Эстәлеккә күсергә

Япония тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Япония тарихы

Боронғо Япония I быуаттағы «Егерме дүрт тарих» исемле ҡытай тарихи хроникаларында телгә алына. Әммә археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Япон архипелагында һуңғы палеолитта кешеләр йәшәгәне иҫбатлана.

Япония тарихында илдең изоляцияланыуы тышҡы донъя менән әүҙем бәйлелек менән алышынып бара.

Тарихи осорҙарға бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Даты Эпоха Период Подпериоды Форма правления
б.э.т. 40 мең йыл—б.э.т.13 мең йыл. Тарихҡа ингәнсе осор

(Гэнси)

Палеолит
б.э.т. 13 тыс. мең йыл.—б.э.т. III быуат Дзёмон
б.э.т. III быуат.—III быуат Яёй
III —VI быуаттар Ямато Кофун
592 —710 йылдар Боронғо Япония

(Кодай)

Асука
710—794 йылдар Нара
794 —1185 йылдар Хэйан
1185 —1333 йылдар Урта быуаттар

(Тюсэй)

Камакура Сёгунат Камакура
1333 —1336 йылдар Кэмму Реставрацияһы
1336 —1573 йылдар Муромати Намбокутё (1336—1392 йылдар)

Сэнгоку (1467—1573 йылдар)

Сёгунат Муромати
1573 —1603 йылдар Яңы тарих осоро

(Кинсэй)

Адзути-Момояма
1603 —1868 йылдар Эдо Бакумацу (1853 —1868 йылдар) Сёгунат Токугава
1868 —1912 йылдар Иң яңы тарих осоро

(Киндай)

Мэйдзи Япон империяһы
1912 —1926йылдар Тайсё
1926 —1945 йылдар Сёва Һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш осоро
1945 —1952 йылдар Хәҙерге ваҡыт

(Гэндай)

Оккупация осоро
1952 —1989 йылдар Оккупациянан һуңғы осор
1989 йылдан башлап Хэйсэй

Тарихҡа тиклемге һәм боронғо Япония

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япония тарих башында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палеолит осоронда Ер шары боҙлоҡтар менән ҡапланған була һәм Япония хәҙерге ваҡыт менән сағыштырғанда ун сантиметрға һыу кимәленән түбәндә ятҡан. Ул әле архипелаг булып формалашып өлгөрмәгән, ә бары тик ҡоро муйындар менән генә материк менән тоташып торған. Эске Япон диңгеҙен киң үҙәнлек булған. Боҙлоҡтар Көнсығыш Азияға килеп етмәһә лә , уның климатҡа йоғонтоһо ҙур була. Япония бай үҫемлекле азия дала зонаһына инә, шунлыҡтан бында Себерҙән килгән мамонттар, ҙур мөгөҙлө боландар йәшәгән[1].

Беренсе кешеләрҙең Япония архипелагына килеүҙәре б.э.т.40 меңйыллыҡта палеолит осоронда башлана һәм ул б.э.т. 12 мең йыллыҡҡа тиклем дауам итә. Японияның тәүге халыҡтары һунар, төрлө емеш-еләк йыйыу менән йәшәгәндәр, улар таштан яһалған ҡоралдар менән эш иткәндәр. Был ваҡытта балсыҡтан керамик әйберҙәр эшләй белмәгәндәр, шуға күрә был осорҙо керамикаға тиклемге мәҙәни осор тип тә атап йөрөтәләр[3].

Сама менән б.э.т. 10 мең йылдарҙа боҙлоҡтар осоро тамамланған, был диңгеҙҙәге һыу кимәлен күтәргән. Ошо арҡала Япон архипелагы барлыҡҡа килгән. Климаттың йылыныуы һәм диңгеҙ һыуҙарының ағымы үҙгәргәнлектән япон далалары ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Сама менән шул уҡ ваҡытта Япония утрауҙарына Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан яңы халыҡ төркөмдәре күсеп килә. Был халыҡ вәкилдәре караптар төҙөү һәм диңгеҙ навигацияларын яҡшы белгән. Моғайын. уларҙың каноэға оҡшаған кәмәләрен япон ярҙарына Куросио йылы океан ағымы алып килгәндер. Көньяҡ-көнсығыш азия илдәренән килгән кешеләр урындағы халыҡ менән популяцияға ингән[2].

