Пакистан тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пакистан тарихы
Дәүләт Flag of Pakistan.svg Пакистан
Commons-logo.svg Пакистан тарихы Викимилектә

Тарихҡаса булған дәүер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәнге палеолит дәүерендә Пакистан территорияһында үҙенең таш ҡоралдар тибы менән үҙенсәлекле соан  мәҙәниәте  булған. Был мәҙәниәттең вәкиле тура йөрөүсе кеше (эректус) булған. Урта һәм үрге палеолитта Пакистан территорияһы аша көнсығышҡа юнәлеүсе бер нисә миграция үткән. Тап бында 120—50  мең йылдар элек Африканан тәүге кешеләр килә,  (Гаплогруппа CT(Y-ДНК))[1].

Бәхәсле булып  Риват тораһы була (en:Riwat), уның йәше 1,9 млн йыл элек — 45 мең йыл элек даталана[2][3].  Пакистан төньяғында Соан йылғаһы бассейнындағы сивалик конгломераттары аҫтында пинджор ләмдәрендәге PS-55 торағы өсөн  2,47 млн тирәһе даталау тәҡдим ителә[4][5].

Соан йылғаһы исеме менән  урта палеолит Соан мәҙәниәте аталған.

Белужистанда неолит дәүерендә Мергарх ҡала ултырағы барлыҡҡа килә  (б.э. тиклем VII-VI мең), ул Һинд үҙәне мәҙәниәте алдынан килә. Был цивилизацияның вәкилдәре һарыҡ үрсетә, иген үҫтерә һәм кирбес йорттарҙа йәшәй.

Бронза быуаты. Тимер быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 Мохенджо-Даронан ҡанбаба статуэткаһы

Бронза быуаты дәүерендә (б.э. т. 2—3 мең йыллыҡта)  Пакистан территорияһында  бер нисә үҫешкән мәҙәниәт була,  шуларҙың иң билдәлеһе булып Харапп цивилизацияһы тора.  Уның менән күпмелер ваҡыт Амри мәҙәниәте көнәркәшлек итә.  2 мең йыллыҡ аҙағында — 1 мең йыллыҡ башында буласаҡ Пакистан һәм  Һиндостан  территорияларына  һинд арий  халҡы баҫып инә һәм үҙҙәренең дәүләтен һәм мәҙәниәтен төҙөй,  уларҙа  күпмелер ваҡыт харапп  мәҙәни элементтары һаҡлана.

Һинд-европа халыҡтарының миграцияһы

Харапптарҙа монументаль төҙөлөш, бронза металлургияһы, ваҡ скульптура үҫешкән була. Башланғыста хосуси милек мәнәсәбәттәре ята, ә ауыл хужалығы нигеҙендә  һуғарыу игенселеге була. Мохенджо-Дарола  археологтарға беренсе тапҡыр тиерлек  билдәле булған йәмәғәт бәҙрәфтәре, шулай уҡ ҡала канализацияһы системаһы табылған. 

Әһәмәниҙәр дәүләте

Урта Азиянан баҫып ингән (Һынташты мәҙәниәте) һинд арийҙары Гандахар мәҙәниәтен төҙөй, ул Ведий цивилизацияһының өлөшөн сағылдыра.  Был цивилизация вәкилдәре санскрит телендә һөйләшкән һәм индуизм динен тотҡан. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Пакистан фарсы Әһәмәниҙәр дәүләте составына инә.

Антик дәүер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта  Пакистан территорияһына  Александр Македонский бәреп инә, ләкин  урындағы батша Пор македон баҫып алыусыларына ҡыйыу ҡаршылыҡ күрһәтә. Александр Македонский империяһы тарҡалғас, Пакистан территорияһы будда  Маурийҙар Империяһы составына инә. Маурийҙар Империяһы тарҡалғандан һуң Пакистан территорияһына яңынан эллинистик Бактриянан гректар килә һәм Һинд-европа батшалығы төҙөй. Гректарҙы Һинд-скиф батшалығы төҙөгән  скифтар алмаштыра, ә уларҙы Ҡушан батшалығына нигеҙ һалған торхарҙар алмаштыра. 

