Әл-Фатиха сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әл-Фатиха сүрәһе
الفاتحة
Бисмиллаһ.jpg
Sura1.pdf
Әл-Фатиха сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Китапты асыу

Статистика
Сүрә номеры

1

Аяттар һаны

7

Жуз

1

Руҡуғ

1

Һүҙҙәр һаны

29

Хәрефтәр һаны

139

Алдағы сүрә

Киләһе сүрә

Әл-Бәҡара сүрәһе

QuranAcademy.org

Әл-Фатиха сүрәһе[1] (ғәр. الفاتحة, Китапты асыу ), башҡорт телендә Әл-Фәтихә[2] исеме менән дә осрай. — Ҡөрьән Кәримдең 1 сүрәһе. Мәккәлә бишенсе булып һәм бар аяттары ла бер ваҡытта иңгән беренсе сүрә. 7 аяттан, 29 һүҙҙән, 139 / 142 өндән (хәреф) тора.

Иң киң таралған сүрә, һәр намаҙҙа мотлаҡ уҡыла.

Уҡылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сүрә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был бүлектә сүрәнең ғәрәп телендә яҙылышы, кирил һәм латин хәрефтәрендә башҡорт теленә транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире бирелә.

1:1 بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمـَنِ الرَّحِيم

* Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
* Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

1:2 الْحَمْدُ للّهِ رَبِّ الْعَالَمِين

* Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәләмиин
* Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтауҙар (булһын)!

1:3 الرَّحْمـنِ الرَّحِيم

* Әр-рахмәәнир-рахиим
* (Ул) мәрхәмәтле, рәхимле.

1:4 مَـالِكِ يَوْمِ الدِّين

* Мәәлики йәүмид-диин
* Яуап көнөнөң хужаһы.

1:5 إِيَّاك نَعْبُدُ وإِيَّاكَ نَسْتَعِين

* Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә настәғиин
* Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинән генә ярҙам һорайбыҙ.

1:6 اهدِنَــــا الصِّرَاطَ المُستَقِيمَ

* Иһдинә-ссыираат-аль-мүстәҡиим
* Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер.

1:7 صِرَاطَ الَّذِينَ أَنعَمتَ عَلَيهِمْ غَيرِ المَغضُوبِ عَلَيهِمْ وَلاَ الضَّالِّين

* Сыраат-аль-ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайри-аль-мағдууби ғәләйһим үә ләәд-дааальлииин
* (Зинһар) юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  2. «Ҡөрьән академияһы» сайтындағы сүрә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]