Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 Әзербайжан тарихы — бында Әзербайжандың борон замандарҙан алып бөгөнгә тиклемге тарихы һүрәтләнә. Әзербайжан территорияһын палеолит осоронан уҡ кеше төйәк иткән  (тәүтормош кешеләренең торамалары Азих мәмерйәһендә, Ҡобустанда һ.б. табылған). Б. э. т. II быуаттан 705 йылға тиклем хәҙерге Әзербайжан биләмәләрендә Кавказ Албанияһы тигән полиэтник батшалыҡ була (387 йылға тиклем — Кура йылғаһының һул ярында ғына),  көньяҡ-көнсығыш төбәктәр Атропатена составына инә.  VIII быуатта  Албания һәм Атропатена территориялары Ғәрәп хәлифәлегенә инә, ислам дине һәм ислам мәҙәниәте тарала башлай. Хәлифәлек тарҡалғас, бер нисә феодаль дәүләт (Ширваншаһтар, Салариҙар, Сажиҙар, Шәддәдиҙәр, Рәүүәдиҙәр) барлыҡҡа килә. 

XI быуатта был ерҙәр Сәлжүк империяһы хакимлығына эләгә, һәм төрки ҡәбиләләренең миграцияһы арҡаһында төбәктә борондан йәшәп килгән халыҡ (албан һәм иран ҡәбиләләре) төркиләшә башлай. Һөҙөмтәлә, әзербайжан этносы ярала [1], был процесс XV быуат аҙағына тамамлана [1]. XII быуатта Арран  Илдигиздәр дәүләте составына инә. XIII быуатта монголдар һөжүм итә. Хәҙерге Әзербайжан территорияһы Хулагу һәм Аҡһаҡ Тимер дәүләттәре хакимлығы аҫтына эләгә. Улар көсһөҙләнгәс, төркүмәндәрҙең Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы  дәүләттәре власты ала. XVI быуат башында Әзербайжан ерҙәре Сәфәүи дәүләтенә инә. 1747 йылдан алып  XIX быуаттың башына тиклем күп милләтле ярымбойондороҡһоҙ әзербайжан ханлыҡтары була. XIX быуат башында ханлыҡтар биләгән территориялар Рәсәй империяһы составына инә. Ҡушылған территория губерналарға һәм өйәҙҙәргә бүленә. 

1918 йылда империя тарҡалғандан һуң Көнсығыш Кавказ аръяғында Әзербайжан Демократик Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә  (1918 йылға тиклем әзербайжандарҙың үҙ дәүләте булмай, күрше грузиндарҙан һәм әрмәндәрҙән айырмалы, Кавказ аръяғы мосолмандары үҙҙәрен мосолман донъяһының бер өлөшө итеп күрә [2][3]). 1918 йылға тиклем «Әзербайжан» атамаһы башлыса Аракс йылғаһынан көньяҡтараҡ ятҡан территорияларға ҡағыла, ә хәҙерге Әзербайжандың күпселек өлөшө нигеҙҙә тарихи Арран һәм Ширван өлкәләрен биләй.  1920 йылдың апрелендә Әзербайжан ССР-ы ойошторола, ул 1936 йылдан СССР составына инә. 1991 йылда Әзербайжан Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм СССР составынан сыға. 

Атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихҡа тиклемге осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ашель ҡомартҡыһы булған Гараджаға 1 миллиондан ашыу — 800-500 мең йыл тип иҫәпләнә [4]. Пренеандерталдың (азихантроп) аҫҡы яңаҡ һөйәге табылған Азих мәмерйәһендә усаҡ эҙҙәре, көл табы тирәләй теҙелгән таштар табылған, ғалимдар уны усаҡтың иртә формаһы тип аңлата. Быларға — 600—700 мең йыл[5][6].

Хараба-Гиләндән Дарий Атропатенаның көмөш драхмаһы. Әзербайжандың Тарих музейы  (Баҡы)

Хәҙерге Әзербайжан территорияһында Манна һәм Ишҡуза тигән Скиф батшалығы  тәүге дәүләт берәмектәре була[7][8][9][10]. Ишҡуза Аракс йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан була, йылғаның көньяғындағы ерҙәр ҙә уға инә. 

Борон замандарҙа көньяҡ Әзербайжан территорияһы хәҙерге Әзербайжан биләмәһендәге тәүге дәүләт берәмеге булған Манна дәүләте эсенә инә. Уны яңы барлыҡҡа килгән Мидия державаһы баҫып ала. Мидия (һуңғары — Әхәмән империяһы) составында булғанда Манна йыш ҡына Кесе Мидия тип йөрөтөлә. Әхәмән империяһы Атропат Мидияһы  (фарс. Мад-и-Атурпаткан) йәки Атропатена тарафынан ҡолатылғас, Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алыуынан һуң Мидияның төньяҡ өлөшөн Атропат (Атурпатак) тип йөрөтә башлайҙар. Унда Әхәмәндең һуңғы сатрабы Атропат (Атурпатак) батшалыҡ итә. Антик авторҙар был ерҙәрҙе Кесе Мидия тип атай. Географик яҡтан Атропат Мидияһы хәҙерге Ирандағы Иран Әзербайжаны территорияһында урынлашҡан һәм Аракс менән сикләнгән була, ләкин б. э. т.  III уның власы Нахчиванға ла тарала[11]

Дөйөм ҡабул ителгән ғилми фекергә ярашлы, Кавказ Албанияһының 387 йылға тиклемге территорияһы 

Хәҙерге Әзербайжан территорияһының ҙур өлөшөндә  б. э. т.  I мең йыллыҡта кавказ албандары тигән дөйөм атама аҫтындағы   ҡәбиләләр йәшәй. Улар башлыса лезгин төркөмөнөң (лезгин атамаһы  албан берлегенә ингән леги ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан) нах-дағстан телдәрендә һөйләшә[12]). Яҙма албан (гәргәри) теленең, йәғни Кабалаки районы теленең, тура вариҫы булып уди теле һанала. Боронғо грек тарихсыһы һәм географы Арриан яҙғанынса, албандар тарих майҙанында тәүләп б. э. т.  IV быуатта барлыҡҡа килә. Ғалимдар фаразынса, улар Әхәмәндең Мидия сатрабына, ә Әхәмән державаһы ҡолатылғас, Атропатена батшаларына буйһона. Күрәһең, б. э. т. II быуатта Куранан төньяҡтараҡ албан ҡәбиләләре берлеге барлыҡҡа килгәндер һәм дәүләт берәмеге һыҙаттарын ала башлағандыр [13]. Был осорға албандарҙың халыҡтан айырылған ғәскәре һәм ауыр атлы ғәскәре була[14]. Страбон беҙҙең эраның I быуатында албандарҙы былай тип һүрәтләй:

«Кембридждың боронғо донъя  тарихы» буйынса Кавказ аръяғы IV—VI быуаттарҙа[15]
Кавказ аръяғы дәүләттәре беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттарҙа «Бөтә донъя тарихы»на ярашлы[16]

Әммә Страбондың албандар һәм уларҙың йәшәү рәүешенең примитивлығы тураһындағы яҙмаларына ҙур ғына төҙәтмәләр индереү зарур, ул осор ваҡиғалары археологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә ентеклерәк тишереүҙе талап итә. Мәҫәлән, Шәкиҙан көньяҡ-көнсығыштағы Ялойлу-Тапа тигән урында б. э. т. IV—I быуаттарға ҡараған ҡәберлектәр табылған. Уларҙа табылған инвентарҙан ерле халыҡтың ултыраҡ тормош алып барғанлығы, шул осорҙа уҡ ер эшкәртеү һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәнлеге күренә[14]. Б. э. т. II[17] быуатта йә I быуат уртаһында[18] Албания дәүләте барлыҡҡа килә. Албандарҙың дине урындағы культтар (башлыса тәбиғәт культтары һәм күк яҡтыртҡыстары, айырыуса Ай) менән Атропатенанан ингән зороастризм ҡушылмаһынан ғибәрәт була[14]. Б. э. II быуатында Птолемей Албанияла 30-лап «ҡала» (нығытылған торамалар) булыуын билдәләй. Кабала ҡалаһы, б. э. V быуатынан Бәрдә (Партав) ҡалаһы дәүләттең баш ҡалаһы була. Б. э.  I быуаты аҙағында Помпей етәкселегендә римлыларҙың хәрби походынан һуң Албания Рим империяһының йоғонтоһо аҫтында ҡала.

Б. э. т. 189 йылда Албаниянан көньяҡ-көнбайышта Селевк стратегы Арташес  (Артаксий) әрмәндәрҙең Селевк династияһына ҡаршы ихтилалын етәкләй һәм Бөйөк Әрмәнстан дәүләтен иғлан итә.  Әрмәнстан биләмәләрен киңәйтә, нығыта, Әрмән таулығын, һуңыраҡ Кесе Кавказдың бер өлөшөн дә үҙенә буйһондора. Б. э. т.  II быуатта әрмән батшалары тарафынан төрлө албан, шулай уҡ скиф ҡәбиләләре (Сакасена, Орхистена, Отена һәм Каспиана) ултырған ерҙәр баҫып алына [19][20]. Шуға ҡарамаҫтан, Көнбайыш тарихсыһы Роберт Хьюсен фекеренсә, боронғо осорҙа был төбәктәрҙә утиҙар, гәргәриҙәр, каспийҙар һ.б. халыҡтар ҙа йәшәгән, улар әрмән булмаған. 