Пакистан өҫтөнән гегемония өсөн артабан  Сасанидтар, эфталиттар һәм гупталар көрәшә.

Мосолман осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

VIII быуатта ғәрәп полководецы ибн Ҡасимдың походтары һөҙөмтәһендә Пакистанда ислам тарала башлай. Артабан  Синд территорияһы (көньяҡ Пакистан) Ғәрәп хәлифәлеге составына инә.    XI быуатта  Мәхмүт Ғәзнәүи Пенджабта  ислам хәлен нығыта.  XII быуатта пакистан Лахоры Гуридтарҙың мосолман солтанлығы үҙәге була, хакимдары тиҙҙән Һиндостандың үҙәгенә күсә, унда Дели солтанлығы төҙөй.  XVI быуатта Пакистан Бөйөк Моголдар империяһы составына инә.  Моголдар власын пуштун-суридтар инҡар итергә тырыша. XVIII быуатта Синдта, Белужистанда, Пенджабта  феодаль дәүләттәр барлыҡҡа килә. Уларҙың иң ҙуры Лахорҙа баш ҡалаһы менән  Сикха дәүләте һәм пуштун Дурраний дәүләте була.

Британия Һиндостаны составында Пакистан территорияһы

XIX быуатта Пакистан инглиз ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына һәм Британия Һиндостаны составына индерелә. 

Доминион Пакистан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1947 йылда  Һиндостанды бүлеү һөҙөмтәһендә яңы, Британияның контроле аҫтындағы — Доминион Пакистан дәүләте  барлыҡҡа килә. Яңы дәүләт составына хәҙерге Пакистан территорияһынан тыш Бангладеш (Көнсығыш Бенгалия,  1956 йылдан Көнсығыш Пакистан) инә. Пакистан Һиндостандың мосолман төбәге булараҡ дини принцип буйынса айырыла. Әммә мосолман Кашмиры яңы дәүләттән  ситтә ҡала, был Кашмир конфликтына нигеҙ була. Яңы Пакистандың беренсе генерал-губернаторы  Мөхәммәт Әли Джинн, ә илдең беренсе премьер-министр Лиәҡәт Әли Хан була.  

1951 йылда Пакистан үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Ил менән идара итеүҙең берҙәм һәм теүәл ҡағиҙәләрен эшләү  Ойоштороу йыйылышына йөкмәтелә. Әммә беренсе йыйылыш  1954 йылда илдең көнсығышындағы сепаратистарҙың янауына һылтаныу менән тарҡатыла. Икенсе Ойоштороу йыйылышы 1955 йылда саҡырыла. 

Британия Һиндостаны бүленгәс,  Калат, Харан, Лас Бела һәм Макран  ханлыҡтары 1952 йылдың 3 октябрендә Белужистан дәүләттәр союзына берләшә.

Пакистан Ислам республикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылда Пакистан тулыһынса Британия контроле аҫтынан ҡотола,  суверенлы Пакистан Ислам республикаһына  әйләнә. Колониаль  генерал-губернаторы урынына президент вазифаһы индерелә — президент булып компрадор Искәндәр Мирза тора.

