Эстәлеккә күсергә

Мартин Лютер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лютер бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Лютер (мәғәнәләр).

Кинг, Мартин Лютер менән бутамаҫҡа.

Мартин Лютер
Martin Luther
1529 год
1529 год
Тыуған көнө

10 ноябрь 1483({{padleft:1483|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Айслебен, Саксония

Вафат булған көнө

18 февраль 1546({{padleft:1546|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (62 йәш)

Вафат булған урыны

Айслебен, Саксония

Подданлығы

Саксония

Эшмәкәрлеге

Ҡалып:Богослов/кат, политик, тәржемәсе

Атаһы

Ганс Лютер

Әсәһе

Маргарита Лютер

Тормош иптәше

Катарина фон Бора

Балалары

Ханс (Johannes), Элизабет, Магдалена, Мартин, Пауль, Маргарет

Автограф

 Мартин Лютер Викимилектә

'Ҡалын яҙылыш'Ма́ртин Лю́тер (нем. Martin Luther [ˈmaɐ̯tiːn ˈlʊtɐ] ; 10 ноябрь 1483 йыл, Айслебен, Саксония — 18 февраль 1546 йыл, шунда уҡ) — христиан дине белгесе, Реформацияны башлап ебәреүсе, Тәүратты тулыһынса немец теленә тәржемә итеүсе. Протестантизмдың бер йүнәлеше атамаһы — «лютеранлыҡ» уның исеменән алынған. Әҙәби немец теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе[1].

Родители Мартина Лютера Ганс и Маргарита Лютер (худ. Лукас Кранах Старший)

Мартин Лютер Айслебен ҡалаһына (Саксония кенәзлегендә) яҡшыраҡ тормош эҙләп килгән Ганс Лютер, ысын фамилияһы Людер, (1459—1530) ғаиләһендә тыуған. Бында ул баҡыр рудниктарында эшләй. Мартин тыуғас, ғаилә Мансфельд ҡалаһына күсенә, Ганс Лютер хәлле генә ҡала кешеһенә (бюргер) әйләнә. 1525 йылда Ганс үҙ вариҫтарына 1250 гульден ҡалдыра, был аҡсаға күп кенә ер һатып алып була[1].

1497 йылда 14 йәшлек Мартинды ата-әсәһе Магдебургтағы Франциск ордены мәктәбенә бирә. Был осорҙа Лютер иптәштәре менән диндар кешеләрҙең өйҙәре янында йырҙар йырлап, ашарға таба .

1501 йылда ата-әсәһе ҡушыуы буйынса Лютер Эрфурт университетына уҡырға инә. Ул дәүерҙә бюргерҙар үҙ улдарын юғары белемле хоҡуҡ белгесе итеп күргеһе килә. Ләкин хоҡуҡты өйрәнә башлағансы, « Ете ирекле сәнғәт» курсын үтергә кәрәк була. 1505 йылда Лютер Ете ирекле сәнғәт магистры дәрәжәһен ала һәм хоҡуҡ ғилемен өйрәнә башлай. Шул уҡ йылда, атаһы ҡаршы килеүгә ҡарамаҫтан, ул Эрфурттағы Августин ордены монастыренә китә. Был көтөлмәгән аҙымды төрлөсә аңлаталар. Берәүҙәр быны Лютерҙың «үҙенең гонаһлы булыуын аңлауы» менән бәйләһә, икенселәре, ул бер ваҡыт йәшенгә эләккән сағында Хоҙайҙан иҫән ҡалдырыуын һораған, монах булырға һүҙ биргән, шунан һуң Августин орденына ҡушылған, тип иҫәпләй. Был ваҡиғанан бер йыл алда Августин ордены викарийы вазифаһына Иоганн фон Штаупиц билдәләнә, һуңыраҡ улар Лютер менән дуҫлашып китә.

1506 йылда Лютер монах нәҙерен (антын) әйтә. 1507 йылда ул рухани булып китә.

1508 йылда Лютерҙы яңы асылған Виттенберг университетына уҡытырға ебәрәләр. Бында ул Аврелий Августин хеҙмәттәре менән таныша. Уның уҡыусылары араһында буласаҡ Реформация осоро немец шағиры һәм яҙыусыһы Эразм Альберус та була.

Лютер университетта уҡытыу менән бер рәттән үҙе лә дин белгесе (теология) докторы дәрәжәһен алыу өсөн уҡыуын дауам итә.