Шуныһын да билдәләргә кәрәк: был өлкәләрҙәге кавказ халҡы әрмәндәр менән яйлап ассимиляциялана, һәм беҙҙең эра башында Страбон  Әрмәнстандың бөтә өлкәләре лә «бер телдә һөйләшә» ти, тик был ошо ерҙәр халҡы этник әрмәндәрҙән генә торған тип раҫлау өсөн дәлил була алмай. Академик Дьяконов билдәләүенсә, беҙҙең дәүерҙә боронғо Кавказ аръяғында тел сиктәренең ҡайҙан үткәнлеге билдәле түгел.  Урта быуаттарҙа Кавказ аръяғындағы төрлө тел ареалдары бер-береһе менән осрашҡан урындарҙа тел сиктәре диндекеләр менән тап килә башлаған. VII быуатта әрмән  географы Анания Ширакаци яҙыуынса, «албандар әрмәндәрҙән тартып алған өлкәләр: Шикашен, Гардман, Колт, Заве һәм тағы Аракс Кураға ҡойған  урынға тиклемге 20 өлкә». Утик (Отена) тураһында ул, ҡасандыр бөйөк Әрмәнстандың 12-се провинцияһы булған өлкәгә «албандар хужа» (шул мәлгә), тип яҙа.[19].[21]

Боронғо Кабаланың (Кабалаканың) ҡәлғә диуарҙары ҡалдыҡтары. Аҡ эзбизташ фундаменты ҡалдыҡтар емерелмәһен өсөн XX быуатта төҙөлгән  

Каспиана — Муган далаһының һәм Талыштың районы, Страбон буйынса, уны Әрмәнстандың беренсе батшалары «мидиҙарҙан» (атропатеналыларҙан) тартып алған[22]. Шуға ҡарамаҫтан, Страбон осоронда уҡ был территория Кавказ Албанияһыныҡы булған. Б. э. II быуатында Әрмәнстан Пайтакаранды тартып ала,[23]  әммә Ширакаци осоронда, йәғни 387 йылдан һуң, был провинция ҡабат Әрмәнстанға,[24], был юлы сәсәни державаһының бер өлөшө булараҡ Атурпатканға[25] ҡайта. Пайтакаран халҡы төрлө иран телле ҡәбиләләрҙән тора [23]. Ширакаци фекеренсә, хәҙерге Нахчиван Республикаһының территорияһы өлөшләтә ул саҡта Әрмәнстанға буйһонған Васпуракан һәм Сюник провинцияларыныҡы булған[25][26]. Нахчиван  округы әрмән батшаларының вариҫтары ҡарамағында була, улар «мардпет» тигән титул («мар башлығы») йөрөтә, ә ырыуҙары «Мардпетакан»  тип атала[27]. Фавст Бузанд яҙыуынса, Нахчивандың үҙендә Бөйөк Тигран тарафынан Фәләстиндән ҡыуып ебәрелгән йәһүдтәр төйәкләнгән; 369 йылда Әрмәнстанға баҫып ингән фарсылар «ике мең әрмән ғаиләһе менән 16 мең йәһүд ғаиләһен алып сыҡҡан»[28].

Кавказ Албанияһы христианлыҡты  рәсми дәүләт дине итеп Әрмәнстандан ала[29][30]. IV быуатта, әрмән батшаһы Трдат III өлгөһөнә эйәреп, Урнайр батша Әрмәнстанда Мәғрифәтсе Григорий тарафынан суҡындырыла [31] һәм христианлыҡ ҡабул итә[32]. Албанияның көнсығышында —  әрмән теле, ә Каспий буйында хәҙерге талыш теленең элгәре булған урта миди теле тарала. Ошо уҡ осорҙа албан яҙмаһы барлыҡҡа килә, уны әрмән мәғрифәтсеһе Месроп Маштоц сығара. Ул күпмелер ваҡыт Албанияла йәшәй һәм төбәкте христианлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә[33][34]. Ошо уҡ осорҙа Албанияға күсмә халыҡтар  — һундар һәм хазарҙар һөжүм итә[35]. 387 йылда Кураның уң ярындағы ерҙәр Албанияға күскәс, әрмән йоғотоһо тағы ла көсәйә төшә: Отена, Орхистена провинциялары һәм әрмәндәр ҙә, албандар ҙа йәшәгән Каспиананың бер өлөшө әрмәнләшә башлай[19][20][24]. Иртә Урта быуаттарҙа албан халҡының бер өлөшө әрмәнләшә, бер өлөшө иранлаша, һәм Албания  Х быуатҡа тарихта ғына тороп ҡала.  Ләкин мосолман географтары яҙыуынса, X быуатта әле Албания баш ҡалаһы Барданың халҡы албанса һөйләшә[36][37]. Ошо уҡ ғәрәп авторҙары белдереүенсә, Бәрдә менән Шамур артында, хәҙерге Таулы Ҡарабах территорияһында, әрмәндәр йәшәй[38].

Ғәрәптәрҙең баҫып алыуҙары һәм исламлашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
VIII быуаттағы  Шәмаха йома мәсете реконструкциянан һуң —  Әзербайжан территорияһындағы бик  боронғо ислам биналарының береһе[39]

Фарсылар менән ғәрәптәрҙең беренсе бәрелеше 637 йылда Сәсәниҙәр дәүләте баш ҡалаһы Ктесифон эргәһендә була. Фарсы ғәскәрендә Жаваншир етәкселегендәге албандар ҙа һуғышта ҡатнаша. 642 йылдан ғәрәптәр Көнсығыш Кавказ аръяғын яулай башлай. Бында ғәрәптәр күпләп күсенә. Ерле халыҡ үҙ телендә һөйләшеүен дауам итһә лә, ислам дине өҫтөнлөклө дингә әүерелә. Урта Азияла бындай этник буталыш тажик милләте хасил булыуға башланғыс һала.  Тарихсы Балазури белдереүенсә, хәлиф Али ибн Әбүталип хакимлыҡ иткән мәлгә (656—661) урындағы халыҡтың күпселеге ислам ҡабул иткән була. Төньяҡта был процесс һуҙылынҡырай[40]. Ислам баҫҡынсылыҡтары күп урында тыныс юл менән бара, ҡайһы бер ерҙәрҙә  — ҡорал ҡулланып. Яуланған территорияларҙа мәжүсиҙәргә исламға күсергә тәҡдим ителә. Ризалашҡандар зәкәт түләй һәм мосолмандар менән бергә яуҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала. Яуҙа ҡатнашҡандарға яумалдан өлөш сығарыла. Яуланған ерҙәрҙә ғәрәптәр ерле халыҡҡа һалымдар һала, солох килешеүҙәре төҙөй, шунан үҙ походтарын дауам итә һәм ҡабат әйләнеп килә. Халыҡ һалым түләүҙән баш тартһа, талауҙар башлана. Бер нисә быуаттан Албания ерҙәренең күп өлөшө Ширваншаһтар дәүләтенә инә.

816—837 йылдарҙа Иранда ғәрәптәргә һәм исламға ҡаршы  һүррәмдәр юлбашсыһы зәрдүшти Бәбәк етәкселегендә оло ихтилал ҡуба. Уның төп көсө крәҫтиәндәр менән һөнәрселәрҙән — Ғәрәп хәлифәлегенә, иҙелеүгә һәм исламға  ҡаршы көрәшкән һүррәмдәр тәғлимәте эйәрсендәренән — тора. Бәбәктең фарсы [41][42][43][44] ихтилалына ғәрәптәрҙең иҙеүенән йонсоған бик күп ваҡ ер биләүселәр ҙә ҡушыла[45]. Әзербайжан провинцияһының Аракстан көньяҡтараҡ урынлашҡан Базз ҡәлғәһе баш күтәреүселәрҙең үҙәге була, һәм ғәрәп гарнизондарын ҡыуып ебәргәндән һуң хәҙерге Әзебайжан территорияһы тотошлай тиерлек һәм хәҙерге Ирандың ҡайһы бер өлкәләре  баш күтәреүселәр ҡулында ҡала. Ихтилал Көнсығыш Әрмәнстанды ла солғап ала[45].

