Әл-Фәләҡ сүрәһе
| Әл-Фәләҡ сүрәһе | |
| Синыфы | |
|---|---|
| Мәғәнәһе |
Рассвет |
| Статистика | |
| Сүрә номеры |
113 |
| Аяттар һаны |
5 |
| Джүз |
30 |
| Руҡуғ |
1 |
| Һүҙҙәр һаны |
23 |
| Хәрефтәр һаны |
71 |
| Алдағы сүрә | |
| Киләһе сүрә | |
| QuranAcademy.org | |
Әл-Фәләҡ сүрәһе (ғәр. Таң) – Ҡөрьәндәге 113-се сүрә, 5 аяттан тора. Әл-Мүғәүүизәтәйн сүрәләренә (Ән-Нәс менән бергә) керә. Сүрә Мәккәлә ингән, Мәҙинәлә тип әйтеүселәр ҙә бар.
Иңеү сәбәбе: Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм сихыр арҡаһында ауырып китә. Шунан һуң ике фәрештә уға боҙом әйберҙәре ташланған ҡойоно күрһәтә. Ябраил фәрештә Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә Әл-Мүғәүүизәтәйн сүрәләрен тапшыра. Һәр бәйләнгән төйөндө сискән һайын, уларҙы уҡып, Рәсүлуллаһ терелә.[1]
Ғәрәпсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
1 قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ
2. مِن شَرِّ مَا خَلَقَ
3. وَمِن شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ
4. وَمِن شَرِّ النَّفَّاثَاتِ فِي الْعُقَدِ
5. وَمِن شَرِّ حَاسِدٍ إِذَا حَسَدَ
Транскрипцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ.
2.Миң шәрри мәә халәҡ
3.Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб
4.Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд
5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд
Мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Әйт: «Таң Раббыһы Аллаһыға һыйынамын,
- яралтылған нәмәләрҙең яуызлығынан,
- һәм донъяны ҡараңғы ҡаплап алған ваҡыт яуызлығынан,
- һәм төйөндәргә өрөүселәрҙең яуызлығынан,
- һәм көнләшеүсе кешенең көнләшеп ғәмәл ҡылыуынан Аллаһыға һыйынам».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғәйшә р.ғ-нән тапшырыла
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
- Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004
| Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |