Ас-Саффәт сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ас-Саффәт сүрәһе
سورة الصافات
Бисмиллаһ.jpg
Sura37.pdf
Ас-Саффәт сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Сафтарҙа тороусылар

Статистика
Сүрә номеры

37

Аяттар һаны

182

Жуз

23

Руҡуғ

5

Алдағы сүрә

Йа Син сүрәһе

Киләһе сүрә

Саад сүрәһе

QuranAcademy.org

Ас-Саффәт сүрәһе (ғәр. سورة الصافات‎, Сафтарҙа тороусылар ) — Ҡөрьән Кәримдең 37 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 182 аяттан тора. Сүрәнең беренсе аятында сафҡа теҙелгән фәрештәләр тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә. «Саффәт» — бер сафтағылар, тигән һүҙ.

Транскрипцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер аллалыҡ хәбәр ителгәндән һуң, сүрәлә үлгәндән һуң тергеҙелеүгә инаныс тураһында бәйән ителә. Быға шикләнеп ҡараусыларға сүрә ҡиәмәт көнө ҡапыл киләсәк тип янай. Ҡиәмәт көнө мотлаҡ киләсәге тураһында сүрәлә дәлилдәр килтерелә — был Аллаһ өсөн еңел тип әйтелә.

Тәҡүә кешеләр мәңгелек донъяла рәхәт сигәсәк, Аллаһы тәғәләгә шөкөр итәсәк, гонаһлыларҙ утта янғанын күреп, үҙҙәрен гонаһтарҙан һәм Кафырлыҡтан һаҡлаған өсөн Хаҡ тәғәләгә рәхмәтле буласаҡ. Сүрәлә Ахирәт, Йәннәт һәм Йәһәннәм һүрәтләнә.

Төрлө ваҡытта, төрлө кешеләр менән төрлө хәлдәр булғанын тасуир иткәндән һуң, сүрәнең мөьминдәргә әһәмиәте аңлатыла, күп аллалыҡта Аллаһы тәғәләнең балалары бар тип иҫбатлау кире ҡағыла. Фәрештәләр һәм ендәр тураһында хәбәр ителә[1]


« (Ғибәҙәт ҡылырға, тип) саф-саф теҙелгән фәрештәләр исеме менән;Ayah.svg һәм яманлыҡтан тыйылып,Ayah.svg (Ҡөръән уҡып, Аллаһты) зекер иткәндәр исеме менән ант итәм: Ayah.svg Хәҡиҡәт шулдыр — һеҙҙең Тәңрегеҙ бер генә. Ayah.svg Күктәр һәм Ер араһындағы бөтөн барлыҡтың хужаһы бер Аллаһ. Ҡояштың сығышы ла Аллаһ әмерендә.Ayah.svgАллаһтан башҡаға табынған нәмәләрҙе (боттар, һындар, Илаһ урынына тотола торған һәйкәлдәрҙе) бергә туплағыҙ ҙа, йәһәннәмгә алып бара торған юлға сығары​ғыҙ.Ayah.svg Хаҡтыр, Беҙ иң яҡын Күкте зиннәтле йондоҙҙар менән биҙәп ҡуйҙыҡ. (Тимәк, беҙ Ерҙән күргән йондоҙҙар, йолдоҙлоҡтар — беренсе ҡат Күктең биҙәктәре. Ayah.svg Инде һин уларҙан (мөшриктәрҙән) һора: — Юҡтан бар итеп яралтыу эштәрендә улар (һындар, боттар) ҡеүәтлерәк яһалғанмы, әллә (фәрештәләр, күктәр, Ер йөҙө һәм улар араһындағы) бөтөн барлыҡмы? — тип. Ayah.svgХаҡтыр, Беҙ уларҙы (кешеләрҙе) йәбешкәк балсыҡтан яралттыҡ.(Ҡөръән аяттары ярҙамында) үҙҙәренә вәғәз уҡылһа ла, өгөт бирелһә лә, ҡабул итмәҫтәр. Ayah.svg Алдарына (Аллаһтың мөғжизәһе булған аяттарҙы) сығарып ҡуйһаң да, мәсхәрә итерҙәр. Ayah.svg — Был — күҙ буяуҙан башҡа бер нимә лә түгел, — тинеләр. Ayah.svg — Үлеп, тупраҡ булғандан һуң, серек һөйәк өйөмөнә әүерелгәс тә беҙ яңынан тереләсәкбеҙме? Ayah.svg Боронғо бабала​рыбыҙ ҙа шулай тереләсәкме? — тинеләр.Ayah.svg Һин әйт уларға: — Әлбиттә (тереләсәкһегеҙ). Тереләсәкһегеҙ ҙә, хурлыҡҡа ла ҡаласаҡһығыҙ, — тип.Ayah.svgШунан һуң бары тик бер ҡаты ауаз килер (Сурға икенсе тапҡыр өрөлөр). Һәм уларҙың күҙе асылыр (улар үҙҙәре ҡылған яманлыҡтары өсөн ниндәй яза биреләсәген ап-асыҡ күрер). (20) — Эшебеҙ яман, яза Көнө килеп етте, — тип әйтерҙәр. (21) (Шунан бер ауаз яңғырар). — Әйе, был һеҙ ялғанға һанаған (яҡшыны — ямандан, гөнаһ​ты — сауаптан) айырыу Көнө! (Фәрештәләргә әйтербеҙ): — Бөтөн кәферҙәрҙе — залимдарҙы һәм уларға иш бул​ғандарҙы: Ayah.svg Аллаһтан башҡаға табынған нәмәләрҙе (боттар, һындар, Илаһ урынына тотола торған һәйкәлдәрҙе) бергә туплағыҙ ҙа, йәһәннәмгә алып бара торған юлға сығары​ғыҙ.
»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сура 37. Ас-Саффат // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.
  • Ҡөрьән [2]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡөрьән [1].