Эстәлеккә күсергә

Фарыз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәмәл битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ислам дине буйынса бәндәләрҙең ғәмәлдәре һигеҙ төргә бүленә. Фарыз, Важиб, Сөннәт, Мөстәхәб. Мөбах, Харам, Мәкрүһ, Мөстәҡрәһ.

Фарыз ғәмәлдәрҙе үтәгән кеше — сауаплы, үтәмәгән кеше — гонаһлы була. Фарыз ғәмәлгә ышанмаған кеше ҡафыр тип иҫәпләнә. Фарыз ғәмәлдәр: Ислам диненең барлығына ышаныу, һәр көн биш тапҡыр намаҙ уҡыу, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, йыл һайын зәкәт биреү,дәүләте етерлек кеше. ғүмерендә бер мәртәбә, Мәккәи Мөкәрәмәгә барып, Хаж ҡылыу.

  • Важиб — уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмағаны гонаһлы булыр. ВАжиблығына ышанмаған кеше ҙур гонаһлы булыр. Важиб ғәмәлдәр: Витр намаҙын уҡыу, Ғәйет намаҙҙарын уҡыу, фытыр саҙаҡаһы биреү,ҡорбан салыу.
  • Сөннәт — уны ҡылған кеше сауаплы булыр, әммә ҡылмаған кеше гонаһлы булмаҫ.Ләкин Мөхәммәт СҒС шәфғәттәренә лайыҡ булмаҫ. Ғәмәлдәр: һәр эште бисмилланан башлау,Көрьән уҡыр алдынан «Әүҙү».. не әйтеү, сөскөргәндә «Әлхәмдүиллаһ» тип әйтеү, иманы кешегә сәләм биреү һ. б.
  • Мөстәхәб — уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булмаҫ. Мөстәхәб ғәмәлдәр: нәфел намаҙҙары уҡыу, нәфел ураҙалар тотоу, нәфел саҙаҡалар биреү, буш ваҡытта Ҡөрьән уҡыу кеүек ғәмәлдәр.
  • Мөбах — уны ҡылған кеше лә, ҡылмаған кеше лә сауаплы ла булмаҫ, гонаһлы ла булмаҫ. Мөбәх ғәмәлдәр: хәләл ризыҡты туйғансы ашау, эсеү, ултырыу. тороу, зарарһыҙ һүҙҙәрҙе һөйләмәү.
  • Харам — уны ҡылған кеше ҙур гонаһлы булыр, уны хәләл тигән кеше кафыр булыр. Харам ғәмәлдәр: йән эйәһен үлтереү, кешене йә хайуанды йәберләү, ғәйбәт һөйләү, уғырылыҡ ҡылыу, иҫерткес эсемлектәр эсеү кеүек ғәмәлдәр.
  • Мәкрүһ — уны ҡылған кеше гонаһлы булыр. Уны дөрөҫ тигән кеше лә гонаһлы булыр. Мәҡрүһ ғәмәлдәр: отош уйындары уйнау, әҙәпһеҙ йырҙар йырлау, кеше алдында әҙәпһеҙ ҡыланыу.
  • Мөстәҡраһ — уны ҡылған кеше гонаһлы булмаһа ла, әҙәпһеҙлек ҡылған булыр. Мөстәҡраһ ғәмәлдәр: баҙарҙа йәки урамда ашау, ауыҙҙы ҡапламайынса иҫнәү, ҡысҡырып кикереү
  • Боголюбов А.С. Фард // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 252..
  • Ҡалып:ВТ-ИЭС
  • Ильшад Нурмиев. Фард // Словарь исламских понятий и слов. — Işık Yayıncılık Ticaret, 2014. — ISBN 9789752788695.
  • Reinhart, A. Kevin. Ethics and the Qurʾān // Encyclopaedia of the Qurʾān / Jane Dammen McAuliffe (gen. ed.). — Georgetown University, 2006.
  • Ҡалып:Энис2