Португалия тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Португалия тарихы
Рәсем
 Португалия тарихы Викимилектә
Бөйөк географик асыштар һәйкәле, Лиссабон, Португалия
Иберия этнографияһы, б. э. т. 200 йыл тирәһе

Португалияның ысын тарихы XII быуаттан башлана, ул саҡта Бургундия династияһының тармағы барлыҡҡа килә һәм дәүләт үҙаллылыҡ ала. Быға тиклем Португалия айырым бер территория итеп билдәләнмәй, тарихсылар иһә уға Пиреней ярымутрауы тарихы тип ҡарай.

Тарихҡаса дәүер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торриш-Новаш исемле ҡала янындағы Альмонда Грута де Ароейра (Aroeira cave) мәмерйәләренең береһендә Homo heidelbergensis төрө вәкиленең баш һөйәге табыла, уның йәше 390—436 мең йыл тип баһалана[1][2][3].

Фигейра-Брава (Gruta da Figueira Brava) мәмерйәһендә, Лиссабондан 30 км алыҫлыҡта, неандерталдар диңгеҙ аҙыҡтарын 106 000 — 86 000 йыл элек ҡулланған[4].

Үҙәк Португалиялағы Пикарейро (Lapa do Picareiro) мәмерйәһендә ориньяк мәҙәниәте табылдыҡтар (эш ҡоралдары һәм һөйәктәр) 38-41 мең йыллыҡтарға ҡарай[5].

Лагар Вельхо исемле ҡая мәмерйәһендә (Лейрия үҙәгенән 13 км алыҫлыҡта) табылған 4-йәшлек бала һөлдәһе хәҙерге ваҡытҡа тиклем 24500 йыл элек йәшәгән тип билдәләнә[6].

Португалия территорияһында неолит дәүерендә дольмендар киң таралған була. Шундай уҡ дольмендар Атлантик Европала — Испания, Франция һәм Британияла булған.

Бронза быуатында Португалия территорияһында һөнәрселек үҫеш ала. Беҙҙең эраға тиклем I меңйыллыҡта Португалия һәм Испанияның көньяғында Карфаген менән сауҙа иткән Тартесс цивилизацияһы барлыҡҡа килә; рудниктарҙың наҡыҫланыуы Тартесстың иҡтисади көрсөгөнә һәм уны артабан ситтәр тарафынан баҫып алыуға килтерә.

Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында Португалияның төньяғында — кельт ҡәбиләләре, көньяҡта лузитандар йәшәгән; тартесс халҡының (конийҙарҙың) ҡалдыҡтары ла һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Был халыҡтарҙың барыһы ла беренсе императорҙар дәүерендә римлеләр тарафынан яулап алына һәм ассимиляциялана.

Карфаген[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финикийҙар Пиреней ярымутрауында тәүге колонистар була, улар тураһында документтар һаҡланып ҡалған. Б. э. т. 237 йылда Карфаген Иберияны үҙенә буйһондора, унан Матур Гасдрубал Рим Республикаһына янай башлай, ә һуңынан сик буйы килешеүенә ҡул ҡуя, әлеге килешеүгә ярашлы Испания Карфагенға күсә.

Рим империяһы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лузитания картаһы

Рим дәүерендә хәҙерге Португалия тарихын Испания тарихынан айырып булмай.

Б. э. т. 159—135 йылдарҙа рим легиондарына ҡаршы Лузитан ҡәбиләләре һуғышы башлана.

Лузитания провинцияһы б.э.т. 15 йылда барлыҡҡа килә һәм көньяҡ Португалия территорияһын биләй, провинция үҙенең тимер һәм көмөш рудниктары менән билдәле.

Герман ҡәбиләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия короллектәре Иберияла 560 йылға ҡарата
Вестгот короллеге 700 йылда ғәрәптәр баҫып алыуы алдынан.

Рим ҡолағандан һуң буласаҡ Португалия территорияһында 409 йылдан алып герман вандалдар ҡәбиләләре хужа була, һуңынан — Төньяҡ Ҡара Диңгеҙ буйы дала райондарынан һәм Дон йылғаһы бассейнынан күсеп килгән иран телле аландар[7], ҡабаттан герман ҡәбиләләре — свевтар, һуңынан вестготтар хакимлыҡ итә.

414 йылда свевтар Рим хөкүмәте менән килешеү төҙөй, уның буйынса улар федерат сифатында Иберия ярымутрауында йәшәү хоҡуғына эйә булалар, шулай уҡ уларға Галисия һәм хәҙерге Португалияның байтаҡ өлөшө күсә. Свевтар һаны 30 — 35 мең кеше тип баһалана. Свевтар хакимлығының тәүге осоронда Брага, Порту һәм Мерида король резиденциялары була. Брага свев дәүләтенең үҙәгендә урынлаша һәм VI быуатта был ҡала королдең төп резиденцияһына әүерелә. Рим заманынан уҡ Брага һәм Мерида христианлыҡтың мөһим үҙәктәре була, унда епископтар урынлаша, был ҡалалар христиан изгеләренең эшмәкәрлеге менән бәйле.

Свевтар тарихы Идация Хроникаһы буйынса 469 йылға тиклем күҙәтелә. Свев мәҙәниәтенең тәъҫире ҙур булмай, тел тулыһынса юҡҡа сыға. Свевтарҙың мәҙәни йоғонтоһо, моғайын, ҡәбиләнең аҙ һанлы булыуы арҡаһында әһәмиәтһеҙ булғандыр. Урта быуат Португалия үҙен висиготтар вариҫы итеп күрә.