Бәбәк ихтилалы ҡеүәте һәм киңлеге йәһәтенән Яҡын һәм Урта Көнсығышта иң көслө ихтилал була. Көрәш осоронда һүррәмдәр Хәлифәлектең алты даими ғәскәрен тулыһынса тиерлек юҡ итә. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Әзербайжан көньяғында һәм Дәйләмдә һүррәмдәр һаны 300 меңгә етә. Бәбәк ихтилалынан рухланып, Жибал,  Хөрәсән, Тәбәристан,  Астрабад, Исфаһан һәм башҡа төбәктәрҙең халҡы баш күтәрә[46]. Был ерҙәрҙә һүррәмдәрҙең хакимлығы урынлаша, улар социаль-иҡтисади саралар үткәрә[47].

Ғәрәптәрҙең Византия менән һуғышы һәм Мысырҙағы ихтилалға ҡаршы тороуы  (830—833) Хәлифәлектең баш күтәреүселәр менән көрәшен көсһөҙләндерә. Ләкин 833 йылда Византия менән солох төҙөгәндән һуң  Мотасим хәлиф (833—842) бөтә көстө ихтилалды баҫтырыуға ташлай[45]. Һүррәмдәр яғында булған урындағы феодалдар, халыҡтың киң ҡоласлы күтәрелешенән ҡурҡыуға ҡалып, Бәбәккә хыянат итәләр һәм уның дошмандары яғына сығалар. Бәбәк тармар ителә һәм Хаченға (Таулы Ҡарабах) ҡаса, ләкин ундағы әрмән кенәзе Сахл Смбатян тарафынан тотоп бирелә һәм аҫыла. Һүррәмдәр хәрәкәте еңелеүгә дусар булһа ла, халыҡтың Бәбәк етәкселеге аҫтындағы азатлыҡ һуғышы, күп тарихсылар фекеренсә, Ғәрәп Хәлифәлегенең ҡолауын тиҙләтә һәм башҡа халыҡтарҙың азатлыҡ көрәшенә булышлыҡ итә[46]

Ширваншаһтар дәүләте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Баҡыла Ширваншаһтар һарайы,  XV быуат уртаһы

Ширвандың ғәрәп наместниктары ширваншаһ титулын ала һәм Хәлифәлектән бойондороҡһоҙланырға тырышыу  һөҙөмтәһендә 861 йылда үҙәге Шәмәхәла  булған үҙ дәүләтен төҙөй. VII—X быуаттарҙа хәҙерге Әзербайжан территорияһы әленән-әле хазарҙар менән русиндар һөжүмдәренә дусар булып тора. XII быуатта Ширвандың баш ҡалаһы Баҡыға күсерелә, унда XV быуатта Ширваншаһтар һарайы төҙөлә. Ширваншаһтар дәүләте  XVI быуатҡа тиклем йәшәй, шунан һуң Сәфәүиҙәр тарафынан йотола.  Бөтә тарихы дауамында 3 ғәрәп ырыуы  — Мәзйәдиҙәр, Кәсрәниҙәр һәм Дәрбәндиҙәр —  хакимлыҡ итә. Ширваншаһтар фарсы мөхите уратыуында булғанлыҡтан фарсылаша[48].

Ани һәм Сүник әрмән батшалыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Әзербайжан ерҙәренең бер өлөшө әүәлге осорҙарҙа  әрмән дәүләттәренә ҡараған була. Мәҫәлән, IX  быуат аҙағында Нахчиван ғәрәптәрҙән әрмән Багратидтар батшалығы батшаһы Смбат I тарафынан тартып алына, ә ул 891/892 йылда был ерҙе шартлы биләүсе булыу хоҡуғы менән Сүниктең әрмән кенәзлегенә тапшыра. Әрмәндәрҙең Сүник батшалығының көнсығыш сиктәре Акера йылғаһына тиклем йәйрәп ята.  

Сажиҙар дәүерендәге торҡа. Әзербайжан сәнғәт милли музейы 

 VIII быуат аҙағында Ширванда власҡа ғәрәп  Йәзи ырыуы килә (һуңынан иранлашалар), ул тиҙ арала Хәлифәлеккә буйһоноуҙы туҡтата[49]. Арран 889 йылдан Бәбәкте еңгәндәрҙең береһе Әбүлсажи Дивдадтың улы әмир Мөхәммәт биләмәләренә инә. Мөхәммәт хәлиф тарафынан Әрмәнстан менән Әзербайжан идарасыһы итеп тәғәйенләнә, хәлифтән бойондороҡһоҙлоҡ  иғлан итергә тырышһа ла, ҡулынан килмәй. Дөйөм алғанда, Мөхәммәт һәм уның вариҫтары булған Сажиҙар үҙҙәрен хәлиф вәкиле түгел, вассал рәүешле итеп  тоталар. Кавказ аръяғында Хәлифәлек ҡағиҙәләренә ярашлы ныҡлы хакимиәт урынлаштырырға тырышалар. 924 йылда Сажиҙар йәнә Хәлифәлеккә ҡарата  бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итәләр, әммә тиҙҙән Сажиҙар дәүләте эске фетнәләр һөҙөмтәһендә ҡолай. Шул уҡ ваҡытта иран ҡәбиләләре булған дәйләмиҙәр менән ҡурдтарҙың көслө хәрәкәте Көнбайыш Иранды Хәлифәлек хакимлығынан азат итә[50][49][51]. 940-сы йылдарҙа Әзербайжан провинцияһы менән Аррандың бер өлөшөн Салариҙар (Мосафириҙар) тартып ала[52] [53].

Салариҙар әмирлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салариҙар (йәки Мосафириҙар)  Иранда хакимлыҡ итеүсе мосолман ырыуы була, ул 942—979 йылдарҙа Иран Әзербайжаны һәм Әрмәнстандың бер өлөшөндә идара итә.  Салариҙар хакимлығы Иран тарихында «Иран Интермеццоһы» тигән атама ала һәм IX—XI быуаттар дауамына һуҙыла. Ерле иран ырыуҙарының власҡа килеүе уның төп үҙенсәлеге була. 971 йылда Салариҙарҙың наместнигы Гәнжәнән урындағы халыҡ ярҙамында ҡурд юлбашсыһы Мөхәммәт ибн Шәддәдтең улы  Фадл ибн Мөхәммәт тарафынан ҡыуып ебәрелә[54][55].

Шәддәдиҙәр дәүләте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәддәдиҙәр —  969—970  йылдарҙа Арран өлкәһендә хакимлыҡ иткән ҡурд ырыуы, элек Мосафириҙар биләмәләренә ингән Гәнжә уларҙың баш ҡалаһы була.  Кавказ аръяғын сәлжүктәр баҫып алғас, 1054 йылда уларҙың вассалына әүереләләр, ә 1072 йылда әүәл Багратиҙар батшалығына ингән Ани төбәген вассаллыҡ биләмәһенә алалар һәм Ани әмирлеген төҙөйҙәр. 

Фадл ибн Мөхәммәт, идарасы Двин Мөхәммәт ибн Шәддәдтең улы, Гәнжә өҫтөнән хакимлыҡты ағаһы Али Лашҡариға тапшыра, әммә тиҙҙән, уның вафатынан һуң, икенсе ағаһын үлтерә лә Арранда үҙе хакимлыҡ итә башлай, арраншаһ титулын ҡабул итә (985—1036). Шәддәдиҙәр Арран өлөшөн 100 йылдан ашыу ҡулдарында тота. 1075 йылда сәлжүктәр Гәнжәлә Шәддәдиҙәрҙе ҡолата, Арранды үҙ биләмәләренә ҡуша [54]. Шул уҡ ваҡытта Иран Әзербайжанында Салариҙарҙы Йәмән сығышлы Рәүүәдиҙәр ҡолата (979), баш  ҡалалары итеп Тәбризде иғлан итә [56].

Рәүүәдиҙәр әмирлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәүүәдиҙәр — йәмән (ғәрәп) сығышлы ырыу, Ирандың Әзербайжан провинцияһында VIII быуат уртаһынан XII быуатҡа тиклем хакимлыҡ итә. Әзербайжан ирандары менән ҡатнашып, ҡурдлаша. Династия  980-се йылдарҙа күтәрелеш кисерә. Сәлжүктәр тарафынан юҡ ителәләр.

Сәлжүктәрҙең баҫып алыуы һәм төркиләшеүҙең башланыуы  

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XI быуатта сәлжүктәрҙең һөжүмдәре һөҙөмтәһендә Кавказ аръяғындағы күп ҡалалар емертелә, талана, был ваҡиғалар артабан ҙур тарихи әһәмиәткә эйә була.  Тәү башлап Урта Азиянан төркиҙәрҙең ҙур тулҡыны үтеп инә. Быға тиклем төньяҡтан төркиҙәрҙең айырым төркөмдәре (хазарҙар һәм булғарҙар)  килгеләгән булһа ла, улар Кавказ аръяғы халыҡтарының этник составын үҙгәртмәй[57]. Ә сәлжүктәр үҙгәртә. Башта улар Көньяҡ Әзербайжандың һәм Муганиҙың  һутлы көтөүлектәрендә урынлаша, шунан көньяҡ-көнсығыш Кавказ аръяғындағы Арранға төйәкләнә. XII—XV быуаттарҙа Аррандың тау алды өлөшөндә күсмә төркиҙәр бик йылдам күбәйә. Яйлап боронғо Арран атамаһы Ҡарабахҡа алмашынып китә. Әрмәнләшкән таулы төбәктәр төркиләшеүгә ныҡлы ҡаршы тора һәм унда христиандар туплана[1].