1958 йылда хәрби түңкәрелеше була, уның һөҙөмтәһендә илдең башлығы булып пуштун сығышлы генерал Мөхәммәт Әйүп Хан тора. Ул төрлө сәйәси фирҡәләрҙең эшмәкәрлеген туҡтата һәм 1962 йылда  президент власын тағы ла нығытҡан яңы конституция индерә.  Бынан һуң партияларҙың эшмәкәрлеге тергеҙелә (коммунистарҙан тыш). Мөхәммәт Әйүп Хандың дәүләт башлығы вазифаһында тороуы  Икенсе һинд-пакистан һуғышының башланыуына килтерә, америка мәнфәғәтен яҡлаусы тышҡы сәйәсәт  үткәрә, тап уның идара итеү осоронда Пакистан Бағдад килешеүенә, һуңынан Яҡын һәм Урта көнсығыштағы хәрби-сәйәси берләшмәгә һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның килешеү ойошмаһына инә. Тиҙләтелгән иҡтисади үҫеш сәйәсәтен һәм уртаса ер реформаһын үткәрә. «Төп демократик хоҡуҡтар» тип аталған сәйәси тормош ҡыҫандарын  сикләүсе икенсе конституция ҡабул итеүгә өлгәшә.

1969 йылда Әйүп Хандың алмашсыһы булып генерал Яхъя Хан тора. 1971 йылда Бангладештың айырылыуы менән бәйле сәйәси көрсөк ваҡытында, Бангладештың азат итеү армияһы Һиндостан яғынан иҡтисади һәм хәрби ярҙам ала, был Пакистанды Һиндостандың көнбайыш сигендә  «Сыңғыҙхан» хәрби операцияһын башларға мәжбүр итә һәм Өсөнсө һинд-пакистан һуғышы башланыуға сәбәп була.  Пакистан ғәскәрҙәре был һуғышта еңелә һәм Яхъя Хан вазифаһынан бушатыла. 

Яңы дәүләт башлығы  раджпут Зөлфиҡәр Әли Бхутто Британия Берләшмәһенән сыға, 1972 йылдың июлендә Индира Ганди менән ваҡытлы килешеү төҙөй, хәрби торошто юҡҡа сығара, президент власын сикләүсе конституция реформаһын уҙғара. Ислам социализмы идеяларына тоғро булып, тышҡы сәйәсәттә америка мәнфәғәттәрен яҡлау курсынан баш тарта.  

Генерал Зия-үл-Хаҡ

1977 йылдың 5 июлендә   хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бхутто  ҡолатыла  һәм власҡа генерал Мөхәммәт Зия-үл-Хаҡ килә. Бхуттоны сәйәси дошмандарҙы үтерергә планлаштырыуҙа  ғәйепләйҙәр һәм  судҡа тарттыралар,  уны 1979 йылда үлем язаһына хөкөм итәләр. Зия-үл-Хаҡ илдә бер яҡтан илде исламлаштырыу линияһын дауам итә, ә икенсе яҡтан АҠШ менән яҡынлаша башлай, ул  Совет-афған һуғышы (1979-1989) йылдарында көсәйә. 1988 йылдың 17 авгусында Зия-үл-Хаҡ авиация һәләкәтендә вафат була. Президент булып сенат рәйесе пуштун Ғулам Исхаҡ Хан тора.

1988 йылдың 16 ноябрендә Пакистанда ирекле парламент һайлауҙары үтә, унда Бхуттоның ҡыҙы Беназир етәкселегендә  Пакистан халыҡ партияһы еңә[6][7]. Илде демократлаштырыу бара, оппозиция хоҡуҡтары киңәйтелә, Һиндостан менән мөнәсәбәттәр яҡшыра. Әммә либералләштереү коррупцияның үҫеүе менән ҡатмарлаша, унда Беназирҙың ире лә ҡатнаша, уға «ун процент әфәнде» тип ҡушамат тағалар, сөнки инвесторҙарҙан нәҡ ун процент  аҡса һалыуҙы талап итә.  1990 йылдың уртаһында  президент Ғулам Исхаҡ Хан Беназир Бхутто хөкүмәтен отставкаға ебәргәс кенә был ғәйепләүҙәр тамамлана.

1990 йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылда ваҡытынан алдағы һайлауҙарҙа консерватив Ислам демократик альянсы еңеү яулай.   Премьер-министр булып Нәүәз Шәриф тора.

