Кеше хоҡуҡтары
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Кеше хоҡуҡтары — шәхестең хоҡуҡи стаусы нигеҙҙәрен барлыҡҡа килтереүсе хоҡуҡтар.
Хоҡуҡи дәүләттәрҙең конституцион хоҡуҡтары нигеҙен тәшкил итә. Был хоҡуҡтарҙың аныҡ сағылышы һәм күләме төрлө дәүләттәрҙә, шлуай уҡ төрлө халыҡ-ара хоҡуҡи килешеүҙәрҙә айырылыуы мөмкин. Халыҡ-ара киңлектә уларҙы нығытып тороусы билдәле хоҡуҡи документ — БМО-ның Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы. ОБСЕ-ның ағза илдәрендә кеше хоҡуҡтары, төп азатлыҡ, демократия һәм ҡанундың өҫтөнлөгө тураһындағы мәсьәләләр халыҡ-ара әһәмиәткә эйә һәм ниндәйҙер дәүләттең эске эше генә булып тормай[1].
Хоҡуҡ концепциялары сиктәрендә кеше хоҡуҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше хоҡуҡтары теорияһы фәне тураһында һүҙ йөрөткәндә, хәҙерге юридик фәндең хоҡуҡтың төп нигеҙен тәшкил иткән концепцияларын нисек аңлауын төшөнөү кәрәк. Юриспруденцияның барлыҡ үҫеш тарихы — хоҡуҡты аңлауҙың төрлө типтарының ҡапма-ҡаршылығы тарихы ул. Йәғни социаль тормоштоң специфик күренеше булараҡ, хоҡуҡ асылын аңлауға төрлөсә ҡараш. Тап хоҡуҡ аңлатмаһының нигеҙенә һалынған асыл дөйөм хоҡуҡ теорияһы ҡоролошон билдәләй (хоҡуҡ аңлатмаһына аныҡ киң билдәләмә бирә), уның аша хоҡуҡ доктринаһы (йәғни позитив хоҡуҡ тураһында белем) һәм хоҡуҡ догмаһы (позитив хоҡуҡ тураһында юриспруденцтияла дөйөм ҡабул ителгән положениелар) булдырыуға йоғонто яһай, ижади һәм хоҡуҡты ҡулланыу эшмәкәрлегенә хоҡуҡ биреүгә һиҙелерлек тәьҫир итә. Проблеманы ниндәйҙер теоретик ҡараш күҙлегенән анализлауҙың билдәле методологияһы сиктәрендә тормошҡа ашырылып, хоҡуҡты аңлау тибы хоҡуҡ образын формалаштырыуҙың теоретик-методологик ҡарашты күҙаллай. Теорияла барлығы тиҫтә самаһы хоҡуҡты аңлау тибы бар. Позитивизм тибы социаль-философик фекерҙең айырым ағымы булараҡ, классик позитивизм методологияһына нигеҙләнгән. Уның асылы — берҙән-бер сығанаҡ тип аныҡ, тәжрибә һәм күҙәтеү юлы аша табылған эмпирик мәғлүмәттәрҙе генә таныу, метафизик (философик) һорауҙарҙы, шул иҫәптән асылды, күренештәр һәм процестар сәбәбен анализлауҙан баш тартыу. XIX быуатта социаль ысынбарлыҡты өйрәнеү мөмкинлектәренә яңы ҡараш алып килгән позитивизм юриспруденция өсөн ниндәйҙер өҫтөнлөклө булмай. Позитив хоҡуҡ, тәбиғи хоҡуҡ менән сағыштырғанда, Боронғо Грецияла сәйәси-хоҡуҡи фекер булараҡ барлыҡҡа килә (софистар, Аристотель һ. б.). Әммә Боронғо грек философтарының ғилемендә лә, Боронғо Римдең хоҡуҡи фекеренең иртә үҫеше стадияһында ла «позитив хоҡуҡ» термины ҡулланылмай. Ул Рим юриспруденцияһында Цицерон (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1-се быуат) осоронда барлыҡҡа килә һәм урта быуат юриспруденцияһында нығына. Шулай итеп, позитивистик философия өсөн төп урында торған «позитив» билдәләмәһе юриспруденцияның үҙендә барлыҡҡа килә, ә күптән түгел генә барлыҡҡа килгән позитив философиянан алынмай.
