Реклама
Реклама (лат. reclamare — «ҡысҡырыу, белдереү»), шулай уҡ Тәҡдимнамә — маркетинг коммуникацияларының бер төрө. Уның маҡсаты — тауарға, хеҙмәткә йәки идеяға иғтибар йәлеп итеү һәм уны баҙарҙа алға этәреү.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Реклама сауҙа менән бергә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Бының дәлиле булып боронғо Мысыр папирустары тора, уларҙа балыҡ һатылыуы тураһында белдереүҙәр табылған. Ул ваҡытта реклама телдән һәм яҙма рәүештә таралған. Телдән рекламаны махсус саҡырыусылар (глашатайҙар) башҡарған. Яҙма реклама папирустарҙа, балауыҙ таҡталарҙа, юл буйындағы таштарҙа һәм бина диуарҙарында урынлаштырылған.
Кешелек яңы массауи коммуникация сараларын үҙләштергән һайын реклама ла киң тарала башлай. Төп сәбәптәрҙең береһе — китап баҫыуҙың уйлап табылыуы. XIX быуатта фотоһүрәт төшөрөүҙең киңәйеүе рекламаға яңы этәргес бирә: фотолар тауарҙың сифатын күрһәтеү өсөн ҡулланыла.
XX быуат реклама быуаты тип һанала. Был осорҙа сәнәғәттең алға китеүе һәм яңы технологиялар (күп төҫлө полиграфия, радио, телевидение, ер юлдашы элемтәһе, компьютер һәм Интернет) рекламаның үҫешен тиҙләтә. Фәнни-техник прогресс менән бер рәттән рекламаның оҫталығы һәм сифаты ла даими арта бара.
Реклама индустрияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта реклама үҙ аллы социаль институт һәм иҡтисад тармағы (индустрия) булып тора. «Реклама индустрияһы» төшөнсәһе реклама эшмәкәрлеген планлы һәм системалы рәүештә алып барыуҙы аңлата. Реклама продукттарын булдырыу, баҙар субъекттары менән үҙ-ара эш итеү һәм реклама хеҙмәттәрен файҙаланыусы предприятиеларҙың күплеге был өлкәнең индустрия кимәленә сығыуын иҫбатлай.[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джон Р. Росситер, Ларри Перси. Реклама и продвижение товаров. — СПб.: Питер, 2002. — 656 с. — ISBN 5-272-00241-5.
- Ученова В. В., Старых Н. В. История рекламы.. — СПб.: Питер, 2002. — 304 с. — ISBN 5-94723-431-9.
- Ромат Е. В. Реклама.. — 5-е изд.. — СПб.: Питер, 2002. — 544 с. — ISBN 5-94723-211-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Раздел «Реклама» Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.