Иран тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иран тарихы (фарс. تاریخ ایران) — донъялағы иң боронғо тарихтарҙың береһе. Быуаттар дауамында был ил Яҡын Көнсығышта мөһим роль уйнай.

Иран тарихын йыш ҡына ике осорға бүләләр: Тарихҡа тиклемге Иран-мосолман диненә тиклем Иран йәмғиәтен исламлаштырыу уның фарсы мәҙәниәтен, социаль һәм сәйәси структураһын тамырынан үҙгәртеүгә килтерә. Әммә, ислам динен ҡабул иткәс тә, элекке рухи ҡиммәттәр юғалмай. Киреһенсә, улар илдә барлыҡҡа килгән яңы мәҙәниәткә ҙур йоғонто яһай. Быны ҡайһы бер ғалимдар иран исламы тип атай. Хәҙерге Иранда мосолман осорона тиклем булған бик күп ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар һаҡланған.

Тарихҡаса осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта палеолит осоронда Иран территорияһында таш ҡоралдарҙың мустьер мәҙәниәтенә ҡараған неандертал кеүек палеонтроптар йәшәгән. Иранда үрге палеолит осоро 36 мең йыл элек, неандертальттар юғалып, улар урынына барадот мәҙәниәтенә ҡараған кромантонцтар килгәс башлана. Яҡынса 18 мең йыл элек барадот мәҙәниәте зарзийск мәҙәниәтен ҡыҫырыҡлап сығара.

Боронғо яҙма осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Древний Иран. Тәүге дәүләт ҡоролошо — Элам (ҡыҙыл менән билдәләнгән) һәм күрше халыҡтар — фарсылар, парфяндар, мидийҙар, касситтар һәм Вавилония, Ассирия дәүләттәре.

Боронғо яҙма осоронда Иран территорияһында иң көслө дәүләт булып, Элам һанала. Ул башҡа бер нисә ил һәм шул иҫәптән шумерҙар менән конкуренция алып бара.

Ирандың көнсығыш өлөшө Инда уйһыулығы цивилизацияһына һәм уға ҡәрҙәш мәҙәниәт йоғонтоһона инә. Неолит осоронда был мәҙәниәттең тамырҙары, күрәһең, бөтә Иран территорияһында таралған булып, бары тик һуңғараҡ ҡына көнсығышҡа миграциялана[1]. Шулай уҡ, хәҙерге археологтар тарафынан Ирандың көнсығышы иртә бронза быуатының (беҙҙең эраға тиклем 3-1 мең йыл) джирофт мәҙәниәттәренә бүленә.

Беҙҙең эраға тиклем 2700 йылға шумерҙар үҙҙәренең батшаһын ике тәгәрмәсле арба менән ерләй башлай. Бындай ерләүҙәр Эламдың Сузы ҡалаһында табылған.

Мосолман осорона тиклем фарсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран халҡы ҡәбиләләренең Урта Азиянан ҡасан Иранға килеп инеүе билдәһеҙ. Моғайын был хәл беҙҙең эраға тиклем 2000—1500 йыл элек булғандыр. Шулай уҡ ярым күсмә тормош алып барған иран халҡының ҡасан тәү башлап берҙәм дәүләт организмы булып ойошоуын да аныҡ ҡына әйтеп булмай. Иран яҫы таулығының көнсығыш өлөшөндәге көслө Бактрий дәүләтенең булыуы ла икеле.

Мидия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге Иран дәүләтенә беҙҙең эраға тиклем VII быуатта мидий ҡәбиләләре тарафынан нигеҙ һалынған. Мидийҙар бөтә Көнбайыш Иранды, бәлки, көнсығыш иран ҡәбиләләренең бер өлөшөн дә, үҙҙәренә буйһондора. Улар Ассирия дәүләтен юҡҡа сығарған коалицияның башында тора. Мидий дәүләтенең даны ни тиклем киң таралыуы, гректарҙың уларҙы V быуатта уҡ фарсы мидийҙары тип атауынан да күренә.

Әһәмәниҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әһәмәниҙәр державаһы б. э. т. 500 йылдарҙа.

Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта мидийҙарҙы Ирандың көнбайыш-көнсығыш сигендә йәшәгән фарсылар алыштыра. Фарсы монархияһына Әһәмәниҙәр нәҫелен сыҡҡан Бөйөк Кир II (Б.э.т. 558—529 йылдар) нигеҙ һала. Ул бөтә Көнсығыш Азияны һәм Сырдарьяға тиклем тиклем бөтә Иран донъяһының барлыҡ көнсығыш өлөшөн баҫып ла. Фарсы монархияһының баш ҡалаһы Иран провинцияһындағы, Пульвар һәм Мургаб йылғалары уйһыулығында урынлашҡан Пасаргада ҡалаһы.

Беҙҙең эраға тиклем 529 йыл элек Камбиз II был яулап алыуҙарға Боронғо Мысырҙы һәм Эфиопияның бер өлөшөн ҡуша. Уның үлеменә (ҡарағыҙ: Бардия) тәхеттең Әһәмәниҙәрҙең иң бәләкәйе — Дарий Гистаспҡа күсеү сыуалышы сәбәп була (беҙҙең эраға тиклем 521— беҙҙең эраға тиклем 486).

Дарий I монархияның бөтә өлөштәрендә лә сыҡҡан ихтиалды туҡтата, ул Әһәмәниҙәр тәхетен нығыта һәм дәүләткә дөрөҫ ҡоролош бирә. Ҡайһы бер Урта Азия, Һинд халыҡтарын баҫып алыу һәм Балҡан ярымутрауын буйһондороу арҡаһында дәүләттең сиктәре киңәйтелә. Батшаның батырлыҡтары билдәле Бехустунск яҙмаларында тасуирлана. Яҙмала уға буйһонған халыҡтар ҙа күрһәтелә. Дарий көньяҡ-көнсығыш Азияла дөрөҫ алтын системаһын индерә. Ул хаҡимлыҡ иткән осорҙа зороастризм дине раҫлана. Фарсы дәүләте баҫып алынған халыҡтар диненә ҙур түҙемлек менән ҡарай. Был ваҡытта монархияның төп ҡалалары булып, Хузистандағы Сузы ҡалаһы һанала. Бынан тыш, Дарий Пасаргаданан бер аҙ түбән булған Пульварҙағы Персеполгә башланғыс һала. Дарий II хаҡимлыҡ иткән осорҙа, беҙҙең эраға тиклем 424—405 йылдарҙа Мысыр Фарсынан айырылып сыға һәм ярты быуаттан ашыу бойондороҡһоҙ булып ҡала.

Беҙҙең эраға тиклем 405−361 йылдарҙа Артаксеркс II Мысырҙағы хәлдәрҙән сығып, Урта Азияла һәм Урта диңгеҙ буйында фарсы хаҡимлығын кире ҡайтара. Энергияһы ташып торған һәләтле Артаксеркс III (б.э.т. 361—338 йылдар) яңынан Мысырҙы яулай.

Фарсының дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең дәүләт ҡоролошо өсөн фарсылар Дарий I бурыслы. Яулап алынған һәр халыҡ үҙ телен, динен, закондарын һәм ғөрөф-ғәҙәтен, хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа милли башлыҡтарын да һаҡлап ҡала. Әммә барыһының да өҫтөнән дөйөм администрация хаҡимлыҡ итә. Дәүләт сатрапийҙар административ берәмегенә бүленә. Һәр сатрапий башында сатрап, граждандар һәм финанс идаралығы начальнигы тора. Уның вазифаһына халыҡтың һәм дәүләттең мул тормошон булдырыуға ярҙам иткән һалымдар керемен, ер эшкәртеү барышын тикшереү бурысы инә. Сатрап менән бер рәттән батша секретары, ғәскәр башлығы ла эшләгән. Сатрап улар аша батша бойороҡтарын ҡабул иткән. Йыл һайын, хатта күберәк тә, махсус инспекторҙар илде (уларҙы батшаның «күҙе», «ҡолаҡтары» тип йөрөткәндәр) урап сыҡҡан һәм сатраптарҙың эшенә ревизия яһаған. Улар ҡайһы бер осраҡтарҙа сатраптарҙы вазифаһынан да бушатҡан. Дәүләттең баш ҡалаһы һәм хатта иң төпкөл ауылдар араһында хәбәр йөрөтөү өсөн атлылар күрьеры ойошторолған. Һәр сатрапий йылына ике һалым түләргә тейеш булған. Уларҙың тәүгеһе алтынлата һәм көмөшләтә, икенсеһе натурлата түләнгән. Тәүге һалым арҡаһында фарсы батшалығы ҡаҙнаһында алтын ҡойолмаларынан торған ҙур байлыҡ тупланған. Икенсе һалым ярҙамында батша һарайын, армияны тотҡандар. Шул иҫәптән сатраптарға һәм башҡа вазифалы кешеләргә жалованье түләнгән. Мысыр — икмәк, Киликия — аттар, Мидия — шулай уҡ аттар, ҡасырҙар, эре мөгөҙлө мал, Әрмәнстан — ҡолондар, Эфиопия — ҡара ағас һәм фил һөйәге менән тәьмин иткән. Бары тик Фарсы ғына, Кире һәм Камибизе ваҡытындағы һымаҡ, һалымдан азат ителгән һәм ирекле саҙаҡа менән генә сикләнгән.