1992 йылда  Шәриф Карачила  социаль һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡто бөтөрөүгә һәм һинд иммигранттары Мөхәджир Ҡәүми Хәрәкәте йәмғиәтенән сәйәси дошмандарҙы кәметеүгә юнәлтелгән  «Таҙартыу» операцияһын үткәрә.   Шул уҡ ваҡытта Шәриф хөкүмәте  пакистан рупийы курсын долларға ҡарата өстән бер өлөшкә кәмеүен туҡтата алмай.

Һөҙөмтәлә  1993 йылдың 18 апрелендә Пакистан президенты Ғулам Исхаҡ Хан Шәриф хөкүмәтен коррупцияла, непотизмда  һәм сәйәси оппоненттарын үлтереүҙә ғәйепләй, күсеш хөкүмәтен һәм яңы һайлауҙар тәғәйенләп, Милли ассамблеяны тарата. Әммә илдең Юғары суды алты аҙна үткәс, Шәриф файҙаһына, президент указын ғәмәлдән сығарыла. Пакистан армияһы, хәйер, был ҡарарҙы таныуҙан баш тарта, һәм һөйләшеүҙән һуң Шәриф менән президент икеһе лә отставкаға китә, ваҡытынан алда һайлауҙар үткәрелә, унда  Беназир Бхутто  етәкселеге аҫтында Пакистан халыҡ партияһы еңеп сыға. 

1993 йылдың  ноябрендә илдең президенты булып Бхутто яҡлы  Фәруҡ Легари тора. 

1996 йылдың аҙағында  Бхутто хөкүмәте отставкаға ебәрелә, һәм киләһе йылда яңы һайлауҙар үтә, унда Шәриф партияһы бик ҙур өҫтөнлөк менән еңеп сыға. Власҡа  килеү менән ул конституцияла президентҡа хөкүмәтте урынынан төшөрөүҙе тыйыу һәм партияларға үҙҙәренең депутаттарын, әгәр улар партия линияһы менән риза булмаған осраҡта, мандаттан мәхрүм итеүгә хоҡуҡ биреү тураһында төҙәтмәләр индерә.  Был төҙәтмәләр арҡаһында яңы хөкүмәтте ваҡытынан алда ебәреү мөмкин булмай.  1997 йылда судьялар Юғары суд рәйесенең отставкаға китеүе өсөн тауыш бирәләр, шунан һуң отставкаға Бхутто яҡлы президент Фәруҡ Легари ла китә, һәм яңы президент булып юстиция министры Рафиҡ Тарар тора. Шул уҡ йылда террорсылыҡ менән көрәш өсөн суд системаһы ойошторола, ул киләһе йылда конституцион булмаған Юғары суд булып таныла.   

Шәрифтең йома көнөн ял көнө итеүҙән юҡҡа сығарыуы унан күп консерватив-дини яҡлыларҙы ситләштерә һәм Бхуттоны хуплаған донъяуи либерал электораттан ярҙам эҙләргә мәжбүр итә.   1997 йыл аҙағында хөкүмәттең популярлығын арттырыу маҡсатында  Лахор-Исламабад автомагистрале асыла, ә  1998 йылдың башында һинд ядроһы һынауҙарына яуап итеп, Пакистан тарихында беренсе тапҡырядро ҡоралы һынауҙары үткәрелә. Әммә хөкүмәттең популярлығы кәмеүен дауам итә. Террорсылыҡ менән көрәш һылтауы менән Шәриф Синдха хөкүмәтен тарата, хәрби трибуналдар ойоштора һәм граждандарҙың азатлығын ҡыҫҡарта. 

