Иблес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иблис битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Иблес (ғәр. баласа — өмөтһөҙлөккә бирелде), исламда — шайтан, ен; башҡорт мифологияһында — яуыз көс (албаҫты, бәрей, ен, шайтан).

Ҡөрьәндәге сюжетҡа ярашлы, — Аллаға буйһонмай, ул тупраҡтан яралтҡан тәүге кеше — Әҙәм алдында йөҙ түбән йығылыуҙан баш тартҡан берҙән-бер фәрештә. Бының өсөн ул күктән ҡыуыла һәм тамуҡ язаһына хөкөм ителә, ләкин Алланан язаны Ҡиәмәт көнөнә тиклем кисектереп тороуҙы һорай. Ризалыҡ алғас, Иблес Аллаға тоғро кешеләрҙе аҙҙырырға ант итә. Үҙе хасил итергә һәләтле яуыз көстәр донъяһына баш була. Ожмахҡа үтеп инеп, йылан ярҙамында Әҙәм менән Һауаны аҙҙыра, шул арҡала улар ожмахтан ҡыуыла. Иблес бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең эшенә ҡамасаулай, кешеләрҙе уларға ҡаршы ҡоторта. Кешеләрҙең Аллаға ышанмауы, донъяла яуызлыҡ булыуы исламда Иблес ҡотҡоһо менән аңлатыла. Башҡорттарҙың инаныуҙары буйынса, ул кешеләр араһында йәшәй, уларҙы гонаһлы эштәргә этәрә, иманды оноттора. Кешеләр Иблес Ҡөрьәндән аяттар уҡып ҡыуа. Башҡорттарҙың тылсымлы йолаларының күбеһе иблис яуызлыҡтарынан һаҡланыуға йүнәлтелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
  • Нәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]