Фарсы мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кирҙы баҫып алыу Фарсы мөхитенә Ассирия һәм Лидия байлығын да өҫтәй. Мидийҙарҙан күрәҙәселәр хакимлығы ла күсә, уларҙың костюмдары һәм ҡоралдары ла үҙләштерелә. Фарсыларҙың тәрбиәһе намыҫ, хәрби рух һәм данға һөйөү, тоғролоҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Яуҙа күрһәтелгән батырлыҡ һәм батшаға булған тоғролоҡ фарсылар өсөн иң юғары яҡшылыҡ булып һанала. Фарсыларҙа сәнғәт йүнәлешендә бары тик скульптура һәм архитектура ғына үҫешкән була. Фән әһелдәре лә тик сит ил кешеләренән тора. Фарсы батшалығында грек табиптары, грек һәм финикий инженерҙары, мысыр рәссамдары хеҙмәт итә. Дөйөм алғанда боронғо фарсы цивилизацияһын Египет һәм Вавилондыҡы менән бер рәткә ҡуйып булмай.

Искәндәр Зөлҡәрнәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр донъяһын Филипп Македонский хакимлығы аҫтына берләштереү Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Фарсыға поход яһауына этәрә. Оҙайлы һәм ныҡышмаллы көрәштән һуң Искәндәр үҙенә бөтә Әһәмәниҙәр дәүләтен буйһондора.

Селевкидтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем 323 йылда Александрҙың үлеменән һуң, уның монархияһы бер нисә дәүләткә тарҡала. Иран башта Сирия хакимдары селевкидтарҙыҡы һанала, әммә бер нисә йылдан һуң Александр үлгәс, Атропат Мидияла яңы дәүләт — Атропатенаны булдыра. Көнсығышта булдырылған дәүләттәр ҙә, атап әйткәндә Ирандың (беҙҙең эраға тиклем 256 йыл) төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Грек-бактрий батшалығы һәм Хорасандағы парфян дәүләте лә ҙур ғына була

Парфия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфия дәүләте

Парфия батшалығы Селевкидтарҙан Фарсыны, Месопотамияны тартып ала һәм Грек-бактрий Гиндукушҡа тиклемге бер өлөшөн яулай. Ул тәүгеләрҙән булып, батшаларҙың батшаһы тигән титул ҡабул итә һәм шуның менән үҙен Әһәмәниҙәрҙең вариҫы итеп иғлан итә. Августа ваҡытынан боронғо Рим императорҙары парфян тәхете өсөн үҙара барған талаштарға ҡыҫыла һәм йыш ҡына парфян батшаларын үҙҙәренең вассалдары тип тә һанай. Парфяндарға һиҙелерлек ҙур һөжүмде Мессопотамияны һәм Әрмәнстанды баҫып алған һәм Ктесифонды яулаған Траян яһай.

Сәсәниҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәсәниҙәр дәүләте

226 йылда Артабан I яуҙа ҡолатыла һәм «батшалар батшаһы» тәхете Сәсәниҙәр династияһына күсә. Дәүләттә шул уҡ ҡоролош һаҡлана, 18 провинцияға (сәтрәпийҙәр) бүленеш тә үҙгәрешһеҙ ҡала.

Руханилыҡтың әһәмиәте көсәйә. Зороастризм дине бөтә тулылығында дәүләт дине тип һанала. Хакимиәт һәм финанс идаралығы дөрөҫ системаға һалына. Сәсәниҙәргә, парфяндарға кеүек, Әрмәнстан, Месопотамия, Рим һәм көнсығыштағы Урта Азия халҡы менән көрәш алып барырға тура килә.