Оҙаҡ ваҡыт дауамында юриспруденция хоҡуҡи дуализм йүнәлешендә үҫешә. Унда теорияла ла, практикала ла хоҡуҡтың ике тибы таныла: кеше тәбиғәтенән, әйберҙәр тәбиғәтенән йәки ниндәйҙер йыһан тәртибенән сыҡҡан тәбиғи хоҡуҡ һәм дәүләт билдәләгән позитив хоҡуҡ. Көнбайыш Европала абсолют монархия урынлаштырылыу менән власҡа бары тик позитив хоҡуҡ, йәғни законға барып тоташҡан юридик фекер йүнәлеше өҫтөнлөклө була башлай. Хоҡуҡты власть тарафынан яҙылған, сәйәси-власть мәжбүрилеге менән тәьмин ителгән дөйөм мотлаҡ булған тәртип ҡағиҙәһе итеп аңлау легистик тигән атама ала (lex — «закон, ҡанун һүҙенән»). Ҡайһы берҙә бындай ҡарашты формаль-догматик тип атайҙар, сөнки нигеҙҙә барлыҡ хоҡуҡ теорияһын ул позитив хоҡуҡ догмаһы менән сикләй (йәғни ҡануниәтте яҙа, дөйөмләштерә, классификациялай, системалаштыра). Легизм тарихи яҡтан үҫешкәнерәк була, әммә позитив юриспруденцияла берҙән-бер йүнәлеш түгел. Ҡайһы бер ваҡытта тотош позитив юриспруденцияны «легизм» термины менән атап йөрөтәләр.
Позитивизмдан айырмалы, тәбиғи-хоҡуҡи тип позитив хоҡуҡтың хоҡуҡи тәбиғәтен баһалау мөмкинлеге биргән идеаль нигеҙ критерийы булыуын күҙаллай. Инҡилаптар, донъя һуғыштары, тоталитаризмдың күтәрелеүе һәм ҡолауы менән билдәләнгән XX быуатта шундай идеаль, абстракт-теоретик критерий бығаса булмағанса көн үҙәгендә тора. Был хоҡуҡты аңлау идеялары һәм тәбиғи-хоҡуҡи ҡиммәттәр тыуыуға булышлыҡ итә. Хоҡуҡты аңлауҙың философик тибы нигеҙҙең һәм күренештең айырмалығы һәм сағыштырыу проблемаһынан тора. Философик тип хоҡуҡҡа философик ҡараштан айырыла. Ул хоҡуҡ асылын аңлауҙың айырым социаль күренеше һәм позитив хоҡуҡҡа ошо нигеҙ критерийынан баһалау булараҡ, хоҡуҡтың асылын аңлауға йүнәлеш ала.
Кеше хоҡуҡтары предметын билдәләүҙең ауырлығы шунда, улар (кеше хоҡуҡтары) бер яҡтан, кешелектең донъяуи тарихы үҫеше юлында барлыҡҡа килгән һәм хоҡуҡи система һәм дәүләт ошо нигеҙҙә торған объектив принциптарҙы үҙ эсенә алһа, икенсе яҡтан, кеше хоҡуҡтары — улар хоҡуҡтың хоҡуҡи мәғәнәһендә субъектҡа хас булған сифаттар. Йәғни икенсе мәғәнәлә кеше хоҡуҡтары шәхестең тыуғандан уҡ бирелгән һәм ул улар менән үҙ аллы идара иткән, һәр даим үҫтергән сифаттар комплексы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше хоҡуҡтары концепцияһы хәҙерге аңлатмаһында Европала Яңырыу һәм Реформация эпохаһына барып тоташа. Был осорҙа Европа ғалимдары дини этиканың[2] үҙенсәлекле донъяуи версияһын формалаштырырға тырыша. Шәхестең хоҡуҡ һәм азатлыҡ идеялары теге йәки был формала кешелек тарихының билдәле ваҡыты дауамында йәшәһә лә, улар кеше хоҡуҡтарының хәҙерге концепцияһы менән бигүк оҡшаш булмай. Тикшеренеүсе Дж. Доннели билдәләүенсә, боронғо донъяла «традицион йәмғиәттәр кеше хоҡуҡтарынан тулыһынса айырылған булһа ла, кешелек дәрәжәһен, именлеген һәм уңыш ҡаҙаныуын тәьмин итергә тырышҡан бурыстарҙың үҫешкән системаһына… ғәҙеллек концепцияларына, сәйәси легитимлыҡҡа һәм уның үҫешенә эйә була. Бындай институттар һәм тәжрибәләр был хоҡуҡтарҙың альтернативаһы булып тора»[3]. Кеше хоҡуҡтары тураһында концепция Көнбайышта барлыҡҡа килгән, тигән фекер башҡаларына ҡарағанда йышыраҡ осрай. Әммә башҡа, иртәрәк мәҙәниәттәр үҙҙәренең әхлаҡи-этик кодекстарына эйә булған, ләкин кеше хоҡуҡтары тигән билдәләмә булмаған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр «хоҡуҡ» атамаһы XV быуатҡа[4] тиклем бер генә телдә лә осрамағанына инана.