Климаттың үҙгәреше япон флораһын һәм фаунаһын тамырынан үҙгәрткән. Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшө имән һәм ылыҫлы урмандарҙан, ә көньяҡ-көнбайышы — бук һәм субтропик урмандарҙан торған. Уларҙа ҙур ҡабан сусҡалары, боландар, ҡырағай өйрәктәр, фазандар йәшәгән. Диңгеҙҙәрҙә һәм океан һыуҙарында бониттар, ҡыҙыл пагралар, диңгеҙ судактары йөҙгән.Хоккайдо һәм Тохоку төбәктәре лососҡа һәм бағрыға(форель) бай булған. Тәбиғәттең шундай байлыҡтары мул булғанлыҡтан япон утрауҙарында йәшәүсе кешеләр ҙур масштаблы ауыл хужалығы йәки малсылыҡ менән булышыуҙы кәрәк тапмағандар, улар бик ябай һунарсы һәм еләк-емеш йыйыусы булып ҡалғандар[3].

Ҡасаданы реконструкциялау
(Кирисима ҡалаһы, . Кагосимапреф.)
«Утлы көршәк»

(Цунанҡасабаһы

преф. Ниигата)
Реконструкциялау йорт йыйылыштар

был стояки Һанай-Мацуяма

(г. Аомори, преф. Аомори)
Ногу (глиняная фигура)

осоро Демон

(г. Хироаки, преф. Аомори)

Яҡынса 10 мең йыл элек япондар донъяла иң боронғо тип һаналған керамик әйберҙәр эшләй башлайҙар. Улар нигеҙҙә аш-һыу әҙерләүҙә ҡулланылған тәрән төплө һауыт-һабанан торған. Улар бауҙарға оҡшаған биҙәктәр менән биҙәлгән булған, был биҙәк японса дземон тип аталған. Бындай орнамент Японияла б.э.т. II быуатҡа тиклем һаҡланған, шуға күрә был осорҙоң мәҙәниәт исеме лә дземон тип аталған[3].

Неолит осоронда боронғо япондар ултыраҡ тормошҡа күсәләр һәм 20-30 кешенән торған утыраҡтар барлыҡҡа килтерәләр. Улар ер йәки ярым ер өйҙәрҙә йәшәгәндәр, уларһың тирә -яғында сүп-сар өйөмдәре һәм үлгән кешеләрҙең ерләнгән урыны булған. Хәҙерге Аомори префектураһы ерендә б.э.т. V быуатҡа ҡараған шул ваҡыттың Саннай-Маруяма утырағы тора. Бында 100—200 кешенән торған утыраҡ халҡының ҡалдыҡтары табылған. Ул заманда кешеләр эште йәшенә һәм ниндәй енес эйәһе булыуға ҡарап бүленеп башҡарғандар. Улар һунарсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыуҙан башҡа каштан, борсаҡлы үҫемлектәр үҫтергәндәр, диңгеҙ моллюскалары(устрица) йыйғандар.. Яҡынса б.э.т. IV—III быуаттарҙа ҡоро ерҙә дөгө үҫтереү менән булышҡандар. Диндәре -анимизм һәм тотемизм. Улар ҡыҙыл балсыҡтан Ерҙең символы булған ҡатын-ҡыҙҙар һындарын(ногуны) яһап, Ерҙең тыуыу һәм йәшәү көстәренә инанғандар[3].

Японияла, был осорҙа Дземон осоронан уҡ билдәле булған ирригацияны ҡулланып, һыулы ерҙәрҙә дөгө үҫтергәндәр . Уның киңтаралған урыны Кюсю утрауының төньяғында булған. Дөгө үҫтереү илдә таралғас, кешеләр таулы урындарҙан күпләп тигеҙлектәргә һәм йылға үҙәненә күсеп ултыра башлаған. Илдә беренсе мура тип аталған ауыл общиналары барлыҡҡа килгә,унда торған кешеләр һыу баҫа торған урындарҙы ҡарағандар. Иң тәүге таштан эшләнгән ураҡ һәм ағас бағаналарҙа ерҙән күтәртелеп һалынған дөгө һаҡлар өсөн келәттәр барлыҡҡа килгән. Кешеләр, дөгөнән ҙур уңыш алыу өсөн төрлө доғалар уҡып, хоҙайға мөрәжәғәт иткәндәр һәм байрамдар үткәргәндәр. Шулай итеп ауыл хужалығы календары һәм ритуалдары барлыҡҡа килгән.[4].

