Украина тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Украина тарихы — хәҙерге Украина биләмәләрендәге кешеләр килеп ултырыуҙан башлап бөгөнгө көнгәсә барған ваҡиғалар.

Тура баҫып йөрөүсе кеше (Человек прямоходящий-Homo erectus) йәшәгән урындар был тарафтарҙа яҡынса беҙҙең эраға тиклем 900—800 мең йыл элек, Таш быуаттың иң боронғо осоронда, Палеолиттың «Ашел мәҙәниәте» тигән исем алған дәүерендә барлыҡҡа килгән.

X—XIII быуаттарға йәмғиәттә иртә феодаль структураһы формалаша: ерҙәр башында аҡһаҡалдар (старейшины) һәм хәрби дружина башлыҡтары тора.

1648 йылда Запорожье казактары баш күтәрә, был ихтилалға Богдан Хмельницкий етәкселек итә. 1654 йылда Переяславль ҡалаһында (хәҙер Переяслав) Запорожье казактары вәкилдәренең йыйылышы (Переяславская Рада) саҡырыла, унда баш күтәреүселәр ҡарамағында булған биләмәләрҙең Рәсәй империяһы протектораты аҫтына күсеүе хаҡында белдерелә.

Польша бүлгеләнгәндән һуң Уң яҡ яр Украина, Волынь һәм Подолье 1772—1795 йылдарҙа Рәсәй империяһы составына инә.

Рәсәй империяһы тарҡалғас, 1917 йылдың 20 ноябрендә автономиялы Украина Халыҡ Республикаһы, ә 1917 йылдың декабрендә ХарьковтаСоветтарҙың Украина Халыҡ Республикаһы иғлан ителә. 1918 йылдың 9 (22) ғинуарында Украина Халыҡ Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Әммә Украиналағы граждандар һуғышы илдә совет власы урышлашыу һәм хәҙерге Украинаның күпселек территорияһын биләгән Украина ССР-ы — Украина Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөү менән тамамлана[1]. 1922 йылда Украина ССР-ы Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР-ҙы ойошторған дүрт дәүләттең береһе була.

1939 йылдың көҙөндә Икенсе донъя һуғышы башланыу менән СССР-ҙың Германия менән килешеүе буйынса Көнбайыш Украинаға Ҡыҙыл Армия индерелә һәм был биләмәләр Украина ССР-ына ҡушыла.

1940 йылда Румыния короллегы менән килешеү нигеҙендә Бессарабияның бер өлөшө, Төньяҡ Буковина һәм Герц өлкәһе УССР составына инә.

Мәскәүҙәге Август фетнәһенән һуң 1991 йылдың 24 авгусында Украина ССР-ы Юғары Советы Украинаның милли бойондороҡһоҙлоғын иғлан итә. 1991 йылдың 1 декабрендә Бөтә Украина референдумы үткәрелә, бюллетенгә бер һорау индерелә: «Һеҙ Украинаның бойондороҡһоҙлоғын иғлан иткән актты хуплайһығыҙмы?». Референдумда республика халҡының 84,18 проценты, йәғни 31 891 742 кеше ҡатнаша, уларҙың 90,32 проценты ҡуйылған һорауға «эйе, хуплайым», ә 7,58 проценты «юҡ, хупламайым» тип яуап бирә[2].

Тарихҡа тиклемге һәм боронғо дәүерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ йәшәгән тәүге ауылдар (поселения) Украина биләмәләрендә палеолиттың тәүге осорынды барлыҡҡа килә.

Бынан 10 мең йыл элегерәк палеолит мезолитҡа күсә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Польша, Чехословакия һәм Румыния үҙ-ара бүлешкән Көнбайыш Украинанан башҡа
  2. Юрійчук Є. «Раціональний вибір» громадян України шляхом референдуму в контексті національної безпеки (укр.) // Політологічні та соціологічні студії : збірник наукових праць. — Чернівці: Видавничий дом «Букрек», 2008. — Т. 4: Проблеми національної безпеки: регіональні та глобальні аспекти. — С. 216. — ISBN 978-966-399-189-4.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]