Әл-Хаж сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әл-Хаж сүрәһе
سورة الحج
Бисмиллаһ.jpg
Sura22.pdf
Әл-Хаж сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Хаж

Статистика
Сүрә номеры

22

Аяттар һаны

78

Руҡуғ

10

Сәждәгә китеү

2 (аяты 18 и 77)

Алдағы сүрә

Әл-Әнбиә сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Мүьминүн сүрәһе

QuranAcademy.org

Әл-Хаж сүрәһе (ғәр. سورة الحج‎, Хаж ) — Ҡөрьән Кәримдең 22 сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 78 аяттан тора.

Ғәрәпсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ا

Транскрипцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был сүрә Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте һәм ҡиәмәт көнөндә кешене бөйөк ҡурҡыу биләп аласағы тураһында киҫәтеү менән башлана. Сүрәлә Аллаһ тураһында бер ни белмәгән, наҙан көйө Уның тураһында бәхәс алып барыусылар хаҡында бәйән ителә. Артабан ҡиәмәттән һуң кешенең тергеҙелеүе, ә быға кеше һәм үҫемлектәрҙең яралтылғанлығы дәлил булып тороуы әйтелә. Был сүрәлә Хаж, уның йолалары һәм Исламда уның мөһим әһәмиәте һүрәтләнә. Шулай уҡ мосолмандарға дошмандар һөжүм иткәндә ҡаршы алыш алып барырға рөхсәт бирелә[1].Сүрә аҙағында боттар, уларға мәжүсиҙәрҙең табыныуы тасуирлаған, ул һындарҙың хатта иң көсһөҙ йән эйәһен - себенде лә яралта алмауы әйтелә. Сүрә намаҙ уҡырға, зәкәт таратырға, ислам йолаларын үтәп, Аллаһ юлында көрәшергә саҡыра.

« Эй һеҙ, кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Һуңғы сәғәттең Ерҙе һелкетеүе бөйөк нәмә бит.Ayah.svg Һеҙ уны күргән көндө һәр бала имеҙеүсе кемде имеҙеүен онотор, йөклө ҡатындар йөктән бушаныр, һин кешеләрҙе иҫерек тип уйларһың, тик улар иҫерек түгел. Ләкин Аллаһтың ғазабы ҡаты.Ayah.svg. Һәм кешеләр араһында белмәгән көйөнсә Аллаһ тураһында бәхәсләшеүселәр һәм һәр баш күтәреүсе шайтанға эйәреүселәр бар.Ayah.svg Уның тураһында шулай яҙылған: кем уны дуҫ итһә, ул уны юлдан яҙҙырыр, ут ғазабына алып барыр.
»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әл-Хаж сүрәһе [1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡөрьән (транскрипциялар). - Стәрлетамаҡ, 2007. - 604 бит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сура 22. Аль-хаджж // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.