Карфаген

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карфаген
финик. 𐤒𐤓𐤕•𐤇𐤃𐤔𐤕‬
Флаг Герб
Флаг Герб

Карфаген сәскә атҡан сағында
Карфаген сәскә атҡан сағында

б. э. т. 814 йыл[1] — б. э. т. 146 йыл
Баш ҡала

Карфаген

Телдәр

пун теле

Халҡы
Преемственность

Lex Rubria →

Рим республикаһы → Рим империяһы → Вандалдар һәм аландар короллеге → Византия →

 Карфаген Викимилектә

Карфаген (финик. Qart-ḥada(št), лат. Carthago, грек. Καρχηδόνα) — борон заманда Африканың төньяғында, хәҙерге Тунис территорияһында урынлашҡан финики дәүләте, баш ҡалаһының да атамаһы Карфаген булған. Qart-ḥadašt (пун яҙмаһында һуҙынҡыларһыҙ Qrtḥdšt) финики теленән «Яңы ҡала» тип тәржемә ителә. Карфагенлы финикиҙарҙың латинса атамаһы — Poeni или Puni.

Карфагенды беҙҙең эраға тиклем IX быуатта Тир тигән финики ҡалаһынан колониялаштырыусылар нигеҙләгән. Карфагенды нигеҙләү датаһы ике вариантта йөрөй: беҙҙең эраға тиклем 825—823 йылдар һәм беҙҙең эраға тиклем 814—813 йылдар, әҙәбиәттә һуңғыһы йышыраҡ ҡулланыла[2].

Риүәйәткә ярашлы, ҡалаға Дидона тигән батшабикә нигеҙ һала. Тир батшаһы булған ағаһы Пигмалион ире Сихейҙы байлығын тартып алыр өсөн үлтергәненән һуң Дидона Фестан ҡаса. Ҡаланың барлыҡҡа килеүе тураһындағы риүәйәткә ярашлы, Дидона был тирәлә йәшәгән ҡәбиләнән үгеҙ тиреһе ҙурлыҡ ер һатып алырға һөйләшә. Ул тирене тар ғына ҡайыштарға ҡырҡып сыға ла шулар еткән тиклем ер биләмәһен әйләндереп ала һәм шул биләмәгә хужа була. Ошо урынға ҡуйылған цитаделгә Бирса (тире) тигән атама бирелә.

Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында финики йоғонтоһо тамамланғас, географик урынының ҡулай булыуынан файҙаланып, Карфаген элекке финики колонияларын үҙенә буйһондора. Беҙҙең эраға тиклем III быуатҡа ул, Көньяҡ Испанияны, Төньяҡ Африка яр буйын, Сицилияны, Сардинияны һәм Корсиканы буйһондороп, Урта диңгеҙҙең көнбайышында эре дәүләткә әүерелә. Римға ҡаршы пун һуғыштарынан һуң Карфаген үҙ яуланмаларын юғалта һәм беҙҙең эраға тиклем 146 йылда емертелә, территорияһы Римдың Африка тигән провинцияһына әйләнә. Юлий Цезарь уның урынында колония нигеҙләргә тәҡдим итә, колония уның вафатынан һуң булдырыла.

420—430-сы йылдарҙа айырымланыу маҡсатындағы фетнәләр һәм вандал тигән герман ҡәбиләһенең баҫҡыны һөҙөмтәһендә Көнбайыш Рим империяһының провинция өҫтөнән контроле юғалтыла. Вандалдар баш ҡалаһы Карфагенда булған үҙ короллеген ойоштора. Төньяҡ Африка Византия императоры Юстиниан тарафынан буйһондоролғас, Карфаген ҡалаһы Карфаген экзархатының баш ҡалаһы ителә. VII быуат аҙағында ғәрәптәр тарафынан тартып алынғас, ул әһәмиәтен тулыһынса юғалта.

Бирса ҡалҡыулығында финики кварталы харабалары

Карфаген моронда урынлашҡан була һәм төньяҡтан да, көньяҡтан да диңгеҙгә сыға ала. Уңайлы урыны уны Урта диңгеҙ төбәгендә диңгеҙ сауҙаһы лидерына әүерелдерә. Диңгеҙҙә йөҙгән бөтә суднолар мотлаҡ Сицилия менән Тунис яры араһынан үтер булған.

Ҡала эсендә ике ҙур яһалма гавань ҡаҙыла: береһе — хәрби флот өсөн, икенсеһе сауҙа өсөн тәғәйенләнә. Хәрби гавань 220 хәрби карап һыйҙырышлы була. Гавандәрҙе айырып торған муйынға диуар менән уратылған мөһабәт башня төҙөлә.

Ҡала диуарҙарының оҙонлоғо 37 километр була, ә бейеклеге ҡайһы бер урындарҙа 12 метрға етә. Диуарҙар башлыса яр буйлап тартылғанлыҡтан ҡаланы диңгеҙ яғынан яулау мөмкин булмай.

