Эстәлеккә күсергә

Тәүбә сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әт-Тәүбә сүрәһе битенән йүнәлтелде)
Әт-Тәүбә сүрәһе
التوبة

Әт-Тәүбә сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Тәүбә

Статистика
Сүрә номеры

9

Аяттар һаны

129

Джүз

10 — 11

Хизб

19 — 21

Руҡуғ

16

Алдағы сүрә

Әл-Әнфәл сүрәһе

Киләһе сүрә

Йунус сүрәһе

QuranAcademy.org

Әт-Тәүбә(ғәр.سورة التوبة — сүрәтүт-тәүбә) — Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһе. Мәҙинәлә һижрәттең туғыҙынсы йылында инә. Аяттар һаны — 129.

Сүрәнең башында Аллаһының мөшриҡтәргә ҡатнашы юҡ икәнлеге әйтелә. Сүрәлә һуғыштар тыйылған 4 хәрам ай, мөшриҡтәр менән төҙөгән килешеүҙе үтәү кәрәклеге тураһында һөйләнелә. Сүрәлә Аллаһыға яҡынайыуҙың төп шарты — Уға һис шикһеҙ ышаныу икәнлеге әйтелә. Әгәр ҙә мосолмандар ысын күңелдән Аллаһыға һәм Уның Рәсүленә бирелмәһә һәм Аллаһы һәм Уның Рәсүле бөтөн нәмәнән һәм бөтөнөһөнән ҡәҙерлерәк булмаһа, Иман бөтөн түгел.

Аллаһы тәкәбберлек һәм маҡтансыҡлыҡтың еңеүҙе сигендереүҙәрен әйтә (Хунәйн һуғышының һөҙөмтәһе — бының асыҡ миҫалы). Был сүрәлә Аллаһы мөшриҡтәргә Харам мәсетенә инеүҙе тыя, сөнки улар нәжес, таҙа түгелдәр[1].

Сүрә, һуғышҡа кәрәк булһа, кисекмәҫтән унда китергә кәрәклеген әйтә. Шулай уҡ был сүрәлә ниндәй ҙә булһа сәбәпле йыһатта ҡатнаша алмағандар, өйҙә ҡалыусылар һәм һуғышҡа саҡырыу яңғырағанда, ике йөҙлөләрҙең фетнә сығарыуы тураһында һөйләнелә. Аллаһы шулай уҡ бында ике йөҙлөләрҙең мосолмандарға тыныслыҡ һәм һуғыш ваҡытындағы мөғәмәләһе тураһында әйтелә. Монафиҡтарҙың ике йөҙлөлөгө өсөн яза тураһында ла әйтелгән. Мөхәммәт(СҒС) улар өсөн ғәфү һораһа ла, ғәфү ҡабул ителмәйәсәк.[2].

Йыһатта ҡатнашмау өсөн төплө сәбәптәр һаналып кителә. Шунда уҡ Мәҙинә ҡалаһы янында йәшәүсе ғәрәптәр тураһында, уларҙың исламды ике йөҙлөлөк менән ҡабул итеүҙәре, һуғышҡа бармау өсөн төрлө сәбәптәр эҙләүҙәре бәйән ителә.

Сүрәлә шулай уҡ кешеләрҙең хәле, уларҙың Аллаһыға ҡарашы, монафиҡтарҙың исламға зыян итеү маҡсатында төҙөлгән мәсет тасуирлана. Ысын күңелдән иман килтереүселәр, һуғышта сәбәпһеҙ ҡатнашмаусылар һәм уларҙың тәүбәһе, Аллаһы Тәғәләнең уларҙың тәүбәләрен ҡабул итеүе тураһында әйтелә.

Сүрәнең аҙағында Аллаһы Тәғәлә тарафынан Мөхәммәттең (СҒС) кешеләргә Китапты еткереү өсөн һайланылыуы һәм Мөхәммәттең (СҒС) кешеләргә ҡарата ҡаты күңелле һәм рәхимһеҙ булырға теләмәүе әйтелә. Мөхәммәт (СҒС) — рәхимле, ғәфү итеүсән.

128-129. Ләҡад джәә`әкүм расүүлүм мин әңфүсикүм ғәзиизүн ғәләйһи мәә ғәниттүм хәриисун ғәләйкүм билмүьминиинә ра`үүфүр-рахиим. Фә`иң тәүәлләү фәҡульхәсбийә-ллааһу ләә иләәһә илләә һүүә ғәләйһи тәүәккәлтү үә һүүә раббүлғәршилғәзыиим.

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.
  1. Ҡөрьән(9:28)
  2. Ҡөрьән(9:80)