Илдәгизиҙәр дәүләте 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әзербайжанда XII быуатта Атабәктәр хакимлығы осоронда Нахчиванда төҙөлгән Мөьминә хатун төрбәһе  

 100 йылдан һуң, сәлжүк дәүләте көсһөҙләнә төшкәс, унда ҡыпсаҡ гүләме Шәмседдин Илдәгиз күтәрелә, ул 1136 йылда иҡта (биләмә) сифатында Арранды ҡабул итеп ала, шунан Әзербайжан провинцияһына эйә була һәм мираҫ итеп тапшырыла торған атабәк титулына эйә булып, көсөн юғалтҡан сәлжүк солтандарының  бағыусыһына, тарҡала башлаған сәлжүк империяһы ҡалдыҡтарының  хужаһына әүерелә; уның улы Ҡыҙыл Арыҫлан 1191 йылда хатта сәлжүктәрҙән солтан титулын да тартып ала. Көнбайыш Иранға хужа булған атабәктәр был ваҡытта Көнбайыш Иран хакимдары булған  хәрәземшаһтар менән бәрелешә; 1225 йылда атабәктәр һуңғы хәрәземшаһ Жәләлетдин тарафынан тармар ителә. 

Монголдар ябырылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бейлаҡанда монгол ябырылыуы осоро һауыт-һабаһы. Әзербайжандың тарих музейы

 1220 һәм 1222 йылдарҙа Әзербайжан аша монгол ғәскәрҙәре үтә. Кавказ аръяғы халыҡтарына янаған хәүеф алдында Грузия менән Ширван хакимдары атабәк Үзбәккә  монголдарға ҡаршы берләшергә тәҡдим итә. Ләкин монголдар алдараҡ һөжүм итеп өлгөрә. 1221 йылда монголдар Мараға, ӘрдәбилСәраб, ХойСалмас, Нахчиван һәм Байлаҡан ҡалаларын нигеҙенә тиклем тиерлек емерә. 1222 йыл башында монголдар Гәнжәгә йүнәлә. Аяуһыҙ ҡаршылыҡҡа осрағас, унан яһаҡ алыу менән сикләнәләр. Артабан Ширваншаһтар баш ҡалаһы Шәмәхәны ҡамайҙар. Шәмәхәлылар монголдарға тиҙ генә бирешмәй, оҙайлы ҡамау һөҙөмтәһендә генә дошман ғәскәре ҡалаға үтеп инә. Илбаҫарҙар ҡаланы талай, емертә һәм халҡын бөтөнләй тиерлек ҡырып бөтөрә. Шул уҡ йылды монгол полководецтары Жәбә менән Сүбәҙәй етәкселегендәге монгол ғәскәре Ширванды ҡалдырып, төньяҡтағы Дербентҡа йүнәлә.

 Монголдарҙың ҡабат килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1231 йылда Жормагун етәкселегендәге монгол ғәскәре Жәләлетдинде тиҙ генә ҡыйрата ла Әзербайжанды (хәҙерге Иран Әзербайжаны) ала. Мараға ҡалаһы талана, күп ауылдар ҡырыла. Артабан Арран менән Ширван өлкәләренә сират етә.1231 йылда Гәнжә яулана һәм тулыһынса емертелә. Ширваншаһтар дәүләтенең дошманға ҡаршы торорлоҡ көсө бөтә. 

Әзербайжанда Хулагу дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Монгол яуынан һуң бер нисә тиҫтә йылдан, 1258 йылда, хәҙерге Әзербайжан территорияһы Хулагуҙарҙың Монгол Ираны составына индерелә. 

Монгол ырыуы ҡолатылғандан һуң Ширванда ҡабат Ширваншаһтар дәүләте тергеҙелә. Әзербайжанда (Аракстың көньяғы) Илдәгизиҙәр дәүләте урынында 1410 йылда  яңы төркүмән дәүләте Ҡара Ҡуйлы барлыҡҡа килә, баш ҡалаһы Тәбриздә була. Уның башында  Ивә тигән уғыҙ ҡәбиләһе тора.  Ярты быуаттан, 1467 йылда, Ҡара Ҡуйлы дәүләте туғандаш төркүмән ҡәбиләһе Аҡ Ҡуйлы тарафынан баҫып алына. 

Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы дәүләттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әзербайжандың Тарих музейында Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы державалары яугирҙәренең ҡоралы менән броняһы[58]

Аҡһаҡ Тимерҙең вафатынан һуң тиҙ арала уның империяһы тарҡала. Кавказ аръяғы илдәре — Ҡара Ҡуйлы, унан һуң Аҡ Ҡуйлы державаһына бойондороҡло булып ҡала. Был дәүләттәрҙә  уғыҙ сығышлы төркүмән тигән төрки ҡәбиләләренең  аҡһөйәктәре өҫтөнлөк итә. XIV—XV быуаттарҙа Көньяҡ Әзербайжан менән тигеҙлектәге Ҡарабах халҡы тулыһынса тиерлек төркиләшә [1].

Ширван иһә XV быуат буйына үҙ аллылығын һаҡлай. Был өлкә, шулай уҡ Ширвандан төньяҡ-көнбайыштағы Шәки кенәзлеге бик бай була. 1473 йылда ғосманлылар Аҡ Ҡуйлы ғәскәрен ҡыйрата[1].

Әзербайжан халҡының формалашып бөтөүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XV быуат аҙағына Әзербайжан халҡы төркиләшеп бөтә һәм хәҙерге төрки телле әзербайжан халҡы барлыҡҡа килә, ләкин төрөктәр менән әзербайжандар араһындағы этник сик XVI быуатта ғына нығына, шулай ҙа тулыһынса түгел[1]. Әзербайжандарҙың этногенезы барышында Атропатена менән Кавказ Албанияһының боронғо халҡы ла ҡатнаша [59], улар был трәгә  б. э. т. I һәм б. э. I быуаттарында килгән иран телле һәм төрки телле ҡәбиләләр менән буталған була[60]. XIV—XV быуаттарҙа үҙ аллы әзербайжан мәҙәниәте барлыҡҡа килә. 

Төрки ҡәбиләләренең хәҙерге Әзербайжан территорияһына күсеүе  XVI—XVII быуаттарға тиклем дауам итә[61].  XVIII быуатта иһә башҡа төрки телдәрҙән айырылып торған әзербайжан теле (ул саҡта был атама булмай) — милләтте һүрәтләүсе төп билдәләрҙең береһе — барлыҡҡа килә[62].

Сәфәүиҙәр дәүләте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
 Сәфәүиҙәр дәүләте 1501—1722 йылдарҙа — максималь территория

1501 йылда Аҡ Ҡуйлы дәүләте сәрпәктәрендә Сәфәүиҙәр дәүләте барлыҡҡа килә, баш ҡалаһы Тәбриздә, аҙаҡ Ҡазвинда була.  Ҡыҙылбаштарҙың  (устажлы, ҡажар, саадлы, ҡарадағлы, румлу, шамлу һ. б. төрки ҡәбиләләре берлеге) башлығы булған Сәфәүиә суфыйсылыҡ ордены шәйехе Исмәғил I Сәфәүи шаһ уның беренсе идарасыһы һәм хакимлыҡ итеүсе ырыуҙы нигеҙләүсе була.  Ул 1501 йылда  Әзербайжан шаһы титулын ала [63], ә 1502 йылда бөтә Фарсияның шаһинһаһы булып китә. Исмәғил I  шаһ Әрдәбил шәйехе Сәйфитдин тоҡомона ҡарай. Сәйфитдин шәйехтең  исеме сер менән ҡапланған була, ул ҡурд икән, теле буйынса төрки, ғәрәп, иран әзерийелер тигән фекерҙәр йәшәй [64][65][66][67][68][69][70][71][72][73]. Башта Әзербайжан төркиҙәре Сәфәүи дәүләтенең хәрби-сәйәси элитаһын тәшкил итә. Тәбриз, Шәмәхә, Баҡы, Әрдәбил, Жүлфә һәм башҡа ҡалаларҙың әһәмиәте арта. Халыҡ-ара сауҙа бәйләнештәре киңәйә. Башлыса эшкәртелмәгән ебәк һатыла. Ләкин  Ғәббәс I шаһ осоронда Сәфәүи дәүләте иранлаша.  1598 йылда Ғәббәс I баш ҡаланы Ҡазвиндан Ирандың  төпкөлөнә — Исфаһанға күсерә. Был һарайҙа һәм дәүләт идараһында фарсы аҡһөйәктәренең йоғонтоһон көсәйтә. Армиянан төрки хәрби начальниктары күпләп ебәрелә. Хәҙерге Әзербайжан территорияһы яйлап Фарсияның төпкөл төбәгенә әүерелә. 