Ҡалала ҙур зыярат, дин ҡоролмалары, баҙарҙар, муниципалитет, башнялар һәм театр була. Ул бер ҙурлыҡтағы дүрт торлаҡ районға бүленә. Ҡала уртаһында бейек цитадель ҡалҡып тора, ул Бирса тип атала. Карфаген эллин дәүерендәге иң ҙур ҡалаларҙың береһе була (ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, Искәндәриәнән генә ҡалыша) һәм боронғо осорҙағы иң эре ҡалалар иҫәбенә инә.

Сығанаҡтар әҙ булғанға Карфагендағы дәүләт ҡоролошон аныҡ ҡына билдәләп булмай. Шуның менән бергә уның сәйәси системаһын Аристотель менән Полибий һүрәтләгән.

Карфагенда власты аристократия тота, ул бер-береһенә дошман аграр һәм сауҙа-сәнәғәт фракцияларына бүленгән була. Тәүгеләре Африкала биләмәләрҙе арттырыу яҡлы һәм башҡа төбәктәрҙе яулауға ҡаршы була, ә икенселәр нәҡ башҡа төбәктәргә ынтыла. Дәүләт хеҙмәтендәге вазифаларҙы һатып алырға мөмкин була.

Аҡһаҡалдар советы юғарғы власть органы һанала, уның башында 10 (һуңынан — 30) кеше тора. Башҡарма власҡа ике суфет етәкселек итә. Улар йыл һайын һайлап ҡуйыла һәм башлыса армия менән флоттың баш командующийҙары вазифаларын башҡара. Карфаген сенаты закондар сығарыу власына эйә була, өс йөҙләп сенатор була, ә вазифа үҙе ғүмерлеккә бирелә. Сенат составындағы 30 ағзанан торған комитет ағымдағы эштәрҙе алып бара. Халыҡ йыйыны ла әһәмиәткә эйә була, әммә уға суфеттар менән сенат араһында фекер айырымлыҡтары килеп сыҡҡан һирәк осраҡтарҙа ғына мөрәжәғәт итәләр..

Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 450 йылда ҡайһы бер ырыуҙарҙың (айырыуса Магондар ырыуының) аҡһаҡалдар советында тулы өҫтөнлөк алырға ынтылышын йүгәнләү маҡсатында судьялар советы төҙөлә. Ул 104 кешенән тора һәм вазифалағы мөҙҙәте тулған кешеләрҙе хөкөм итергә тейеш була, ә һуңынан контроль һәм суд менән шөғөлләнә.

Буйһондоролған ҡәбиләләрҙән һәм ҡалаларҙан Карфаген яугирҙәр контингентын йыя, аҡсалата һәм натуралата һалым түләмдәре алып тора. Бындай ҡоролош Карфагенға байтаҡ аҡса килтерә һәм көслө армия булдырыу мөмкинлеген бирә.

Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тофеттағы изге Танит төшөрөлгән стела

Финикиҙар бөтә Көнбайыш Урта диңгеҙ буйына таралып йәшәһә лә, уларҙы уртаҡ дин берләштерә. Карфагенлылар үҙҙәренең финики ата-бабаларынан ҡәнғәндәрҙең динен мираҫ итеп ала. Быуаттар дауамында йыл һайын Карфаген Мелькарт ҡорамында ҡорбан килтереү өсөн Тирға вәкилдәрен ебәрә. Карфагенда Баал Хаммон («эҫелек хужаһы» тигән мәғәнәлә) һәм Танит (Астартаға тиңләштерелгән илаһиә) төп илаһтар була.

Тофет

Балаларҙы ҡорбан итеү Карфаген диненең иң насар яғы була. Диодор Сицилиялы яҙыуынса, беҙҙең эраға тиклем 310 йылда ҡалаға һөжүм барғанда Баал Хаммондың күңелен күреү өсөн карфагенлылар аҡһөйәк ғаиләләрҙән 200-ләп баланы ҡорбан итә. "Дин энциклопедияһы"нда былай тиелә: «Гонаһһыҙ сабыйҙы пакланыу ҡорбаны итеп килтереү аллаларҙың күңелен табыу маҡсатындағы иң бөйөк сара һанала. Күрәһең, был сара ғаиләнең дә, йәмғиәттең дә именлеген тәьмин итергә тейеш булғандыр».

1921 йылда археологтар хайуандарҙың (кеше урынына уларҙы ҡорбан иткәндәр) һәм бәләкәй балаларҙың янған ҡалдыҡтары һалынған урналар теҙелеп киткән ерҙе таба. Был урынға Тофет тигән атама бирәләр. Һанап сығарыуҙарынса, бында 200 йыл самаһы эсендә ҡорбан ителгән 20 000-дән ашыу баланың ҡалдыҡтары һаҡланған.

Әммә Карфагенда балаларҙы күпләп ҡорбан итеү тураһындағы теорияға ҡаршылар ҙа бар. 2010 йылда халыҡ-ара археологтар төркөмө 348 ерләү урнаһындағы материалды өйрәнә. Был урналарҙағы балаларҙың яртыһы тиерлек йә үле тыуған (кәм тигәндә 20 процент), йә тыуғас үлгән булып сыҡҡан. Тик бер нисәһендә генә 5-6 йәштәрҙәге бала ҡалдығы табылған[3]. Шулай итеп, ни сәбәптән вафат булһа ла, баланы яндырғандар һәм церемония урналарына һалып ерләгәндәр. Тикшеренеү шулай уҡ карфагенлыларҙың һәр ғаиләләге беренсе ир баланы ҡорбан итеүе тураһындағы легенданы ла кире ҡаға[4].

Социаль ҡоролош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә халҡы хоҡуҡтар буйынса этник билдәгә ҡарап бер нисә төркөмгә бүленгән. Ливиялылар иң ауыр хәлдә була. Ливия территорияһы стратегтарға буйһонған өлкәләргә бүленә, һалымдар бик юғары була, уларҙы йыйғанда ғәҙелһеҙлектәргә юл ҡуйыла. Ошо сәбәптәрҙән ихтилалдар йыш була, әммә уларҙы аяуһыҙ баҫтыралар. Ливиялылар армияға мәжбүри алына. Сикулиҙарҙың — сицилиялыларҙың (гректар?) — сәйәси хоҡуҡтары «сидон хоҡуғы» (йөкмәткеһе билдәһеҙ) менән сикләнә. Әммә сикулиҙар сауҙа иркенә эйә була. Карфагенға ҡушылған финики ҡалалары кешеләре тулы гражданлыҡ хоҡуҡтарына эйә була, ә ҡалғандар (финики түгелдәр) сикулиҙар кеүек — «сидон хоҡуғы» менән сикләнә.

Халыҡ сыуалыштарын иҫкәртеү маҡсатында иң фәҡирҙәр ваҡыты-ваҡыты менән бойондороҡло өлкәләргә һөрөлөп тора.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала хәҙерге Тунистың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, ҙур ҡултыҡтың төпкөлөндә, уңдырышлы тигеҙлекте һуғарған Баград йылғаһы тамағы эргәһендә урынлашҡан була. Бынан Урта диңгеҙҙең көнсығышы менән көнбайышын тоташтырған диңгеҙ юлдары үтә, Карфаген Көнсығыштың һөнәрселек тауарҙарын Көнбайыш менән Көньяҡтың сеймалына алмаштырыу үҙәгенә әүерелә. Карфаген сауҙагәрҙәре үҙҙәре етештергән пурпур буяуы, Судандан килтерелгән фил һөйәге һәм ҡолдар, Африканың үҙәгенән дөйәғош ҡанаты һәм алтын ҡом менән сауҙа итә. Алмашҡа Испаниянан көмөш һәм тоҙло балыҡ, Сардиниянан икмәк, Сицилиянан зәйтүн майы һәм грек художестволы әйберҙәре килә. Мысыр менән Финикиянан Карфагенға келәм, керамика, эмаль һәм быяла мәрйендәр ташыла, мәрйендәрҙе Карфаген сауҙагәрҙәре ерле ҡәбиләләрҙән ҡиммәтле сеймал алмаштыра.

Ҡала-дәүләт иҡтисадында сауҙанан тыш ауыл хужалығы мөһим урын алып тора. Баградтың уңдырышлы тигеҙлегендә Карфаген ер биләүселәре эре биләмәләр тота, уларҙа ҡолдар һәм урындағы ливиялылар эшләй. Ирекле ваҡ сауҙа, күрәһең, Карфагенда ҙур урын тотмағандыр. Карфагенлы Магондың ауыл хужалығы тураһындағы 28 китаплыҡ хеҙмәте һуңынан Рим сенаты бойороғо буйынса латин теленә тәржемә ителә.

Карфаген сауҙагәрҙәре яңы баҙарҙар эҙләүҙән һис туҡтамай. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 480 йылда диңгеҙсе Гимилькон, Британияға килеп, ҡурғашҡа бай хәҙерге Корнуолл ярымутрауына аяҡ баҫа. Ә 30 йылдан Карфагендың билдәле затынан булған Ганнон 60 караплы экспедицияны етәкләй. Был караптарҙа 30 000 кеше була (ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа). Кешеләрҙе яр буйлап төрлө урынға төшөрөп ҡалдыралар, улар яңы колониялар нигеҙләргә тейеш була.