Урта быуаттарҙың азатлыҡ тураһындағы хартиялары, мәҫәлән, инглиздәрҙеңБөйөк иркенлек хартияһы кеүек, асылда кеше хоҡуҡтары тураһындағы документ булып тормай, ә дәүләттә билдәле бер хәл-торошто көйләү өсөн тәғәйенләнгән[4] сикләнгән сәйәси һәм юридик килешеү формаһы һәм нигеҙе генә. Һуңынан был документтарҙың ҡайһы берҙәре, шул иҫәптән телгә алынған Хартия ла, кеше хоҡуҡтары тураһындағы хәҙерге заман бәхәстәренең иртә этаптарында иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бәғзе бер тикшеренеүселәр бындай хоҡуҡтар 1265 йылғы Калиш статутында[5] өлөшләтә яҙылған була, тип иҫәпләй.
Кеше хоҡуҡтары тураһында беренсе Европа документы 1525 йылғы «Ун ике статья» — крәҫтиәндәрҙең үҙ хоҡуҡтары өсөн талаптарының бер өлөшөнән торған Германиялағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Реформа манифесты булған тип иҫәпләнә. Документтың беренсе статьяһы М. Лютерҙың христиандар йәмғиәтенең доктринаны баһалау һәм үҙенә рухи етәксе[6] һайлау тураһындағы трактатында сағылыш тапҡан идеялары менән ауаздаш. Ниндәйҙер дәрәжәлә үҙенең барлыҡҡа килеүе менән документ Реформа хәрәкәтенә бурыслы, тиергә мөмкин. Социаль һәм сәйәси талаптарҙын тыш, авторҙар выждан иреклегенә хоҡуҡ тураһында ла белдерә; был хоҡуҡ XVI быуатта, «кеше хоҡуҡтары» термины булмаған саҡта уҡ ҡыҙыу бәхәстәр үҙәгендә була.
XVII быуат башында, баптист теологтары, шул иҫәптән Дж. Смит, Т. Хелвис, Р. Уильямс выждан[7] азатлығын яҡлап трактаттар яҙа. Уларҙың идеяһы Дж. Мильтондың һәм Дж. Локктың дини түҙемлелек тураһындағы ҡарашына йоғонто яһай[8][9]. Бынан тыш, ул ваҡыттағы Америка колонияларында — Род-Айлендта, Коннектикутта, Пенсильванияла — дин тотоу азатлығын яҡлау өсөн шарттар булдырыла, уларҙа төрлө дини аҙсылыҡтар[10][11][12] һыйыныу таба. Бойондороҡоҙлоҡ тураһында декларация, АҠШ Конституцияһы, Американың Хоҡуҡтар тураһында билле һуңынан бындай традицияларҙы юридик яҡтан[13] нығытып ҡуя. Атап үтелгән документтар шулай уҡ БМО-ның Кеше хоҡуҡтары тураһындағы дөйөм декларацияһына[14] ла йоғонто яһай.