1511 йылда Лютерҙы ордендың эше буйынса Римға ебәрәләр. Йәш дин белгесенә был сәйәхәт бик көслө тәьҫир итә. Ул Рим-католик руханиҙарының аҙғын икәнлеген күрә.

1512 йылда Лютер дин белгесе докторы дәрәжәһен ала. Бынан һуң ул Штаупитц урынына дин тәғлимәте уҡытыусыһы вазифаһына тәғәйенләнә .

Лютер һәр ваҡыт Аллаһ алдында билдәһеҙ халәттә, үҙенең етешһеҙ яҡтары барын тойоп йәшәй, был уй-хистәр уның ҡараштары нығыныуға ярҙам итә. 1509 йылда ул студенттарға Петр Ломбардтың "Сентенциялар"ы тураһында, 1513—1515 йылдарҙа — Псалтирь , 1515—1516 йылдарҙа — Апостол Павелдың Рим христиандарына мөрәжәғәтен, 1516—1518 йылдарҙа —Галатия христиандарына һәм Йәһүдтәргә мөрәжәғәте буйынса курстар уҡый. Лютер Тәүратты (Библия) бик ентекләп өйрәнә. Уҡытыуҙан тыш, ул 11 монастырь күҙәтсеһе лә була. Бынан тыш сиркәүҙә лә уҡыта.

Лютер һәр саҡ үҙен гонаһлы итеп тоя. Ауыр рухи кисерештәрҙән һуң, Лютер апостол Павелдың мөрәжәғәттәрен икенсе төрлө итеп аңлай башлай. Ул: « Аллаһ изгелеген беҙ Аллаһҡа ышаныуҙың үҙенән алабыҙ һәм уның арҡылы беҙҙе шәфҡәтле Аллаһыбыҙ ышаныу аша ярлыҡай икәнен мин аңланым»,-ти. Был уйҙар күңелендә яралғас, Лютер үҙен яңынан тыуған һәм асыҡ ҡапҡа аша ожмахҡа килеп ингән кеүек хис итә. Гонаһтарҙан арыныу (оправдание) Аллаһҡа ышаныусыға Аллаһтың шәфҡәтенә, рәхимлелегенә ышаныу аша бирелә тигән фекерҙе Лютер 1515—1519 йылдарҙа ентекләп өйрәнә .

Лютер сиркәү реформаторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Реформация

Мартин Лютер сжигает папскую буллу. Гравюра на дереве, 1557

1517 йылдың 18 октябрендә Рим папаһы Лев X гонаһтарҙы кисереү һәм индульгенциялар һатыу тураһында булла сығара (маҡсаты- «Изге Петр ҡорамын төҙөлөшөнә һәм христиан донъяһы йәндәрен ҡотҡарыуға ярҙам итеү»). Виттенберг урамдарында монах Тецель теләгән бер кешегә үҙе өсөн генә түгел, үлгән кешеләр өсөн дә, ҡысҡырып, ярлыҡау тураһында грамота (индульгенция) тәҡдим итеп тора («So bald das Geld im Kasten klingt, die Seele aus dem Feuer springt» -Йәшниктә тәңкә сылтырауы менән, йән ут эсенән һикереп сығасаҡ). Лютер ҡәтғи рәүештә быға риза түгел икәнен белдереп, 1517 йылдың 31 октябрендә индульгенциялар һатыуға ҡаршы 95 тезис яҙа (Виттенбергта сиркәү ишегенә беркеп ҡуя тигән фекер менән немец сиркәү тарихы белгесе Эрвин Изерло риза түгел). Был тезистар аҫтына Eleutherius (боронғо грек телендә «ирекле») исеме менән имза ҡуя[2].

Тезистарҙы Лютер Бранденбург епискобына һәм Майнц архиепискобына ебәрә. Папаға ҡаршы хәрәкәттәр элек тә булып торған . Лютер Аллаһҡа табыныусылар менән Аллаһ үҙ-ара аралашыуы өсөн руханиҙар булыуы кәрәк түгел, Библияла яҙылған Иисус һүҙе- христиандар өсөн иң ҙур авторитет тигән уйҙа нығына һәм был фекерҙе христиандар араһында бик әүҙем тарата башлай. Ә католик сиркәүен төрлө дәрәжәләге руханиҙар ойошмаһы етәкләй, Рим папаһы- уның башлығы. Был ябай фекер айырымлығы ғына түгел, ә тотош католик сиркәүе тормошона ҡағылышлы бәхәс була.