Карфагенлыларҙың эшлеклелеге һәм сослоғо ҡаланы боронғо донъяның иң бай ҡалаһына әүерелдерә. «Беҙҙең эраға тиклем III быуат башында технологиялары, флоты һәм сауҙаһы менән… ҡала алдынғы урындарға сыға», — тиелә «Карфаген» («Carthage») тигән китапта. Грек тарихсыһы Аппиан карфагенлылар тураһында былай тип яҙа: «Ҡеүәте буйынса эллиндарға тиңләште, ә байлығы менән фарсыларҙан ҡала икенсе урында булды».

Армияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карфаген армияһы башлыса ялланмаларҙан тора, хәйер ҡала ополчениеһы ла була. Пехотала испан, африка, грек, галл ялланмалары хеҙмәт итә, карфаген аҡһөйәктәре «изге отрядта» — ауыр ҡоралланған атлы ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Ялланма кавалерия антик донъяла иң оҫта һыбайлылар тип һаналған нумидиҙарҙан һәм ибериҙарҙан тора. Кельтиберҙар ҡәбиләһе галлдарҙың ҡоралы — ике яҡлы оҙон ҡылыс менән ҡоралланған була. Филдәр ҙур роль уйнай, уларҙың һаны 300 самаһы була. Армия катапульталар, баллисталар менән дә ҡораллана. Дөйөм алғанда пун армияһы эллин дәүләттәренең армияһына оҡшаш була. Армияға баш командующий етәкселек итә, уны аҡһаҡалдар советы һайлап ҡуя.

Ихтыяж тыуһа, дәүләт бер нисә йөҙ биш палубалы ҙур караптан торған флотын тиҙ генә йыйып алған. Улар эллиндарҙың иң яҡшы диңгеҙ техникаһы һәм тәжрибәле экипаж менән тәьмин ителгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карфаген беҙҙең эраға тиклем IX быуат аҙағында финикиҙарҙың Тир ҡалаһынан сыҡҡан кешеләр тарафынан төҙөлгән. Легенда буйынса, ҡалаға мәрхүм финики батшаһының Дидона тигән тол ҡатыны (Тир батшаһы Картондың ҡыҙы) нигеҙ һалған. "Estoria de España (исп.)баш. (1282 йә 1284) тигән беренсе испан хроникаһында, уны король Альфонсо X латин сығанаҡтарына таянып эшләгән, «carthon» һүҙе «ул телдә тире тигәнде аңлата, шунлыҡтан ҡала Картаго [Carthago] тип аталған», тиелә[5]. Был китапта артабанғы колониялаштырыу тураһында ентекле мәғлүмәттәр бар.

Үгеҙ тиреһе тураһында үрҙә һөйләнгән легенданың дөрөҫлөгө бер ерҙә лә раҫланмай, әммә ерле халыҡтың һәйбәт мөнәсәбәтенән башҡа бер төркөм сит күскенсе, етмәһә, үҙ илендә хупланмаған сәйәси партия вәкилдәре, ерегеп китә һәм ҡала төҙөй алмаҫ ине. Геродот, Юстин һәм Овидий биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡаланы нигеҙләгәс, Карфаген менән ерле халыҡ араһында мөнәсәбәттәр боҙола. Макситан ҡәбиләһе башлығы Гиарб, һуғыш менән янап, Дидонаға өйләнмәксе була. Әммә Дидона никахҡа ингәнсе үлемде өҫтөн күрә. Һуғыш карфагенлылар файҙаһына булмай. Овидий яҙғанынса, Гиарб хатта ҡаланы яулай һәм бер нисә йыл үҙ буйһоноуында тота.

Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Урта диңгеҙ буйында хәл ныҡ үҙгәрә. Финикияны Ассирия баҫып ала, күп һанлы колониялар бойондороҡһоҙға әйләнә. Ассирия хакимлығы халыҡтың боронғо финики ҡалаларынан колонияларға күсеүенә килтерә. Карфаген ҡасаҡтар менән шул тиклем ныҡ тулғандыр, хатта үҙе колониялар ойоштора алырлыҡ хәлгә килгәндер. Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында Питиуз утрауҙарындағы Эбесс уның беренсе колонияһы була (беҙҙең эраға тиклем VII быуаттың беренсе яртыһы).

Беҙҙең эраға тиклем VII һәм VI быуаттар сигендә грек колониялаштырыуы башлана. Гректарҙың үтеп инеүенә ҡаршы финики колониялары дәүләттәргә берләшә башлай. Сицилияла Панорм, Солуент, Мотия беҙҙең эраға тиклем 580 йылда гректарға уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Испанияла Гадес етәкселегендә ҡалалар берләшмәһе Тартесс менән көрәшә. Ләкин берҙәм финики дәүләтенең нигеҙен көнбайышта Карфаген менән Утиканың берләшеүе тәшкил итә.

Ҡулайлы географик урыны Карфагенға Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында иң эре ҡалаға әйләнеү (халҡының һаны 700 000 кешегә етә), Төньяҡ Африкалағы һәм Испаниялағы бөтә финикий колонияларын үҙе тирәһендә ойоштороп, баҫып алыуҙар һәм колониялаштырыуҙар менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә.