Сәфәүиҙәр осорондағы биҙәкле керамика. Әзербайжандың Тарих музейы

XVI—XVIII быуаттарҙа   Ғосман империяһы менән Сәфәүиҙәр араһында Кавказ аръяғында һәм күрше төбәктәрҙә хакимлыҡ итеү, исламда шиғыйҙар йә сөнниҙәр өҫтөнлөгө  өсөн һуғыштар дауам итә. Был алышҡа Шәреҡте яуларға ынтылған Рәсәй килеп ҡушыла. 1722 йылда Исфаһанды баҫып алған афғандар Сәфәүиҙәр хакимлығына нөктә ҡуя. Был уңайҙан Рәсәй ҙә  файҙаланып ҡалырға тырыша. 1723 йылдың йәйендә Баҡыға  урыҫ десанты төшә һәм ҡаланы ала.  Баҡынан һуң Каспий буйындағы башҡа өлкәләр ҙә Рәсәйгә ҡушыла. Шул уҡ осорҙа төрөк ғәскәрҙәре Грузияға инә, 1723 йыл аҙағы —  1724 йыл башында Көнсығыш Кавказ аръяғының ҙур өлөшөн яулап ала. Яңы ғына  Швеция менән һуғыштан сыҡҡан Рәсәй яңы яуға ҡушыла алмай. Рәсәй һәм Ғосман империяһы араһында 1724 йылда төҙөлгән Константинополь  (Истанбул) договорына ярашлы, Баҡы губернаһының Каспий буйы өлкәләре, шул иҫәптән  Баҡы, Салйан һәм Ләнкәран  — Рәсәйгә, ә Кавказ аръяғының ҡалған өлөшө Ғосман империяһына беркетелә.   

  • 1734 — Фарсия хакимы полководец Надир Ғосман империяһынан Гәнжәне тартып ала.
  • 1735 — Рәсәй Надир шаһ менән араны боҙмаҫ өсөн Фарсияға Баҡы губернаһының Каспий буйы ерҙәрен бирә. 1735 йылдың мартында Фарсия менән Рәсәй араһында Гәнжә договоры төҙөлә, уға ярашлы, рус ғәскәрҙәре Баҡы менән Дербентты ҡалдыра. Әзербайжанда Фарсы хакимлығы тулыһынса тергеҙелә.

Әзербайжан ханлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кавказ аръяғы һәм Иран Әзербайжаны ханлыҡтары, XVIII быуат —  XIX быуат башы

1736 йылда Иранда этник төрки Надир шаһ Афшар хакимлыҡ итә, 1747 йылда ул үлтерелгәс, тарҡалыш башлана. Хәҙерге Әзербайжан, Әрмәнстан һәм  Иран (Иран Әзербайжаны) территорияларында башында түбәндә һаналған төрки ырыуҙары  торған ханлыҡтар барлыҡҡа килә:

  1. Ҡарабах ханлығы,
  2. Шәки ханлығы,
  3. Ширван ханлығы,
  4. Баҡы ханлығы,
  5. Гәнжә ханлығы,
  6. Ҡуба ханлығы,
  7. Нахчиван ханлығы,
  8. Талыш ханлығы,
  9. Әриван ханлығы (Тадеуш Свентоховский фекеренсә)

Әзербайжан — Рәсәй составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 18031805 йылда Рәсәйгә тыныс юл менән Ҡарабах һәм Шәки ханлыҡтары ҡушыла. 1803 йылда рус генералы Цицианов Гәнжә ханлығын (1804 йылдан —  Елизаветполь) баҫып ала. 1804—1813 йылдарҙағы рус-иран һуғышында Рәсәй башта Ҡуба һәм Баҡы ханлыҡтарын (1806), шунан Талыш ханлығын (1809) ала. 1813 йылдың 24 октябрендә (5 ноябрендә) Рәсәй менән Фарсия араһында  төҙөлгән Гөлөстан солох договоры был ваҡиғаны хоҡуҡи яҡтан нығытып ҡуя.  Фарсия Ҡарабах, Гәнжә, Ширван, Шәки, Баҡы, Дербент, Ҡуба һәм Талыш ханлыҡтарын, шулай уҡ Көнсығыш Грузия менән Дағстанға дәғүәләшеүҙән баш тарта. Гөлөстан договорына (1813) ярашлы, фарсы шахына бөтә көньяҡ ханлыҡтары ҡала. 18261828 йылдарҙағы рус-фарсы һуғышы тамамланғас,  Төркмәнсай солох договорына ярашлы, Рәсәйгә шулай уҡ Әриван һәм Нахчиван ханлыҡтары, Ордубад округы һәм башҡа биләмәләр эләгә. 
1903 йылғы Рәсәй картаһында Кавказ 
  • 1883 йылда Тбилисиҙан Баҡыға тиклем тимер юл һуҙыуҙың әһәмиәте ҙур була. 1900 йылда Кавказ аръяғы тимер юл магистрале дөйөм Рәсәй тимер юлдар селтәренә ҡушыла. Каспийҙа  сауҙа диңгеҙселеген үҫтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә була.  XIX быуат аҙағынан Баҡы эре тимер юл үзелына һәм Каспий портына әйләнә.  Баҡы янында нефть сығарыу үҫә. Баҡы янында нефть сығарыу күләме 1872 йылғы 26 мең тоннанан 1901 йылға 11 миллион тоннаға етә һәм донъяла сығарылған нефттең 50 процентлабын тәшкил итә.
  • XX быуат башында тотош Рәсәй империяһындағы кеүек үк инҡилапсыл кәйефтәр тарала. Дөйөм Рәсәй партияларынан  (РСДРП-ның ике фракцияһы — большевиктар һәм меньшевиктар, социалист инҡилапсылар, конституцион демократтар) тыш, милли партиялар ҙа абруйлы була: әрмән партиялары — "Гнчак" социал-демократик  һәм "Дашнакцутюн" революцион-милли, 1911 йылдан йәнә татар (әзербайжан) милли партияһы "Мусауат".
  • Беренсе донъя һуғышы йылдарында губерна иҡтисады бөлә. Нефть эҙләү һәм быраулау эштәре ябыла, сәсеүлектәр ҡыҫҡара, бигерәк тә мамыҡ үҫтереү кәмей. 

Инҡилап һәм Рәсәй империяһының тарҡалыуы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Февраль инҡилабынан һуң төҙөлгән Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте  1917 йылдың 9 (22) мартында Тифлиста Кавказ аръяғына идара итер өсөн Айырым Кавказ аръяғы комитетын ойоштора, ул 4-се Дәүләт думаһы депутаттарынан тора.  
  • Февраль инҡилабы еңгәндән һуң, тотош Рәсәйҙәге кеүек, Баҡылала ике власлылыҡ урынлаша: бер яҡтан, Ижтимағи ойошмалар башҡарма комитеты  — нефть сәнәғәтен тотҡан буржуазия һәм алпауыттар органы, икенсе яҡтан, эшсе депутаттар Советы  (1917 йылдың 6 мартында ойошторола, рәйесе Степан Шаумян була, 1917 йылдың 20 мартында офицер һәм һалдат депутаттары Советы менән берләшә). 
  • 1917 йылдың 31 октябрендә (13 ноябрь) Баҡы эшсе депутаттары Советы  Баҡыла Совет власын иғлан итә. 
  • 1917 йылдың 15 (28) ноябрендә  Тифлиста грузин меньшевиктары, эсерҙар, әрмән дашнактары һәм әзербайжан мусауатсылары ҡатнашлығында Кавказ аръяғы комиссариаты төҙөлә (Айырым Кавказ  аръяғы комитеты урынына). Кавказ аръяғы комиссариаты Совет Рәсәйенә дошмансыл ҡарашта була.