Был тезистар тураһында хәбәр йәшен тиҙлеге менән тарала, һәм Лютерҙы 1519 йылда судҡа, шунан кире уйлап, Лейпцигҡа диспутҡа саҡыралар. Лютер был осорҙа бер кем менән һөйләшмәҫкә һүҙ биргән булһа ла, был диспутҡа бара (быға тиклем чех монахы Ян Густы яндырһалар ҙа). Диспут башында Лютер папаға буйһоноуы тураһында әйтә. Ләкин һүҙ көрәштергән ваҡытта теология докторы Экк папаның христиан сиркәүендә, апостол Петрҙың вариҫы булараҡ, айырым, юғары урыны бар икәне тураһында фекерҙәр әйтә. Лютер католик папаның хаҡ һәм гонаһһыҙ булыуына шик белдерә. Папа Лев X Лютерға ләғнәт уҡый, 1520 йылда ләғнәт буллаһын Аккольти өйөнән Пьетро төҙөй (2008 йылда католик сиркәүе Лютерҙы «аҡларға» уйлауҙары тураһында хәбәр итә[3]). Лютер Виттенберг университеты алдында папа буллаһын (Exsurge Domine- сиркәүҙән ситләтеү тураһында) яндыра һәм «Немец милләте христиан дворяндарына» мөрәжәғәтендә папаның баҫымына ҡаршы көрәште бөтә немец халҡының эше тип иғлан итә.

Изге Рим империяһы императоры Карл V папа яҡлы булып сығыш яһай, Лютерҙы Вормсҡа рейхстагҡа саҡыра. Бында Лютер үҙ ҡараштарынан баш тармай, ябай ғына итеп папның, сиркәү соборҙарының абруйын танымауын әйтә: «…минең намыҫым Аллаһ һүҙенә бәйләнгән. Мин бер нимәнән баш тарта алмайым һәм теләмәйем дә, сөнки намыҫҡа ҡаршы сығыу насар һәм хәүфһеҙ түгел. Аллаһ мине ярҙамынан ҡалдырмаһын. Амин»-ти. Лютер телмәренең тәүге баҫмаларында: «Шуға инанғанмын һәм башҡаса булдыра алмайым»,-тигән һүҙҙәр бар, тик ултырыш документтарында был һүҙҙәр яҙылмаған[4].

Лютерҙы Вормстан ҡайтарып ебәрәләр, сөнки уға алдан император исеменән һаҡлау грамотаһы бирелгән була. Ләкин 1521 йылдың 26 майында Вормс эдикты сыға, Лютер еретик тип иғлан ителә[4]. Вормсҡа ҡайтып барғанда, Эйзенах ауылы янында Саксония курфюрсты Фридрих III ҡушыуы буйынса уның ярандары Лютерҙы «урлап», Вартбург замогына йәшерен генә алып киләләр[* 1][5]; күптәр уны һәләк булған тип уйлай. Лютер янына бында иблис килеп киткән тиҙәр[6]. Бында Лютер Тәүратты немец теленә тулыһынса тәржемә итә. Уға Виттенберг университетының теология профессоры Каспар Круцигер ярҙам итә[7].

1525 йылда 42 йәшлек Лютер 26 йәшлек элекке монахиня Катарина фон Борға өйләнә. Был никахта уларҙың алты балаһы була[6].

1524—1526 йылғы Германиялағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше ваҡытында Лютер боласыларға ҡаршы ҡәтғи тәнҡит менән сыға, боласыларҙы үлтереүҙе хуплап, «Юлбаҫарҙар һәм кеше үлтереүсе крәҫтиәндәр өйөрөнә ҡаршы» мөрәжәғәт яҙа.

В этом доме в Марбурге Мартин Лютер жил во времена Марбургского диспута 1529 года

1529 йылда Лютер Бәләкәй һәм Ҙур Катехизистарҙы яҙа, улар Татыулыҡ китабы нигеҙен тәшкил итә.

1530 йылғы Аугсбург рейхстагында Лютер ҡатнашмай, протестанттар фекерҙәрен унда Филипп Меланхтон еткерә.

Лютер бер нисә тапҡыр Йена ҡалаһында була. 1532 йылдың мартында башҡа исем аҫтында «Ҡара айыу» ҡунаҡханаһында йәшәй. Ике йылдан һуң ул был ҡалала Изге Михаил сиркәүендә вәғәздәр уҡый, Реформацияны аңлы рәүештә яманлаусыларға ҡаршы сыға . 1537 йылда һуңыраҡ университетҡа әүерелгән «Салана»ға нигеҙ һалынғас, Лютер бында иркенләп вәғәздәр уҡый һәм сиркәүҙе яңыртырға саҡыра алған [8].