Тәү тапҡыр «кеше хоҡуҡтары» Францияла 1789 йылда ҡабул ителгән "Кеше һәм гражданин хоҡуҡтары декларацияһын"нда осрай. Шуға тиклем тыуғандан уҡ бирелгән хоҡуҡтар оҙайлы үҫеш юлы үтһә лә, ошо юлда инглиздәрҙең Иреклелектең бөйөк хартияһы (1215) һәм Хоҡуҡтар тураһында билле (1689), американдарҙың Хоҡуҡтар тураһында билле (1791) мөһим этап булып тора. XIX быуатта төрлө дәүләттәрҙә граждандар һәм сәйәси хоҡуҡтарҙың (азатлыҡ һәм тиңлек, шәхестең тейелгеһеҙлеге, милек хоҡуғы, һайлау хоҡуғы һ. б.) либераль тупланмаһы төрлөсә һәм, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, бик сикле була (милек һайлау цензы, сәйәси тыйыуҙар, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булмауы, раса сикләүҙәре һ. б.). Кеше хоҡуҡтарына туранан-тура ҡағылған төп йәмғиәт-сәйәси проблема булып ҡоллоҡ мәсьәләһе тора; ҡайһы бер эшмәкәрҙр, мәҫәлән, британлы Уильям Уилберфорс уны бөтөрөргә тырышып ҡарай. 1807 йылда уҡ Британия империяһында ҡолдар менән сауҙа итеүҙе тыйыусы акт барлыҡҡа килә, ә 1833 йылда — ҡоллоҡтан баш тартыу тураһында акт. АҠШ-та төньяҡ штаттар 1777 йылдан 1804 йылға тиклем ҡоллоҡ институтын бөтөрә, әммә көньяҡ штаттар унан баш тартырға теләмәй. Ахырҙа был низағҡа һәм бәхәскә килтереп, ҡоллоҡто яңы территорияларға таратыуға сәбәп була, һөҙөмтәлә ил бүленеп, граждандар һуғышы башлана. Һуңынан АҠШ Конституцияһына төҙәтеүҙәр индерелә, улар ҡоллоҡто тыя, тулы хоҡуҡлы гражданлыҡ һәм ошо дәүләт территорияһында тыуған һәр кемгә тулы хоҡуҡтар тупланмаһын гарантиялай, шулай уҡ ҡара тәнле американдар ҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә була.
XX быуатта социалистик хәрәкәттәрҙең көслө йоғонтоһо аҫтында гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтарға социаль-иҡтисади хоҡуҡтар (профсоюздарға берләшеү, хеҙмәткә, ялға, социаль ярҙам алыуға хоҡуҡ һ. б.) өҫтәлә.
1922 йылда кеше хоҡуҡтары буйынса немец һәм француз лигалары инициативһы буйынса төрлө илдәрҙәге ике тиҫтә ойошма Кеше хоҡуҡтары өсөн халыҡ-ара федерация (FIDH) — донъяла кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса беренсе халыҡ-ара ойошма төҙөй. Икенсе донъя һуғышы һәм тоталитар режимдың фажиғәле тәжрибәһе кеше һәм гражданин хоҡуҡтары институтын үҫтереүгә этәргес бирә. Бында алдынғы ролде халыҡ-ара хоҡуҡ ала.
1948 йылдың 10 декабрендә БМО-ның Генераль ассамблеяһы 217 А резолюцияһы менән "Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы"н ҡабул итә:
- Һәр кеше һәм йәмғиәттең һәр органы ғәмәлдәге Декларацияны күҙ уңында тотоп, мәғрифәтселек һәм белем алыу аша ошо хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡтарҙы ихтирам итергә тырышырға, милли һәм халыҡ-ара прогрессив саралар аша Ойошманың ағза илдәре халыҡтары араһында ла, уларҙың юрисдикцияһында булған территориялар халыҡтары араһында ла уларҙы һөҙөмтәле таныу һәм тормошҡа ашырырға тырышыу аша барлыҡ халыҡтар һәм дәүләттәр үтәргә ынтылырға тейешле бурыс.
— Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы, преамбула
1950 йылдан алып, йыл һайын 10 декабрҙә Халыҡ-ара Кеше хоҡуҡтары көнө билдәләнә. Шулай уҡ 1950 йылда Европала Кеше хоҡуҡтарын һәм төп азатлыҡтарын яҡлау тураһында Европа конвенцияһына ҡул ҡуйыла. Уның кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге башҡа халыҡ-ара договорҙарҙан айырмаһы: иғлан ителгән хоҡуҡтарҙы аныҡ яҡлау механизмы — Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды ойоштороу була.
1966 йылда БМО эгидаһы аҫтында «Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт» һәм «Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт» ҡабул ителә. Ошо һәм артабанғы халыҡ-ара килешеүҙәр кеше һәм гражданин хоҡуҡтарының халыҡ-ара стандартын раҫлап, уларҙы тәьмин итеүҙе гарантиялай. Был хоҡуҡтар ҡатнашыусы дәүләттәрҙең конституцион ҡоролошонда ла сағылыш табырға тейеш була. Әммә бер хоҡуҡты индереү башҡа хоҡуҡтарҙы ҡыҫырға йәки кесерәтйтергә тейеш түгел.
Халыҡ-ара стандартта һанап үтелгән хоҡуҡтарҙан тыш, һәр дәүләттә улар урындағы үҙенсәлектән сығып, яңы положениелар менән тулыландырыла. Мәҫәлән, Рәсәйҙә кеше һәм граждандың имен мөхиткә[15] һәм мәғлүмәт алыуға[16] хоҡуғы бар һ.б.
Тиң хоҡуҡлылыҡ — шәхестең хоҡуҡи статусының универсаль принцибы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләрҙең тиңлек идеяһы тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Әммә теге йәки был билдә буйынса дискриминациялауҙы тыйыу өсөн йөҙәр йылдар кәрәк була.
1789 йылдағы Кеше һәм гражданин хоҡуҡтары декларацияһындағы кеүек үк, Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһында ла барлыҡ кешеләрҙең үҙ дәрәжәһе һәм хоҡуҡтарында азат һәм тиң булып тыуыуы иғлан ителә.
Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә рәүештә,
Оригинал текст (рус.)
|
Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттың тиң хоҡуҡлылығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бында ҡатын-ҡыҙ айырым иғтибар талап итә. Беренсе тапҡыр ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарының тиңлеге тураһында мәсьәлә Бөйөк француз революцияһы идеологтары тарафынан хәл ителә башлай. 1791 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар мәғарифы тураһында закон ҡабул ителә һәм уларға ниндәйҙер гражданлыҡ хоҡуҡтары бирелә. Әммә Термидориан реакцияһы йылдарында улар ҡыҫырыҡланып сығарыла. XIX быуат һуңында — XX быуат башында Германияла «өс К» теорияһы — Kinder, Küche, Kirche (балалар, аш-һыу бүлмәһе, сиркәү) тарала, ләкин бер үк ваҡытта йәмғиәт фекеренең башҡа йүнәлештәре лә үҫешә. 1847 йылда Бөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 10 сәғәтлек эш көнө тураһында ҡанун ҡабул ителә һәм уларға уҡытыусы һөнәренә юл асыла. 1848 йылда АҠШ-та кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ милеккә хоҡуҡ ала, ә 1880 йылдан башлап — профсоюз ағзаһы булыу мөмкинлегенә эйә була. 1893 йылда Яңы Зеландия ҡатын-ҡыҙҙары беренсе тапҡыр һайлау хоҡуғы менән файҙалана.
Кеше һәм гражданиндың хоҡуҡтарын һәм азатлығын нығытыу һәм тәьмин итеүҙең демократик принциптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Демократия һәм хоҡуҡи дәүләт билдәләмәһе ниндәйҙер кимәлдә кеше хоҡуҡтары һәм азатлығы менән дәүләт власы нисбәте аңлатмаһы менән бәйле.
Һәр индивид билдәле дәрәжәлә азатлыҡҡа эйә. Әммә үҙ мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырғанда ул башҡаларҙың да мәнфәғәтен иҫәпкә алырға тейеш. Индивидтың хоҡуҡ буйынса азатлығы ниндәйҙер кимәлдә сикләнеүе[17] шуға ҡайтып ҡала ла инде.