Әзербайжан Демократик Республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әзербайжан Демократик Республикаһының 1918 йылдың  9 ноябренә тиклемге флагы
Әзербайжан Демократик Республикаһының 1918 йылдың 9 ноябренән һуңғы флагы
  • 1918 йылдың  10 (23) февралендә Кавказ аръяғы комиссариаты Кавказ аръяғы сеймын — Кавказ аръяғындағы дәүләт власы органын йыя. Сейм Кавказ аръяғынан Ойоштороу йыйынына һайланған депутаттарҙан һәм Кавказ яръяғы сәйәси партиялары вәкилдәренән тора. Ул 1918 йылдың мартында Кавказ аръяғының Совет Рәсәйенән айырылыуын белдерә. 1918 йылдың  9 (22) апрелендә Кавказ аръяғы Демократик Федератив Республика төҙөлөүен иғлан итә. 1918 йылдың  26 майында (8 июнь) милләт-ара ҡаршылыҡтар тәрәнәйгәнлектән үҙ-үҙен тарата. 
  •  1918 йыл башында Баҡы коммунаһы ҡораллы отрядтар йыя башлай. Яҙ көнө Советтар Баҡы, Ләнкәран, Жәүәт, Ҡуба өйәҙҙәрендә власты ала.  Степан Шаумянды Совет хөкүмәте Кавказ эштәре буйынса ғәҙәттән тыш комиссар итеп тәғәйенләй. 1918 йылдың март аҙағы — апрель башында Баҡы коммунаһы большевиктарының   этник әрмәндәр өҫтөнлөк иткән берләштерелгән ғәскәрҙәре менән  «Дашнакцутюн» милли әрмән партияһы Баҡыла мосолмандарҙы ҡыра. Был хәл «Март ваҡиғалары» тигән атама аҫтында билдәлелек ала, уның барышында 12 000  мосолман һәләк була[74]. Үлтерештәр Баҡы губернаһының башҡа ҡала-ауылдарында ла үтә. 
  • 25 майҙа Гәнжәгә төрөктәрҙең 5-се Кавказ  дивизияһы частары бәреп инә, киләһе көндө Тәбриздән Гәнжәгә төрөк генералы Нури паша килә, ул Кавказ ислам армияһын төҙөй башлай. Артабан Баҡы фронтына 36-сы төрөк пехота дивизияһы частары ла килтерелә [75].
  • 1918 йылдың 26 майында (8 июнь) Кавказ аръяғы Демократик Федератив Республикаһы Грузия, Әрмәнстан, Әзербайжан милли советтары араһындағы фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә өс дәүләткә бүленә: 1918 йылдың 26 майында (8 июнь)  — Грузин Демократик Республикаһы, 1918 йылдың 27 майында (9 июнь)  — Әзербайжан Демократик Республикаһы, 1918 йылдың 28 майында (10 июнь) Әрмәнстан Республикаһы төҙөлә. Әзербайжан Демократик Республикаһы (ӘДР) тарихта әзербайжандарҙың тәүге  дәүләте була.
     IV Министрҙар Кабинетының беренсе ултырышы, башында премьер-министр Насиб-бәк Усуббәков ултыра
ӘДР Эске эштәр министрлығы тарафынан Париж солох конференцияһына күрһәтелгән ӘДР картаһы (1919 год)
  •  1918 йылдың 27 майында Кавказ аръяғы (мосолман) сеймының элекке ағзаларының ғәҙәттән тыш ултырышы үҙен Кавказ аръяғы мосолмандарының Ваҡытлы Милли Советы тип иғлан итә. «Мусауат» партияһының үҙәк комитеты рәйесе Мәмәд Әмин Рәзүлзада рәйеслегендә Милли Совет президиумы һайлана. [76]
  • 1918 йылдың 28 майында Милли Совет ултырышында Әзербайжан Демократик Республикаһы (ӘДР) иғлан ителә[77], баш ҡалаһы Гәнжә ҡалаһында була.   1918 йылдың 27 июнендә әзербайжан теле дәүләт теле итеп иғлан ителә. 1918 йылдың 12 июнендә Степан Шаумян фарманы буйынса Баҡы Советының ҡораллы көстәре Гәнжәгә һөжүм итә. Һуғыш барышында 16—18 июндә төрөк-әзербайжан ғәскәрҙәре еңелә. Тиҙҙән төрөк-әзербайжан ғәскәре Геокчай янында Баҡы Советы армияһын тармар итә. 15 сентябрҙә төрөк армияһы Баҡыға инә, мосолмандарҙың күпләп ҡырылыуына яуап рәүешендә әрмәндәрҙе ҡырыуҙы ойоштора[74][78][79][80]. Ошонан һуң хөкүмәт Гәнжәнән Баҡыға күсә. 1918 йылдың 7 декабрендә Әзербайжан республикаһының парламенты асыла. Ул 97 ағзанан тора. А. М. Топшибачев рәйесе була.  Әммә 31 октябрҙә Төркиә Антанта алдында капитуляциялай, был төрөк ғәскәрҙәрен Кавказ аръяғынан сығарыуҙы аңлата. Бынан һуң Баҡыны инглиз ғәскәрҙәре баҫып ала (Ирандан). 1920 йылдың апрель уртаһында  XI Ҡыҙыл Армия частары Әзербайжан сигенә килеп етә һәм 28 апрелдә Баҡыға инә. Совет Рәсәйе интервенцияһынан һуң әзербайжан халҡы тарихының яңы осоро башлана. 

Әрмән-әзербайжан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет Әзербайжаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 1920 йылдың 27 апрелендә 00 сәғәт 05 минутта Ҡыҙыл Армия десант отряды Рәсәй — Әзербайжан сиген үтә. 10-15 көн эсендә Ҡыҙыл Армия Әзербайжандың ҙур өлөшөндә үҙ контролен урынлаштыра. 

Нариман Нариманов етәкселегендәге Совет хөкүмәте төҙөлә. 

  •  1922 йылдың декабрендә Әзербайжан, Грузия һәм Әрмәнстан ваҡытлы дәүләт берләшмәһен — Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһын төҙөй (ЗСФСР), ул   1922 йылдың 30 декабрендә  СССР составына инә.
  • 1936 — Әзербайжан СССР-ға союздаш республика хоҡуғында инә. Әзербайжан имләһе   латиницанан  кириллицаға күсерелә.
  • 19411946 — Иран Әзербайжанының Ҡыҙыл Армия тарафынан оккупацияланыуы.
  • 19471950 — әзербайжандарҙың Әрмәнстандан Әзербайжан ССР-ына депортацияланыуы (1947—1950).

Ҡарабах  конфликты башланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  •  1987 йылдың  икенсе яртыһында Ҡарабах хәрәкәте  үҫә[81], үҙгәртеп ҡороу йылдарында Ҡарабахта әрмән сепаратизмы көсәйеү арҡаһында килеп тыуған киҫкен әрмән-әзербайжан конфликты башлана.
  • 1987 йыл аҙағы — 1988 йыл башы  Баҡыға һәм Сумғайытҡа Әрмән ССР-ынан ҡасаҡ әзербайжандар ағыла. Горбачёв-фонд мәғлүмәттәре буйынса, ҡасаҡтарҙың тәүге төркөмдәре 25 ғинуарҙа күренә башлаған[82]. Әрмән яғы әзербайжан ҡасаҡтарының Әрмәнстандан 1988 йылдың февралендә генә китеүе тураһында әйтә.[83] [84]
  • 1988 йылдың  феврале — Сумғайыт ҡырылышы. 1988 йылдың 26 февраленең кисенән 29 февралгә тиклем яңы совет тарихындағы беренсе этник күтәрелеш Әзербайжандың Сумғайыт ҡалаһында була, унда әрмәндәрҙе ҡыралар[85].  
  • 1988 йылдың авгусында Әзербайжан халыҡ фронты ойошторола.
Совет армияһы подразделениелары Баҡыла. 1990 йылдың  ҡышы
  • 1990 — Ҡара ғинуар: 1988—1989 йылдарҙа Баҡыға Әрмәнстандан бик күп ҡасаҡ килә. Ҡалала сыуалыштар башлана, 1990 йылдың 13—15 ғинуарында ҡалала әрмәндәрҙе ҡырыу була, Әрмәнстандан ҡыуылған әзербайжан ҡасаҡтары әрмән милләтле ерле халыҡҡа һөжүм итә башлай [86]. Был ҡыйралыш барышында 48 әрмән кешеһе үлтерелә[87].  Совет Армияһының өҫтәмә частары ла ҡаршылыҡҡа осрай, 1990 йылдың 20 ғинуарынан 11 февраленә тиклем 36 хәрби һәм ерле  132 кеше һәләк була. 

Бойондороҡһоҙ Әзербайжан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәси тулҡынланыуҙар осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 1991 йылдың 30 авгусында Әзербайжандың Юғары Советы «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында» декларация ҡабул итә, ә 18 октябрҙә  «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында» Конституция акты ҡабул ителә, ул бойондороҡһоҙ Әзербайжандың дәүләт, сәйәси  һәм иҡтисади ҡоролошо нигеҙҙәрен булдыра. 29 декабрҙә Әзербайжанда дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум үтә, унда ҡатнашыусыларҙың 99,58 проценты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә[88].

Ҡарабахтан эске күсерелеүгә тарыған әзербайжандар. 1993 йыл

 СССР тарҡалғандан һуң дүрт йыл буйы быҫҡып ятҡан әрмән-әзербайжан конфликты ҙур күләмле һуғышҡа әйләнә. 1992 йылдың 25 февраленән 26-һына ҡаршы төнөндә әрмән ҡораллы формированиелары Хожалы ҡалаһын ала, штурм ваҡытында әрмән формированиелары тыныс халыҡты күпләп үлтерә. Әзербайжан армияһының Таулы Ҡарабахтағы уңышһыҙлыҡтарынан һуң һәм оппозиция баҫымы аҫтында  президент Моталибов отставкаға китә, президент вазифаларын Яҡуб Мәмәдов башҡара.  9 майҙа әрмән ҡораллы формированиелары Шушаны ала. Шуша ҡолатылғандан һуң Моталибов яҡлылар уның президентлығын ҡайтарыу талабы менән митинг үткәрә. 14 майҙа Юғары Совет сессияһында Аяз Моталибовты президент сифатында ҡайтарыу өсөн сессия залындағы 250  депутаттың  219-ы (оппозиция булмай)  тауыш бирә[89]. Быға яуап итеп, оппозиция яҡлылар митингыға сыға.   15 майҙа Милли фронт етәкселеге Моталибовҡа, президент посынан үҙ ихтыяры менән китеүен талап итеп, ультиматум ҡуя[89].  Моталибов илде ташлап ҡаса. 18 майҙа  Яҡуб Мәмәдов парламент рәйесе посынан отставкаға китә, ә президент вазифаларын Иса Ғәмбәр үтәп ҡала. 