1998 йылдың аҙағына  һәм 1999 йылдың башына Һиндостан һәм Пакистан араһындағы мөнәсәбәттәр һиҙелерлек  яҡшыра. Юғары кимәлдә бер нисә осрашыу  уҙа, февралдә Һиндостан премьер-министры  Атал Бихари Ваджпаи Пакистан ҡалаһы Лахорға бара, унда Лахор һәм Амритсар ҡалалары араһында автобус юлын аса.  Был илдәр менән осраҡлы йәки рөхсәтһеҙ булған ядро ҡоралын ҡулланыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән  Лахор декларацияһына ҡул ҡуйыла[8]. Шул уҡ ваҡытта ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең төп проблемаһы булып 1947—1948 йылдарҙа һуғыштан һуң контроль һыҙығы менән бүленгән Джамму һәм Кашмир мәьәләләре ҡала. Штаттың һинд өлөшөндә  уны Һиндостандан айырып Пакистанға берләштерергә тырышҡан баш күтәреүселәр хәрәкәте дауам итә. Контроль һыҙығында ике ил араһында даими артиллерия атыштары булып тора.  

Әммә армия башлығы Пәрүәз Мөшәррәфтең инициативаһы буйынса ойошторолған пакистан ғәскәрҙәренең Кашмирҙың һинд өлөшөнә үтеп инеүе Каргиль һуғышына килтерә, ул Һиндостандың ышаныслы еңеүе һәм Шәриф менән Мөшәррәфтең мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеүе менән тамамлана.

1998 йылдың аҙағында Шәриф хөкүмәте Пакистанда шәриғәткә нигеҙләнгән хоҡуҡи система индерергә тәҡдим итә, һәм уны Төньяҡ-Көнбайыш сик буйындағы ҡәбиләләр араһына индерә. Әммә Милли ассамблея тарафынан хупланған закон Сенатта кире ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта иҡтисади хәл насарая бара. 

1999 йылдың 12 октябрендә Шәриф армия башлығы Пәрүәз Мөшәррәфте отставкаға ебәрә һәм уны илдең территорияһына индермәҫкә тырыша, хәрби түңкәрелеш була.  Мөшәррәф «башҡарма влас башлығы»  тип аталып, илде етәкләй. Шәриф ҡулға алына һәм ғүмерлеккә хөкөм ителә. Хәйер, хөкөм ҡарары Сәғүд Ғәрәбстанына һөрөү менән алмаштырыла.

Пәрүәз Мөшәррәф

XXI быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы хәрби хаким Пәрүәз Мөшәррәф коррупцияны бөтөрөргә, ә халыҡ-ара эштәрҙә Һиндостан менән Кашмир мәсьәләһе буйынса һәм Афғанстан менән террорсылыҡ мәсьәләләре буйынса  һөйләшеүҙәрҙе башларға вәғәҙә бирә. Пакистандың Юғары суды генерал Мөшәррәфкә ил менән демократик идара итеүҙе ҡайтарыуға  2002 йылдың октябренә тиклем ваҡыт бирә.

2001 йыл йылдың 20 июнендә Мөшәррәф Пакистандың президенты була, ул был урында Рафиҡ Тарарҙы алмаштыра.  Бының менән бергә Мөшәррәф башҡарма властың һәм ҡораллы көстәрҙең башлығы вазифаһын һаҡлап ҡала.  2002 йылдың Мөшәррәф яңы парламент һайлауҙары  үткәрергә вәғәҙә итә, парламенттан һуң ул  биш йыллыҡ осорға уны президент итеп һайлауҙарына  үтенес менән мөрәжәғәт итергә уйлай. Мөшәррәфте Пакистан президенты тип иғлан итеү Пакистан халыҡ партияһы лидеры Беназир Бхуттоның протесын тыуҙыра, ул генералды конституцияны боҙоуҙа ғәйепләй.  

2004 йылда премьер-министр  Зәфәрулла Хан  Джамали була.  2004 йылда премьер-министр булып тәүҙә Чоудхри Шуджат  Хөсәйен, ә һуңынан Азиз Шәукәт була.

2004 йылдың 8 ғинуарында Пакистанда «сит ил террорсыларын» юҡ итеү буйынса күләмле армия операцияһы башлана, ул Вәзиристан конфликты башланыуына нигеҙ һала. 

