Иман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Иман, Иман-Иғтиҡад. Ислам динендәге хәҡиҡәттәргә тел менән әйтеп, күңел менән ышаныу.

Ислам динендә кешене инаныс тигән бөйөк көс йәшәтә, шул уға егәрлек бирә. Мосолмандарҙың ундай көсө, ышанысы — Иман.

Алллаһы тәғәләнең барлығына, Уның фәрештәләренә, изге китаптарына, Пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, изгелек һәм яуызлыҡтың Аллаһы тәғәлә тәҡдире менән булыуына ышаныуҙы «Ләә иләәһә илләл-лааһү Мүхәммәдүр-расүүлүллааһ» тип тел менән әйтеү — Иғтиҡад, йәки Иман килтереү була.

Иман килтереү — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдәң тәүгеһе.

Имандың нигеҙҙәре[1][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аллаһыға, Уның исемдәренә һәм Аллаһтың сифаттарына ышаныу.
  2. Фәрештәләргә ышаныу.
  3. Аллаһтың Китаптарына (Ҡөрьән, Библия, һ.б.) ышаныу.
  4. Пәйғәмбәрҙәргә ышаныу.
  5. Ҡиәмәт көнөнә ышаныу.
  6. Тәҡдирҡә ышаныу.

Улар ҡыҫҡа иман нигеҙҙәрендә яҙылған.

Иманды тулы аңлау өсөн тағы түбәндәгеләрҙе лә бҡарап үтергә кәрәк:

  1. Иманды ҡотолғоһоҙ үлем алдында ҡабул итеп булмай.
  2. Имандың бер шарттарын ғына үтәп, башҡаларын кире ҡағып булмай.
  3. Имандың бөтә шарттарын ҡабул итеп, уларҙың барыһын да бер тигеҙ үтәү мотлаҡ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сөннәттә билгеләнгән