2 Country Report on Plant Genetic Resources for Food and Agriculture – Pakistan. parc.gov.pk. Pakistan Agricultural Research Council. Дата обращения: 19 февраль, 2011. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
  17. Страноведческий журнал «EconRus» " Пакистан (2004 г.) 2016 йыл 28 октябрь архивланған.
  18. Пакистандың иҡтисади үҫеше 2009 йыл 10 сентябрь архивланған.
  19. 19,0 19,1 [http://www.pakistani.org/pakistan/constitution/part12.ch4.html The Constitution of Pakistan: Part XII: Miscellaneous Chapter 4: General].
  20. халыҡ иҫәбен алыу 2011 йыл 12 сентябрь архивланған.
  21. Muslim Population — Statistics About the Muslim Population of the World 2018 йыл 26 декабрь архивланған.
  22. PakistanPaedia — Religions in Pakistan
  23. Пакистанда 1998 йылғы халыҡ иҫәбен алыу
  24. Хан, Навида. "Дәүләт тарафынан хоҡуҡтар боҙолоуы: Сауҙа маркаһы аша дини дилеммаға хеҙмәт итеү, «Сараи Ридер», 2005 йыл: закондар сығарыу акттары, бит 184. 2011 йыл 26 июнь архивланған.
  25. Пакистан: Пакистанда Лахор Әхмәҙей хәрәкәте ағзаларының хәле. Дата обращения: 30 апрель 2014.
  26. ике миллиондан күп: Канаданың иммиграция һәм ҡасҡындар Советы. Күренеүенсә, 4 миллион һаны нығыраҡ ышаныслы. Ҡасҡындарҙың Канадаға иммиграцияһы. Пакистан: мосолман – әхмәҙиҙәрҙең хоҡуҡи, сәйәси һәм социаль статусы, 26 ноябрь 2008 йыл, 4 декабрь 2008 йыл (4 декабрь 2008). Дата обращения: 28 июнь 2012.
  27. 3 миллион: Кеше хоҡуҡтары буйынса Халыҡ-ара федерация: Халыҡ-ара миссия. Пакистанда фекереңде әйтеү, ассоциациялар һәм йыйылыштар ирке. «Аусгип» 408/2, Ғинуар 2005, бит. 61 PDF
  28. 3-4 миллион: Халыҡ-ара дини иреклек комиссияһы : АҠШ халыҡ-ара дини иреклек буйынса комиссияның йыллыҡ отчеты, 2005 йыл, бит 130.
  29. 4.910.000: Джеймс Минихан: милләтһеҙ кешеләр энциклопедияһы. Бөтә донъя буйынса этник һәм милли төркөмдәр. «Гренуорд пресс». «Уэстпорт», 2002, бит 52.
  30. Pakistan: largest cities and towns and statistics of their population (ингл.). World Gazetteer. Дата обращения: 11 ғинуар 2011. Архивировано 22 август 2011 года. 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
  31. Пакистан байрамдары 2010 йыл 6 март архивланған.
  32. Stuteville, Sarah. seattletimes.nwsource.com/html/localnews/2009670134_pakistanschool16.html, The Seattle Times (August 16, 2009).
  33. www.unfpa.org/swp/2009/en/pdf/EN_SOWP09_ICPD.pdf (PDF). Архивировано 22 август 2011 года.
  • Белокреницкий В. Я., Москаленко В. Н. Пакистан тарихы. ХХ быуат. — 2008. — ISBN 978-5-93675-137-0.
  • Белокреницкий В. Я. Пакистан. Урбанизация үҙенсәлектәре һәм проблемалары. — М. — 1982
  • Ганковский Ю. В. Пакистан халҡы (этник тарихтың төп этаптары). — М. — 1964
  • Густерин П. Бхутто ғаиләһе серҙәре// Азия һәм Африка бөгөн. 2008, № 5.
  • Каменев С. Н. Пакистан. Дәүләт финанстары һәм иҡтисади үҫеш. — М. — 1982
  • Плешов О. В. Пакистанда ислам һәм сәйәси мәҙәниәт. М. — 2005

Ҡалып:Пакистан темаларҙа

Ҡалып:SAARC Ҡалып:Милләттәр дуҫлығы

Ҡалып:Британ империяһы территориялары