2003 йыл йылдан  2005 йыл йылға тиклем Пәрүәз Мөшәррәфте өс тапҡыр  үлтермәксе булалар. Тағы 14 тапҡыр үлтерергә маташыуға пакистан махсус хеҙмәттәре  юл ҡуймай. Иң шаулы үлтерергә маташыуҙар 2003 йылдың 14 декабрендә һәм 25 декабрендә була.

2007 йылдың 28 сентябрендә Пакистандың Юғары суды Мөшәррәфкә, бер үк ваҡытта армия башлығы булып та, президент һайлауҙарында ҡатнашырға рөхсәт бирә. Мөшәррәфте һайлауҙарҙа ҡатнашырға мөмкинлек биреү өсөн туғыҙ юғары судьяның алтауһы тауыш бирә, ҡалған өс судья ҡаршы була.Шулай итеп, Юғары суд оппозиция партияларының  дәғүәләрен кире ҡаға,  улар конституцияға ярашлы президентҡа кандидат тик   граждан шәхес кенә була ала тип ныҡышалар  һәм,  әгәр ул баш командующий вазифаһынан баш тартмаһа Мөшәррәрфте һайлауҙарҙан төшөрөп ҡалдырырға талап итәләр.

2007 йылдың 6 октябрендә президент һайлауҙары үтә, унда ғәмәлдәге дәүләт башлығы генерал Пәрүәз Мөшәррәф еңеп сыға. Әммә Юғары суд уның армия хеҙмәтенән запасҡа китмәйенсә һайланыуының законлылығын раҫларға баш тарта.

2007 йылдың 3 ноябрендә Пакистан президенты Пәрүәз Мөшәррәф илдә   ғәҙәттән тыш хәл индерә. Конституцияның көсө юҡҡа сыға, эре ҡалаларҙа шәхси  телевизион каналдан тапшырыуҙар туҡтатыла,   баш ҡалала телефон селтәрҙәре һүндерелә. Юғары судтың ун ете ағзаһының етәүһе президент указын кисекмәҫтән законһыҙ тип таный һәм  ҡулға алына. Хәрбиҙәр төп хөкүмәт объекттарына юлды яба. Мөшәррәф милләткә мөрәжәғәтендә үҙенең ҡарарын  ислам экстремистарының илгә янауы менән аңлата. Бынан тыш  ул хөкүмәт эшенә аяҡ салған суд власының эшмәкәрлегенә һылтана. Хәлде шулай уҡ пакистан етәкселәренең һәм активистарының ҡулға алыныуы тураһындағы хәбәрҙәр киҫкенләштерә. Бхутто ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүҙе талап итеп,Мөшәррәфкә ҡаршы кампания башлай. Тиҙҙән оппозиция лидеры йортта һаҡ аҫтына алына, ә уның яҡлылар планлаштырған Исламабадҡа  «оҙаҡ марш» тыйыла.[9]

Мөшәррәф ваҡытлыса Конституция индереү тураһындағы указына ярашлы Ифтиҡхар Мөхәммәт Чоудхурины Юғары судтың баш судьяһы вазифаһынан бушата.  22 ноябрҙә Юғары судтың Мөшәррәфкә лояль булған судьяларҙың яңы составы, Мөшәррәфте президент тип таный.  Яңы баш судья етәкселегендәге Юғары суд илдең ғәмәлдәге президенты Мөшәррәфтең яңынан һайланыуы тураһындағы мәсьәләләр буйынса эште тиҙләтә. Юғары судтың ҡарары буйынса пакистан һайлау комиссияһы 24  ноябрҙә  уҙған президент һайлауҙарында  Мәшәррәфтең еңеүе тураһында күсмә хөкүмәткә хәбәр итә. Бынан һуң Мөшәррәф милли армия башлығы вазифаһын ҡалдырып, ил менән  граждан шәхес һымаҡ идара итәсәгенә вәғәҙә бирә. 