Азатлыҡ — индивидтың үҙ ҡылығын аңлы рәүештә һайлау һәләте һәм мөмкинлеге. Ул кешенең тышҡы шарттар һәм хәл-тороштан ниндәйҙер кимәлдә бойондороҡһоҙлоғон күҙаллай.
Хоҡуҡ — азат граждандарҙың бергә һыйышып йәшәүе хаҡына шәхестең азатлығының өлөшләтә сикләнеүе. Хоҡуҡ категорияһы өс төп төрҙә йәшәй: нигеҙ, тартып алып булмай торған хоҡуҡтар, ваҡытлыса тартып алып булмай торғандар һәм тулыһынса тартып алып булғандар.
Кеше һәм гражданин хоҡуҡтары һәм азатлығы классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хоҡуҡи доктринала йәмғиәт мөнәсәбәттәрендә төп сағылыш өлкәһе буйынса кеше хоҡуҡтары ғәҙәттә шәхси, сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни хоҡуҡтарға бүленә, әмәмә ниндәйҙер кимәлдә был бүленеш тә шартлы ғына. Уларҙың ҡайһы берҙәре өсөн бары тик кеше хоҡуҡтары һәм гражданин хоҡуҡтары араһында ғына айырма бар. Кеше хоҡуҡтарын шулай уҡ шәхси-сәйәси; социаль-иҡтисади; мәҙәни-коллективҡа бүлергә мөмкин.
Шәхси
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхси хоҡуҡтар һәр кемдең хоҡуғы булып тора. Бик йыш гражданин хоҡуҡтары тип аталыуға ҡармаҫтан, дәүләт гражданлығы менән турана-тура бәйле түгел, тыуғандан алып һәр кемгә, уның гражданлығына, енесенә, йәшенә, расаһына, этник йәки дини сығышына ҡарамаҫтан бирелгән хоҡуҡтар тип һанала. Кешенең ғүмерен, дәрәжәһен һәм азатлығын һаҡлау өсөн кәрәк. Шәхси хоҡуҡтарға:
- Йәшәүгә хоҡуҡ;
- Судҡа тиклем яза биреүгә тыйыу;
- Шәхестең тейелгеһеҙлеге;
- Бер урындан икенсеһенә ирекле күсеп йөрөү, йәшәү урынын һайлау;
- Торлаҡтың тейелгеһеҙлеге;
- Хәбәрләшеү тейелгеһеҙлеге;
- Мәжбүри эшләтеүгә тыйыу;
- Милек тейелгеһеҙлеге (ҡайһы бер хоҡуҡ белгестәре уны иҡтисади хоҡуҡтарға индерә; Францияла Бөйөк француз революцияһы ваҡытынан уҡ төп шәхси хоҡуҡ тип таныла[18]);
- Шәхес дәрәжәһе;
- Выждан һәм дин тотоу азатлығы инә.
Сәйәси
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси хоҡуҡтар һәм азатлыҡ шәхси, социаль, иҡтисади һәм башҡа хоҡуҡтарҙан ниндәйҙер дәүләттең гражданлығы менән бәйле булыуы менән айырыла. Граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарының һәм азатлығының төп төркөмдәренең береһе булып тора, сөнки уларҙың илдең йәмғиәт һәм сәйәси тормошонда ҡатнашыуын билдәләй. Сәйәси хоҡуҡтарға:
- Закон алдындағы тигеҙлек — ҡатламдар бүленеше юҡ;
- Выждан азатлығы — теләһә нинидәй инаныуға, шул иҫәптән үҙенә оҡшаған динде тотоу йәки бөтөнләй дин тотмау;
- Һүҙ һәм матбуғат азатлығы — цензура тыйыла;
- Йыйылыштар азатлығы: йылышытарҙы ябыҡ бинала йәки асыҡ һауала үткәреү хоҡуғы;
- Союздар азатлығы — рөхсәт һорамайынса союздар ойоштороу хоҡуғы;
- Стачкалар азатлығы;
- Мөрәжәғәттәр хоҡуғы инә.