Дөгө сәсеү менән бер рәттән материктан Япониға металл эшкәртеү ҙә күскән .Б.э.т. I быуатта япондар металдан эшләнгән әһер тауарҙар һатып алһалар, һуңынан үҙҙәре металлургия сәнәғәтен асҡандар. Бронзанан эшләнгән ҡылыстар, һөңгөләр, көҙгөләр һәм ҡыңғырауҙар барлыҡҡа килгән. Ә II быуатта тимерҙән был әйберҙәрҙе яһай башлағас, бронзанан яһалғандары культ әйберҙәренә әйләнгән.

Файл:Каменожсерп.jpg
Ёсиногари торағының реконструкцияһы
(Йосиногари ҡасабаһы, . Сагапрефектураһы)
Кувшин периода Яёй
(спецрайон Ота, г. Токио)
Каменные ножи-серпы
(Музей префектуры Иватэ)

Б.э.т. 1семеңйыллыҡта Япон архипелагында керамика әйберҙәре эшләй башлағандар. Ул әйберҙәр котинентта эшләнгәндәргә оҡшаш булғандар. Моғайын, был оҡшашлыҡ дөгө үҫтереүҙең киң таралыуы арҡаһында килеп сыҡҡандыр. Бындай керамика һауыт Яёй ҡасабаһында табылған, шунлыҡтан яңы керамика мәҙәниәте « Яёй мәҙәниәте» тип атала башлай. Япон утрауҙарында был мәҙәниәттең өҫтөнлөк иткөн осорон Яёй осоро тип атайҙар[5].

Дөгө үҫтерә башлау менән Японияның халҡы ныҡ артып киткән. Был кешеләр араһында ер-һыу өсөн низағтар ҙа килтереп сығарған. Күпселек утыраҡ ерҙәр бейек ҡоймалар менән уратылып алынған. Ауылдар йыш ҡына ҙур берләшмәләр ойоштороп, үҙ ҡулдарында дин һәм хәрби власть ҡуйғандар. Бындай берләшмәләр Япония дәүләтенең башланғыс ойошмалары булып торған. Иң көслө нығытылған утыраҡтарҙың береһе Сага префектураһының Есиногари утырағы булған[5].

Япон дәүләтенең барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япония ҡытай хроникаларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.э.т. I быуаттағы ҡытайҙарҙың Хань империяһы хроникаларында Япония беренсе тапҡыр телгә алына. Унда боронғо вадзин япондары Көнсығыш диңгеҙендәге утрауҙарҙа йәшәгән, 100 бәләкеәй генә илдәрҙән торған, б.э.т. 108 йылда шуларҙың 30 ҡытайҙар менән аралаша башлаған һәм Ҡытайға яҫаҡ түләгәнтип әйтелә."Һуңғы замандағы Хань тураһында " тигән китапта япондарҙың ван илселеге Ҡытай дәүләте императорынан б. э. 57 йылында алтын мисәт алған тип яҙылған.

107 йылда япондар Ҡытайға башкиҫәрҙәр баҫып алып Японияға һатҡан 160 ҡытай императоры подданныйҙарын кире килтергән.

147 һәм 190 йылдарҙа Японияла эске ығы-зығы, ғауғалар, юғары власта кризис булған.

Химико. Ҡытай империяһының III быуаттағы Вэй, "Ва кешеләре тураһындағы риүәйәт"тигән теҙмәһендә 30 япон илдәре араһында иң көслөһө Яматай булған тип телгә алына. Уның башында ҡатын кеше Химико торған һәм ул ил менән сихырсылыҡ көсө менән идара иткән. Уның ҡулы аҫтында 1000 хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ булған. Химиконы бик әҙ кешеләр генә күреп белгән, сөнки уның һарайын бик ныҡ һаҡ аҫтында тотҡандар. дәүләттең закондары бик ҡаты булған. 239йылда Химико Вэйға яҫаҡ менән үҙ илселәрен ебәргән һәм Ҡытай императоры уға ван титулын һәм йөҙ бронза көҙгө бүләк иткән. Тарихсылар Яматайҙың ҡайҙа урынлашҡанын дөрөҫ мәғлүмәттәр таба алмайынса, берәүҙәре Кинки төбәгендә, ә икенселәре Кюсю утрауында Яматай булған тип фаразлайҙар.

Ҡытайҙар шулай уҡ барлыҡ япондар ҙа Химиконың подданныйҙары булмаған, сөнки диңгеҙҙән 1000 ли алыҫлыҡта Цзюн батшалығы булған тип телгә алғандар.