Лютерҙың көрәштәше Георг Рёрер (1492—1557), университетта һәм китапханала булғанда, Лютерҙың хеҙмәттәрен мөхәррирләй. Һөҙөмтәлә «Лютерҙың Иена Тәүраты» нәшер ителә, ул хәҙер ҡала музейында һаҡлана [8].

Лютер тәғлимәтенә ҡушылыусылар башта үҙҙәрен мартиниандар тип йөрөтә, һуңыраҡ уларҙы лютерандар тип атай башлағандар. Лютерҙың католик сиркәүе менән низағы донъя христиандары тормошона бик көслө тәьҫир яһай. Лютер изгелеккә ынтылған бар кеше лә "Тәүрат"ты уҡып, Аллаһ һүҙен дөрөҫ аңлай ала тип иҫәпләй. Ләкин ул иҫән саҡта уҡ хатта уның көрәштәштәре лә Изге китапта яҙылған уй-фекерҙәрҙе бер төрлө аңламай һәм һәр береһе үҙенсә аңлатырға тырыша. Шуға күрә Лютерҙың эшмәкәрлеген бик юғары баһалаусылар ҙа, уны тәнҡитләүселәр ҙә, хатта күрә алмаусылар ҙа һәр саҡ табылып тора.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Лютер төрлө сирҙәр менән көрәшә. Ул Айслебендә 1546 йылдың 18 октябрендә вафат була.

1546 йылда курфюрст Иоганн Фридрих I Генрих Циглерҙан (Эрфурт һөнәрсеһе) Виттенбергтағы Лютер ҡәбере өсөн һәйкәл эшләтә. Башта Оло Лукас Кранах эшләгән ағас статуя тороға тейеш була. Бронза таҡта егерме йыл буйыВеймар замогында һаҡлана. 1571 йылда Иоганн Фридрихтың уртансы улы уны университетҡа бүләк итә[8].

Лютер в Вормсе: «На сём я стою…».
  • «Лютер» (Luther, Германия, 1928);
  • «Мартин Лютер» (Martin Luther, США 1953);
  • «Лютер» (Luther, США-Канада, 1974);
  • «Мартин Лютер» (Martin Luther, Германия, 1983);
  • «Мартин Лютер» (Martin Luther, Великобритания, 2002);
  • «Лютер» (Luther; Рәсәйҙә «Страсти по Лютеру», ФРГ, 2003). Мартин Лютер ролендә — Джозеф Файнс.
Оттмар Хёрль. Инсталляция «800 скульптур Мартина Лютера». Виттенберг, Германия

2010 йылда билдәле немец рәссамы-концептуалист Оттмар Хёрль Виттенбергтың төп баҙар майҙаныда (Германия) Мартин Лютерҙың 800 скульптураһын ҡуя.

Лютер эшмәкәрлегенәң тарихи әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Макс Макс Вебер билдәләүенсә, лютеран вәғәҙе Реформацияға этәргес биреп кенә өалмай, капитализм барлыҡҡа килеүгә боролош яһаусы көстәрҙең береһе була һәм Яңы дәүерҙең рухын билдәләй. Лютер немец ижтимағи фикере тарихына мәҡәриф, тел, музыка реформаторы булараҡ мәҙәниәт эшмәкәре булып кереп ҡала. 2003 йылда йәмәғәтселек фекерен билдәләү өсөн һорау алыуҙар нәтижәһендә Мартин Лютер Германия тарихында иң бөйөк немецтар араһында икенсе урында билдәләнә (беренсе урында Конрад Аденауэр, өсөнсө урында — Карл Маркс)[9]. Лютер #REDIRECT Яңырыу мәҙәниәте йоғонтоһон үҙендә татый, «папа яҡлылар» менән көрәштә халыҡ мәҙәниәтен файҙаланырға тырыша һәм үҫеше өсөн күп эшләй. Лютер тарафынан Библияны немец теленә тәржемә итеү ҙур әһәмиәткә эйә була (1522—1542). Был тәржемәлә ул дөйөм немец теле нормаларын раҫлай. Библияны тержемә итергә уның яҡын дуҫы Иоганн-Каспар Аквила булышлыҡ итә.