7 июндә Әзербайжанда президент һайлау була, тауыштарҙың 59,4 процентын йыйған Әбелфәз Элчибей еңә[90]

 Гейдар Алиевтың президентлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гейдар Алиев Рәсәй президенты Владимир Путин менән Рәсәй-Әзербайжан документтарына ҡул ҡуйыу церемонияһында 

1993 йылдың 3 октябрендә илдә  президент һайлау булып, унда элекке Әзербайжан ССР-ы Компарияһы ҮК-һының беренсе секретары Гейдар Алиев тауыштарҙың 98,8 процентын йыя[91]. Был мәлгә Ҡарабах  фронтында көсөргәнешле хәл һаҡлана. 23 октябрҙә Әзербайжан Горадизды, унан һуң Зангеланды юғалта. Декабрь аҙағына әзербайжан ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә.   1994 йылдың 6 ғинуарында Горадиз менән Физули районының бер өлөшө ҡайтарыла. Яҙ әрмән ғәскәрҙәре һөжүм итә, бер нисә тораҡ пунктты ала.  6 майҙа Әзербайжан, Таулы Ҡарабах Республикаһы һәм Әрмәнстан вәкилдәре  Бишкәктә Рәсәй аралашсылығы менән утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 

Хәрби хәрәкәттәр туҡталғас, Әзербайжан хөкүмәте 20 сентябрҙә донъяның бик ҙур нефть-газ корпорациялары менән Каспийҙа «Азери-Чираг-Гүнешли» ятҡылыҡтарын эшкәртеү тураһында контрактҡа ҡул ҡуя[92]. Был килешеү илгә инвестициялар йәлеп итеү һәм сәнәғәттте үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Ләкин бер нисә көндән эске сәйәси хәл тағы ҡатмарлаша. 29 сентябрҙән 30-ына ҡаршы төндә Баҡыла  президенттың яҡын арҡаҙаштары — парламент вице-спикеры Афияддин Жәлилов менән президент эргәһендәге айырым бүлек начальнигы  Шәмси Рәғимов үлтерелә. 2 октябрҙә айырым тәғәйенләнешле полиция отрядының (АТПО) был үлтерештә шик аҫтына алынған  бер нисә хеҙмәткәре тотола[93]. Шул уҡ көндө АТПО төркөмө Генераль  прокуратура бинаһын баҫып ала һәм 40 кешене, шул иҫәптән генпрокурор Али Омаровты аманат итеп ала. Гәнжәлә бер нсә бинаны ла алалар[94]. Киләһе көн иртән оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң АТПО-сылар генпрокуратура бинаһын ҡалдыра. Талаптары: генпрокурорҙы, ЭЭМ башлығын һәм парламент рәйесен отставкаға ебәреү, үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен тотҡонлоҡтан азат итеү, Милли Мәжлестең ғәҙәттән тыш сессияһын саҡырыу [95]. Гейдар Алиев ике айға ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһында указ сығара. [95][96]. Телевидение аша сығышында президент АТПО боецтарын ҡорал һалырға өндәй, уларҙың ғәмәлдәрен дәүләт түңкәрелеше тип баһалай, ил премьер-министры Сурет Ғүсәйнов менән АТПО командиры, эске эштәр министры урынбаҫары Равшан Жәүәдовты түңкәрелеш ойоштороуҙа ғәйепләй [94]

1995 йылдың 12 мартында Әзербайжандың хоҡуҡ һаҡлау органдары АТПО хеҙмәткәрҙәре оҙатып барған һәм 150 тонна баҡыр тейәлгән автомашинаны тотоп ҡала[97]. 13 мартҡа ҡаршы төндә Әзербайжандың төньяҡ-көнбайыш райондарында АТПО менән урындағы хоҡуҡ һаҡлау көстәре араһында бәрелештәр була. Фетнәселәр Грузия менән сиктәш ике районда хакимиәт менән полиция бүлексәһе биналарын баҫып ала. Бер аҙҙан хөкүмәт ғәскәрҙәре был төбәктә үҙ контролен урынлаштыра. 15 мартта Гейдар Алиев эске эштәр министры урынбаҫары, АТПО етәксеһе Р. Жәүәдовты эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһынан бушата. Жәүәдов Баҡы эргәһендәге бер ҡасабала тороп, президенттың, парламент рәйесенең, эске эштәр министрының отставкаға китеүен талап итә.[98]. 16 марттан 17-һенә ҡаршы төндә АТПО боецтары менән хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында хәрби бәрелештәр була. Жәүәдов үлә һәм АТПО фетнәһе баҫтырыла. АТПО Әзербайжан ЭЭМ-ы структураһынан юҡ ителә. 

Илһам Алиевтың президентлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әзербайжан, Рәсәй һәм Әрмәнстан президенттары Илһам Алиев,  Дмитрий Медведев һәм Серж Саргсян Таулы Ҡарабах буйынса декларацияға ҡул ҡуйғанда (2008 йыл)

2003 йылдың 15 октябрендә президент һайлауҙа 79,46 процент тауыш йыйған Илһам Алиев еңеп сыға [99]

