Эстәлеккә күсергә

Ән-Нәс сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ән-Нәс сүрәһе
سورة الناس

Ән-Нәс сүрәһе
Синыфы

Мәккә сүрәһе

Мәғәнәһе

Кешеләр

Статистика
Сүрә номеры

114

Аяттар һаны

6

Джүз

30

Руҡуғ

1

Һүҙҙәр һаны

20

Хәрефтәр һаны

80

Алдағы сүрә

Әл-Фәләҡ сүрәһе

Киләһе сүрә

—

QuranAcademy.org
سورۃ ٱلنَّاس

Ән-Нәс сүрәһе (ғәр. سورة الناس‎, Кешеләр) — Ҡөрьәндең һуңғы, 114-се сүрәһе. 6 аяттан тора. Мәккәлә ингән сүрә.

Сүрәгә исем тәүге аяттың һуңғы һүҙенән алып бирелгән һәм бәрейҙәрҙән һәм әҙәмдәрҙән яҡлау һорап бер Аллаһыға һыйынырға өндәй.

№ Ғәрәпсәһе Транскрипцияһы Мәғәнәһе
بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!(и) Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!!
1 قُلۡ أَعُوذُ بِرَبِّ ٱلنَّاسِ Ҡул әғүҙү бирабби-ннәәс(и) Әй Мөхәммәт ғ.с., әйт: «Кешеләрҙең Раббыһына,
2 مَلِكِ ٱلنَّاسِ Мәлики-ннәәс(и) Әҙәмдәрҙең Батшаһы булған Аллаһы тәғәләгә
3 إِلَـٰهِ ٱلنَّاسِ Иләәhи-ннәәс(и) Кешеләрҙең илаһы булған Аллаһыға,
4 مِن شَرِّ الْوَسْوَاسِ الْخَنَّاسِ миң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс(и) Үәсүәсә ҡылыусының боҙоҡлоғонан һыйынам,
5 الَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ Әлләҙии йүүәсүисү фии сүдүүри-ннәәс(и) Ул әҙәмдәрҙең күңелдәрендә үәсүәсә ҡыла
6 مِنَ الْجِنَّةِ وَ النَّاسِ Минәл джиннәти үә-ннәәс(и) Ендәрҙән һәм әҙәмдәрҙән Аллаһыға һыйынам»

Ғәйшә р.ғ. әйткән:

Ғәйшә р.ғ. риүәйәт иткәнсә, Пәйғәмбәр ғ.с. Әл-Фәләҡ һәм Ән-Нәс сүрәләрен уҡып ҡулдарына өрә лә, ауыртҡан ағзаларын һыйпай торған булған.

— Әл-Бохари, 61/535

Ҡулланылған әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.

Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004