Беҙҙең эраға тиклем VI быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пун һуғыштарына тиклемге Карфаген

VI быуатта гректар Массалия колонияһын нигеҙләй һәм Тартесс менән берләшә. Башта пундар гел еңелә, ләкин Магон I армияны реформалай (ғәскәрҙең төп өлөшө ялланмаларҙан тора), этрускылар менән союз төҙөлә һәм беҙҙең эраға тиклем 537 йылда Алалия эргәһендәге алышта гректар ҡыйратыла. Тиҙҙән Тартесс та юҡ ителә һәм бөтә финики ҡалалары Испанияға ҡушыла.

Сауҙа — Карфаген сауҙагәрҙәре Мысырҙа, Италияла, Испанияла, Ҡара һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәрҙә алыш-биреш итә — һәм ҡолдар хеҙмәтен киң файҙаланған ауыл хужалығы төп байыу сығанағы була. Сауҙа ныҡлы көйләнә — Карфаген тауар әйләнешен үҙ ҡулында тоторға тырыша; ошо маҡсаттан бөтә буйһоноулы халыҡтар Карфаген сауҙагәрҙәре аралашсылығы аша ғына сауҙа итергә тейеш булалар. Был бик ҙур килемдәр килтерә, әммә буйһоноулы территорияларҙың үҫешен тотҡарлай һәм айырымланыу кәйефтәрен көсәйтә. Грек-фарсы һуғыштары ваҡытында Карфаген Фарсия менән бер яҡлы була, этрускылар менән бергәләп Сицилияны тулыһынса баҫып алырға итә. Ләкин Гимера эргәһендәге алышта грек ҡала-дәүләттәре берләшмәһенән еңелгәндән һуң (беҙҙең эраға тиклем 480 йыл) көрәш бер нисә тиҫтә йылға туҡтап ҡала. Сиракуз пундарҙың төп дошманы була (беҙҙең эраға тиклем 400 йылға был дәүләттең бик ҡеүәтләнгән һәм Карфаген тарафынан тулыһынса баҫып алынған көнбайышта сауҙа асырға ынтылған сағы була), һуғыш тәнәфестәр менән бөтәһе йөҙ йыл самаһы (беҙҙең эраға тиклем 394—306 йылдар) бара һәм Сицилияның пундар тарафынан тотошлай тиерлек баҫып алыныуы менән тамамлана.

Беҙҙең эраға тиклем III быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Карфагендың мәнфәғәттәре ҡеүәтле дәүләткә әүерелгән Рим республикаһыныҡы менән һыйышмай башлай. Элек бер яҡлы булһалар ҙа, мөнәсәбәттәре боҙола. Беҙҙең эраға тиклем 264 йылда Беренсе пун һуғышы башлана. Ул башлыса Сицилияла һәм диңгеҙҙә бара. Римдар Сицилияны ярайһы уҡ тиҙ яулай, ләкин Римдың бер ниндәй флоты булмауы аяҡ сала. Беҙҙең эраға тиклем 260 йылда ғына римлылар флотлы була һәм, абордажға алыу тактикаһын ҡулланып, Мила мороно эргәһендә диңгеҙҙә еңеү яулай. Беҙҙең эраға тиклем 256 йылда римлылар хәрби хәрәкәттәрҙе Африкаға күсерә, карфагенлыларҙың флотын да, ҡоро ер ғәскәрен дә ҡыйрата. Ләкин консул Аттилий Регул яуланған өҫтөнлөктән файҙалана алмай һәм бер йылдан Спарта ялланмаһы Ксантипп командалығы аҫтындағы пун армияһы римлыларҙы тулыһынса ҡыйрата. Был алышта ла, элеккеләрендәге кеүек үк, уларға еңергә филдәр ярҙам итә. Тик беҙҙең эраға тиклем 251 йылда ғына Панорм эргәһендә (Сицилия) римлылар, 120 филде ҡулға төшөрөп, ҙур еңеү яулай. Ике йылдан карфагенлылар диңгеҙҙә ҙур еңеүгә өлгәшә һәм ике яҡтың да тулыһынса көсһөҙләнеүенә бәйле тынлыҡ урынлаша.

Гамилькар Барка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем 247 йылда Гамилькар Барка (Йәшен) Карфагендың баш командующийы итеп тәғәйенләнә, уның сикһеҙ һәләттәре арҡаһында Сицилияла уңыш пундар яғына күсә башлай, әммә беҙҙең эраға тиклем 241 йылда Рим, бөтә көсөн туплап, яңы флот менән армияны ҡаршы ҡуя. Карфаген иһә уларға ҡаршы тора алмай һәм, Сицилияны Римға ҡалдырып, солох төҙөргә, 10 йыл эсендә 3200 талантлыҡ контрибуция түләргә мәжбүр була.