Сәсәниҙәрҙең ҡолатылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәсәниҙәр дәүләтендәге тәртипһеҙлек мосолман баҫып алыусыларына уңыш килтерә. Ғәрәптәрҙең баҫып инеүе 633 йылда уҡ башлана. Кадисийҙағы һуғыш (636 йәки 637 йылда) Месопотамияны һәм дәүләттең баш ҡалаһы Ктесифонды, ә Нехавендағы һуғыш (637 йыл) Ирандың ҙур өлөшөн яулап алыуға килтерә. Йездигерд III боронғо Мерв ҡалаһына ҡалаһына китә һәм шунан тороп, төрөктәр ярҙамында һуғышты дауам итмәк була, әммә, 651 йылда ул үлтерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История Иранского государства и культуры. К 2500-летию Ирана. М.: АН СССР. Ин-т востоковедения. Главная редакция восточной литературы, 1971. — 350 с.
  • Justi, «Geschichte der orientalischen Vö lker im Altertum» (Б., 1884, в Онкенской серии);
  • Spiegel, «Eranische-Altertumskunde» (Лейпциг, 1871—78);
  • G. Rawlinson, «The sixth great oriental Monarchy» (Л., 1873);
  • N öldeke, «Geschichte der Perser und Araber zur Zeit der Sasaniden aus der arabischen C hronik des Tabari» (Лейден, 1879);

его же, «Aufs ä tze zur persischen Geschichte» (Лейпциг, 1887).

  • Feuvrier, «Trois ans à la cour de Perses» (П., 1899);
  • Kanishu, «About Persia and its people» (Рок-Эйланд, 1899);
  • Lorini, «La P. economica contemporanea» (Рим, 1899);
  • Ed. Meyer, «Gesch. d. Altertums. Bd. V. Das Perserreich und die Griechen» (Штутг., 1901);
  • Ломницкий, " П. и персы " (СПб., 1902);
  • W. Schultz, «Zustände im heutigen Persien» (Лпц., 1903).
  • Мюллер, «История ислама» (т. III, СПб., 1896)
  • Malcolm, «History of P.» (Л., 1815; 2 изд., 1829; часть в русском пер. «Сын Отечества», 1853, ч. 171, № 23—25 — об Аге-Мохаммеде);
  • Маркгам, «А general sketch of the hist. of Р.» (Л., 1874), «Eastern P.» (2 т., Л., 1876);
  • Герфорд Джонс Бридж, «The dynasty of the Kajars» (Л., 1838);
  • Пиггот, «Р. ancient and modern» (Л., 187 4);
  • Барбье-де-Мейнар, «Dictionnaire g éographique, hist. et littéraire de la P.» (П., 1861);
  • Блау, «Commerzielle Zust ä nde P.» (Б., 1858);
  • Ватсон, «A hist. of P. from the beginning of the XIX century» (Л., 1866);
  • Шарден, «Voyage en Perse» (1677; новое изд. с примеч. Лангле, П., 1811);
  • Вагнер, «Reise nach Р.» (Лейпциг, 1852); Бругш, «Reise d. preuss. Gesandschaft nach P.» (Л., 1862);
  • Петерманн, «Reisen in den Orient» (Лейпциг, 1861);
  • Полак, «Persien» (Лейпциг, 1865; часть в русском переводе в «Всем. пут.», 186 8, т. III);
  • Ханыков, «Ethnographie de la P.» (П., 1866);
  • Вамбери, «Meine Wanderungen und Erlebnisse in P.» (Пешт, 1867);
  • Арнольд, «Through P. by caravan» (Л., 1876);
  • Вамбери, «Der Islam im neunzehnten Jahrhundert» (Лейпциг, 1875);
  • Венюков, «Россия и Англия в П.» («Русский вестник», 1877, № 10);
  • «Дневник шаха Насреддина во время путеш. через Закавказье» («Кавказ», 1876, № 59—62); И.
  • Сугорский, «Сношения с П. при Годунове» («Русский вестник», 1890, № 10).
  • Иванов М. С. Новейшая история Ирана. — М., 1965
  • Иванов М. С. Очерки истории Ирана. — М., 1952
  • Иран. Очерки новейшей истории. — М., 1976
  • История Ирана. — М., 1977
  • Очерки новой истории Ирана XIX — начало ХХ вв. / отв. ред. Кулагина Л. И. — М., 1978
  • Sabahi Houshang. British policy in Persia. 1918—1925. — L., 1990. — 279 с.
  • Алиев С. М. История Ирана. XX век. М., 2004.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]