Һүҙ азатлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Һүҙ азатлығы — кешенең үҙ уй-фекерҙәрен иркен әйтеү хоҡуғы. Хәҙерге ваҡытта башлыса телдән һәм яҙма формала (мәҫәлән, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары азатлығы) уй-фекерҙәрҙе иркен әйтеүҙе үҙ эсенә ала, ә сәйәси һәм социаль рекламаға (агитацияға) аҙыраҡ кимәлдә ҡағыла. Был хоҡуҡ ҡайһы бер халыҡ-ара һәм Рәсәй документтарында телгә алына: «Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы» (19-сы статья), «Кешенең хоҡуҡтарын һәм төп азатлыҡтарын яҡлау тураһында Европа Конвенцияһы» (10-сы статья) һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (29-сы статья).

Ҡайһы бер осраҡтарҙа Һүҙ азатлығының башҡаларҙың хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа килеүе мөмкин. Шуға ла һәр дәүләттең хоҡуҡ нормалары үҙ биләмәләрендә һүҙ азатлығын сикләүҙе тәртипкә һала. Халыҡ-ара хоҡуҡҡа ярашлы, һүҙ азатлығын сикләүҙәр өс шартҡа яуап бирергә тейеш: ҡанундарға ҡәтғи ярашлы булыу, легитим (законлы) маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоу һәм уларға өлгәшеү өсөн мотлаҡ кәрәкле һәм тулыһынса таш килешле (адекват) булыу. Сикләүҙәр индереүсе ҡанундар ике мәғәнәлек булмауына ынтылырға һәм төрлөсә аңлатма биреүгә килтермәҫкә тейеш. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы социаль, раса, милләт-ара һәм дини нигеҙҙә күрә алмаусанлыҡ һәм дошманлыҡ тыуҙырыуҙы, шулай уҡ дәүләт сере булған мәғлүмәттәрҙе таратыуҙы тыя. Ваҡытлы һәм айырым сикләүҙәр шулай уҡ суд ҡарары менән дә индерелергә мөмкин.

Утилитар һәм либерал ҡараштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һүҙ азатлығы дөрөҫлөк һәм хәҡиҡәтте асыҡлау, үҙидаралыҡ, сәйәси системаның һығылмалылығын, шәхестең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу һәм үҙ-үҙен иҫбатлауын, кешенең тәбиғи хоҡуҡтарын тәьмин итеү һәм уларҙы яҡлау мәсьәләләре менән тығыҙ бәйләнгән.

Джон Стюарт Милль

Тарихи күҙлектән ҡарағанда, һүҙ азатлығы дәүләт власть органдарының мәғлүмәтлеген һәм юғары компетентлыҡ кимәлен тәьмин итеү ҡоралы булараҡ тыуған.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]