Еңелеүҙән һуң Гамилькар отставкаға китә, власть уның сәйәси дошмандарына күсә, уларға Ганнон етәкселек итә. Карфаген хөкүмәте ялланмаларға түләүҙе кәметеү кеүек аҡылһыҙ аҙымға бара, был көслө ихтилалды тоҡандырып ебәрә. Ялланмаларҙың ихтилалы илде саҡ һәләк итмәй. Гамилькар ҡабат власҡа саҡырып алына. Өс йыллыҡ һуғыш һөҙөмтәһендә ул ихтилалды баҫтыра, ләкин Сардиния гарнизоны ихтилалсыларға ҡушыла һәм, утрауҙа йәшәгән сард ҡәбиләһенән шөрләп, Римдың власын таный. Карфаген утрауҙы ҡайтарыуҙы талап итә. Карфагенды нисек тә юҡ итергә һылтау эҙләгән Рим беҙҙең эраға тиклем 237 йылда уға һуғыш иғлан итә. Римлыларға хәрби сығымдарҙы ҡаплау иҫәбенә 1200 талант түләп һәм Сардиния менән Корсиканы уға биреп кенә Карфаген һуғыштан ҡотолоп ҡала.

Аҡһөйәктәр хөкүмәтенең һөҙөмтәле идара итә алмауы Гамилькар етәкселегендәге демократик оппозицияның көсәйеүенә килтерә. Халыҡ йыйыны уға баш командующий вәкәләттәрен тапшыра. Беҙҙең эраға тиклем 236 йылда, бөтә Африка яр буйын буйһондороп, ул хәрби хәрәкәттәрҙе Испания еренә күсерә. Унда яуҙа һәләк булғансы 9 йыл буйы һуғыша. Гамилькарҙың вафатынан һуң армия баш командующий итеп уның кейәүе Гасдрубалды һайлай. 16 йыл эсендә (беҙҙең эраға тиклем 236—220 йылдар) Испанияның ҙур өлөшө буйһондорола һәм митрополияға ныҡлы бәйләнә. Көмөш рудниктары күп табыш бирә, яуҙарҙа армия сыныға, көсәйә. Һөҙөмтәлә Карфаген Сицилияны юғалтҡанға тиклемгенән дә ҡеүәтлерәк булып китә.

Ганнибал Барка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гасдрубалдың вафатынан һуң армия Гамилькарҙың улы Ганнибалды баш командующий итеп һайлай. Үҙенең бөтә улдарында — Магонда, Гасдрубалда һәм Ганнибалда — Гамилькар Римға ҡарата нәфрәт тәрбиәләгән була, шунлыҡтан, армияға баш булғас та, Ганнибал һуғыш өсөн сыйыҡ эҙләй башлай. Беҙҙең эраға тиклем 218 йылда ул испан ҡалаһы һәм Римдың союздашы Сагунтты ала. Дошман көтмәгәнсә, Ганнибал армияһын Альп аша Италияға алып сыға. Унда Тициндағы, Требиялағы, Тразимен күлендәге алыштарҙа еңә. Беҙҙең эраға тиклем 216 йылда Канн ҡалаһы эргәһендә Ганнибал римлыларҙы ҡырып һала, һөҙөмтәлә Италияның ҙур өлөшө, әһәмиәте буйынса икенсе урындағы Капуя ҡалаһы Карфаген ҡулына эләгә. Испанияла ла, Сицилияла яуҙар була. Карфаген башта уңыш артынан уңыш яулаһа ла, һуңынан римлылар бер нисә мөһим еңеүгә өлгәшә. Ганнибалдың ҡустыһы, уға яңы көстәр менән килә ятҡан Гасдрубал һәләк булғандан һуң, Карфагендың хәле ҡатмарлаша. Италияға килгән Магон да еңелә һәм яуҙа үлтерелә.

Ганнибалдың походтары

Тиҙҙән Рим хәрби хәрәкәттәрҙе Африкаға күсерә. Нумидиҙар батшаһы Массинисса менән союз төҙөп, Сципион пундарҙы бер нисә тапҡыр еңә. Ганнибалды тыуған иленә саҡырталар. Беҙҙең эраға тиклем 202 йылда Зама эргәһендәге алышта насар өйрәтелгән ғәскәргә етәкселек итеп, ул еңелә, һәм карфагенлылар солох төҙөргә була. Уның шарттарына ярашлы, Римға Испанияны һәм бөтә утрауҙарҙы бирергә, 10 ғына хәрби карап тоторға һәм 10 000 талант контрибуция түләргә тейеш булалар. Бынан тыш, Римдың рөхсәтенән тыш берәү менән дә һуғышырға хоҡуҡтары булмай.