2007 йылдың 28 ноябрендә Мөшәррәф Пакистан ҡоро ер ғәскәрҙәренең штаб начальнигы вазифаһын ҡалдыра, ә 29 ноябрҙә дәүләттең граждан башлығы сифатында ант ҡабул итә[10]

2007 йылдың 27 декабрендә теракт һөҙөмтәһендә Беназир Бхутто һәм тағы 20-нән ашыу кеше һәләк була. 

2008 йылдың 18 авгусында Пәрүәз Мөшәррәф был көндә тәғәйенләнгән импичмент процедураһы янауҙары менән бәйле Пакистан президенты  урынын үҙ теләге менән ҡалдыра[11]

2008 йылдың мартында премьер-министр вазифаһын  Йософ Реза Ғилани биләй.

2008 йылдың 9 сентябрендә ун өсөнсө Пакистан президенты Әсиф Әли Зардари ант ҡабул итә.

Пакистан десантсылары Сват үҙәнендә, 2009.

2012 йылдың июнендә Пакистандың Юғары суды Йософ Ғиланины хөкүмәт башлығы урынын законһыҙ биләй тип иҫәпләп, уны премьер-министр вазифаһын биләү хоҡуғынан мәхрүм итә[12]. Был Суд уның элекке президент Әсиф Әли Зардариҙың иҫәптәрен асыу  буйынса запросын үтәүҙән баш тартыуы менән бәйле була.  Премьер-министр булып Раджа Пәрүәз Әшрәф тора.  

2013 йылдың  15 ғинуарында Пакистан Юғары суд рәйесе Ифтихар Мөхәммәт Чоудхри Раджа Әшрәфте һәм тағы 15 чиновникты   ҡулға алырға ордер бирә.  Улар Пакистан халҡын электр энергияһы менән тәьмин итеү буйынса милли проектҡа бүлегән аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнә[13][14]2013 йылдың  17 мартында Әшрәф премьер-министр вазифаһынан отставкаға китә, 2013 йылдың 5 июнендә Нәүәз Шәриф дүртенсе тапҡыр премьер-министр була.

2013 йылдың 30 июлендә президент итеп  Хөсәйен Мәмнүн һайлана.

Һиндостандың премьер-министры Надендра Моди  үҙендә Пакистандың премьер-министры Нәүәз Шәрифте ҡабул итә,  май 2014 й.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Доистория Великой Степи II. Геногеография Архивная копия от 23 май 2010 на
  2. Rendell, H., Dennell, R. W. 1987 Thermoluminescence Dating of an Upper Pleistocene Site, Northern Pakistan. Geoarchaeology 2, 63-67.
  3. Dennel R. W., Rendell H. M., Hailwood E. Artefacts du Pliocene Tardif dans le Nord du Pakistan // L’Anthropology, 92, 1988. P. 98–106.
  4. С. А. Лаухин. О путях заселения Северной Азии палеолитическим человеком(недоступная ссылка)
  5. Salim M. The Paleolithic Cultures of Potwar with Special Reference to the Lower Paleolithic. Islamabad, 1997. 285 p.
  6. Кровавое возвращение Бхутто
  7. Правда, 1988, № за 2 декабря.
  8. Распространение ядерного оружия на Ближнем Востоке — следствие грубой политики США. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 ғинуар 2008. 15 ноябрь 2009 тикшерелгән.
  9. Президент Пакистана ввел чрезвычайное положение
  10. Первез Мушарраф стал гражданским президентом Архивная копия от 14 февраль 2015 на
  11. Первез Мушарраф ушел в отставку
  12. РИА-Новости: Суд Пакистана постановил, что Гилани незаконно занимает пост премьера
  13. Supreme Court order to arrest Prime Minister  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 ғинуар 2013. 15 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  14. Pakistani Supreme Court orders arrest of prime minister in corruption case  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 ғинуар 2013. 18 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]