Ил менән V—VI век быуаттарҙа ичжима (伊支馬), мимахачжи (彌馬獲支), нуванди (奴往鞮) дәрәжәһендәге түрәләр идара иткән . Илдең ҡалалары нығытылған стеналарһыҙ торған айырым йорттарҙан торған. Батша һарайы ынйы, алтын һәм көмөш менән биҙәлгән булған. Һарайҙы уратып соҡор ҡаҙылған, был соҡор тулы терегөмөш булған, ямғыр һыуҙары соҡорға төшмәй, терегөмөш өҫтөнән ағып төшкән[6].

Ғәҙәттәре. Күңелле холоҡло, әҙәпле халыҡ. Ирҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыт, сәстәрен юғары күтәреп, баш кейеме кейеп йөрөгән. Бай кешеләр сәстәренә ҡытайлыларҙыҡына оҡшаш сигелгән таҫмалар хугунтоу (胡公頭) үргәндәр. Бамбуктан эшләнгән һауыттарҙан ашағандар. Үлгәндәрҙе тәхеткә һалып, ҡурғандар яһағандар. Иҫерткес эсемлектәрҙе яратҡандар. Яңы йылдың ниндәй айҙан башланыуын белмәгәндәр. Араларында 80, 90һәм хатта 100 йәшлек кешеләре күп. Ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттарға ҡарағанда күберәк. Байҙарҙың дүрт-биш ҡатыны, ә ярлыларының ҡатындары ике-өс. Ҡатындары ирҙәренә хыянатһыҙ, уларҙы көндәштәренән көнләшмәйҙәр. Урлаша белмәйҙәр, бер-береһе менән даулашмайҙар. Ҙур булмаған енәйәт өсөн дә енәйәтсенең ҡатнын, балаларын тартып алалар һәм бөтә ырыуын ҡыралар. Еңел енәйәт өсөн таяҡтар менән туҡмағандар, ә ҙуры өсөн йәнлектәргә ашарға ташлағандар. Әгәр йыртҡыс йәнлек енәйәтсене ашамаһа, иртәнсәк уны ситлектән сығарып ебәргәндәр[6].

Хужалығы. Климаттың йылылығы арҡаһында дөгө, рами, киндер үҫтергәндәр[7],ебәк эшләп уларҙан ебәк туҡымалар туҡығандар. Шулай уҡ имбирь, корицу, мандарин[8], перец, перилла үҫтергәндәр. Илдә ынйы һәм лазурит сығарғандар.[9]. Баҙарҙарында ынйы һәм ҡыйбатлы аҫыл таштар һатылған.[10]

Хайуандары. Ҡара фазандар бар. Шулай уҡ үгеҙгә оҡшаған хайуан «шань-шу»(山鼠) һәм уны ашаған бик ҙур йылан (大蛇) бар. Уның тиреһе бик ҡаты, уны балта менән сабып та ҡырҡырлыҡ түгел. Өҫтөндә тишек, был тишекте ул берсә аса, берсә яба. Ҡайһы ваҡытта яҡтырып китә. Был хайуанды уҡтан атып ҡына үлтерергә мөмкин[6].