Беҙҙең эраға тиклем 196 йылда Рим Карфаген яҡлы Македонияны еңә. Тағы бер союздашы, Селевктар империяһы батшаһы Антиох менән бергәләп Ганнибал яңы һуғыш башларға ниәтләнә, ләкин тәүҙә Карфагендағы олигархик власты юҡ итеү кәрәк була. Үҙенең суффетлыҡ вәкәләтенән файҙаланып, ул сәйәси дошманы менән низағ сығара һәм власты ҡулына ала. Коррупцияға ҡаршы көрәше аҡһөйәк чиновниктарының уға ҡаршы тороуына килтерә. Римға Ганнибалдың Антиох менән дипломатик бәйләнештәре тураһында шикәйәт китә. Ганнибал Антиох янына ҡасырға мәжбүр була. Уны ҙурлап ҡаршы алһалар ҙа, бер ниндәй вәкәләт тә бирмәйҙәр. Антиох еңелгәндән һуң ул Критта, Вифинияла ҡасып ята, римлылар тарафынан даими эҙәрләнеүҙән йонсоп, дошман ҡулына эләкмәҫ өсөн үҙен-үҙе үлтерергә мәжбүр була.

Карфагенды юҡ итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике һуғышта еңелеп тә, Карфаген тиҙ генә аяҡҡа баҫа һәм тиҙҙән иң бай ҡалаларҙың береһенә әүерелә. Римда сауҙа иҡтисадтың мөһим тармағына әйләнгәнлектән, Карфаген менән көнәркәшлек уға ныҡ ҡамасаулай. Уның тиҙ генә көсәйә башлауы ла борсой. Шулай итеп, Карфагенға ҡаршы һуғыш башларға ҡарар ителә, тик һылтау ғына кәрәк була.

Нумидиҙар батшаһы Массинисса ул һылтауҙы бирә. Римдың Карфагенға ҡаршы булыуын күреп, Массинисса Карфаген биләмәләренә әленән-әле барымталар яһап тора, тиҙҙән туранан-тура һөжүмгә күсә. Пундар уға һуғыш менән яуап бирә. Рим хәрби хәрәкәттәргә рөхсәтһеҙ күскәне өсөн Карфагенға армияһын ебәрә.

Ҡурҡып ҡалған карфагенлылар бөтә шарттарға риза булып солох һорай. Иң элек Рим консулы Луций Цензорин бөтә ҡоралды тапшырыуҙарын талап итә. Ҡорал тапшырылғас, ул Рим сенатының төп талабын ишеттерә: Карфаген емертелергә, халҡы таратылырға, ә яңы ҡала диңгеҙ буйынан кәм тигәндә 10 миль (16 км) алыҫлыҡта нигеҙләнергә тейеш. Ә был уның бер ҡасан да яңырып аяҡҡа баҫмаясағын аңлата, сөнки Карфагендың мул тормошо диңгеҙ сауҙаһына таянған була.

Уйлау өсөн бер ай ваҡыт һорап, пундар һуғышҡа әҙерләнә башлай. Шулай итеп, Өсөнсө пун һуғышы башлана. Ҡала һәйбәт нығытылғас, римлылар уны тиҙ генә буйһондора алмай, ҡамауҙа һәм ауыр һуғыштарҙа үткән 3 йылдан һуң ғына Карфагенды яулайҙар. Карфаген тулыһынса емертелә, 500 000 кешелек халҡының 50 000-е (Орозий мәғлүмәтенә ярашлы, 55 000-е) әсирлеккә алынып, ҡол ителә[6]. Һуғыш утында Карфагендың әҙәбиәте юҡҡа сыға, тик Магондың ауыл хужалығы тураһындағы трактаты ғына иҫән ҡала, сөнки уны Рим сенаты ҡарары менән латин теленә тәржемә итергә тейеш булалар. Карфаген ерендә Рим провинцияһы барлыҡҡа килә, уға Утиканан килгән наместник идара итә.

Рим Африкала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала кварталдарының харабалары. Антонин Пийҙың термаһы.

Карфагенды юҡ иткәндән һуң 100 йыл үткәс, Юлий Цезарь ҡала урынында колония төҙөргә уйлай. Был план уның үлеменән һуң ғына тормошҡа аша. Уның хөрмәтенә колония «Colonia Julia Carthago» йәки «Юлийҙың Карфаген колонияһы» тип атала. Рим инженерҙары үткәндәрҙең эҙен юйыу өсөн Бирса түбәһен емереп, 100 000 куб метр тупраҡты сығарып, ерҙе тигеҙләй. Ҡорамдар һәм матур-матур йәмәғәт биналары төҙөлә. Бер аҙҙан Карфаген Рим империяһының иң затлы ҡалаларының береһенә әүерелә.