Социаль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар шәхестең иҡтисади ҡәнәғәтләнеүен һәм шуның менән бәйле рухи ихтыяжын тәьмин иткән матди именлек етештереү һәм бүлеү өлкәһендәге мөмкинлектәре. Социаль-иҡтисади хоҡуҡтарға:
- Хеҙмәт хоҡуҡтары (хеҙмәткә һәм хеҙмәт азатлығына хоҡуҡ);
- Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлауға хоҡуҡ;
- Социаль тәьминәткә хоҡуҡ;
- Торлаҡҡа хоҡуҡ;
- Сәләмәтлекте һаҡлауға һәм медицина ярҙамына хоҡуҡ;
- Һигеҙ сәғәтлек эш көнөнә, ғхәел хеҙмәт шарттарына, эш хаҡын эш күләменә ҡарап түләүгә һ. б. хоҡуҡ инә.
Иҡтисади
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт азатлығы;
- Сәнәғәт һәм сауҙа азатлығы;
- Милек һатып алыу һәм уны үҙең теләгәнсә файҙаланыу азатлығы;
- Мираҫ хоҡуғы;
- Ергә хужа булыу, уны файҙаланыу һәм уның менән эш итеү хоҡуғы.
Мәҙәни
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙәни хоҡуҡтар шәхестең рухи үҫешен тәьмин итә. Уларға:
- Тел азатлығы — туған телеңдә белем алыу һәм йыйылыштарға туған телеңдә аңлашыу хоҡуғы;
- Белем алыуға хоҡуҡ;
- Фән һәм сәнғәт азатлығы (әҙәби, ғилми һәм башҡа ижад һәм белем биреү азатлығы);
- Белем биреү азатлығы инә.
Экологик
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имен мөхиткә хоҡуҡ;
- Урап алған мөхиттең торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәткә хоҡуҡ;
- Экологик хоҡуҡ боҙоу һөҙөмтәһендә сәләмәтлеккә йәки милеккә килтерелгән зыянды ҡаплатыу хоҡуғы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Документы универсального характера (рус.)
- ↑ Ishay 2008, p. 64
- ↑ Donnelly 2003, p. 71
- ↑ 4,0 4,1 Freeman 2002, pp. 15-17
- ↑ Isaac Lewin, The Jewish community in Poland, Philosophical Library, the University of Michigan, 1985 p.19
- ↑ Полное наименование на немецком языке: Dass eine christliche Versammlung oder Gemeine Recht und Macht habe, alle Lehre zu beurteilen und Lehrer zu berufen, ein- und abzusetzen: Grund und Ursach aus der Schrift
- ↑ H.Stahl, Baptisten, in Die Religion in Geschichte und Gegenwart, 3. Auflage, Band I (1957), col. 863
- ↑ G. Müller-Schwefe, Milton, John, in Die Religion in Geschichte und Gegenwart, 3. Auflage, Band IV (1961), col. 955
- ↑ Karl Heussi, Kompendium der Kirchengeschichte, 11. Auflage (1956), Tübinhgen (Germany), p. 398
- ↑ Clifton E. Olmstead (1960), History of Religion in he United States, pp. 99-106, 111—117, 124
- ↑ Edwin S. Gaustad (1999), Liberty of Conscience: Roger Williams in North America, Judson Press, Valley Forge, p. 28
- ↑ Hans Fantel (1974), William Penn: Apostle of Dissent, New York, N.Y., pp. 150—153
- ↑ Robert Middlekauff (2005), The Glorious Cause: The American Revolution, 1763—1789, Revised and Expanded Edition, Oxford University Press, New York N.Y., ISBN 978-0-516247-9, pp. 4-6, 49-52, 622—685
- ↑ Douglas K. Stevenson (11987), American Life and Institutions, Stuttgart (Germany), p. 34
- ↑ Ст. 42 Конституция России 1993 года
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31 декабря 1993 года № 2334 «О дополнительных гарантиях прав граждан на информацию»
- ↑ Диаконов В. В. Право и свобода 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. // Учебное пособие по теории государства и права // diakonov.ru. — 2010.
- ↑ Колесова Н. С. Основные права и свободы гражданина во Франции. Дис. … канд. юрид. наук. — М., 1994. — С.25-40.