Әл-Мүьминүн сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Мүьминүн сүрәһе
سورة المؤمنون
Бисмиллаһ.jpg
Sura23.pdf
Әл-Мүьминүн сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Иман килтергән кешеләр

Статистика
Сүрә номеры

23

Аяттар һаны

118

Жуз

18

Хизб

35

Руҡуғ

6

Алдағы сүрә

Әл-Хаж сүрәһе

Киләһе сүрә

Ән-Нур сүрәһе

QuranAcademy.org

Әл-Мүьминүн сүрәһе (ғәр. سورة المؤمنون‎, Иман килтергән кешеләр ) — Ҡөрьән Кәримдең 23-сө сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 118 аяттан тора.

Транскрипцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын Ҡөрьән

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сүрә иман килтергәндәр бәхетле булыр һәм тантана итер тигән хәбәр менән башлана. Шунан мөьминдәрҙең әхлаҡи үҙенсәлектәре һүрәтләнә. Артабан кеше яралтылмышы процесы һәм үҫеше тураһында һөйләнелә. Сүрәлә Аллаһы тәғәләнең ҡеүәтен раҫлаған ҡайһы бер күренештәр килтерелә, шулай уҡ пәйғәмбәрҙәр тарихы бәйән ителә, был хикәйәттәр Илаһи Китаптарҙың бер сығанаҡтан икәнен, бөтә быуын кешеләре бер-береһенә оҡшай икәнен күрһәтә. Артабан сүрәлә Аллаһ кешене камил ҡиәфәтле итеп яралтҡан, был уның Ҡөҙрәтлелеген иҫбатлай тип аңлатыла.

Аллаһ яуызлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә һәм иманлы булырға өндәй[1].

« Ayah.svg Бәхетле булды мөьминдәр,Ayah.svg намаҙҙарында баҫалҡылар,Ayah.svg буш һүҙҙәрҙән ситләшеүселәр,Ayah.svg зәкәт түләүселәр,Ayah.svg үҙҙәренең оят ерҙәрен һаҡлаусылар, Ayah.svgҡатындарынан һәм уң ҡулдары биләгәндән башҡа: улар бының өсөн шелтәләнмәй, Ayah.svgбының арғы яғын теләгән кеше — сиктән уҙыусы, Ayah.svgһәм аманаттарын һәм килешеүҙәрен үтәүселәр,Ayah.svg үҙ намаҙҙарын уаҡытында тотоусылар,Ayah.svg бына ошолар инде уариҫтар,Ayah.svg фирҙәүесте мираҫ итеп алыусылар, улар унда мәңге торор.
Ҡөрьән 23:1—11 (Мөхәммәт)
»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сура 23. Аль-Муминун // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.