  1. 石井進著 『詳説日本史』 — 東京: 山川出版社, 1997.
  2. Рубель В. А., Коваленко О. А. Проблема этногенеза японского народа в современной японской историографии / / Восточный мир. — Киев: Институт Востоковедения НАН Украины, 2000. — № 1. — С.156-162.
  3. 3,0 3,1 3,2 戸沢充則編 『縄文時代研究事典』, 3版. — 東京: 東京堂出版, 1996.
  4. Коваленко А.
  5. 5,0 5,1 大塚初重著 『弥生時代の考古学』 — 東京: 学生社, 1998. 橋口達也著 『弥生文化論: 稲作の開始と首長権の展開』 — 東京: 雄山閣出版, 1999.
  6. 6,0 6,1 6,2 Наньши, цзюань 79
  7. 禾 — может означать собственно просо.
  8. 橘 — Citrus nobilis, у Бичурина: «Померанец»
  9. 青玉 — может также означать сапфир.
  10. 紵 У Бичурина: «конопля»
  • История Японии / Под ред. А. Е. Жукова. — М.: Институт востоковедения РАН, 1998. — Т. 1. С древнейших времён до 1968 г. — 659 с. ISBN 5-89282-107-2.
  • История Японии / Под ред. А. Е. Жукова. — М.: Институт востоковедения РАН, 1998. — Т. 2. 1868—1998. — 703 с. ISBN 5-89282-073-4.
  • История Японии (1945—1975) / Отв. ред. В. А. Попов. — М.: Наука, 1978. — 541 с. — 16 700 экз.
  • Воробьёв М. В. Япония в III—VII вв. Этнос, общество, культура и окружающий мир / Отв. ред. С. А. Арутюнов. — М.: Наука, 1980. — 4850 экз.
  • Грачёв М. В., Мещеряков А. Н. История древней Японии: Учебное пособие для вузов / Гл. ред. А. Р. Вяткин. — М.: Наталис, 2010. — 544 с. — (Восточная коллекция). — 1500 экз. — ISBN 978-5-8062-0327-5.
  • Данн Ч. Традиционная Япония. Быт, религия, культура. — М.: Центрполиграф, 2006. — 222 с. — 5000 экз. — ISBN 5-9524-2473-2.
  • Ерёмин В. Н. История правовой системы Японии / Отв. ред. А. А. Кириченко. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2010. — 293 с. — 800 экз. — ISBN 978-5-8243-1391-8.
  • Иофан Н. А. Культура древней Японии / Отв. ред. Н. А. Виноградова. — Москва: Наука, 1974. — 261 с. — 15 000 экз.
  • Киддер Дж. Э. Япония до буддизма. Острова, заселённые богами. — М.: Центрполиграф, 2003. — 286 с. — (Загадки древних цивилизаций). — 7000 экз. — ISBN 5-9524-0452-9.
  • Китагава Дж. М. Религия в истории Японии. — СПб.: Наука, 2005. — 588 с. — 2000 экз. — ISBN 5-02-026234-X.
  • Кожевников В. В. Очерки древней истории Японии / Науч. ред. Е. В. Верисоцкая. — Владимосток: Изд-во Дальневост. ун-та, 1998. — 204 с. — 500 экз. — ISBN 5-7444-0846-0.
  • Кожевников В. В. Очерки истории Японии VII-XI вв.. — Владимосток: Изд-во Дальневост. ун-та, 2000. — 272 с. — 500 экз. — ISBN 5-7444-1161-X.
  • Конрад Н. И. Избранные труды. История / Отв. ред. Е. М. Жуков. — М.: Наука, 1974. — 6000 экз.
  • Конрад Н. И. Очерк истории культуры средневековой Японии. — М.: Искусство, 1980. — 30 000 экз.
  • Кузнецов Ю. Д., Навлицкая Г. Б., Сырицын И. М. История Японии: Учеб. для студ. вузов, обучающихся по спец. «История». — М.: Высшая школа, 1988. — 432 с. — 30 000 экз. — ISBN 5-06-001204-2.
  • Лаптев С. В. Очерки по ареологии и истории Японии. — М.: ГОУ ВПО МГУЛ, 2007. — 98 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-85941-165-8.
  • Лещенко Н. Ф. Япония в эпоху Токугава. — 2-е изд.. — М.: Крафт+, 2010. — 352 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-93675-170-7.
  • Мак-Клейн Дж. Л. Япония. От сёгуната Токугавы — в XXI век. — М.: АСТ: Астрель, 2006. — 895 с. — 3000 экз. — ISBN 5-271-14015-6.
  • Масе Ф., Масе М. Япония эпохи Эдо. — М.: Вече, 2013. — 384 с. — (Гиды цивилизаций). — 3000 экз. — ISBN 978-5-9533-2074-0.
  • Мещеряков А. Н. Герои, творцы и хранителя японской старины. — М.: Наука, 1988. — 240 с. — 30 000 экз.
  • Молодяков В. Э., Молодякова Э. В., Маркарьян С. Б. История Японии. XX век / Отв. ред. В. М. Алпатов. — М.: Крафт+, 2007. — 528 с. — (История стран Востока. XX век). — 1000 экз. — ISBN 978-5-89282-295-4.
  • Пасков С. С. Япония в раннее Средневековье: VII—XII века. Исторические очерки / Отв. ред. Г. И. Подпалова. — 2-е. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2011. — 208 с. — (Академия фундаментальных исследований: история). — ISBN 978-5-397-02013-8.
  • Сэнсом Дж. Б. Япония: Краткая история культуры. — СПб.: Евразия, 1999. — 576 с. — (Пилигрим). — 5000 экз. — ISBN 5-8071-0029-8.
  • Толстогузов С. А. Сёгунат Токугава в первой половине XIX века и реформы годов Тэмпо. — М., 1999. — 181 с. — 500 экз.
  • Фредерик Л. Повседневная жизнь Японии в эпоху Мэйдзи. — М.: Молодая гвардия, 2007. — 310 с. — (Живая история: Повседневная жизнь человечества). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-02961-3.
Телетапшырыуҙар