Tomus secundus omnium operum, 1562
  • Берлебургская библия
  • Лекции о Послании к Римлянам (15151516)
  • 95 тезисов об индульгенциях (1517)
  • К христианскому дворянству немецкой нации (1520)
  • О вавилонском пленении церкви (1520)
  • Письмо Мюльпфорту (1520)
  • Открытое письмо папе Льву Х (1520), 6 сентябрь.
  • О свободе христианина
  • Против проклятой буллы Антихриста
  • Речь на Вормском Рейхстаге 18 апреля 1521 года
  • О рабстве воли (1525)
  • О войне против турок (1528)
  • Большой Катехизис Мартина Лютера һәм Краткий Катехизис (1529)
  • Письмо о переводе (1530)
  • Похвала музыке (перевод на немецкий язык) (1538)
  • О евреях и их лжи (1543)

Нәшер ителгән Лютер әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Luthers Werke. Kritische Gesamtausgabe. 65 Bde. Weimar: Bohlau, 1883—1993 (лучшее издание трудов Лютера, считается нормативным для исследователей наследия Лютера).
  • Luther’s Work. American Edition. 55 vls. St. Louis, 1955—1986 (перевод трудов Лютера на англ. язык; издание не окончено).
  • Лютер М. Время молчания прошло. Избранные произведения 1520—1526. — Харьков, 1994.
  • Лютер М. Застольные беседы. — Одесса : Тюльпан, 2011. — 280 с. — ISBN 978-966-2110-17-3.
  • Лютер М. Избранные произведения. — СПб., 1994. 2 изд. — СПб., 1997.
  • Лютер, М. О свободе христианина. [Сборник сочинений М. Лютера; в приложении разл. авторы о Лютере и о Реформации в Европе]. — Уфа: ARC, 2013. — 728 с. — ISBN 978-5-905551-05-5
  • Лютер М. Перевод Библии. 1534. переиздана 1935 (на немецком).
  • Лютер М. 95 тезисов. [Сборник сочинений М. Лютера; в приложении Лейбниц, Гегель, К.Фишер о Боге, философии религии и Реформации]. — СПб.: Роза мира, 2002.
  1. О местонахождении реформатора не было известно даже курфюрсту[5].
Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 Соловьёв, 1984
  2. Волков Александр Викторович (Голяндин А.). Был ли Лютер мятежником? Знание — сила, № 1, с. 72–81. znanie-sila.ru; archive.org (2000). Дата обращения: 5 декабрь 2013. Архивировано 23 ғинуар 2009 года.
  3. Ватикан снимет с Лютера обвинение в ереси. lenta.ru (6 март 2008). Дата обращения: 5 декабрь 2013.
  4. 4,0 4,1 Бейнтон, 1996, Глава 10. На сём стою
  5. 5,0 5,1 Бейнтон, 1996, Глава 11. Мой Патмос
  6. 6,0 6,1 Мартин Лютер // Энциклопедия «Кругосвет».
  7. Creuziger, Caspar. leipzig-lexikon.de. Дата обращения: 5 декабрь 2013. Leipzig Lexikon (Leipzig: TDG, 1998)
  8. 8,0 8,1 8,2 Greger, 2011
  9. Мартина Лютера признали вторым великим немцем после Аденауэра. newsru.com (9 декабрь 2003). Дата обращения: 5 декабрь 2013.
На русском языке
На других языках
  • Ameln K. Luthers Kirchenlied und Gesangbuch: offene Fragen // Jahrbuch für Liturgik und Hymnologie XXXII (1989), SS.19—28.
  • Blankenburg W. Überlieferung und Textgeschichte von Martin Luthers «Encomion musices» // Luther-Jahrbuch (1972), SS. 80—104.
  • Leaver, Robin A. Luther’s liturgical music: principles and implications. Grand Rapids, Michigan, 2007.
  • Mathesius J.. «Historien von des ehrwürdigen in Gott seligen theueren Mannes Gottes Doktoris M. Luthers Anfang, Lehr, Leben und Sterben», Nürnberg, 1566.
  • Schalk C. Luther on Music: Paradigms of praise. St. Louis, 1988.
  • The Arts and the Cultural Heritage of Martin Luther, ed. by E.Ølstrem, J.Fleischer, N.H.Petersen. Copenhagen: Museum Tusculanum Press, 2002.
  • Greger U. Jena. — Verlag Janos Stekovics, 2011. — ISBN 978-3-89923-283-7.

Ҡалып:Немецкий язык