Вестгот короле Теодорих II свевтар менән һуғыш башлай, Испанияға бәреп инә, һәм 474 йылға ҡарата бөтә Пиреней ярымутрауын яулап ала, свевтарға төньяҡ Португалияның ҙур булмаған өлөшөн һәм Галисияны ҡалдыра. Свевтар дәүләтен 585 йыл Леовигильд яулап ала, артабан свевтарҙың яҙмышы Вестгот дәүләте менән бәйле була.

Ғәрәптәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корд хәлифәлеге.
Ислам баҫып алыуҙары, 622—750.

711—716 йылдарҙа маврҙар (ғәрәптәр һәм берберҙар) ҡәбиләләре бөтә ярымутрауҙы тиерлек биләп алалар. Ғәрәптәр ул ваҡытта мәҙәни һәм иҡтисади йәһәттән вестготтарҙан күпкә өҫтөн була. Ғәрәптәр бөтә ерҙә лә һуғарыу системаһын индерә, ерҙең уңдырышлылығын арттыра. IX быуаттын икенсе яртыһына тиклем маврҙар хәҙерге Португалияның бөтә территорияһын биләй.

722 йылда Иберияны христиан халыҡтары тарафынан ғәрәптәрҙән тартып алыу процесы (Реконкиста) башлана. Оҙайлы ваҡыт (1000 йылға тиклем) Дору йылғаһы буйлап сик булдырыла, Португалияның төньяғы һәм Галиция христиан динендә булып ҡала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Өмәйәттәр, Әл-Әндәлүс, Кордова хәлифәлеге, Реконкиста.

Португалия графлығы Леон өлөшө булараҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леон короллеге вассалы (бойондороҡло дәүләт) булараҡ Португалия графлығына 868 йылда Вимар Переш нигеҙ һала — 868 йыл хәҙерге Португалия тураһында беренсе тапҡыр телгә алынған йыл тип һанала. Графлыҡ территорияһы башлыса тауҙарҙан, урмандарҙан һәм һаҙлыҡтарҙан тора, төньяҡта Миньо һәм көньяҡта Мондего йылғаһы менән сиктәш була. Атамаһы (Портуселиа, Терра портукаленсис) ҙур булмаған Портус Кале портынан йәки Вила-Нова-де-Гайанан (хәҙер Дуро йылғаһы тамағында урынлашҡан Порту биҫтәһе) килеп сыҡҡан.

Португал графтары Реконкиста һәм король власына ҡаршы фетнәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Графлыҡ Менендо II Гонсалес (король Альфонсо V регенты) ваҡытында иң юғары нөктәгә күтәрелә, һуңыраҡ графлыҡ бөлгөнлөккә төшә һәм Галицияға тапшырыла.

Графлыҡ 1093 йылда Кастилиянан Альфонсо VI тарафынан кейәүе Генрих Бургунд өсөн тергеҙелә. Был территорияға Коимбр графлығы, Траз-уж-Монтиш һәм Алту-Дору провинцияһының бер өлөшө һәм Галисияның көньяғы инә.

1139 йыл Генрих Бургундтың улы Бөйөк Афонсу I үҙен король тип иғлан итә.

Португалия тарихы осорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Португалия тарихын шартлы рәүештә 12 осорға бүлергә мөмкин:

  1. 1095—1279 — бойондороҡһоҙ Португалия короллегенең барлыҡҡа киеүе һәм уның хәҙерге континенталь сиктәренә тиклем киңәйеүе
  2. 1279—1415 — Португалияла монархияны нығытыу осоро
  3. 1415—1499 — тәре походтары һәм географик асыштар осоро, Һиндостанға океан юлын асыу (1497—1499)
  4. 1499—1580 — Португалия колониаль империяһы формалашыу осоро
  5. 1581—1640 — Португалияла испан хакимлығы осоро
  6. 1640—1755 — Португалия монархияһын тергеҙеү осоро
  7. 17551826 — Помбалин реформалары һәм Пиреней ярымутрауындағы һуғыштар осоро
  8. 18261910 — конституцион монархия осоро.
  9. 19101926 — Беренсе республика осоро.
  10. 19261974 — Икенсе республика (Салазар диктатураһы) осоро
  11. 19741982 — демократияға күсеү һәм социализм төҙөргә маташыу осоро
  12. 1982 йылдан — хәҙерге осор

Бургунд династияһы (11391383 год)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реконкиста[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләткә нигеҙ һалыусы тип Афонсу I һанала. 1139 йылдың 25 июлендә Оурикела ҙур еңеү яулай, шунан һуң һалдаттары уны батша тип иғлан итә (һүҙмә-һүҙ «португалдар короле» (порт. Rei dos Portugueses). Артабан Афонсу Ламегала король ассамблеяһын йыя, унда ул бойондороҡһоҙлоҡ билдәһе булараҡ архиепископ Браганс ҡулынан таж ҡабул итә. Ошо ваҡыттан Португалия ысынында Кастилияның феодаль уделы (биләмәһе) булыуҙан туҡтай һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булып китә.

Артабан Афонсу Сиркәү һәм күрше дәүләттәр тарафынан үҙен батша тип таныу өсөн көрәшә. Ул бер нисә монастырь һәм конвентҡа (закон сығарыусы орган) нигеҙ һала һәм дини ордендарға өҫтөнлөктәр бирә. 1143 йылда ул үҙен һәм короллеген Сиркәү ҡолдары итеп иғлан итә һәм маврҙарҙы ҡыуып сығарырға вәғәҙә итә. 1146 йылда Афонсу маврҙарҙан — Сантаренды һәм 1147 йылда Лиссабонды тартып ала. Шулай уҡ ул Тежу йылғаһынан көньяҡҡа табан территорияның бер өлөшөн яулап ала, әммә уны кире ҡайтарып алалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Португалия темаларҙа Ҡалып:Европа темалар буйынса