Илһам Алиевтың президентлыҡ мөҙҙәтенең беренсеһендә төп экспорт торба үткәргестәре: Баҡы—Тбилиси—Жәйхан нефть үткәргесе һәм  Баҡы—Тбилиси—Эрзурум газ үткәргесе эшкә ҡушыла. Биш йыл эсендә иҡтисади һәм энергетик проекттар һөҙөмтәһендә Әзербайжан социаль-иҡтисади үҙгәртеүҙәр йүнәлешендә ҙур һәм уңышлы юл үтә. Ил иҡтисады 2,6 тапҡырға үҫә, сәнәғәт етештереүе 2,5 тапҡырға арта,  770 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килә, хәйерселек 49-ҙан 13,2 процентҡаса төшә, ә бюджет сығымдары 12 тапҡырҙан да күберәккә үҫә[100].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века. М., «Восточная литература», 2002.
  2. Энциклопедия Британника, статья: Azerbaijan(недоступная ссылка):
  3. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — С. 33. — 592 с. — 2000 экз. 
  4. В Азербайджане открыт новый ашельский памятник 2015 йыл 10 декабрь архивланған.
  5. Археология России 2009 йыл 3 май архивланған.
  6. Нижний палеолит (ок. 2,4 мил. — 130 тыс. 2017 йыл 20 апрель архивланған.
  7. Урарту и закавказье.
  8. Боханов А.
  9. И. Г. Алиев. О скифах и скифском царстве в Азербайджане. Переднеазиатский сборник. М. 1979, вып.
  10. Ионе Г. И. Мингечаурская разновидность наконечников стрел «скифского» типа. Сб. «Материальная культура Азербайджана», 1953, вып. 3, с. 81-97
  11. «Восток в древности» Глава XXIX ЗАКАВКАЗЬЕ И СОПРЕДЕЛЬНЫЕ СТРАНЫ В ПЕРИОД ЭЛЛИНИЗМА
  12. Лезгины — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание).
  13. Paulys Real-Encyclopadie der Classishenen altertums nissenshaft.
  14. 14,0 14,1 14,2 http://historic.ru/books/item/f00/s00/z0000017/st059.shtml «Всемирная История» 1956 г.
  15. «Кембриджская история древнего мира». 
  16. "Всемирная история. 
  17. Encyclopedia Iranica статья Albania 2013 йыл 23 июль архивланған.: « It has been supposed that the unification took place towards the end of the 2nd century B.C., by reason of the wars waged between the Arsacid Mithridates II and Artavazd I, king of Armenia»
  18. Всемирная история. — Т. 2. — М., 1956. — С. 413—417: «Государство в Албании возникло, по-видимому, в середине I в.
  19. 19,0 19,1 19,2 Hewsen R.H. Ethno-history and the Armenian influence upon the Caucasian Albanians.
  20. 20,0 20,1 Минорский В.
  21. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — 592 с. — 2000 экз. 
  22. Страбон.
  23. 23,0 23,1 Robert H. Hewsen.
  24. 24,0 24,1 История древнего мира. — М., 1989. — Т. 3. — С. 286.
  25. 25,0 25,1 Анания Ширакаци.
  26. Карту см.
  27. Мовсес Хоренаци.
  28. Фавстос Бузанд.
  29. Закавказье и сопредельные страны между Ираном и Римом. Христианизация Закавказья // История древнего мира. — Изд. 3-е, испр. и доп. — Т. 3. — С. 201—220: «…вспомним, что в Алвании (как и много позже в родственном Дагестане) ещё не было не только собственной системы письма, но даже и общего языка-койнэ, а христианство сюда было введено из Армении.
  30. Минорский В.
  31. Albania — статья из Encyclopædia Iranica. 
  32. История древнего мира. — Т. 3. — М., 1989. — С. 285.
  33. Мовсес Каганкатваци.
  34. Мовсес Хоренаци.
  35. История древнего мира. — Т. 3. — М., 1989. — С. 287.
  36. Арабские источники о населённых пунктах и населении Кавказской Албании и сопредельных областей (Ибн Руста, ал-Мукаддасий, Мас’уди, Ибн Хаукаль) 2009 йыл 20 сентябрь архивланған.
  37. История Востока. В 6 тт. — Т. 2. Восток в средние века. — М.: «Восточная литература», 2002. 
  38. Караулов Н.
  39. Jonathan M. Bloom, Sheila Blair.
  40. ИСТОРИЯ РЕЛИГИЙ 2012 йыл 12 ноябрь архивланған.
  41. «Babak.
  42. M. Whittow, «The Making of Byzantium: 600—1025», Berkley: University of California Press, pp. 195, 203, 215: В течение восьмого и девятого столетий, Азербайджан был ареной частых антихалифских и антиарабских восстаний, и византийские источники сообщают о персидских воинах, искавших в 830-х гг.
  43. Армянский историк Вардан Аревелци, ок. 1198—1271 гг.: В эти дни, человек ПЕРСИДСКОГО рода, по имени Баб, который пришел от Балтата и убил мечом многих из народа исмаилитов (который армяне именуют арабами), и захватил много рабов и думал уже, что он бессмертен… См.: La domination arabe en Armènie, extrait de l’ histoire universelle de Vardan, traduit de l’armènian et annotè , J. Muyldermans, Louvain et Paris, 1927, pg 119: En ces jours-lá, un homme de la race PERSE, nomm é Bab, sortant de Baltat, faiser passer par le fil de l’épée beaucoup de la race d’Ismayēl tandis qu’il.
  44. Арабский историк Ибн Хазм (994—1064), в своей книге Al-fasl fil al-Milal wal-Nihal упоминает различные иранские восстания против Халифата: Персы имели обширные земли и были выше всех других народов и считали себя лучше всех … после того, как они были побеждены арабами, они поднялись на борьбу против ислама, но бог не дал им победы.
  45. 45,0 45,1 45,2 Восстание Бабека // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  46. 46,0 46,1 История Азербайджана с древнейших времён до начала XX в. — Баку: ЭЛМ,1995. — 432 с.
  47. Формирование раннефеодального общества в странах Закавказья
  48. Šervānšāhs — статья из Encyclopædia Iranica. 
  49. 49,0 49,1 В.
  50. Атропатена // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  51. Атропатена И Албания В Iii- I Вв.
  52. Мусафириды // Монархи.
  53. Срок регистрации домена закончился 2009 йыл 24 май архивланған.
  54. 54,0 54,1 Шаддадиды // Монархи.
  55. К.Э.Босворт Мусульманские династии / Под. ред. И.П.Петрушевского. — М.: Наука, 1971.
  56. Раввадиды — статья из Большой советской энциклопедии.
  57. Новосельцев А. П. , Пашуто В. Т., Черепнин Л. В. Пути развития феодализма (Закавказье, Средняя Азия, Русь, Прибалтика). — Наука, 1972. — С. 56-57.
  58. Официальный сайт Музей истории Азербайджана.
  59. Stuart James.
  60. Азербайджанцы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  61. Н. 
  62. A. С. Сумбатзаде. Азербайджанцы — этногенез и формирование народа, Баку, 1990, гл.
  63. Safavid Dynasty (Iranian dynasty) (англ.
  64. Encyclopaedia of Islam.
  65. Z. V. Togan, "Sur l’Origine des Safavides, "in Melanges Louis Massignon, Damascus, 1957, III, pp. 345-57
  66. профессор Б.
  67. А.
  68. Barry D. Wood, The Tarikh-i Jahanara in the Chester Beatty Library: an illustrated manuscript of the «Anonymous Histories of Shah Isma’il», Islamic Gallery Project, Asian Department Victoria & Albert Museum London, Routledge, Volume 37, Number 1 / March 2004, Pp: 89 — 107.
  69. Payvand News 2016 йыл 4 март архивланған..
  70. «Samples of the Azeri Persian language include poems written by Sheikh Safi al-Din Ardebili» — David Menashri Central Asia Meets the Middle East.
  71. Habibollah Ayatollahi, Ḥabīb Allāh Āyat Allāhī, Shermin Haghshenās, Sāzmān-i Farhang va Irtibāṭāt-i Islāmī (Iran).
  72. E. Yarshater, Encyclopedia Iranica. 2012 йыл 21 ғинуар архивланған.
  73. Encyclopaedia Iranica. 2011 йыл 4 апрель архивланған.
  74. 74,0 74,1 Майкл Смит. 2011 йыл 10 март архивланған.
  75. Рахман Мустафа-заде. Две республики. Азербайджано-российские отношения в 1918-1922 гг. — М.: МИК, 2006. 
  76. Протоколы заседаний мусульманских фракций Закавказского Сейма и Азербайджанского Национального Совета 1918 г — Баку, 2006, с.117-119
  77. Протоколы заседаний мусульманских фракций Закавказского Сейма и Азербайджанского Национального Совета 1918 г — Баку, 2006, с.120-121
  78. Азербайджан и Россия. 2011 йыл 10 март архивланған.
  79. Kazemzadeh, F. The Struggle For Transcaucasia: 1917—1921, The New York Philosophical Library, 1951, p. 143
  80. Tadeusz Swietochowski.
  81. Том де Ваал. «Чёрный сад». Глава 1. Февраль 1988 года (рус.). Русская служба Би-би-си (3 июля 2005). Проверено 9 августа 2010. .
  82. Горбачев-фонд. Научно-информационный центр / Хроника перестройки / 1988 2009 йыл 4 сентябрь архивланған.
  83. Арсен Мелик-Шахназаров, Нагорный Карабах: факты против лжи
  84. Константин Воеводский, Перестройка в карабахском зеркале, Исход азербайджанцев из Армении: миф и реальность (Опыт сравнительного анализа).
  85. Том де Ваал, автор книги об истории карабахского конфликта, говорит, что «Советский Союз в мирное время никогда не переживал того, что произошло» в Сумгаите. См.: Том де Ваал. «Черный сад». Глава 2. Февраль 1988 года: Азербайджан
  86. Труд № 020 за 01.02.2001. 10 баллов по шкале Политбюро 2008 йыл 7 март архивланған..
  87. Human Rights Watch.
  88. Дмитрий ФУРМАН, Али АБАСОВ. Азербайджанская революция 2011 йыл 21 февраль архивланған. (рус.), sakharov-center (18.05.1992).
  89. 89,0 89,1 АЗЕР Ъ-ХАЛИЛОВ, РОМАН Ъ-ГЛЕБОВ. Муталибовы приходят и уходят... (рус.), Журнал «Власть» (18.05.1992).
  90. Curtis, Glenn E. Azerbaijan: Government and Politics:The Presidential Election of 1992.
  91. Алиев Гейдар Алиевич (Алиев Гейдар Алирза-оглу) (рус.), Газета «Коммерсантъ» (15.12.2003).
  92. ““КОНТРАКТ ВЕКА”: долгое и стремительное десятилетие 2008 йыл 8 сентябрь архивланған. (рус.
  93. ГЕОРГИЙ Ъ-БОВТ. Захват генпрокуратуры — это ещё не переворот (рус.), Газета «Коммерсантъ» (4.10.1994).
  94. 94,0 94,1 Санобар ШЕРМАТОВА.
  95. 95,0 95,1 Политический кризис в Азербайджане (рус.), Газета «Коммерсантъ» (5.10.1994).
  96. "МАРТОВСКИЕ СОБЫТИЯ" 2012 йыл 5 ноябрь архивланған. (рус.), ПРАВОЗАЩИТНЫЙ ЦЕНТР АЗЕРБАЙДЖАНА (17 марта 1997 г.
  97. АНДРЕЙ Ъ-СМИРНОВ. Цветные металлы как основание для мятежа (рус.), Газета «Коммерсантъ» (15.03.1995).
  98. Политик политику lupus est (рус.), Газета «Коммерсантъ» (17.03.1995).
  99. Столкновения в Баку: есть две жертвы (рус.), Русская служба Би-би-си (16 октября 2003 г.
  100. Диверсификация экономики через развитие регионов. Диверсификация экономики через развитие регионов (рус.), "ИЗВЕСТИЯ" (27.05.09). Архивировано из первоисточника 1 июня 2009.