Римдың Карфаген провинцияһы

Христианлыҡ Карфагенға беҙҙең эраның II быуаты тирәһендә килеп етә. Беҙҙең эраның сама менән 155 йылында Карфагенда билдәле теолог һәм апологет Тертуллиан тыуа.

Беҙҙең эраның V быуаты башына Рим империяһы бөлгөнлөккә төшә, Карфаген да шул хәлгә ҡала. Беҙҙең эраның 439 йылында ҡаланы вандалдар буйһондора һәм талай. Йөҙ йылдан византийҙар ҡулына эләккәс, ҡыйралыш туҡталып тора. Беҙҙең эраның 698 йылында ҡаланы ғәрәптәр ала, уның таштары Тунис ҡалаһын төҙөү өсөн ҡулланыла. Киләһе быуаттарҙа ҡасандыр ҡаланы биҙәгән мәрмәр һәм гранит ташылып бөтә. Һуңынаныраҡ был таштар Генуяла, Пизала соборҙар төҙөүҙә, шулай уҡ Англиялағы Кентербери соборын һалыуҙа файҙаланыла.

Әлеге ваҡытта был ерҙәр Тунистың биҫтәһе һәм туристар күптәп килә торған урын булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ковалев С. История Рима. Курс лекций. Часть I. Республика. Глава XIII. I Пунийская война. Карфаген.
  2. Циркин Ю.Б. Карфаген и его культура. — М.: Главная редакция восточной литературы изд-ва Наука, 1986. — С. 25. — 287 с.
  3. Jarrett A. Lobell. Child Burials — Carthage, Tunisia (ингл.). archaelogy.org (2011). Дата обращения: 8 сентябрь 2015.
  4. Боги Карфагена любили детей "Ru Газета.
  5. Primera Crónica General.
  6. И. Ш. Шифман. Карфаген. — СПб.: Издательство Санкт-Петербургского университета. 2006.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ашери Д. Карфагеняне и греки // Кембриджская история древнего мира. Т. IV: Персия, Греция и Западное Средиземноморье ок. 525—479 гг. до н. э. М., 2011. С. 875—922.
  • Волков А. В. Загадки Финикии. — М.: Вече, 2004. — 320 с. — Серия «Таинственные места Земли». — ISBN 5-9533-0271-1
  • Волков А. В. Карфаген. Белая империя черной Африки. — М.: Вече, 2004. — 320 с. — Серия «Таинственные места Земли». — ISBN 5-9533-0416-1
  • Дриди Эди. Карфаген и Пунический мир / Пер. Н. Озерской. — М.: Вече, 2008. — 400 с. — Серия «Гиды цивилизаций». — ISBN 978-5-9533-3781-6
  • Зелинский Ф. Ф. Римская республика / Пер. с пол. Н. А. Папчинского. — СПб.: Алетейя, 2002. — 448 с. — Серия «Античная библиотека».
  • Кораблев И. Ш. Ганнибал. — М.: Наука, ГРВЛ, 1976. — 400 с.
  • Левицкий Г. Рим и Карфаген. — М.: НЦ «ЭНАС», 2010. — 240 с. — Серия «Культпросвет». — ISBN 978-5-93196-970-1
  • Майлз Ричард. Карфаген должен быть разрушен. — М.: ООО «АСТ», 2014. — 576 с. — Серия «Страницы истории». — ISBN 9785170844135
  • Маркоу Гленн. Финикийцы / Пер. с англ. К. Савельева. — М.: Гранд-Фаир, 2006. — 328 с.
  • Моммзен Т. История Рима. СПб.: Наука, Ювента, 1997.
  • Ревяко К. А. Пунические войны. — Минск, 1985.
  • Сансоне Вито. Камни, которые надо спасти / Пер. с итал. А. А. Бангерского. — М.: Мысль 1986. — 236 с.
  • Ур-Мьедан Мадлен. Карфаген / Пер. А. Яблокова. — М.: Весь мир, 2003. — 144 с. — Серия «Весь мир знаний». — ISBN 5-7777-0219-8
  • Харден Дональд. Финикийцы. Основатели Карфагена. — М.: Центрполиграф. 2004. — 264 с. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 5-9524-1418-4 [1]
  • Циркин Ю. Б. Финикийская культура в Испании. — М.: Наука, ГРВЛ, 1976. — 248 с.: ил. — Серия «Культура народов Востока».
  • Циркин Ю. Б. Карфаген и его культура. — М.: Наука, ГРВЛ, 1986. — 288 с.: ил. — Серия «Культура народов Востока»[2].
  • Циркин Ю. Б. От Ханаана до Карфагена. — М.: ООО «АСТ», 2001. — 528 с.
  • Шифман И. Ш. Финикийские мореходы. — М.: Наука, ГРВЛ, 1965. — 84 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Шифман И. Ш. Карфаген. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2006. — 520 с. — ISBN 5-288-03714-0
  • Huß W. Geschichte der Karthager. München, 1985.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]