Әл-Кәүҫар сүрәһе
Әл-Кәүҫар | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Муллыҡ |
Иңгән ваҡыты |
Һиҗрәттең 9 йылы |
Статистика | |
Сүрә номеры |
108 |
Аяттар һаны |
3/4 |
Джүз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Һүҙҙәр һаны |
10 |
Хәрефтәр һаны |
42 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Әл-Кәүҫар (Муллыҡ) сүрәһе — Ҡөрьәндәге 108-се сүрә, 3/4 аяттан тора. Мәккәлә иңгән[1].
«Әл-Кәүҫар» — йәннәттәге йылғаларҙың береһе. Был сүрәлә иһә Мөхәммәттең Аллаһы исеменән ергә, кешеләр араһына Ислам диненә өндәр һәм күндерер пәйғәмбәр — Аллаһ илсеһе вазифаһында ебәрелеүе таныҡлана.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғас бине Ваил Пәйғәбәр с.ғ.с. менән Бәни Сәһем ишек төбөндә һөйләшеп торған. Унан Пәйғәмбәр Мәсет Харамдан сығып киткән. Ғас эскә кергән. Эстә ҡөрәйештең олуғтары ултырған, улар бынан: «Кем менән һөйләштең?» — тип һораған. Ул: «Әбтәр менән», — тип яуап биргән. Ғәрәп халҡында ир балаһы булмаған кешене «әбтәр», йәғни, нәҫеле киҫелгән кеше тип һанай торған булғандар. Ғастың был һүҙҙәре Пәйғәмбәргә ишетелгәс, ул бик ҡайғырған. Аллаһы тәғәлә уны шатландырыр өсөн әлеге сүрәне иңдергән.
Ғәрәпсәһе, транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمـَنِ الرَّحِيم
- * Бисмилләәһир-рахмаанир-рәхиим
- * Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
108:1 بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ
- * Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫар
- * Беҙ һиңә муллыҡ бирҙек.
108:2 فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ
- * Фәсалли лираббикә үәнхар
- * Шуға Раббың ризалығыңа намаҙға баҫ һәм ҡорбан сал.
108:3 إِنَّ شَانِئَكَ هُوَ الْأَبْتَرُ
- * Иннәә шәәни́'әкә һү́әл-ә́бтар
- * Һиңә үслеләр бынан мәхрүм.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
- Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
- Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ибне Ғәббәс, Ибне -Зөбәйер, Ғәйшә р.ғ әйтеүҙәренә ҡарағанда, әлеге сүрә Мәккәлә иңгән
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Изке Ҡөрьән академияһында» Әл-Кәүҫар сүрәһе
- СУРА 108. OБИЛЬHЫЙ 2012 йыл 25 май архивланған.
- 108 сура (Аль-Кяусар) на арабском и в переводах на русский язык
- Сура 108 АЛЬ-КАУСАР 2016 йыл 5 март архивланған. в Исламской энциклопедии
Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Әл-Кәүҫар сүрәһе Викимилектә |